Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөт “тере” аҡса килтерә
Һөт “тере” аҡса килтерә
Малсылыҡ тармағын үҫтереү йәһәтенән “500 ферма” республика программаһы ауыл хужалыҡтарына ҙур ярҙам булды. Мәҫәлән, уға ярашлы, Ҡужабаҡ, Яңы Юл һөтсөлөк фермалары ремонтланған. Ә адреслы инвес­тиция программаһы буйынса Яңы Себенле фермаһын төҙөп бөтөүгә 21,6 миллион һум аҡса бүленгән.


Беҙ Ҡужабаҡта ла, Яңы Юлда ла бул­дыҡ. Тәүгеһендә 200 баш һауын һыйыры аҫрала икән. Бында уҙған йыл капиталь ремонт яһалып, һөт үткәргестәр алыш­ты­рылған, һыуытҡыс ҡорамалдар ҡуйылған.
Һөт “тере” аҡса килтерә– Эшләүе бермә-бер еңелләште, – ти техник-ҡасырыусы Фәниә Шәрипова. – Элекке иҫке һарай заманса фермаға әүерелде. Коллектив күп милләтле: баш­ҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ бергәләшеп, тырышып эшләйбеҙ.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: ауылдарҙа фер­маға эшкә барырға атлығып тороусы юҡ ти­гәндәй. Ә бында яйлап йәштәр ҙә тарты­ла. Мәҫәлән, тиҫтә йыл эшләгән, уң­ған һа­уынсы Әнзинә Дәминева һымаҡтар эр­гәһенә килгән Динара Ҡыуандыҡова тәж­ри­бәле­ләрҙән һис тә ҡалышмай. Баш­­ҡорт­остан­дың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙ­мәт­кәре Ҡылысбай Маҡа­ев менән Ән­үәр Килдебаев, Ирек Вахматов та алмашлап таңдан көтөүгә малдарын сығара, кис ауышҡас ҡына алып ҡайта.
Кешегә эшкә шарттар булдырып, хаҡын тейешенсә түләһәң, артығы кәрәкмәй ҙә кеүек – ҡалғанын ул үҙе хәстәрләй. Кем әйт­мешләй, эше барҙың ашы бар.
“Импульс” хужалығына ҡараған Яңы Юл һөтсөлөк фермаһына йүнәләбеҙ. Куйбышев исемендәге колхоз банкротҡа ҡал­ғас, уның 500-ләгән гектар ерен, күпмелер малын Хә­лим Ҡарағужин етәкселегендәге яуаплылы­ғы сикләнгән йәмғиәт алған. Бө­гөн бында 300 баш һауын һыйыры иҫәп­ләнә. Шунса уҡ үгеҙ, тана, быҙауҙар аҫ­рала.
– Эште башлап ебәргәндә электр ҡа­ҙанлыҡтары яһағайныҡ, уны Баш­ҡорт­остан­дың көньяҡ райондарында һаттыҡ. Һуңынан инде бәләкәй икмәк һалыу заводы астыҡ. Аҙаҡ ер кәрәк булды. Тәүҙә 200 гектар тер­кә­нек, техника алдыҡ. Яй­лап хужалыҡты ки­ңәйтә башланыҡ, – тип һөйләне Хәлим Ғә­ләүетдин улы. – Тирмән һалдыҡ, келәт­тәрҙе йүнәттек, иген таҙар­тыу машиналары алдыҡ. Ер менән ныҡлап шөғөлләндек. 2004 йылда Куйбышев исе­мендәге колхоз­дыҡын да ҡушҡас, бөгөн 705 гектар еребеҙ бар.
“Импульс” етәксеһе әйтеүенсә, киләсәк­тә мал аҙығы культуралары ғына үҫтере­ләсәк. Барлыҡ сығымдарҙы иҫәпләгәс, фуражлыҡ игенде һатып алыу осһоҙға төш­кәнлеге асыҡ­­ланған. Етмәһә, үҙҙәрен­дә бәләкәй ҡатнаш аҙыҡ заводы ла бар. Әлбиттә, яғыулыҡҡа, ашламаға хаҡ арты­уы бәкәлгә һуға. Һис сер түгел, бөгөн ху­жалыҡтарға “тере” аҡсаны башлыса һөт килтерә. Ҡарағужиндың хужа­лығынан юға­ры сифатлы продукцияны Йылайыр һәм Мәләүез комбинаттарынан үҙ­­ҙә­ре килеп алып китәләр. Хәлим Ғәлә­үетдин улы әйтеүенсә, I сортлыһының литрын 17 һум менән ҡабул итһәләр, кон­ди­цияға еткерелеп, һыуытылғанын 23 һумдан алалар.
– “500 ферма” республика программа­һына ҡушылыу өсөн барыһын да эшләнек. Тик әлегә аҡсаһы килеп бөтмәй, шуның артынан йөрөйһө бар. Ауырлыҡтар нимәлә булды: элекке фермаларҙың биналары иҫке, береһенең дә документы юҡ ине. Оҙайлы кредит бирелмәне. Шуға ҡыҫҡа ваҡытлыһын алырға тура килде. Ауыры­раҡ, шулай ҙа түләп барабыҙ. Эш хаҡын да мәлендә бирәбеҙ.
Ҡарағужин уҙған йыл Австрияла, Германияла булып тәжрибә туплаған, ошондай уҡ хужалыҡты алып барыу серҙәрен өйрәнеп ҡайтҡан. Әйтеүенсә, сит илдәрҙә бар эш тә механизацияланған. Әле беҙҙә­ге хужалыҡта 10-15 кеше эшләһә, тегендә ошондай уҡ күләмде өс-дүрт кеше тәьмин итә икән. Бындай системаға күсер өсөн бөгөн барлыҡ техника алынған, көйләп ебәрергә генә кәрәк.
– Һөҙөмтәле башҡарылһа, – ти Ҡара­ғужин, – кеше 30-40 мең эшләһә лә ҡар­шылыҡ юҡ. Иң мөһиме — етештереү артһын да, эше барһын. Тырышҡандар Себерҙәге хаҡтан да кәм алырға тейеш түгел...
Уңғандар байтаҡ “Импульс”­та. Мәҫәлән, быҙау ҡараусы Нәркәс Йән­бирҙина, һа­уын­сы Нурия Мусиналарҙы ғына телгә алһаҡ та етер ине. Беҙ бар­ғанда Нәркәскә улы Рәмис ярҙамға кил­гәйне. Өсөнсө клас­ты ғына тамамлауына ҡарамаҫтан, өйҙә лә, бында ла ҡул ара­һына инеп бара. Баланың эшкә өйрәнеп үҫеүе – быуындар күсәгилешлелеге ҙур ҡыуаныс бит ул!



Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә