Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡумыҙ нисек барлыҡҡа килгән?
Ҡумыҙ нисек барлыҡҡа килгән?
Италияның баш ҡалаһы Римда төйәкләнгән, Ҡырғыҙстан Яҙыусылар берләшмәһе ағзаһы булған Аҡыл Әсәнбәкова дуҫ-иштәрен шиғыр кисәһенә йыйҙы. Берсә хисләнеп, берсә дәртлә­неп, бер-бер артлы ижад емештәрен уҡыны ул. Көтмәгәндә күҙ ҡамаштырырлыҡ бер һылыу ҡатын ҡыл-ҡумыҙҙа уйнап, йырлап ебәрҙе! Көслө лә, моңло ла тауышы әллә ҡайҙарға, Европа киңлектә­рен үтеп, ҡаҙаҡ далаларын иңләп, ҡырғыҙ тауҙа­ры­на олғашҡандай тойолдо. Ул – Наҙгөл Жумаева. Үҙе менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

– Ош ҡалаһындағы музыка училищеһының ҡыл-ҡумыҙ класында белем алдым, артабан уҡыуымды консерваторияла дауам иттем. Әммә уны тамамларға насип булманы, аҡсаһыҙлыҡ бәкәлгә һуҡты. Ғәзиз илем яҙмышы ана тарҡалам, бына юҡҡа сығам тигәндәй ҡыл өҫтөндә ҡалды. Уҡыу ҡайғыһы китте. Йән аҫрау тәүге планға сыҡты. Әле Римда һатыусы булып эшләйем.
– Һылыу, сәнғәт кешеһе булараҡ, ҡумыҙ хаҡында бер-ике ауыҙ һүҙ әйтһәңсе.
– Легенда буйынса, Ҡамбарҡан атлы һунарсы эте менән урманда йөрөгәндә, маймылдың (бәғзеләр “те­йен” ти. – Р.В.) бер ағастан икенсеһенә һикергәндә ботаҡҡа эләгеп, эсе йыртылып киткәнен күрә. Ниндәй ҡыҙғаныс! Меҫкен хайуанҡайҙың эсәге абрикос ағасына эленеп ҡала. Күпмелер ваҡыт үткәс, Ҡамбарҡан тағы ла шул ерҙән үтеп барһа, ҡолағына моң салына. Ир туҡтап, йән-яғына ҡарана. Аһ, кипкән маймыл эсәге көслө ел тибрәтеүҙән тауыш сығара, имеш. Сос һунарсы былай тип фекер йөрөтә: “Тимәк, мал эсәген елләтеп, өрөк ағасының ике башына беркетеп ҡуйып һелкетһәң, көй сығарырға була”. Шулай эшләй ҙә ул. Хәҙер был музыка ҡоралы – ҡумыҙ (башҡортса ҡыл-ҡумыҙ), ә бәләкәсе ауыҙ ҡумыҙы тип атала. Халыҡ Ҡамбарҡанға бағышлап көй ҙә ижад иткән. Бишкәк филармонияһында “Ҡам­барҡан” фольклор ансамбле бар, – тип һөйләне Наҙгөл.
Римдағы “Ҡырғыҙ клубы” президенты Миргөл Омуралиеваның легендаһы иһә башҡасараҡ:
– Борон-борон заманда яуыз бер хан йәшәгән. Ул әллә күпме ҡатын алған, тик балаһы булмаған. Ҡәүемдә хан түлһеҙ тигән хәбәр таралған. Аптырағандың көнөнән ил башлығы йәп-йәш кенә ҡыҙға өйләнгән, һәм бер мәл туптай малай донъяға килгән. Йыл үҫәһен ай үҫеп, ай үҫәһен көн үҫеп, егет ҡорона ингәс, ул һаҡсылары менән һунарға сыҡҡан, ти. Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәй, көтмәгәндә юлбарыҫ килеп сығып егетте ботарлап ташлаған. Юлдаштары ҡасып ҡотолған. Тик был хаҡта ҡорбандың атаһына нисек әйтергә? Һөйөклө улының ғүмере ҡыйылғанын белһә, хандан изгелек өмөт итмә.
Ил башлығы иһә улын көтөп көтөк булған. Уны эҙләргә һәр тарафҡа сапҡын ебәргән. “Улымды табып алып ҡайтмаһағыҙ, башығыҙҙы сабып өҙәм!” – тип янап ҡуйырға ла онотмаған үҙе.
Һаҡсылар, хан күҙенә эләгергә ҡурҡып, аҡылы менән тирә-яҡта дан тотҡан аҡһаҡалға кәңәш һорап килгән. Бабай тәрән уйға ҡалған. Фекер ебен һүтә торғас, өрөк ағасын киҫеп алып, эсен ҡыуышлаған. Ағастың ике башына ат ҡойроғоноң өс ҡылын һуҙған. Шунан хан һарайы ҡаршыһына барып, һағышлы, үҙәк өҙгөс көй һыҙҙыра башлаған. Быны ишетеп, ил башлығы өнһөҙ ҡалған, ә күҙ алдына улының йыртҡыс менән тиңһеҙ алышы килгән.
Ата барыһын да аңлаған. “Миңә ҡайғылы хәбәр еткерҙең, шуның өсөн ауыҙыңа ҡайнар ҡурғаш ҡоям”, – тип ыҫылдаған. Аҡһаҡал: “Мин һиңә һис бер нәмә әйтмәнем, хәл-ваҡиғаны ҡумыҙ һөйләне. Ғәҙел кеше булһаң, әйҙә, асыуыңды моң эйәһенә төшөр”, – тип яуаплаған. Хан, язалау уйынан кире ҡайтып, ҡартты иреккә ебәргән, ти. Тап шул аҡһаҡал ҡырғыҙҙың тәүге ҡумыҙсыһы булған да инде.
Был ике легенда – туғандаш ҡырғыҙ халҡыныҡы. Ә гәзит уҡыусылар араһында башҡорт ҡумыҙының тарихын белгәндәр бармы?


Автор: Рәмилә ВАХИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә