Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Баймаҡ Корчагины»
«Баймаҡ Корчагины»
Эйе, тап шулай тип атанылар күренекле яҡташыбыҙ, булдыҡлы эшҡыуар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вилүр Зиннәт улы Рәхимғоловты. Дөрөҫөн әйткәндә, Вилүр Зиннәт улының беҙҙең аранан китеүенә ышан­ғы ла килмәй, сөнки, ике тиҫтә йыл инвалид коляскаһында ултырыуына ҡарамаҫтан, 100-ҙән ашыу кешегә эш урыны булдырып, ярҙамға мохтаж­дарҙың хәлен һәр саҡ аңлар ине. Ғү­мере­нең һуңғы сәғәттәрендә лә иртә­гәһе көнгә пландар ҡороп, миллә­тебеҙҙең мәҙәниәт донъяһы уртаһын­да ҡайнап йәшәне, ижад итте ул.


...Минең ғүмерем урғылып та аҡҡан
Яҙғы ташҡындағы һыу һымаҡ,
Төрлө һикәлтәләр осрап тора юлда,
Ләкин улар ҡойолоп төшә тора,
Селпәрәмә килеп, яҙғы боҙ һымаҡ,
– тип яҙҙы ул бер мәл үҙенең ғүмер юлы тураһында.
Уның тормошо студент йылдарынан уҡ ҡайнап торҙо: өлгөлө уҡыу менән бер рәттән, төҙөлөш отряды командиры булып йәй буйы колхоздарҙа аҙбарҙар, юлдар төҙөү, саңғы спорты буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институты намыҫын яҡлау, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәк­тәрендә бейеү, ҡурайҙа уйнау һәм башҡа саралар...
Ойоштороу һәләтен ул үҙендә тап ошо йылдарҙа һәм артабан Баймаҡ район комсомол секретары, мәҙәниәт бүлеге мөдире, район мәҙәниәт һарайы директоры булып эшләгән осорҙа тупланы, тип әйтергә була. Вилүр Зиннәт улына йәштәрҙе үҙенең йәшәү өлгөһө менән алға әйҙәү, булмағанды бар итеү һәм һәр саҡ ауыр хәлдәрҙән еңеүсе булып сығыу кеүек сифаттар хас икәнен бөтә тирә-яҡ белә һәм ышана кеүек ине. “Баймаҡ – Өфө” маршруты буйынса комсомол юлы һалыу, Динислам Исҡужин менән берлектә данлыҡлы «Ирәндек» бейеү ансамблен булдырыу, уҡыусылары менән Греция, Кипр илдәренә гастролгә сығыу кеүек саралар тап шул йылдарға тура килде.
...Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башы — башҡорт халҡының ирек һауаһын тойоп, үҙаңы уянған мәл. Яңы һулыш менән ҡанатланған осор яңы шәхестәр, яңы геройҙар тыуҙырҙы. Тап шул мәлдә етерлек тормош тәжрибәһе туплаған Вилүр Зиннәт улы алғы планға сыҡты һәм яңы заман йөгөн бөтә ауырлыҡтары менән үҙ иңенә алды.
Мәҙәниәт өлкәһендә сәхнә кейемдәренең етешмәүен, халыҡ музыка ҡоралдарының юҡлығын ауыр кисерҙе. Бәлки, шуға күрәлер ҙә, районда ул асҡан беренсе кооператив сәхнә кейемдәрен тегеү, ҡурай, ҡумыҙ эшләү буйынса махсуслашҡандыр. Был өлкәлә эшмәкәрлегең­де яҡларҙай ҡануниәттең, милли кейем тегеү-бесеү оҫталарының юҡлығын күҙ алдына килтерһәк, тәүге йылдарҙа, ай-һай, еңел булмағандыр уға.
Ике кешенән генә башланып киткән кооператив (ҡатыны Вәсилә Вәлиулла ҡыҙы менән) яйлап 10, 20, 30... 100-ҙән ашыу хеҙмәткәрҙән торған ҙур предприятиеға әүерелә. Эш хаҡын ваҡытында биреү, һалымдар, башҡа түләүҙәр, иғәнәләр буйынса үҙ мәлендә иҫәпләшеү ул осор өсөн ҙур еңеү ине.
Ошо йылдарҙа Сибай ҡалаһында асылған филармония үҙенең иң тәүге сәхнә кейемдәрен тап Вилүр Зиннәт улының кооперативында тектерә. Тора-бара уға заказдарҙың бөтә Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур өлкәлә­ренән килә башлауы был шөғөлдөң башҡорт милли мәҙәниәтендәге әһәмиәтен билдәләй. Быны аңлау Вилүр Зиннәт улына еңеү ләззәтен татыу менән бергә килгәндер, моғайын.
Ике тиҫтәгә яҡын дәғүәсенең «Һылыуҡай», «Ирәндек батыры», «Һаҡмар һылыуы», «Салауат йыйыны» кеүек төрлө конкурстар өсөн махсус заказдар буйынса тегелгән милли кейемдәрҙә гран-при яулауы сифат билгеһе булып тора. Әйткәндәй, Вилүр Зиннәт улы ошондай мәҙәниәт сараларында бағыусы булып та сығыш яһай торғайны. Милли баҫмаларға ярҙам итеүҙе үҙенең изге бурысы тип һанай ине.
Вилүр Зиннәт улының тирмәләре тураһында айырым бер китап яҙырға һәм күргәҙмә ойошторорға була. Хәҙерге һабантуйҙарҙа һәм башҡа ҙур сараларҙа мотлаҡ атрибутикаға әүерелгән тирмәләр конкурсы тап уның идеяһы менән башланды. Тормошҡа ашырыусыһы ла Вилүр Зиннәт улы ине. Уның тирмәләренең береһендә илебеҙҙең Президенты В.В. Пу­тиндың республика етәкселәре менән кәңәшмә ҡороуы Рәсәй телевидениеһы аша күрһәтелгәс, Магадан, Әстрхан, Ханты-Манси кеүек төбәк­тәрҙән һәм Төркиә кеүек мосолман илдәренән заказдар яуҙы. Тик уның тирмәләренә ваҡы­тында патент юллап алынмауы хәҙер әҙерәк эсте бошора...
Һуңғы йылдарҙа Вилүр Зиннәт улы ауыл хужалығын тергеҙеү эше менән шөғөлләнә башлағайны. Йылҡысылыҡтың, ҡымыҙ эшләп һатыуҙың килемле кәсеп икәнлеген иҫбатлағас, уның хатта игенселек менән дә шөғөлләнергә хыялы бар ине... Әммә Хоҙай биргән ғүмерҙең үҙ иҫәбе бар икән шул.
...Әйтсе, дуҫҡай, бирсе кәңәш,
Зинһар, аңлат миңә, әгәр белһәң,
Минең был донъяға ниңә килгәнде.
Теләгем ҙур үҙем өсөн йәшәү,
Ләкин улай йәшәп булманы,—
тип яҙҙы ул һуңғы йылдарында.
Ғөмүмән, ул шиғри күңелле кеше ине. Бер нисә ғүмергә торошло эштәр башҡарып, мәҙәниә­тебеҙҙе байытты, Рәсәйҙең иң эшлекле кеше­ләре исемлегенә инеп, милләтебеҙҙе ил кимәлендә күренекле итте. Был хаҡтағы дипломды Мәскәүҙең Кремль һарайында тап­шырғай­нылар уға.
Уны һуңғы юлға оҙатыу айҡанлы ойош­торолған митингта район етәкселәре, йәмә­ғәтселек, дуҫтары Вилүр Зиннәт улының тормош тәжрибәһен өйрәнеүҙең мөһимлеген һәм исемен мәңгеләштереү сараһын күреүҙең кәрәклеген билдәләне.
Хуш, легендар «Баймаҡ Корчагины», герой замандашыбыҙ!


Автор: Сәфәрғәли ЙӘНТҮРИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә