Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Арҡа терәр ағайым бар
Арҡа терәр ағайым бар
Һәр кемдең таяныр таянысы, ауырлыҡтарҙа арҡа терәр кешеһе булһа, тормош ҡыйынлыҡтары кесерәйеп ҡалғандай тойола һәм ваҡыт үтеү менән бөтөнләйгә юйыла.


Яҡты донъяға килеп, биш туғаным ара­һында ҡайнап үҫкән бала сағым хәтирәләре һис онотолмай. Атай-әсә­йемдең хәстәр­лекле мөнәсәбәтен­дә, ҡайнар һөйөүендә, татыу ғаилә ҡоса­ғында буй еткереүем, ту­ғанда­рым­дың күңел йылыһын, рухи һәм матди ярҙам­дарын тойоп, татып йәшәүем менән бәхетлемен. Донъяла һине аңлаған, ауыр мәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған яҡындарың булыуы ҡай­һылай һәй­бәт икән. Ауыр заман тип тормай, ишле һәм татыу балалар үҫтергәндәре өсөн рәхмәт инде атай-әсәйебеҙгә!
Алты бала, алты төрлө яҙмыш… Бары­быҙҙы берләштергән, изгелек орлоҡтарын сәскән йылы оябыҙ – атай-әсәйебеҙ йорто. Ике ағайлы, апайлы, һеңлеле һәм ҡустылы булып үҫеү бәхете тейҙе миңә.
Бөгөн мин уларҙың тик берәүһе – өлкән ағайыбыҙ тураһында һөйләмәк­семен.
Мин иҫ белә башлағанда, Мөҙәрис аға­йым егет ҡорона етеп килгән үҫмер ине. Баш бала булғанғамы, әллә артынан үксә­һенә баҫып үҫеп килгән эреле-ваҡлы биш туғанын тәрбиәләшеүгә шул тиклем яуаплы ҡарағанғамы, ағайым ҡыҙ бала кеүек ипле, хәстәрлекле, изге бер йән булды. Уның: ”Инәй, бына иркәләремә тип алдым әле”, – тип үлсәмен тап килтереп, кейем-һалым һатып алыуы ла, байрам етһә: ”Әйҙә, туға­ным, тамашаға барайыҡ”, – тип етәкләп алып китеүҙәре лә хәҙер ҡыҙыҡ тойола.
Хәтеремдә, ағайыма — 15, ә миңә биш йәштәр самаһы булғандыр, бер ялға ҡайт­ҡанда мине етәкләп клубҡа алып китте. Ауыл ерендә мәҙәниәт йорто бар халыҡтың күңел асыу усағы бит инде. Ярты юлда ағайым­дың класташ ҡыҙҙары осраны. Кө­лөшә-көлөшә оҙаҡ ҡына нимәлер хаҡын­да һөй­ләш­кән булдылар. Мин арып киткән­мен­дер инде, көйһөҙләнә башланым. Аға­йым һис тә асыуланманы: “Иркәм, хәҙер барып етәбеҙ, илама”, – тип йыуатҡаны иҫтә.
Шул саҡтарҙы иҫкә төшөрһәм, ҡайһы бер ҡылыҡтарым өсөн оялып китәм. Ун биш йәшлек ағайыңа тағылып йөрө­сәле! Етмәһә, мыжып йәненә тей. Ялға ҡайтҡан мәлендә уның дуҫтары, ҡыҙҙар менән аралашҡыһы килмәгән тиһеңме ни? Беҙҙе өйҙә ҡараш­ҡаны етмәгән, артынан эйәреп сыҡҡанмын бит әле.
Фәрбизә һеңлем менән Фәнис ҡус­тым да, өл­кән ағайым һымаҡ, тыныс холоҡло булды. Ә беҙ, Нурзидә апайым, Радис ағайым һәм мин, ултырып сыҙамайбыҙ, зыҡ ҡубабыҙ. Тауышлан­һаҡ, әсәйебеҙ: “Өсөгөҙ ун балаға торошло, Фәнис менән Фәрбизә­нән үрнәк алығыҙ. Бәләкәй булһалар ҙа ниндәй татыуҙар, юҡҡа-барға соролдаш­май­ҙар. Мөҙәрис ағайығыҙға ҡарағыҙ, ҡыҙ балаларға биргеһеҙ”, – тип беҙҙе шелтәләй торғайны.
Ысынлап та, ағайыбыҙ өлгө алыр­лыҡ ине шул. Бер кемде лә, хатта яңылыш ҡына булһа ла, ҡыйыр­һыт­маны…
Салауат районының йырҙарҙа йыр­ланған данлы, боронғо Лағыр ауылын­да донъяға килгән ағайым. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуған быуын була­раҡ, эшкә сос, түҙемле, уҡыу ҡәҙерен белгән бала булып үҫте ул. Үҙебеҙҙең ауылда урта мәктәп булмағанлыҡтан, аттестат алыу өсөн уҡыу­сылар 18-20 саҡрым ситтә ятҡан Нәси­баш ауылындағы мәктәптә уҡыуҙарын дауам итергә мәжбүр ине. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ағайым Йоматау техникумында бухгалтер-иҡтисад­сы һөнәрен үҙләштерҙе.
Ир-егеттең мөҡәддәс бурысы — илде һаҡлау. Ағайыма һалдат бутҡа­һын Венгрияла татырға тура килә. Хеҙ­мәттән ҡайт­ҡас, йәш белгесте Ҡыйғы районының Йү­кәлекүл ауылына эшкә ебәрәләр. Күп тә үтмәй, уны ошо райондың партия комитетына инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙаҡ Мөҙәрис Рәсүл улы Кәримов Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе етәксеһе булып китә. Тынғы­һыҙ эш менән бер рәттән, юғары белем алырға ла өлгөрә, ситтән тороп Мәскәү­ҙәге Ауыл хужалығы институтының финанс бүлеген тамамлай. Эшенә үтә яуаплы ҡараған ағайымды Ҡыйғы районының иң ҙур хужа­лыҡтарының береһенә — Ленин исемендә­ге колхозға — рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙ ғына ваҡыт арауығында колхозды ал­дын­ғы­лар рәтенә сығарғаны өсөн йәш белгес “Почет Билдәһе” ордены менән бүләк­ләнә.
Ағайыбыҙҙы һуңынан Свердловск (хә­ҙерге Екатеринбург) ҡалаһындағы Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр, уны тамамлағас, партия Өлкә комитетында эшкә ҡалдыралар.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән­дәй, фиҙакәр хеҙмәте менән Мөҙә­рис Рәсүл улы бейеклек артынан бейеклек яулай: күп йылдар Рәсәй Һаҡ­лыҡ банкының Башҡорт­остан буйынса етәксеһе, Милли банктың бүлек мөдире кеүек юғары вазифаларҙы ҙур яуаплылыҡ менән үтәп, Башҡортостан­дың иҡтисад өлкәһендә эҙмә-эҙлекле, мөһим эштәр башҡара. Ҡайҙа ғына бул­маһын, халыҡ араһында йөҙө яҡты, күңеле шат, эше ырамлы уның. Хөкү­мәтебеҙ тарафынан хеҙмәте юғары баһаланды. Ағайым­дың күкрәген ор­ден-миҙалдар ғына би­ҙә­мәй, күптән түгел уға “Башҡортос­тан­дың атҡаҙан­ған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исем дә бирелде.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тигәндәй, Мөҙәрис ағайым бар яҡлап та һәләтле. Йөрәктәрҙе елкендереп, өҙә баҫып бейеһенме, арымай-талмай саңғыла йө­рөһөн­мө, волейбол йәки шахмат уйнаһын­мы, үҙ ҡулдары менән йорт төҙөһөнмө — барыһына ла өлгөр ул. Ғаиләһе менән дә бәхетле ағайым: Рида еңгәбеҙ менән ике ҡыҙ үҫтереп, уларға юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөн ул – дүрт ейән-ейәнсәргә хөрмәт­ле олатай ҙа.
Барыбыҙ өсөн дә өлгө булып торған, ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡар­шылаған хөрмәтле ағайыма артабан да ныҡлы һау­лыҡ, ғаилә бәхете, эшендә уңыштар юлдаш булһын.
Рүзидә ҮТӘШЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды 10.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды...

Тотош уҡырға 5

2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар
Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ

Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ 08.10.2026 // Йәмғиәт

9 октябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк....

Тотош уҡырға 6

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны 06.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың ......

Тотош уҡырға 6

Республикала көндәр йылына

Республикала көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 8

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай 05.10.2026 // Йәмғиәт

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә ......

Тотош уҡырға 7

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы 05.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы...

Тотош уҡырға 8

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...

Тотош уҡырға 9

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй 05.10.2026 // Йәмғиәт

Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән....

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә