Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ир бәхете — ғаилә менән эштән”
“Ир бәхете —  ғаилә менән эштән”
Ғәҙел кеше ул беҙҙең Ғәҙелшин, ти уны белгәндәр. Ҡалай исеменә есеме тура килеп тора, тип йөпләй башҡалары. Ысынлап та, кешене бит бер күреүҙә, бер һөйләшеп ултырыуҙа уҡ белеп була. Ҡайһыһын ғына ул оҙон-оҙаҡ аралашып та аңлай алмайһың. Зәки Фәрит улы тәүгеләренә инә: алсаҡ, күңеле асыҡ, бер кемдән дә ҡурҡмайынса үҙ фекерен әйтә ала. Һуңғы сифаты уға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҡаршылыҡтарҙы вата-емерә алға барырға ярҙам итһә, ҡайһы саҡ инде кемгәлер ярап та бөтмәй. Хәйер, уныһы мөһим түгел, кем әйтмешләй, гелән үҙе булып ҡалыуы мең артыҡ.


Белһә ине икән Ғәҙелша ҡарт тамыры тәрән­дән һут алғанын, күрһә ине тоҡомо ырыҫлы булып, бөгөн тормош дилбегәһен ышаныслы тотҡанын. Өс бер туған — Ғәҙелша, Ҡәҙерша, Батырша — шәжәрә ағасын ҡоротмайынса, Ҡар­лыман ауылының Ғәҙелшин, Батыршин фамилияларын башлап ебәргән. Ҡырмыҫҡалы районында ғына түгел, бар республикаға таралып, алда әйткәнемсә, һынатмайынса донъя көтәләр. Электән дә шулай булған. Мәҫәлән, ғүмер буйы мөғәллимлек иткән Фәйзрахман Ғәҙелшин — райондың иң тәүге Ленин ордены кавалеры. Үҙе эшләгән дәүерҙә Һаҡай ауылын­да өс мәктәп һалдырған. Зәкиҙең атаһы Фәрит ағай төҙөлөш эшендә һыр бирмәгән. Ҡатыны Фәриҙә Йосоп ҡыҙы менән һигеҙ бала тәрбиә­ләп үҫтергәндәр. Әйткәндәй, улдары Нур, Мадъяр, Зәки, Фәнүр, Фирғәт, Илһам, ҡыҙҙары Фәнилә, Әлфиә, уҡып, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Малайҙар ир ҡорона инә бара, төҙөлөш эшенә ылыға тора...
Сабый сағынан уҡ кешенең исеме ғүмер юлын билдәләй, тиҙәр. Зәкигә исемде атаһы­ның иң оло ағаһы хөрмәтенә ҡушҡандар. Һуғыш сыҡҡанда РТС-та эшләгән булған ул. Механизаторҙарға, техника йүнәтеүселәргә “бронь” бирһәләр ҙә, типһә тимер өҙөрлөк ир тылда ҡалыуҙы хуп күрмәй, үҙе теләп алышҡа китә. Батырлыҡтар күрһәтеп, Смоленск ҡырын­да ятып ҡала. Шуға ла Зәки Фәрит улы бәлә­кәйҙән исеменең ни өсөн ҡушылғанын белеп үҫә. Бабаһы өсөн дә йәшәргә, эшләргә кәрәк­леген аңлай: тырышып уҡый, атаһы, ағала­рынан төҙөлөш серҙәренә өйрәнә. Уҡыу ти­гәндән, Ҡарлыман ауылында башланғыс белем алғас, уны Ишембай мәктәп-интернатына бирәләр. Урта белем аттестаты менән тәүҙә институтҡа юллана. Ауыл балаһы бит — агроном булғыһы килә. Ләкин ул саҡта юғары уҡыу йортона инер өсөн өс йыл колхозда эш­ләргә кәрәк була, шуға ла Дыуан ауыл хужалығы техникумына юллана. Уҡыуы Чехос­ло­вакияла Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә өҙөлөп тора. Айырым разведка батальонында өлкән разведчик булып хеҙмәт итә Зәки Фәрит улы.
Техникумды уңышлы тамамлағас, ауыл ху­жа­лығы институтының зооинженерия факультетына инә. Бер юлы туған колхозында эш тә башлай. Һуңынан Дыуан районына саҡыралар, шунда тәжрибә туплағас, Ҡырмыҫҡалының ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник вазифаһын башҡара. Партия заманы бит, ҡай­ҙа тәғәйенләһәләр, шунда китә. Ленин исемен­дәге колхозды етәкләгән осорҙа төҙөлөш менән ныҡлап шөғөлләнә.
— Бәләкәйҙән үк төҙөлөш эшен яраттым. Шуға ла, рәйес булғас, колхозда ошо тармаҡҡа иғтибарҙы арттырҙыҡ, — ти Зәки Фәрит улы. — Башҡорттоҡо менән бергә сыуаш ауылдары ла байтаҡ ине. Ә улар эшкә бик тырыш, дәррәү. Шулай итеп, колхозды танымаҫлыҡ итеп үҙ­гәрт­тек. Хатта, төҙөлөш өсөн материал булма­ғас, кирбес заводы төҙөнөк, газ селтәрҙәре үткәрҙек...
Ни генә тимә, эшкә һәләт тә, таһыллыҡ, тәүәк­кәллек, етәкселек итеү сифаттары ла нәҫелдән, ҡандан килә. Әсәһе Фәриҙә яҡлап олатаһы Йосоп Ишемғолов заманында бик уҡымышлы кеше булған — ете телдә һөй­ләшкән. Бөтә тирә-яҡтан килеп кәңәш һора­ғандар. Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышҡан саҡта ла ауылдары Алайғырҙа ҡан ҡойҙормаған, гелән “алтын” урталыҡ тапҡан. Күлләр волосында тәүҙә рәйес урынбаҫары, аҙаҡ үҙе хужа була, колхоз ойошторолғас, унда ла етәкселек итә. Һуғышта дүрт улын юғалта...
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын, тиҙәр. Зәки ағайҙың хәләл ефете Рәмзиә апай был йәһәттән – ныҡлы терәк, ғаилә усағын һүндермәүсе. Кем уйлаһын инде Дыуанда уҡып йөрөгәндә поезда танышҡан сибәр ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләрен. “Сүлиә” станция­һында төшөп ҡалып, автобус көткәндә ныҡлап танышалар. Һуңынан инде армиянан көтөп алыу, уҡып бөтөү, Тәтешле районының Аҡ­сәйет ауылы ҡыҙын атай тупһаһы аша атлатыу... Әле генә һымаҡ, ә күпме ғүмер уҙған: хәҙер улдары Рөстәм менән килендәре Әлфиә үҙҙәре Денис, Данис исемле малайҙар үҫтерә, ҡыҙҙары Ләйсән менән кейәүҙәре Илдар Данирҙы буй еткерә...
Бөгөн Зәки Ғәҙелшин “Каскад” төҙөлөш предприятиеһын етәкләй.
— Төп маҡсат — халыҡты эш менән тәьмин итеү. Шул уҡ ваҡытта кадрҙар етмәй. Мәҫәлән, төҙөлөштө алайыҡ. Ташсылар, бетонсылар, арматурасылар, штукатур-малярҙар аҙ. Үҙебеҙҙә ты­уып үҫкән кадрҙарҙы әҙерләү мөһим. Бы­ларҙы ойошторорға ғына кәрәк. Район кимә­лендә күп эш башҡарып була, — ти Зәки Фәрит улы. — Тик, өҫкә яуаплылыҡ алып, эште баш­лар­ға ғына кәрәк. Мин үҙем, ойошма етәксеһе булараҡ, шуны беләм: иң тәүҙә эшселәргә хеҙмәт хаҡы биреү, көнкүрештәрен яҡшыртыу шарт. Шунда ғына улар һине хөрмәт итәсәк, тырышасаҡ. Эшләгән кеше бер ҡасан да юғалмай. Юҡҡа ғына “Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә” тимәгәндәр. Эш юҡлыҡтан халыҡ төшөн­көлөккә бирелә. Был бер түрәнең генә бурысы түгел, ә бөтә халыҡтыҡы, республика, ил етәкселегенеке. Ил ҡеүәте, дәүләттең киләсәге йәштәрҙе үҫтереүгә бәйләнгән. Халыҡ беҙҙә тырыш, аңлы. Тик аҙ ғына иғтибар биреү кәрәк.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә