Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аҡсам бар, диплом һатып алам!”
“Аҡсам бар,  диплом һатып алам!”
Гәзиттең быйылғы 17 июндәге һанында “Әҙәм булһаң, аҡсаға ялынма, тауарға табынма” тигән мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны. Уны әҙерләгәндә үк ҡайһы бер хеҙмәттәштәр, бигерәк тә йәшерәктәре: “Нисек инде бөгөн аҡсаға табынмаҫҡа?” – тигән һорау бирҙе. Донъяһы шулай ҡоролған бит: аҡсаң булһа, бөтә нәмәне лә һатып алырға мөмкин!

Ысынлап та, көндәлек тормош та ошоно раҫлап торған һымаҡ. Бөгөн күптәр аҡсаны бөтә нәмәнән дә панацея тип иҫәпләй. Бушлай ярҙам (өмә) тигән нәмә юҡҡа сығып бара: һәр кем аҡса өмөт итеп тора, хатта туғанынан да. Тейешле белеме булмаһа ла, диплом һатып алып, ҙур вазифа биләгән заман­даштарыбыҙҙы барыбыҙ ҙа яҡшы белә, әммә бер кем дә өндәшмәй. (Быйылғы БДИ тапшырыу кампа­нияһында мәғариф усаҡтары етәк­селәре уҡыусыларға махсус “ошаҡ бланкы” ла таратып бирҙе, йәнәһе, уның аша һәр кем, башҡалар әҙер яуапты күсергән осраҡта, аноним рәүештә был турала хәбәр итә ала. Әммә ике миллионға яҡын уҡыусы араһында бер генә лә ошаҡсы табылмаған – аҡса вәғәҙә итергә кәрәк булғандыр). Бер нисә йыл элек Төньяҡ Кавказдағы бер республикала оҙаҡ йылдар судья булып эш­ләгән кешенең ялған дипломы асыҡланғайны. Беҙҙең Башҡорт­остан­ға килгәндә, хатта хакимиәт­тәрҙә эшләгәндәр араһында ла бындай “белгестәр” тотолдо.
Баҙар иҡтисадының төп принцибы булған “түлә – бар нәмәне алып килеп тотторам“ тигән ҡанун йәмғиәттең бөтә ектәренә инеп бара. Мәктәптә контроль эш барышында башҡаларға мәсьәләләрҙе сисеп биргән өсөн аҡса алған улымды тәүҙә өнәп етмәнем, тәнҡитләп маташтым. Әммә ул был хәлдең хәҙерге мәктәп өсөн ғәҙәти булыуын тиҙ аңлатып бирҙе – бөгөн аҡса алмау “аҡ ҡарға“ булыуға тиң икән.
Ҡайһы бер ата-әсә лә балаларын аҡса менән ҡыҙыҡһындырып, ниндәйҙер маҡсатҡа өлгәшергә тырыша: кемдер китап уҡығаны, инша яҙғаны өсөн балаһына түләп маташа. Көнбайыш дәүләттәрендә был мәсьәлә хатта власть тарафынан да хуплау таба. Мәҫәлән, АҠШ-тың Даллас ҡалаһында һәр уҡылған китап өсөн уҡыусыға ике доллар түләйҙәр – быны иҫбатлар өсөн һуңынан компьютер тикшереүе үтеү генә шарт. Нью-Йорк мәктәптәрендә дүртенсе класта стандарт тестар өсөн яҡшы билдә алған уҡыу­сыларға – 25 долларға тиклем , ә етенсе класта 50 доллар аҡса бирәләр. Ҡайһы бер штаттарҙа уҡытыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырыу өсөн махсус фондтар булдырылған. Кимәле түбән булған мәктәптәрҙә уҡытып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡы­тыусыға 15 мең долларға тиклем өҫтәмә түләйҙәр икән.
Аҡсаның “триумфаль еңеүен” күрһәткән бер нисә миҫалды ҡарап үтәйек. Фәхишәлектең тарихи та­мыр­ҙары тәрән булһа, балалар менән сауҙа итеү — сағыштырмаса яңы күренеш. Суррогат әсәләр ысынында бала һатыу менән мәшғүл бит. Шул уҡ Алла Пугачева менән Максим Галкин да, Рәсәйҙәге балалар йортонан үҙҙәренә тәрбиәгә бала алған сит ил граждандары ла ошо сауҙала ҡатнаша түгелме ни? Бала теге йәки был яғы менән оҡшамаһа, уны икенсе ғаиләгә һатып та ебәрергә була, бындай факттар бихисап.
