Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һарытауҙан төшкән Бәхет
Һарытауҙан төшкән Бәхет
Һыу – йәшәйешебеҙҙең нигеҙе һәм иң мөһим тәбиғәт ресурстарының береһе. Күренекле ғалим Дмитрий Менделеев быуаттан ашыу ваҡыт элек үк уның бер тамсыһы алмастан да ҡиммәтерәк буласағы хаҡында яҙып ҡалдырған. Бөгөн, белеүебеҙсә, донъяла йөҙҙәрсә миллион кеше эсәр һыу етмәүҙән интегә, шул уҡ мәлдә Рәсәй йылға-күлдәренең һаны һәм күләме йәһәтенән планетала икенсе урынды биләй, уның эсендәге Башҡортостан да был ресурсҡа ҡытлыҡ кисергәндәр иҫәбендә түгел. Тик был беҙҙең республикала һыуға бәйле мәсьәләләрҙең киҫкен тороуын инҡар иттермәй – тәү сиратта эсәр һыуҙың сифатына һәм йылға-күлдәрҙең һәр төбәктә мул булмауына иғтибар итергә кәрәк.

Был темаға ҡағылған һайын республикабыҙ халҡын һәм иҡтисадтың мөһим тармаҡтарын һыу менән тәьмин итеүгә бар ғүмерен бағышлаған милләттәшебеҙ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, ауыл хужалығы фәндәре докторы Бәхетғәле Батанов күҙ алдына килә.
1954 йылда Һарытау өлкәһендәге ябай ғына бер ауылдың ишле башҡорт ғаиләһендә донъяға килгән Бәхетғәленең тыуған еренән ситтә үҙ бәхетен табып, ҙур ғалим, тәжрибәле етәксе, дәүләт эшмәкәре булып китерен, тарихҡа инерлек эштәрҙең башында торорон бер кем дә күҙалламаған, әлбиттә. Тыуған Һарытауҙан төшкән БәхетПугачев районындағы гидромелиорация техникумын тамамлағас, ул Перелюб ра­йонындағы “Родина” колхозына агроном-мелиоратор булып бара, шунан хәрби хеҙмәткә алына, артабан инде сит төбәккә күсеп, Башҡорт АССР-ының Мелиорация һәм һыу хужалығы министр­лығы ҡарамағындағы механизацияланған күсмә колоннала мастер, прораб вазифаларында эшләй, Мелиорация объекттарын төҙөү буйынса берләштерелгән ди­рекцияла бүлек етәксеһенән дирек­торға тиклем хеҙмәт юлы үтә, бер үк ваҡытта Мәскәүҙәге гидромелиорация инс­титутында ла белем ала. 1988 – 2002 йылдар Бәхетғәле Батановтың тормош юлында “Башводмелиорация” проект-төҙөлөш-файҙаланыу берекмәһе менән бәйле: бында начальник урынбаҫары, төп инженер, генераль директор баҫҡыс­тарын үткән ул. Һуңынан 11 йыл дауамында “Башмелиоводхоз” идаралығы” дәүләт унитар предприятиеһына етәк­селек иткәнлеге күптәргә мәғлүм.
Тап ошо осорҙа Бәхетғәле Батановтың туранан-тура ҡатнашлығында Башҡорт­остандың көньяҡ-көнсығышында һәм ҡайһы бер башҡа райондарында халыҡ эскән һәм предприятиелар файҙаланған һыуға, ерҙәрҙе һуғарыуға бәйле киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында бик күп быуа, башҡа ҡоролмалар төҙөлдө. Шуны билдәләргә кәрәк: үҙгәртеп ҡороу йылдарына тиклем республикабыҙҙа мелиорация өсөн ни бары ике объект булдырылған – Өфө районындағы Сухаревка һәм Әлшәйҙәге Ыҫлаҡ һыу һаҡлағыстары. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан һуң иһә бындай ҡоролмалар күпләп һалынды: байтаҡ йылдар инде бик ҙур мохтажлыҡ кисергән төбәктәрҙә өс тиҫтә самаһы ҡатмарлы гидротехник объект төҙөлдө, реконструкцияланды һәм файҙаланыуға тапшырылды, шул иҫәп­тән һыу тирмәнле 20-ләп гидроэнергетик узел һәм мини-ГЭС сафҡа инде. Әлбиттә, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, ба­рыһы ла көндәлек тормош һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн ифрат әһәмиәтле, иҡтисади йәһәттән нигеҙләнгән. Мәҫәлән, Таналыҡ һыу һаҡлағысын төҙөгәндә яңы технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә далалағы бик күп ауылды һәм хужалыҡ ерҙәрен ҡоролоҡтан бер нисә йылға тиҙерәк ҡотҡарырға мөмкинлек асылды; Маҡандағы гидроҡоролма баҡыр-цинк мәғдәне сығарылған “Юбилей” ятҡы­лы­ғын үҙләштерә башлау ваҡытын яҡы­найтты. Туймазы ҡалаһында нефт­селәр­ҙең хатаһы арҡаһында зыян күргән 70 мең кешене эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора ине, Белорет районының Үҙән, Ҡағы, Әүжән, Тирлән ауылдарында иһә элек ағас файҙаланып эшләнгән һыу һаҡлағыс­тарҙы яңыртыу бурысы ҡалҡты...
