Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дипломлы ҡарауылсы
Дипломлы ҡарауылсы
Элегерәк юғары белемлеләргә эш хаҡы ла ярайһы булды. Был – ныҡлы ҡанун, үҙгәрмәҫе бәхәсһеҙ һымаҡ ине. Ләкин заман башҡа хәҙер. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, дипломлы белгес булһам да, эш хаҡы ла, шәхси тормош өсөн ваҡыттың әҙ ҡалыуы ла мине ҡәнәғәтләндермәне. Шуға күрә һөнәрҙе үҙгәртергә тура килде. Йорт һалырға ваҡыт кәрәк ине. Шулай итеп, бер ай эсендә һаҡсы (охранник) һөнәрен үҙләштереп, икенсе эшкә тотондом. Иң аптыратҡаны шул булды: 30 көн эсендә алған белемгә биш йыл уҡығанына ҡарағанда күберәк түләйҙәр! Унан, юғары белем менән аҙнаһына биш көн эшләһәм, яңыһына ярашлы бер тәүлек һайын өс тәүлек ял итәм...
“Үкенәһеңме?”, “Офистағы эштән һуң бында ҡыйын түгелме?”, “Дипломың нимә эшләй инде хәҙер?” кеүегерәк һәм башҡа һорауҙар әле лә яуа. Улар гәзит уҡыусыны ла ҡыҙыҡһындырыр, шуға яуап биреп китәм. Эйе, үкенәм, тик эштән киткәнгә түгел, ә элекке эшемдәге аслы-туҡлы үткән биш йылыма, сабыйыбыҙҙың бала сағы дөйөм ятаҡта үтеүенә... Тик хәҙер ул үпкәне кемгә белдерергә? Уҡығаныма үкенмәйем, белемленең ҡәҙере бөтөүгә, бәҫе төшөүгә үкенәм. Һағынам, әлбиттә. Оҙаҡ йылдар бергә эшләп, туғандарҙай мөнәсәбәттәрҙә инек. Бер өлкәнән икенсегә күсеүе һәр кем өсөн ҡыйын. Бында күнегеп китеүгә 20 йылдан ашыу элек үткән хәрби хеҙмәт юлым ныҡ ярҙам итте. Диплом ул йәш белгес өсөн ҡәҙерле, эшкә урынлашҡанда мөһим, әлбиттә. Тормош тәжрибәһе, артабан алған белем дипломға тупланмай, ул кешенең башында ҡала.


Һулға китһәң — атыңды, уңға барһаң — башыңды...


Шул аҡсаға иҫе киткән икән, тимәгеҙ. Мин әйтәм, аҡса еткереп булһа, бер ерҙе биш урындан ҡыҫып, тырышып эшләп кенә йөрөр ҙә, йорт төҙөүгә белгестәр генә яллар инем. Әммә етмәй — ваҡыты ла, аҡсаһы ла. Ә йортто төҙөргә кәрәк! Бына шулай ҡабул ителде ҡарар: ваҡыты ла бушаны, эш хаҡы ла артты.
Был өлкәгә күсеүемә ауылдашым этәргес бирҙе (эске органдарҙа эшләп, 35 йәшендә генә пенсияға сыҡты). Ул һаҡсы эшенең рәхәтлеген алдараҡ татығайны. Үрҙә телгә алыуымса, һаҡсы булып китер алдынан махсус курс үтергә кәрәк. Магазиндарҙа, күңел асыу үҙәктәрендә, келәттәрҙә, дауаханаларҙа, банктарҙа һәм башҡа ойошмаларҙа күреп өйрәнгән һаҡсылар, баҡтиһәң, айырым бер ҡатлам икән. Элек уларҙы күргән һайын эше еңел тип уйлай торғайным. Өлкәгә үтеп инә башлағас, һаҡсы булып китеү теләгән һәр кешегә бирелмәүенә төшөн­дөм. Бында физик, психологик, рухи то­рошоңдо, киләсәккә уй-ниәттәреңде ныҡлы тикшереп алалар. Осраҡлы килеп эләккәндәр оҙаҡ эшләмәй, профессиональ һаҡсылар рәтенән тиҙ төшөп ҡала, сөнки һөнәргә ярым-хәрби мөнәсәбәт хас. Илке-һалҡылыҡ, ярым-йорто, эшкә бармаҡ араһынан ҡарау ҙа үтмәй — тикшереүҙәр аҙым һайын. Эләкһәң, тәүге тапҡыр 2–3 мең һумға эш хаҡың киҫелә, унан шелтә сәпәйҙәр (аҡса тағы киҫелә тигән һүҙ), өсөнсөгә “Беҙгә ундай кеше кәрәкмәй, һау бул!” тиерҙәрен көт тә тор. Эшкә етдилекте иңеңә һалынған бурыс, матди байлыҡ, үҙеңдең һәм эргәңдә эшләү­селәрҙең ғүмере лә өҫтәй. Ҡайһы ваҡыт ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйған өсөн яҡшы түләйҙәрҙер, тигәнерәк уй ҙа килгеләй хатта.
Курстар башланып киткәнсе, төркөмдә 20–30 кеше тупланды. Ир-ат араһында дүрт-биш ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Улар башлыса банктарҙа аҡса менән эш иткән кассирҙар ине. Баш ҡаланың “Динамо” стадионының бер остоғонда урынлашҡан булһа ла, бюджетҡа ҡарамаған уҡытыу учреждениеһының матди базаһы ярайһы уҡ бай. Уҡытыусылар тәжрибәле, кә­рәкле йыһаздар, тре­на­жер­ҙар бар, атыу тиры эшләй.
Һаҡсыларҙы ике төркөмгә бүлеп уҡы­­талар. 4-се һәм 6-сы раз­рядҡа ынтылыусы төркөмдәр бар. Айырма шун­да: тәүге­ләре атыу ҡора­лына рөхсәт ал­май. Уларҙың һәр ҡайһыһы курс өсөн 4 500 һум түләп уҡыны, 6-сы разрядҡа йөрьәт иткәндәр өсөн хаҡ – 6 500 һум. Уҡыу алдынан медицина тикшереүе үтәһең. Ул (психолог һәм наркологтың ныҡлап тикшереүен иҫәпкә алмағанда) исем өсөн генә, тиһәң дә була. Был да бушлай түгел. Бер меңдән ике меңгәсә һумың сығып китә. Шулай итеп, икенсе һөнәр алыу (икенсе юғары белем генә түгел икән) түләүле хәҙер.
Талапты тәүге көндән үк ҡаты ҡуй­ҙылар. Дәрескә йөрөмәһәң, ҡатмарлыҡ­тар булырын көт тә тор. Янғынға ҡаршы көрәш саралары, махсус медицина курсы, психология (был фәнде Өфө дәү­ләт авиация техник университеты уҡы­тыусыһы алып барҙы), махсус курс, фи­зик әҙерлек (ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры өйрәтте), граждандар оборонаһы, атыу ҡоралын өйрәнеү һәммәһенә мәртәбә өҫтәй, үҙ-үҙеңә ыша­нысыңды арттыра. Әрме хеҙмәтенән йөрөп ҡайтҡандарға айырым ҡараш: үҙҙәренә лә күпкә еңелерәк, уҡытыусылар ҙа тулы ышаныс белдерә. Дәрестәр практик күнекмәләр менән үрелеп барғас, тема еңел үҙләштерелә.
Барыбыҙ өсөн дә йылға торошло ай үтеүгә, еңелерәк һулағандай булдыҡ. Имтихандарға ентекле әҙерлек менән килгәс, үтә ҡыйынлығы һиҙелмәне. Тик иртәрәк шатланғанбыҙ икән — ауырлығы алда булған. Шәхси һаҡсының махсус кенәгәһен шунда уҡ бирмәйҙәр. Эшкә урынлашыр өсөн белешмә генә тоттор­ҙолар. Кенәгәләрҙе Мәскәүҙән алдырыу­ҙарын, ә унда бөтә илдән заказдар тупланыуын көтөүҙәрен, шунан ғына баҫтыра башлауҙарын аңлаттылар. Был тәүге ауырлыҡ ине. Әйткәндәй, танытма дүрт айҙан ғына килде.
Икенсе мәсьәлә — эшкә урынлашыу. Шәхси һаҡсыларҙы нигеҙҙә шәхси һаҡ предприятиелары ғына эшкә ала. Ун­дайҙарҙың күпселеге 10–12 мең һум эш хаҡы тәҡдим итә. Шулай ҙа тырышҡанда 18–20 мең һум түләгәндәрен табырға була. Аҙаҡтан, эшкә күнегеп киткәс, ике урында эшләү мөмкинлеге лә бар. Шулай итеп, айлыҡ эш хаҡың 20–30 мең һумға етә. Ай эсендә 10–15 тәүлек эшләп, ҡалғанын ял итеүҙе иҫәпкә алһаң, бик тә уңайлы тип әйтер инем. Шуғалыр ҙа райондарҙан килеп уҡыусылар күп. Хәҙер бит урындарҙа ла профессиональ шәхси һаҡсылар кәрәк. Район үҙәктәрен­дәге супермаркеттар, күңел асыу үҙәк­тәре, газ һәм нефть үт­­кәр­­гестәр, автозаправка стан­циялары, ҡунаҡханалар — һәммәһе махсус белемле һаҡсыға мохтаж.

Иләк аша


Шуныһын билдәләргә кәрәк: аҙмы-күпме абруйы булған шәхси һаҡ предприятиеһы эш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе ныҡлы тикшереп алырға тырыша. Медицина тикшереүен еңел генә үтермен тип барһаң, энәһенән-ебенәсә ҡарап, бөтә булған сирҙәрҙе соҡоп сығаралар. Ҡорал тотторор алдынан лицензия-рөхсәт биреү үҙәге тағы тикшерә. Психолог, нарколог, полиция, хакимиәт, ауыл Советы һымаҡ һәр урындан белешмәләр туплана. Ҡайһы бер осраҡта административ яуаплылыҡҡа тартты­рылыуың да рөхсәт бирмәүгә нигеҙ булыуы бар. Шуларҙан һуң ғына һаҡ отрядтары етәкселәре һинең менән һөйләшеүгә, килешеү төҙөүгә күсә.
Бергә курс үткән 30 кешенең яҙмышын белмәйем, әммә күрше парталарҙа ултырған һәм дуҫлашырға өлгөргәндәр араһынан өс егет кенә инкассатор була алды. Бер егет таксиға эшкә китте, элек хәрби булған тағы берәү һаҡсыға урынлаша алманы.
Мин, административ бинала, “база”ла стажировка үткәндән һуң, яғыулыҡ ҡойоу станцияларында эш башланым. Еңел бирелмәне, әлбиттә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡанға ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Тән “ҡатҡан”, рефлекстар күптән “йоҡлай”, кис ятып, иртән тороп өйрә­нелгән. Тәүҙә ҡыйын булғас, баш тартырғамы икән әллә тигәнерәк уйҙар ҙа тыуғыланы. Әммә, айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр, тигәндәй, яйлап бөтәһе лә көйләнде: тән яҙылды, төнөн йоҡламау ғәҙәткә инде, хәүефтең аҙым һайын булыуы һәр саҡ йыйнаҡ булырға булышлыҡ итә. Эш — ҡайҙа ла эш, һаҡсы икмәге лә еңел түгел.
Хәҙер шуныһы яҡшы аңлашыла: психологияға ныҡлы иғтибар бүлеүҙәре осраҡлы түгел икән. Ҡайҙа барһаң да ҡара һаҡалың артыңдан эйәреп йөрөй, тигәндәй, станция коллективы, көнө-төнө өҙлөкһөҙ ингән-сыҡҡан халыҡ, хеҙмәт­тәш­тәр, етәкселек менән уртаҡ тел таба белеүҙән тармаҡта баһаң тарала. Ниндәй заправкала нисек эшләгәнлеге кеше икенсе урынға күскәнгә тиклем үк барып ишетелә.

Операторҙы рәнйетмәгеҙ!


Эйе, рәнйетмәгеҙ, уларҙың эше былай ҙа ауыр. Көнө-төнө алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ҡатын­дарға (күпселектә улар) былай ҙа еңелдән түгел. Сменаһы буйы аҡса менән эшләй, алдынан йөҙҙәрсә кеше үтә. Шуға өҫтәп, күпселек станцияларҙа маркеттарҙы улар хеҙмәт­ләндерә, йыйыштырыу, туҙан һөртөү, тауарҙы ҡабул итеү һәм кәштәләргә теҙеү, иҙән йыуыу шул уҡ оператор иңенә төшә.
Касса алдына төрлө кеше баҫа: уҫалы ла, тел сарларға яратыусыһы ла, күңелен кемгә бушатырға белмәй интеккәне, эштән арып ҡайтып килгәне, йән асыуын кемгә ауҙарырға белмәгәне лә. Шуларҙың... һәр береһе менән эшләй белергә кәрәк. Был һаҡсынан ниңә операторға күсте әле, тип аптырамағыҙ. Бергә эшләгәс, уны айырым ҡарап булмай.

“Ғәфү итегеҙ, мин колонкамды белмәйем”


Ошо мөрәжәғәт — иң аптыратҡаны. “Тимер аты”на яғыулыҡ ҡойорға туҡтаған һәр 10-сы (һәр бишенсе булмаһа әле) шулай тип аптырата. Нисек инде ул, автомобилде заправкалау станцияһына индереп туҡтатҡас, пистолетын бакка ҡуйғас, ниндәй колонка икәнен белмәүең ихтимал?! Бәғзеләр “мин ниндәй колонкаға туҡтағанымды ҡараманым” ти. Ә кем ҡарарға тейеш икән?
Иғтибарһыҙлыҡ та етерлек. Колонка­ларҙы бутап, икенсе автомобилдең багына яғыулыҡ ҡойоусылар аҙым һайын. Бындай осраҡтарҙың һуңында бахыр оператор ғәйепле булып ҡала.
Көлкөлө хәлдәр ҙә байтаҡ. Шуларҙың бер нисәүһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм:




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872