Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заманса ғаилә мөнәсәбәттәре
Хосуси милек быуындар бәйләнешен ҡырҡа өҙҙө: шәхси мөлкәткә хужа булып, балаһын ситкә ебәргән өлкәндәр менән бергә, йәштәрҙе йәлләп, үҙ йортонан сығып киткән, йәшәр урынһыҙ ҡалған ата-әсәнең хәле лә — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Һәр кеше лә балаһына фатир өсөн миллионлаған һум аҡса тоттора алмай. Күптәр кредит түләп көн күрә. Бәлки, шуғалыр ҙа йәштәр хәҙер бик һуң ғаилә ҡора, өйләнешкәс тә бала табып үҫтерергә уйламай, әйтерһең дә, мең йыл йәшәргә донъяға килгәндәр.
Заман үтә ҡатмарлы, донъя көтөү ауыр, ғаиләне ҡарау ирҙәргә күтәрә алмаҫлыҡ йөккә әүерелде. Ғаиләле кешене һанламау һиҙелә, киреһенсә, яңғыҙаҡтарҙы дәүләт эшенә, халыҡ суды присяжныйҙарына, депутатлыҡҡа күтәрә башланыҡ, яуаплы вазифаларға ултырттыҡ, үҙҙәре ғаилә йөгөн тартмағандарға ошо мөһим, сетерекле мәсьәләгә тығылырға мөмкинлек астыҡ. Әле лә яңғыҙаҡтарҙы эшкә алырға тырышабыҙ, йәштәрҙең декрет ялына китеүенән ҡурҡабыҙ. “Ғаилә — шәхси мәсьәлә, уға бер кешенең дә ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ!” тигән уйҙырмаға ышанып йәшәнек. Әле лә ул ете ҡат йоҙаҡ артында ҡала килә. Ғалимдарҙың билдәләүенсә, ғаиләләрҙең 60 проценты аҙ килем менән көн күрә. Тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, туҡланыуға киткән сығымы 30-40 проценттан артҡан ғаилә ярлы иҫәпләнә. Ә беҙҙә күптәрҙең был сығымы 80 проценттан да аша. Бик хәүефле хәл. Стипендия, пенсия, өҫтәмә эш хаҡы ауыл кешеһе өсөн ниндәйҙер кимәлдә мөһим роль уйнаһа ла, ҙур ҡалаларҙа уның бәҫе ныҡ төшә. Аҡса өҫтәлер-өҫтәлмәҫтән, магазиндарҙа хаҡ арта башлай. Күп балалыларҙың хәле еңел түгел, фәҡирлек сигендә йәшәгәндәр ҙә бихисап.
Беҙҙең йәмғиәт ағзалары ауылдарҙа йөрөп, ауыр хәлдә ҡалғандарға даими ярҙам ҡулы һуҙа: аҡса, кейем-һалым йыйып тапшыра. Ҙур ҡалаларҙағы ғаиләләр иркенерәк йәшәй, унда эш табыуы ла еңел, уртаса эш хаҡы 18 мең һум тирәһе тип иҫәпләйҙәр. Әммә бала һанын, ҡатындың оҙайлы ялда булыуын иҫәпкә алмайҙар. Шулай уҡ балаларҙың енесе, йәше, һаулығы, кешенең ғаиләле йәки буйҙаҡ булыуы, эшкә яраҡлы-яраҡһыҙлығы иғтибарҙан ситтә ҡала. Тәмәке тартыу, наркомания кеүек кеше һаулығына зыян килтереп кенә ҡалмай, йәш ғүмерҙе өҙә торған күренештәргә ҡаршы ла көрәшә беҙҙең йәмғиәт ағзалары. Нарколог Рәмилә Әбделғужинаның сығыштарын радио, “зәңгәр экран” аша ишеткәнегеҙ ҙә, күргәнегеҙ ҙә барҙыр.
Яҡшылыҡтың да, яманлыҡтың да ғаиләнән башланыуына инанырға ваҡыт. Дәүләттең йәшәйеше лә, ҡеүәте лә уның сәләмәт, етеш тормошона бәйле бит. Һаулыҡ һаҡлау органдары һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә бурыслы ойошмаларҙың демография проблемаларына етди иғтибар бирмәүе арҡаһында тыуым кәмене, бала табыу йорттары, ясле һәм баҡсалар, һуңынан мәктәптәр ябылды, ауылдар юҡҡа сыҡты. Минең ейәнсәремә лә балалар баҡсаһына сират уға биш йәш тулғанда ғына килеп етәсәк. Дәүләттең алдағы йылдарҙа балаларҙы баҡса менән тәьмин итеп бөтөрөргә йыйыныуы күңелдә яҡты өмөттәр уята, әлбиттә. Йәмәғәтселек ойошмалары ла никах һәм ғаилә институтын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Тикше­ренеүҙәрҙән күренеүенсә, беҙҙең илдең бөгөнгө сабыйҙары 50 йәшкә етеп, үҙҙәре ике-өс бала тәрбиәләгәндә генә 70 миллион халыҡты юғалтмай һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙең бер проценттан да кәмерәк тәшкил итеүе аяныслы.
Уртаса эш хаҡы 15-18 мең булғанда ла йәш ғаилә хаҡы 4 миллион һумға яҡын торған ике бүлмәле фатирҙы хатта кредитҡа ла ала алмай. Статистика репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙ кәмендә ике-өс бала тапҡан осраҡта ғына демографик көрсөктән сығыу мөмкинлеген билдәләй, сөнки бер балалы ғаиләләрҙең күбәйеүе менән һәр 25 йыл һайын халыҡ һаны ике тапҡырға аҙая бара икән. Халыҡтың кәмеүе илдең юҡҡа сығыуына һәм бәләкәй киҫәктәргә ярғыланыуына килтерә. Ә башҡорт кеүек аҙ һанлы милләттәрҙең хәле ҡороған диңгеҙ эсендәге микроэлементтыҡы менән бер. Совет заманында ғаилә балаһын үҙе тәрбиәләне, үҫтерҙе, кәрәк саҡта йәмәғәтселек көсөнә таянды. Үҙе — коллектив ойошма, үҙе — театр, үҙе дауахана булды тиһәк тә ярай. Бер ғаилә — уҡытыусы, икенсеһе — тимерсе, өсөнсөһө башҡа һөнәр йолаһын һаҡланы. Табиптар, механизаторҙар, ғалимдар династиялары үҫеп сыҡты. Хәҙер ҙә шул нигеҙҙә балаларын тәрбиәләгән, үҙҙәренең бәләкәй бизнесын асҡан ғаиләләр бар.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы ағзалары район-ҡалаларҙа үткәргән мәҙәни сараларҙа тап шундай уңғандарҙы күрһәтергә тырыша. Иҡтисади яҡтан тотороҡло илдәрҙә ғаилә бизнесы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың яртыһынан күберәк өлөшөн тәшкил итеүе билдәле. Рәсәйҙә был өлкә үҫешмәгәс, күптәр ялланып эшләй. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа арналған осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, һөнәри ярыштар уҙғарҙыҡ. Был башланғысты урындағы хужалар, бизнес өлкәһендә эшләгән кешеләр ҙә күтәреп алһа, бик яҡшы булыр ине.
Ғаилә юҡ икән — йәмғиәт тә, дәүләт тә юҡ. Никахтарҙың тарҡалыуы уны нығытыу хаҡында хәстәрлек күреүҙе талап итә. Минеңсә, көрсөктән сығыу юлы бер генә: бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәгә аҡса түләү — иң файҙалы һәм отошло сара. Әсәлек капиталының этик яғы хаҡында бәхәсләшеп, уны кире ҡағырға маташһаҡ та, асылы бер: бала һаны күҙгә күренеп арта. Аҡса ғаилә өсөн бик мөһим, әлбиттә, әммә тәү сиратта уға хөрмәт тә, иғтибар ҙа булырға тейеш. Ҡәбилә-ырыуҙарҙы юллап, шәжәрә байрамдарын үткәреү, тарихи аңыбыҙҙы яңыртыуҙан тыш, ғаилә йолаларын иҫкә алыу ҙа ул.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаларын борсоған тағы бер мәсьәлә — белем биреү. Баланы ашатып, кейендереп урамға сығарып ебәреүҙән генә тормай тәрбиә. Атайым мине алдына ултыртып ала ла: “Уҡы, балам, уҡыған кеше башҡа төрлө була ул. Белемле кеше менән үҫергә, тормош ауырлыҡтарынан юғары булырға мөмкин. Уның менән һөйләшеп ултырыу — үҙе бер ғүмер”, — ти торғайны. Атайымдың белемлелеге, рухи ныҡлығы миңә һәр ваҡыт маяҡ булды. Атай-әсәй балаһын 18 йәшкә тиклем өй араһында йомошсо итеп кенә үҫтерһә, һөҙөмтәһе лә шундай ғына була инде.
“Башҡорт мәктәбе бер бөгөн барлыҡҡа килмәгән, уның тамырҙары мәктәп һәм мәҙрәсәләргә барып тоташа”, — тип һөйләгәйне профессор Лена Шәһиҙулла ҡыҙы Сөләймәнова. Әйтергә кәрәк, уның башҡорт мәктәптәренең барлыҡҡа килеүен һәм үҫеш тарихын өйрәнгән ғилми китаптары бик күп. 1913 йылда уҡ милли мәктәптәр мәсьәләһе Халыҡ мәғарифының Беренсе съезы трибунаһына күтәрелгән. Хәҙер башҡорт мәктәбен үҙгәртеп ҡороу заманында ғына килеп сығып, уны көсләп тағылған һымаҡ күреүселәр бар. Ата-әсәләрҙең күбеһе башҡорт теленә дәүләт статусы бирелеүенә таянып, мәктәптә башҡортса уҡытыуҙы һорап директор исеменә ғариза яҙырға кәрәклеген дә белмәй. Хәҙерге заманда теләгеңде ҡағыҙ менән нығытмаһаң, төрлө сәбәп табып башҡорт кластарын ҡыҫҡартырға торалар. Аҙ һанлы кластарға иғтибар ҙа етешмәй, аҡса ла аҙ түләнә. Атай-әсәйҙең законда ҡаралған хоҡуҡтарынан файҙалана белмәүе күҙгә ташлана. Беҙҙең балаларыбыҙ телде өйҙә һөйләшер өсөн генә өйрәнмәй бит, менталитетын, үҙаңын формалаштырыу, мәҙәниәтен, тарихын белеү, фекер алышыу, башҡа милләттәр араһында тиң йәшәү теләге менән яна.
Лена Шәһиҙулла ҡыҙы йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү буйынса ла бик күп файҙалы эш башҡара. Былтыр ул, “Рәсәй радиоһы” һәм Ветерандар советы инициативаһын күтәреп алып, йәштәр араһында Шайморатов генералға (үлгәндән һуң) Советтар Союзы Геройы исемен юллау акцияһында ҡатнашты һәм 400 имза йыйып тапшырҙы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең III съезы ҡарарҙарында сәсәнлекте үҫтереүгә махсус иғтибар бүленде. “Сәсәндәрем, килегеҙ!” конкурсы йылдан-йыл киңәйә. Идара ағзалары Сәлиә Мырҙабаева һәм Тамара Танһыҡҡужина етәкселегендә ойошторолған “Шашка ярҙамында мәсьәлә сисеү” кеүек өр-яңы уйындар, шағирә Тамара Юлдашеваның үҫмерҙәр өсөн иғлан иткән Ф. Рә­химғолова исемендәге ижади конкурсы йыл һайын үткәрелә. Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһында “Башҡорт теле көнө” лә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән ойошторолдо.
Мәҙәниәттең шәхес интеллектын, милли аңды үҫтергән көс, баланы ғаилә һәм мәктәптән тыш тәрбиәләүҙә иң ҡулай сара икәнен онотмайыҡ. Балаларға үҙебеҙҙән бейек осор ҡанат ҡуяйыҡ, милләттәштәр!

Миңниса БАҺУМАНОВА,
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872