Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бәләкәй” апайҙың оло йөрәге
“Бәләкәй” апайҙың  оло йөрәге
Бәләкәй кәүҙәле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән был ханымды Хәйбулла тарафтарында йыш осратырға тура килә. Тәү күреү менән уға ҡарата йәлләү тойғоһо уянһа, аҙаҡ уның сәхнәлә тәрилкәләр менән сығыш яһауын белгәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Артабан Фирҙәүес Федоренконың Киевта лилипуттар циркында 15 йылдан ашыу эшләүе, кейәүгә сығып, ҡыҙ балаға ғүмер бирергә батырсылыҡ итеүе хаҡында ишеткәс, оло йөрәкле ҡатын, оҫта ҡуллы хужабикә менән танышып, уның ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта фәһемле лә тормош юлы хаҡында һорашмайынса түҙмәнем.


— Фирҙәүес апай, үҙегеҙҙең бала сағығыҙ, мәктәп, үҫмер йылдары тураһында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине?
“Бәләкәй” апайҙың  оло йөрәге— Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек. Хоҙайҙың ҡушыуы буйынсамы, мин — иң бәләкәйе. Рәйес ағайым мәктәпкә күтәреп йәки санаға ултыртып алып йөрөттө. Унынсы класты тамамла­ғанда, буйым ни бары 97 сантиметр ғы­на ине. Бәләкәйҙән ҡул эштәренә ма­һир булдым: ҡурсаҡтарыма һәм бе­сәйемә күлдәк тегеп кейҙерергә ярат­тым. Улар­ға төрлө әкиәт герой­ҙа­рының кейемдәрен кейҙереп, үҙемсә спектакль күрһәтә торғайным. Мәк­тәпте тамамлағас, Аҡъярҙағы Пионер­ҙар һарайына ҡурсаҡ театры етәксеһе булып эшкә урынлаштым. Әммә атайым, “бәләкәй кәүҙәлеләргә тормошта ауыр буласаҡ, һөнәр ал”, тигәс, уның кәңәшен тотоп, Өфөгә сәғәт йүнәтеүсе һөнәрен үҙләштерер өсөн уҡырға килдем.
Күп тә үтмәй, “Башрембыттех­ника”­ла эш башланым, шөғөлөм күңелгә оҡшап китте. Юлымда изге кешеләр осрап ҡына торған икән, тип уйлайым хәҙер. Көндәрҙең береһендә директо­ры­быҙ Урал ағай мине саҡырып алды ла бәләкәйҙәр өсөн махсус цирк бар­лығы, унда урынлашырға ярҙам итә­сәге хаҡында белдерҙе.
— Шулай итеп, мауыҡтырғыс цирк донъяһына барып юлыҡ­тығыҙмы?
— Киев циркына эшкә саҡырып шылтыратҡас та, Аҡъярға ҡайтып, тиҙ генә йыйынып, үҙем ҙурлыҡ сумаҙанды саҡ күтәреп, Украина тарафтарына юлландым. Тәүҙә поезд, аҙаҡ самолет менән бөтөнләй таныш булмаған ҡалаға килеп төштөм.
Шуныһы күңелгә яҡын: мине циркта шул тиклем йылы ҡаршы алдылар, яҡшы мөнәсәбәт эштән киткәнсе дауам итте. Әммә цирктың да үҙ ҡанундары бар, һәм улар бик ҡаты. Барғас та талаптар ҡуйылды: алты ай эсендә аренала сығыш яһарға өйрәнә алһаң, эшләйһең, юҡ икән, дүрт яғың ҡибла. Миңә жонглер оҫталығы буйынса, тәрилкәләр менән эшләүҙе йәки “йы­лан-кеше” номерын һайларға ҡуш­ты­лар. Мин тәүгеһенә туҡталдым һәм яңылышманым. Көн һайын алһыҙ-ялһыҙ күнекмәләр, үҙ өҫтөңдә даими эшләү юҡҡа булманы, ярты йыл эсендә тәрилкәләр менән бынамын тигән номер яһаным.
— Үҙегеҙҙең тәүге тапҡыр аренаға сыҡҡанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
— Әлбиттә. Донецк өлкәһенең Константиновка ҡалаһында Киев циркы­ның гастролдәре бара ине. “Һоро бүре тураһында әкиәт” спектаклендә ҡуян образын башҡарып, дүрт тәрилкә ме­нән сығыш яһарға тейеш инем. Тәүге көндә хәтәр шәп килеп сыҡты, аҙаҡ бер аҙ тулҡынландым.
Аҡрынлап жонглер оҫталығын камиллаштыра барҙым, төп номерыма өҫтәп, күгәрсендәр менән дә эшләй башланым. Төрлө ҡалаларға, сит илдәргә гастролдәргә күп йөрөнөк, беҙҙе һәр ерҙә ҡыуанып ҡаршылап, көслө алҡыштар менән оҙаттылар.
— Ирегеҙ менән ҡайҙа таныш­ты­ғыҙ?
— 1983 йылда труппаға Василий Федоренко тигән егет килде. Ул да кәүҙәгә бәләкәй, мине күргәс тә, украин еге­тенең йөрәге янды (көлә). Күп тә үтмәй өйләнештек, бергә гастролдәргә йө­рөнөк. Табиптар бала табыуҙың хә­үеф­ле икәнлеген иҫкәртһә лә, тә­­үәк­кәлләп, бәпәй таптым. Хатта профессорҙар һәм медицина фәндәре докторҙары беҙҙе шәхси күҙәтеү аҫтына алды. Ҡыҙым тыуғанда 3100 грамм ауырлыҡта, оҙонлоғо 50 сантиметр ине. Был хәл табиптарҙы ғәжәпкә ҡалдырҙы, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уйлап ҡараһаң, ҡыҙым минең кәү­ҙәмдең тап яртыһын тәшкил иткән бит! Ул ваҡытта буйым 103 сантиметр ғына ине. Төрлө күҙәтеүҙәрҙән һуң, врачтар балабыҙҙың бәләкәй булмаясағын әйтте.
Чернобыль фажиғәһенән һуң, сабый менән ул яҡтарҙа ҡалыу хәүефле булғанлыҡтан, мин тыуған яғыма ҡайттым. Ирем иһә Ҡырғыҙстанға эшкә китте.
— Ҡыҙығыҙҙы тәрбиәләү ауырға тура килгәндер бит?
— Улай тип әйтмәҫ инем. Әсәйемә, туғандарыма ҙур рәхмәтлемен, Нас­тяны улар тәрбиәләште. Бер йәш тулғас, ҡыҙымды туғандарыма ҡал­ды­рып, йәнә циркка эшкә киттем. 1990 – 1994 йылдарҙа Польша, Германия буйлап гастролдәрҙә йөрөнөк. 38 йәшемдә, 15 йыл циркта эшләп, хаҡлы ялға сығып, Аҡъярға ҡайттым. Василийҙың стажы тулмау сәбәпле (ирҙәргә 20 йыл), ул ҡалды.
— Шунан бирле күрешкәнегеҙ юҡмы?
— Осрашабыҙ, әлбиттә. Баштараҡ ул үҙе килеп йөрөнө, әммә донъялар буталып киткәс, скайп аша аралаша башланыҡ. Ҡыҙыбыҙ тормошҡа сыҡты, Рөстәм кейәүебеҙ менән Заира исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
— Фирҙәүес апай, һеҙ шулай уҡ сәй­ләндәрҙән төрлө биҙәүестәр, күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр яһайһығыҙ, бәйләйһегеҙ, тегәһегеҙ...
— Тик ултырырға һис тә яратмайым. Циркта эшләгән сағымда уҡ сәхнә кейемдәрен үҙем тегеп кейә инем. Әле лә Интернет аша төрлө сигеү, бәйләү әйберҙәрен ҡарап өйрәнәм. Теләгән­дәргә заказ буйынса ла эшләп бирәм. Гөл үҫтерергә яратам.
— Нисәмә йылдар Украинала йә­шәгәнһегеҙ, украин егетенә тор­мош­ҡа сыҡҡанһығыҙ. Бөгөнгө хәлдәргә һеҙҙең ҡарашығыҙ?..
— Йөрәгем әрней, улар ҙа бит миңә бик яҡын, ғәзиз кешеләр. Бер ғәйепһеҙ ябай халыҡтың ҡырылыуына, тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булыуына күңелем һыҡтай. Нисек кенә бул­маһын, тәүге мөхәббәтемде осратҡан, берҙән-бер ҡыҙыма ғүмер бүләк иткән Украина еренә мин ҙур һөйөү менән ҡарайым. Ҡасан да булһа ҡот осҡос хәлдәр тамамланыр, тимен.
— Үҙегеҙҙең шул тиклем ҙур ихтыяр көсөгөҙ, ныҡышмалылығығыҙ, маҡсатҡа ынтылышығыҙ арҡа­һын­да тормошта ла, цирк аренаһында ла үҙ урынығыҙҙы табып, күптәргә өлгө һәм үрнәк булып йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Исмәғил ҡыҙы! “Бәләкәй” апайҙың шул тиклем оло йөрәкле, киң күңелле, асыҡ йөҙлө булыуы һоҡландырҙы, артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

(Фотолар ғаилә архивынан алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 16

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 35

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 22

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 20

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 25

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 36