Заманса материалдар һәм технологиялар, тупланған тәжрибә, хеҙмәт­кәр­ҙәр­ҙең квалификация кимәле “Баш­ме­лиоводхоз” идаралығына Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын уҙғарыуға әҙерлек барған ике йыл эсендә ете һыу һаҡлағыс төҙөргә мөмкинлек бирҙе! Хәй­булла, Туймазы, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Йәрмәкәй, Баймаҡ, Мәсетле, Октябрьский, Әбйәлил, Дәүләкән – ҡайҙа ғына ҡалманы уларҙың яҡты эҙе. Барыһын да лайыҡлы үтәп сыҡты Бәхетғәле Батановтың командаһы. Бер ерҙә лә эш еңел бирелмәй, сөнки һыу һаҡлағысты төҙөр алдынан да, аҙаҡ та бик күп тырышлыҡ талап ителә: проектлаусылар, энергетиктар, эксперттар, археологтар менән берлектә алдан тикшереү үткә­реүҙән башланып, әҙер объекттың тирә-яғын ипкә килтереүгә, көнкүреш өсөн шарттар тыуҙырыуға, ландшафтты тер­геҙеүгә, хатта торлаҡ йорттар, социаль биналар һалыуға тиклем. Һөҙөмтә булараҡ, тәбиғәттәге ҙур үҙгәрештәр шун­да уҡ үҙен һиҙҙертте, хатта Көньяҡ Уралда климат йомшарҙы, ауыл-ҡалаларға ҡасандыр ҡоролоҡ арҡаһында ситкә күсенергә мәжбүр булғандар кире әйләнеп ҡайта башланы. Һыу һаҡлағыс­тар хәҙер балыҡсылыҡ, йәшелсәселек кәсептәрен үҙ иткән хужалыҡтарҙы һөйөндөрә, уларҙан тыш, быуа ярҙарында меңәрләгән кеше ял итә, спорт менән шөғөлләнә. Ошо урында һуңғы йылдарҙа сафҡа индерелгән ҡоролмаларҙың иң ҙуры – “Йомағужа” һыу һаҡлағысы – тураһында ла әйтеп үтмәй булмай: күләме 0,9 кубо­кило­метрлыҡ был объект Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ халҡын һыу менән тотороҡло тәьмин итергә, шулай уҡ ауыл-ҡалаларға яҙғы ташҡын хәүефен кәметергә мөмкинлек бирә. Дөйөм алғанда, һуңғы 15 йылда Бәхетғәле Батановтың хеҙмәте менән 50-нән ашыу һыу һаҡлағыс һәм быуа, 30-ҙан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, бер нисә тиҫтә һыу һәм газ тәьминәте системаһы, канализация проектланған һәм төҙөлгән, бик күп торлаҡ, социаль бина, юл һәм энергетика хужалыҡтары объекты һалынған.
Ул һәр саҡ республика, халыҡ алдында оло яуаплылыҡ тоя. Баш­ҡорт­остандың өсөнсө һәм дүртенсе са­­ҡы­рылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булған дәүерҙә был сифаты айырыуса асыҡ сағылды. Атап әйткәндә, депутат тәбиғәтте һаҡлау, ауыл хужалығына ярҙам буйынса ҡануниәт нигеҙҙәрен булдырыуҙа, шул иҫәптән “Башҡортостан Республикаһында ерҙәр­ҙе мелиорациялау тураһында”ғы законды әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашты, республика Хөкүмәтенең Көньяҡ Уралды социаль-иҡтисади үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан программаларын эшләүгә һәм тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерҙе. Һыу мәсьә­ләһен хәл итеүҙән тыш, Бәхетғәле Батанов үҙе эшләгән тармаҡ өсөн йәш кадрҙар тәрбиәләүгә күп көс һалды, мелиорация, экология буйынса лайыҡлы белгестәр үҫтерҙе, 50-нән ашыу мәҡәлә һәм ғилми хеҙмәт яҙҙы.
Әле лә халыҡҡа хеҙмәт итеү маҡ­сатында Башҡортостан дәүләт аграр университетындағы тәбиғәт ҡоролошо, төҙөлөш һәм гидравлика кафедраһы профессоры булып эшләгән Бәхетғәле Батановты ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡаршылауы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.


Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә