1914 йылдың 28 июнендә серб милләтсеһе Гаврила Принцип Австро-Венгрия императорының вариҫын – эрцгерцог Франц-Фердинандты – атып үлтерә. Был ғәмәлен ул Боснияла сербтарҙың хоҡуҡтарын сикләүгә ҡаршы протест тип аңлата. Үҙ вариҫын юғалтыуға теүәл бер ай үтеүгә, йәғни 28 июлдә, Австро-Венгрия Сербияға ҡаршы һуғыш аса. Рәсәй иһә Сербияны яҡлаясағын белдерә. Германия 1 августа – Рәсәйгә, 3 августа уның союздашы Францияға һуғыш иғлан итә. 4 августа немецтарҙың армияһы Бельгияға баҫып инеп, Парижға юллана. Бельгия нейтралитетын боҙоу Англияның ризаһыҙлығын тыуҙыра, һәм ул да Германияға ҡаршы һуғыш аса.
Осҡондан – ялҡын“Серб студентының протест белдереүе һуғышҡа сәбәпсе” тигән фекер менән килешә алмайым. Был ғәмәл “дары мискәһе”нә эләккән кескәй осҡон ғына булғандыр. Төп сәбәпте, минеңсә, ике империалистик дәүләттең – Англия менән Германияның – бер-береһе менән ярышыуынан эҙләргә кәрәк.
Мәктәптә уҡығанда Англияла – колониаль, Францияла – ростовщиктар, Германияла хәрби-феодаль империализм булған тип өйрәнгәйнек. Франция-Пруссия һуғышы һөҙөмтәһендә канцлер Отто фон Бисмарк Германияны берләштерә. Донъя төрлө биләмәләргә бүленеп бөткән була. Англияның бөтә тарафтарҙа колонияһы бар. Бисмарк империяһын һуғыш ярҙамында төҙөй. Бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ошо алымды аҡыллы итеп ҡулланыуҙы ул үҙенең васыятында ла телгә ала.
Англияның диңгеҙҙәге ҡеүәтен Британия утрауҙарының ышаныслы һаҡлауын Германия мотлаҡ иҫәпкә ала, әлбиттә. Адмирал Нельсондың Трафальгарҙағы еңеүенән һуң быға берәүҙең дә шиге ҡалмай. Тимәк, “Диңгеҙҙә хакимлыҡ иткән бөтә донъяға хужа”, тип халыҡ белмәй әйтмәгән.
Беренсе донъя һуғышы осоронда һәм уға тиклем дә ҡеүәтле артиллерия ҡоролмалары менән йыһазландырылған линкорҙар иң ҙур карап тип иҫәпләнгән. Уларҙың камиллаштырылған варианттарын дредноут тип атағандар. Ул осорҙа немецтар бер дредноут төҙөһә, инглиздәр икәүҙе эшләгән. Бер үк ваҡытта немецтар диңгеҙҙә һуғыш алып барыу өсөн һыу аҫты кәмәләре лә яһаған.
Ике ил дә бер-береһе менән уҙышып ҡорал туплаған. Рәсәй императоры Николай II, уға армияны пулеметтар менән ҡоралландырырға тәҡдим ителгәс, “патрон еткереп булмаҫ” тип яуаплаған, тиҙәр. XIХ быуат аҙағында уның ҡоралһыҙланыуҙы яҡлап сығыш яһағаны ла билдәле.
Кем кеше ҡулы менән
ут тотҡан?
Тарихты өйрәнгәндәр XIV – XV быуаттарҙа Франция менән Англия араһындағы 100 йыллыҡ һуғыш хаҡында яҡшы хәбәрҙарҙыр. Европа илдәре 1618 – 1648 йылдарҙағы утыҙ йыллыҡ һуғышты ла үткәргән. Унан һуң Вестфалия системаһы был ҡитғала Франция гегемонияһын билдәләгән. Германия 300-ҙән ашыу бәләкәй дәүләткә тарҡалған. Өр-яңы ҡорал уйлап табыусылар уның ярҙамында дошманды тиҙ арала еңергә ниәтләй. Әммә һуғыш дүрт йылдан ашыу дауам итә. 14 дәүләт биләмәһендә барған алышта 10 миллион кеше һәләк була, 20 миллиондан ашыуы яралана. Германия империализмы һөжүменән хәүефләнеп, 1904 йыл аҙағында Англия менән Франция “Антанта” союзын төҙөй. 1907 йылда уға Рәсәй ҙә ҡушыла.
1914 йылда Европа ике коалицияға бүленә. Германия, Австро-Венгрия һәм Италия ҡаршы яҡ союзға берләшә. Һөҙөмтәлә ике дәүләт араһындағы һуғыш донъя һуғышына әүерелә.
Франция 1870-1871 йылдарҙағы һуғышта Германия баҫып алған Эльзас һәм Лотарингияны кире ҡайтарырға ынтыла. Англия иһә, дошманы Германияны юҡ итергә тырышып, Франция менән берләшә һәм һуғышҡа ныҡлы әҙерләнә башлай.
4 августа Англияның һуғышҡа сығасағы хаҡында хәбәр таралғас, Германияның ул ваҡыттағы канцлеры Бетман Гольвег, Бисмарктың ике фронтта һуғышмаҫҡа васыят итеүен хәтеренә төшөрөп, хатта илап ебәргән, ә Вильгельм II (Германия кайзеры) Англия короленә әрләп хат яҙған, тиҙәр. Шулай итеп, Англия һуғышты башлау өсөн уңайлы мәлде көтөп ала. Уның армияһы яҡшы ҡоралландырыла, ғәскәр һаны ла байтаҡ була.
Германия Генштабының пландарыГенерал Шлиффендың күҙаллауынса, урыҫ ғәскәре Германияға баҫып ингәнсе немецтар блицкриг ярҙамында Парижды баҫып алырға һәм солох тураһында килешеү төҙөргә мәжбүр итергә, артабан инде Көнсығыш фронтында Рәсәйгә ҡаршы оҙайлы һуғыш алып барырға тейеш була.
Ысынлап та, тәүге осорҙа Германия ҙур ғәскәр туплай. Ләкин оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш үҙ төҙәтмәләрен индерә. Был йәһәттән илдең иҡтисади ҡеүәтен дә, коммуникацияларҙы ла, халыҡ һанын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Германия “диңгеҙ батшабикәһе” менән алышҡа сыҡҡанға күрә, төп иғтибарҙы флот төҙөүгә, һыу аҫты көстәренә йүнәлтә. Дошмандың хәрби караптарына һәм транспортына һыу аҫты кәмәләренән көтмәгәндә ҡеүәтле торпедалар ебәрелә.
Төп ваҡиғаларБисмарктың васыятын үтәмәйенсә, Германия генералитеты бер үк ваҡытта ике фронтта һуғыш алып бара. Төп ғәмәлдәр Европа биләмәһенә тура килә. Шул уҡ ваҡытта Кавказ һәм Яҡын Көнсығыш биләмәләрендә лә фронт асыла. Диңгеҙҙәге алыштар Фолкленд утрауҙарына тиклем барып етә.
Германия, Франция һәм Бельгия сиктәре аша – Көнбайыш, ә Германия менән Рәсәй ғәскәрҙәре араһында Балтик диңгеҙенән алып Ҡара диңгеҙгәсә Көнсығыш фронты үтә. 1914 йылдан алып 1918 йылға тиклем бик күп һалдат һәләк була, әммә фронт һыҙығы теге йәки был яҡҡа ҡарай 15 саҡрымдан ашыуға күсмәй. Немецтар Францияға баҫып ингәс, француз һәм инглиз генералдары Парижды һуңғы һалдат башын һалғансы һаҡлаясаҡтары хаҡында белдерә. Германия ғәскәренең Парижға һөжүмен ҡаҡшатыу һәм Францияның баш ҡалаһын обороналауҙы ойоштороу маҡсатында генерал Самсонов менән Ренненкампфтың армиялары Көнсығыш Пруссияға ебәрелә. Танненберг менән Мазур күлдәре янында немецтар урыҫ армияһын сигенергә мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта Көнбайыш фронтта Марналағы алышта союздаштар Парижға юлланған немецтарҙың юлын быуа. Империяның бөтә төбәктәренән Британия армияһы яңы көс менән тулылана. 1914 йылдың сентябренән башлап Франция һәм Британия ғәскәрҙәре Австралия, Канада, Яңы Зеландия һәм Көньяҡ Африка һалдаттары менән бергә һуғыша.
