Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәғләмүновтың “сират күпере”
Ғүмер ебен һүтергә теләп, уйға сумдыңмы, осона-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Элекке яугир Мәғәфүр Йәғләмүнов уҙғандарын барлаһа, тал сыбыҡты ат итеп менгән саҡтарын хәтерләп ҡуйыр ине. Етемлекте кисермәһә лә, бәләкәйҙән крәҫтиән хеҙмәтен татып үҫте Мәғәфүр ағай.

Һигеҙ йәшенән тырмала ат башында йөрөнө, 14 йәшендә һабанға төштө. Үҫмер егет ана шулай эшкә бөтмөр, күндәм булды. Колхоз рәйесе булған атаһының:
– Ҡатҡыл ҡуллы, тапҡыр һүҙле бул, улым, – тип киҫәткәне бер ҡасан да хә­теренән сыҡманы Мәғәфүрҙең. Ул ғүмере буйы уның васыятына тоғро ҡалды.
Әммә тормош, бормаланып аҡҡан Йү­рүҙән кеүек, үҙ яйы менән бара тигәндә, яу ҡубып, донъяның аҫтын-өҫкә килтерҙе. Тыуған илебеҙгә һөжүм иткән немец илбаҫарҙарына ҡаршы Бөйөк Ватан һу­ғышы башлана. Мәғәфүрҙең атаһы Хәбиб Йәғләмүнов та тылда ҡалырға теләмәй. Фронтҡа китер алдынан:
– Йә, улым, бөтә ышанысым һиндә минең, донъяға күҙ-ҡолаҡ, әсәйеңә, туған­дарыңа терәк бул. Тиҙҙән һиңә лә сират етер, тик һынатма, — ти Мәғәфүргә.
Ул Башҡорт атлылар дивизияһы составында Тыуған ил азатлығы, балаларының имен тормошо өсөн батырҙарса һәләк була.
1943 йылдың йәйендә Мәғәфүрҙе лә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Йәш яугир тәүге тапҡыр Украинала ут эсенә инә. Әммә һуғышта оҙаҡ йөрөргә тура килмәй, ҡаты алышта яраланып, госпиталгә эләгә. Бынан һуң полк мәктәбендә уҡып, кесе командир-радист дәрәжәһендә Белоруссияла хеҙмәт итә. 1944 йылдың көҙөндә яңынан фронтҡа оҙатыла. Көҙгө ҡараңғы төндә Висла йылғаһын сығыу менән оборона ҡоролмаһы төҙөргә тотоналар. Ниһа­йәт, артиллерияға команда бирелә. 1283-сө артполк дошманға 6400 снаряд ата. Ике яҡтан да юғалтыуҙар ҙур була. Ана шулай алыша-алыша, фашистарҙы ҡыуа барып, улар Польшаны азат итә.
Мәғәфүр ағайҙың һуғыш иҫтәлектәре байтаҡ булып сыҡты.
– Беҙҙең гаубицалы артполктың 122 мил­лиметрлы ҡоралдары Одерҙың уң яғында оборонаға туҡталғайны, – тип һүҙ башланы ул. – Взвод яугирҙәре төнө буйы төҙөгән блиндаж иртән яҡтырыуға әҙер ине инде. Дежур разведчиктар дошманды, уларҙың дзоттарын, танктарын стреотор­ба аша күреп ҡалыу менән үк штаб начальнигы капитан Бутенкоға хәбәр итеп тора. Капитан иһә, мәғлүмәт туп­лан­ғас, радиостанция аша ут асырға команда бирә.
Апрель айының бер аяҙ көнөндә стреоторбала сержант Никифиров дежур итә ине. Ул кинәт:
— Иптәш капитан, мөғжизә, үҙ күҙҙәре­мә үҙем ышанмайым. Ана немецтарҙың тылында, йыраҡта, ат менән крҫтиән һабан һөрә, — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Капитан мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы ла:
— Һы, бер ҙә ғәжәп түгел, ваҡытында сәсеп ҡалырға кәрәк бит ер кешеһенә. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тип бик дөрөҫ әйткән боронғолар, — тип ҡуйҙы.
– Тағы ла бер ваҡиға хәтерҙә һаҡланып ҡалды: күҙәтеү пунктында беҙ иртәле-кисле ҡоро паек менән туҡландыҡ, ә төшкөлөккә йылы ашты өс саҡрымда урынлашҡан ут позицияһынан килтерә инек. Взвод яугирҙәренә төшкө аш кил­тереү сираты миңә етте. Арҡаға термос йөкмәп, юлға сыҡтым. Одер аша саперҙар төҙөгән күперҙән үтәһе бар. Барып етергә 150 метр тирәһе ҡалғас, немец самолеттары күперҙе бомбаға тота башланы. Ярай әле, миңә ышыҡланырға элек­ке бомба соҡоро тап булды... Бер бомба күперҙең уртаһына эләкте бит. Мәхшәр баҫылғас, соҡорҙан сығып, юлым­ды дауам иттем. Ун аҙым самаһы бар­ҙыммы-юҡмы, йәнә снаряд төшөп ярылды. Баяғыса ергә аунап, бына ҡайҙа ул “сират күпере” тип ҡуйҙым. Тороп йәнә бар көсөмә алға йүгерҙем. Шулай итеп, был тамуҡтан да ҡотолдом. Ут позицияһына барып етеп, штаб начальнигы ебәргән пакетты термос эсенән алып, дивизион командиры майоры Щербаковҡа тапшыр­ҙым да, кухнянан аш һалдырып, кире юлға сыҡтым. Ҡайтҡанда ул юл менән бармаҫ­ҡа булдым. Йылы аш менән күҙәтеү пунк­ты­на имен-аман килеп еттем. Күр­­гән­­дә­­­ремде капитанға еткереп, картанан хәүефле ҡалҡыулыҡты күрһәттем. “Беҙҙең тылда немецтарҙың засадаһы булырға тейеш”, тигән һығымта яһаны капитан. Дошман засадаһы урынлашҡан урындың квадратын һәм координаттарын картала ҡыҙыл ҡәләм менән билдәләп, дивизион­дың беренсе батареяһына ут асырға бо­йо­­­роҡ бирҙе. Һөҙөмтәлә хәүефле ҡал­­ҡыу­­лыҡтың аҫты-өҫкә килде. Аҙаҡтан асыҡланыуын­са, дошмандың танк экипажы күперҙән хәрәкәтте күҙәтеп, рация аша үҙенең ко­мандованиеһына хәбәр итеп торған. 22 ап­­релгә, Берлин йүнә­лешенә һөжүм көнөнә тиклем, беҙҙең 1283-сө гаубицалы, артполк немец-фашист армияһының күп ут нөктәләрен ҡый­ратып, еңеүҙе яҡынай­тыуға булышлыҡ итте, – тине яугир яҡташым.
2 майҙа Берлинға барып инәләр. Һәм бына Бөйөк Еңеү! Һуғыш тамамланғас та Мәғәфүр ағай Йәғләмүнов үҙ полкы составында Германияла хеҙмәт итеүен дауам итә. Ҡыйыу яугирҙең күкрәген Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар биҙәй.
1950 йылда армиянан демобилизацияланып ҡайтҡас, ул тыуған ауылы Иҙел­байҙа төпләнергә ҡарар итә. Тап бына ошо мәлдә ауылға СК-4 комбайнын ҡай­таралар. Мәғәфүр ағай үҙе кеүек үк Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан Сәйетғәле Ғә­­­лин менән бер йәйҙә 600 гектар май­ҙанда иген ура. Артабан Мәғәфүр ағай, район үҙә­гендә асылған умартасылар курсында уҡып, Ғәләйетдин бабаһынан ху­жалыҡтың ун баш умартаһын ҡабул итеп ала ла дәртләнеп яратҡан шөғөлөнә тотона. Уның күңеле гел генә эшкә тартылып торҙо. Бер нисә ауылдашын йәлеп итеп, умарталыҡта яңы йорт, бал ҡорттарын ҡышлатыу торлағы һалдырҙы, баҡсаны яҡшылап кәртәләтеп, ҡапҡалар эшләтеп ҡуйҙы. Өлгөлө умар­талыҡ даны бөтә рай­ыонға таралды.
Мәғәфүр ағай Йәғләмүнов йәмәғәт эш­тәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Сирек быуат­тан ашыу Иҙелбай бүлексәһенең проф­союз ойошмаһына етәкселек итте. Шул уҡ ва­ҡытта район һәм республика гәзиттәренә яҙышып торҙо. Иң мөһиме – эшендә һынатманы, умарта һанын 10-дан 220 башҡа еткерҙе ул. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн бер нисә тапҡыр район чемпионы исемен яуланы. Әүҙем хәбәрсе ике тапҡыр эшсе ауыл хәбәрселәре съезында делегат булып ҡатнашты, ике тап­ҡыр Башҡортостан Юғары Советы Пре­зидиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ветерандың ҡатмарлы тормош юлы хаҡында ҡыҫҡа ғына байҡауҙа ул кисер­гәндәрҙе сағылдырыу мөмкин түгел, әл­бит­тә. Яугирҙең тормошо романдарға то­рошло. Әммә нисек кенә булмаһын, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны әүҙем хәбәр­се Мәғәфүр Йәғләмүнов ауылдаштарының киләсәге хаҡына яҡты хыялдар менән йәшәне һәм ижад итте, иманына тоғро ҡалды. Минеңсә, уның исеме тыуған ауылында мәңгеләштерелергә тейеш.





Автор: Зилә БУРАНҒОЛОВА. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә