Ғәҙел кеше ул беҙҙең Ғәҙелшин, ти уны белгәндәр. Ҡалай исеменә есеме тура килеп тора, тип йөпләй башҡалары. Ысынлап та, кешене бит бер күреүҙә, бер һөйләшеп ултырыуҙа уҡ белеп була. Ҡайһыһын ғына ул оҙон-оҙаҡ аралашып та аңлай алмайһың. Зәки Фәрит улы тәүгеләренә инә: алсаҡ, күңеле асыҡ, бер кемдән дә ҡурҡмайынса үҙ фекерен әйтә ала. Һуңғы сифаты уға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҡаршылыҡтарҙы вата-емерә алға барырға ярҙам итһә, ҡайһы саҡ инде кемгәлер ярап та бөтмәй. Хәйер, уныһы мөһим түгел, кем әйтмешләй, гелән үҙе булып ҡалыуы мең артыҡ.
Белһә ине икән Ғәҙелша ҡарт тамыры тәрәндән һут алғанын, күрһә ине тоҡомо ырыҫлы булып, бөгөн тормош дилбегәһен ышаныслы тотҡанын. Өс бер туған — Ғәҙелша, Ҡәҙерша, Батырша — шәжәрә ағасын ҡоротмайынса, Ҡарлыман ауылының Ғәҙелшин, Батыршин фамилияларын башлап ебәргән. Ҡырмыҫҡалы районында ғына түгел, бар республикаға таралып, алда әйткәнемсә, һынатмайынса донъя көтәләр. Электән дә шулай булған. Мәҫәлән, ғүмер буйы мөғәллимлек иткән Фәйзрахман Ғәҙелшин — райондың иң тәүге Ленин ордены кавалеры. Үҙе эшләгән дәүерҙә Һаҡай ауылында өс мәктәп һалдырған. Зәкиҙең атаһы Фәрит ағай төҙөлөш эшендә һыр бирмәгән. Ҡатыны Фәриҙә Йосоп ҡыҙы менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әйткәндәй, улдары Нур, Мадъяр, Зәки, Фәнүр, Фирғәт, Илһам, ҡыҙҙары Фәнилә, Әлфиә, уҡып, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Малайҙар ир ҡорона инә бара, төҙөлөш эшенә ылыға тора...
Сабый сағынан уҡ кешенең исеме ғүмер юлын билдәләй, тиҙәр. Зәкигә исемде атаһының иң оло ағаһы хөрмәтенә ҡушҡандар. Һуғыш сыҡҡанда РТС-та эшләгән булған ул. Механизаторҙарға, техника йүнәтеүселәргә “бронь” бирһәләр ҙә, типһә тимер өҙөрлөк ир тылда ҡалыуҙы хуп күрмәй, үҙе теләп алышҡа китә. Батырлыҡтар күрһәтеп, Смоленск ҡырында ятып ҡала. Шуға ла Зәки Фәрит улы бәләкәйҙән исеменең ни өсөн ҡушылғанын белеп үҫә. Бабаһы өсөн дә йәшәргә, эшләргә кәрәклеген аңлай: тырышып уҡый, атаһы, ағаларынан төҙөлөш серҙәренә өйрәнә. Уҡыу тигәндән, Ҡарлыман ауылында башланғыс белем алғас, уны Ишембай мәктәп-интернатына бирәләр. Урта белем аттестаты менән тәүҙә институтҡа юллана. Ауыл балаһы бит — агроном булғыһы килә. Ләкин ул саҡта юғары уҡыу йортона инер өсөн өс йыл колхозда эшләргә кәрәк була, шуға ла Дыуан ауыл хужалығы техникумына юллана. Уҡыуы Чехословакияла Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә өҙөлөп тора. Айырым разведка батальонында өлкән разведчик булып хеҙмәт итә Зәки Фәрит улы.
Техникумды уңышлы тамамлағас, ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетына инә. Бер юлы туған колхозында эш тә башлай. Һуңынан Дыуан районына саҡыралар, шунда тәжрибә туплағас, Ҡырмыҫҡалының ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник вазифаһын башҡара. Партия заманы бит, ҡайҙа тәғәйенләһәләр, шунда китә. Ленин исемендәге колхозды етәкләгән осорҙа төҙөлөш менән ныҡлап шөғөлләнә.
— Бәләкәйҙән үк төҙөлөш эшен яраттым. Шуға ла, рәйес булғас, колхозда ошо тармаҡҡа иғтибарҙы арттырҙыҡ, — ти Зәки Фәрит улы. — Башҡорттоҡо менән бергә сыуаш ауылдары ла байтаҡ ине. Ә улар эшкә бик тырыш, дәррәү. Шулай итеп, колхозды танымаҫлыҡ итеп үҙгәрттек. Хатта, төҙөлөш өсөн материал булмағас, кирбес заводы төҙөнөк, газ селтәрҙәре үткәрҙек...
Ни генә тимә, эшкә һәләт тә, таһыллыҡ, тәүәккәллек, етәкселек итеү сифаттары ла нәҫелдән, ҡандан килә. Әсәһе Фәриҙә яҡлап олатаһы Йосоп Ишемғолов заманында бик уҡымышлы кеше булған — ете телдә һөйләшкән. Бөтә тирә-яҡтан килеп кәңәш һорағандар. Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышҡан саҡта ла ауылдары Алайғырҙа ҡан ҡойҙормаған, гелән “алтын” урталыҡ тапҡан. Күлләр волосында тәүҙә рәйес урынбаҫары, аҙаҡ үҙе хужа була, колхоз ойошторолғас, унда ла етәкселек итә. Һуғышта дүрт улын юғалта...
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын, тиҙәр. Зәки ағайҙың хәләл ефете Рәмзиә апай был йәһәттән – ныҡлы терәк, ғаилә усағын һүндермәүсе. Кем уйлаһын инде Дыуанда уҡып йөрөгәндә поезда танышҡан сибәр ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләрен. “Сүлиә” станцияһында төшөп ҡалып, автобус көткәндә ныҡлап танышалар. Һуңынан инде армиянан көтөп алыу, уҡып бөтөү, Тәтешле районының Аҡсәйет ауылы ҡыҙын атай тупһаһы аша атлатыу... Әле генә һымаҡ, ә күпме ғүмер уҙған: хәҙер улдары Рөстәм менән килендәре Әлфиә үҙҙәре Денис, Данис исемле малайҙар үҫтерә, ҡыҙҙары Ләйсән менән кейәүҙәре Илдар Данирҙы буй еткерә...
Бөгөн Зәки Ғәҙелшин “Каскад” төҙөлөш предприятиеһын етәкләй.
— Төп маҡсат — халыҡты эш менән тәьмин итеү. Шул уҡ ваҡытта кадрҙар етмәй. Мәҫәлән, төҙөлөштө алайыҡ. Ташсылар, бетонсылар, арматурасылар, штукатур-малярҙар аҙ. Үҙебеҙҙә тыуып үҫкән кадрҙарҙы әҙерләү мөһим. Быларҙы ойошторорға ғына кәрәк. Район кимәлендә күп эш башҡарып була, — ти Зәки Фәрит улы. — Тик, өҫкә яуаплылыҡ алып, эште башларға ғына кәрәк. Мин үҙем, ойошма етәксеһе булараҡ, шуны беләм: иң тәүҙә эшселәргә хеҙмәт хаҡы биреү, көнкүрештәрен яҡшыртыу шарт. Шунда ғына улар һине хөрмәт итәсәк, тырышасаҡ. Эшләгән кеше бер ҡасан да юғалмай. Юҡҡа ғына “Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә” тимәгәндәр. Эш юҡлыҡтан халыҡ төшөнкөлөккә бирелә. Был бер түрәнең генә бурысы түгел, ә бөтә халыҡтыҡы, республика, ил етәкселегенеке. Ил ҡеүәте, дәүләттең киләсәге йәштәрҙе үҫтереүгә бәйләнгән. Халыҡ беҙҙә тырыш, аңлы. Тик аҙ ғына иғтибар биреү кәрәк.