1914 йылда Көнсығыш фронтында генерал Брусилов етәкселегендәге урыҫ армияһы еңеүгә өлгәшә. Әммә был уңыш артабан нығытылмай, ярты юлда туҡталып ҡала. Урыҫ ғәскәрҙәренә снарядтар етмәй. Англия премьер-министры Давид Ллойд Джордж, “Брусиловта беҙҙәге снарядтарҙың яртыһы ғына булһа, ул һөжүмдә мотлаҡ уңышҡа өлгәшер ине”, тип яҙған ҡасандыр. 1915 йылда немецтар төп көстө Көнсығышҡа, ә 1916 йылда Көнбайыш фронтына ебәрергә ҡарар итә.
1916 йылда Көнбайыш фронттағы немец ғәскәрҙәре тулыландырыла. Верден һуғышы айырыуса ҡаты була. Ун айға һуҙылған алышта немецтар 600 мең, ә союздаштар 400 мең һалдатын юғалта. Инглиз армияһы һөжүм иткән Сомма йылғаһында ла 1 миллиондан ашыу кеше башын һала. Ошо уҡ йылдың сентябрендә инглиздәр өр-яңы ҡорал – танктар файҙалана.
Оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш ҙур иҡтисади сығымдар талап итә. Ҡорал, аҙыҡ-түлек етмәй. Союздаш илдәрҙән матди ресурстар тейәлгән суднолар Ҡара диңгеҙҙәге Дарданелла һәм Босфор боғаҙҙары аша үтә алмай. Шуға күрә “Дарданелла операцияһы”н тормошҡа ашырырға ҡарар ителә. Союздаштарҙың фекеренсә, боғаҙҙарҙы ҡулға төшөрөү еңеүгә булышлыҡ итәсәк. Әммә операция планы уйлап төҙөлмәй, Төркиәнең мөмкинлеге тейешенсә баһаланмай. Караптар артиллерия уты аҫтында ла, һыуҙағы миналарға бәрелеп тә шартлай. Уңышһыҙлыҡҡа осраған союздаштар ҡалған көстө һуғыш барған урындарҙан тиҙ арала сығарырға мәжбүр була.
1916 йылда Төньяҡ диңгеҙендә Германияның Асыҡ диңгеҙ флоты менән Англияның Гранд-Флиты араһында ҙур һуғыш була. “Ютланд алышы” тип аталған был һуғышта 100 хәрби карап, 100 меңдән ашыу моряк ҡатнаша. Ҙур юғалтыуҙар кисергән ике яҡ та үҙҙәрен еңеүсе тип иғлан итә.
1917 йылдың 10 – 17 октябрендәге “Моонзунд алышын” телгә алырға кәрәк. Немецтар Эстонияның Моонзунд утрауҙарын яуларға һәм артабан Фин ҡултығын, Петроградты, Кронштадтты баҫып алырға ынтыла. Әммә был ниәт тормошҡа ашмай. Утрауҙарҙы ҡулға төшөрөүгә ҡарамаҫтан, немецтарҙы Фин ҡултығына ебәрмәйҙәр.
Һалҡындарҙан, аслыҡтан тамам йонсоған һалдаттар ризаһыҙлыҡ күрһәтә башлай. Армияла тарҡаулыҡ һиҙелә. Һуғышҡа ҡаршы пропаганда ла, шул осорҙа таратылған “Окопная правда”, “Солдатская правда” гәзиттәре лә быға йоғонто яһамай ҡалмай. Яугирҙәр солох тураһында килешеү төҙөлгәнен көтә.
Октябрь революцияһынан һуң Германия менән сепаратив килешеү төҙөү мәсьәләһе тағы ла киҫкенләшә. Совет Хөкүмәте уға аннексияһыҙ һәм контрибуцияһыҙ тыныслыҡ договорын тәҡдим итә. Германия ризалыҡ белдерә, ләкин Антанта илдәренән дә ошо уҡ шарттарҙы үтәүҙе талап итә. Килешеү 1918 йылда ғына төҙөлә, әммә алдан һөйләшелгәнсә түгел. Германия делегацияһы етәксеһе генерал Гофман, баҫып алынған биләмәләрҙең береһе лә кире ҡайтарылмаясаҡ, тип белдерә. “Немецтар бөтә яҡлап ҡеүәтле булырға тырышты, һөҙөмтәлә һәр йәһәттән көсһөҙ булып сыҡты”, тип яҙған генерал Врангель. Көнсығыштағы хәлдәр уларға Көнбайыш фронтын көсәйтергә мөмкинлек бирмәй. 1918 йыл башында Германия бында 3,5 миллион самаһы һалдатын урынлаштыра һәм мартта яңы һөжүм башлай.
Хәрби техника яңыраҺуғыш алып барыуҙың ҡайһы бер яңы сараларын телгә алырға кәрәктер. ХIХ быуат аҙағында тәүге автомобилдәр сығарыла. Беренсе донъя һуғышы фронттарында улар ҙа ҡулланыла. Разведка һәм бомбаға тотоу өсөн бер урынлыҡ хәрби самолеттар файҙаланыла. Урыҫ армияһында ла ошондай уҡ самолеттар һәм юғары пилотаж оҫталары була. Шуларҙың береһе – штабс-капитан Петр Николаевич Нестеров (“Нестеров төйөнө” тигән төшөнсә күптәргә таныштыр). Ул 1914 йылдың 27 авгусында һауалағы алышта ҡаһармандарса һәләк була.
ХIХ быуат аҙағында двигателле аэростаттар – дирижаблдәр – сығарыла. Улар Англияның көньяҡ сиктәрен бомбаға тотоу өсөн файҙаланыла. Немецтарҙың “һыу аҫты бүләктәре”н айырып билдәләргә кәрәк. Күптәр һыу аҫты караптарының ҙур мөмкинлектәренә ышанып етмәй. Моряктар артиллерия менән йыһазландырылған линиялы караптарға өҫтөнлөк бирә. Тик 1914 йылдың 22 сентябрендә улар үҙ фекерен ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр була. Һуғыштың бишенсе аҙнаһы бара. Шуға тиклем Шотландия ярҙарында немецтарҙың һыу аҫты кәмәһе инглиздәрҙең “Патфайндер” крейсерын юҡ итә. Ләкин кәмәне берәү ҙә күрмәй, шуға ла был һәләкәтте техник авария йәки минаға эләгеү һөҙөмтәһе тип баһалайҙар.
Дюнкерк һәм Остенде порттарын Британия француздарға һәм бельгияларға ярҙамға ғәскәр ташыу өсөн файҙалана. Әлбиттә, уларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн ҙур хәрби караптар йәлеп ителә. Ла-Манш эргәһендә инглиздәрҙең дүрт палубалы “Абукир”, “Хог”, “Кресси” крейсерҙары патруллек итә. 22 сентябрь иртәһендә көтмәгәндә көслө шартлау була, һәм төп карап, уның артынса “Хог” һыу төбөнә китә. Немецтарҙың “И-19” һыу аҫты кәмәһе командиры капитан-лейтенант Отто Веддиген, торпеда аппаратына яңы снаряд ҡуйып, өсөнсө крейсерҙы ла юҡ итә. Был эшкә ни бары бер сәғәт ваҡыт сарыфлана. Ошо ваҡиғанан һуң “һыу аҫты һуғышы” тигән яңы төшөнсә тыуа.
Сәнәғәт йәһәтенән алға киткән Германия һыу аҫты кәмәләрен күпләп сығарыуға тотона. Башта немецтар хәрби караптарға, һуңыраҡ транспорт судноларына һөжүм итә. 1915 йылда Атлантик океандағы “Лузитания” лайнерын, шул иҫәптән 1 153 пассажирҙы юҡ итәләр.
1918 йылдың мартында Германия армияһы, дошмандың оборонаһын өҙөп, Парижға юл ала. Августа АҠШ ғәскәре менән тулыландырылған союздаштар Амьен янында немецтарҙы тар-мар итә. Сентябрҙә фронт линияһы Германия сигенә килеп етә. Илдә аслыҡ башлана. Ул 11 ноябрҙә Компьень урманында, ә Австрия алдараҡ – 24 октябрҙә – капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуя.
Рифҡәт САБИРОВ,
юрист.