Үҙҙәрен хоҡуҡ яҡлаусы тип иҫәпләгән Алексей Навальный, Борис Немцов, Владимир Рыжков, Сергей Удальцов, Людмила Алексеевалар ҙа сәйәси ҡараштарын аҡсаға әйләндереү менән мәшғүл. Рәсәй етәкселеге үткәргән сәйәсәтте тәнҡитләп, төрлө сит дәүләттәр түләгән гранттарға йәшәүе бик рәхәт шул. Рәсәйҙе ташлап китеү теләге уларҙың башына һис тә “кермәй” – сит илдәрҙә уларҙың бер кемгә лә кәрәге юҡ.
Күп студенттарҙың имтиханды һатып алғаны хәҙер бер кемде лә аптыратмай. Судьяға, адвокатҡа тейешле сумма түләп, язанан ҡотолоу йәки уны йомшартыу ҙа ят күренеш түгел. Ә быны түләй алмаған ябай кеше тауыҡ урлаған өсөн дә бер нисә йыл төрмәлә ултырып сығасаҡ.
Ираҡтағы, Афғанстандағы, Ук­раина­лағы һуғыштарҙа шәхси ар­мия­ларға түләүҙе хуп күрәләр. Полиция урынына шәхси фирмалар ойошторған һаҡсыларҙы ҡулланыу киң таралып бара – уларҙың һаны полицияныҡынан ике тапҡырға күберәк булып китте. Депутат мандатын һатыу ҙа ғәҙәти күренешкә әйләнә.
“Һылыуҡай” кеүек конкурстарҙа бағыусы аҡсаһына еңеү “яулаған” сибәркәйҙәр тураһында ла йөрөгән имеш-мимештәр юҡтан түгелдер. Ҡайһы бер фирмаларҙың тәмәке тартыуын ташлаған хеҙмәткәр­ҙә­ренә аҡса түләгәне мәғлүм. Аҡсаның тәьҫирен һимеҙлектән йонсоған ке­шеләргә ҡарата ла ҡуллана башланылар: бер страховкалау ком­па­нияһы, дүрт ай эсендә 14 фунтҡа ябыҡһаң, 378 доллар түләй икән. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: түләү туҡтатылғандан һуң ярты йыл үткәс, ауырлыҡ кире ҡайта, ә тәмә­кеселәрҙең 90 проценты яңынан тарта башлай. Берәй эстрада “йондоҙо”ноң, театрҙың тамаша­һына билет алырға сиратта тормаҫ өсөн махсус кеше яллаусылар ҙа табылып тора, ул ғына ла түгел, сиратһыҙ үтер өсөн улар билет һатыусыға өҫтәмә түләргә лә әҙер. Был башҡаларҙа, әлбиттә, ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Израилдең бер балалар баҡсаһында сабый­ҙарын ваҡытында алмаған ата-әсәләргә штраф булдырғандар. Был кире һөҙөмтә биргән: һуңлаусылар артып киткән, сөнки ата-әсәгә тәрбиәселәр алдында оят булмай башлаған — улар бының өсөн аҡса түләй бит!
Аҡса һөжүме бындай тиҙлектә барһа, тиҙҙән ғаилә мөнәсәбәттәре лә матди ҡиммәттәр күҙлегенән ҡаралмаҫ тимә. Ҡатын – кер йыуғаны, ә ир утын ярғаны өсөн аҡса талап итә башлаһа… Харап бит! Китап уҡыу — яратҡан шөғөл­дән аҡса килтерә торған кәсепкә, хатта бала бағыу, ғаилә төҙөү табышлы бизнесҡа әйләнәсәк түгел­ме? Булыр, ана бит, Рәсәй олигархы Дмитрий Рыболовлевтың ҡатыны ире менән айыры­лышҡандан һуң Гиннесстың рекордтар китабына инерлек суммаға – 4,8 миллиард долларға хужа буласаҡ.


Автор: Илдар ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә