Республика районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт
Республика районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...
Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән.

«Беҙ үҙебеҙҙең династия менән ғорурланабыҙ. Балаларыбыҙ беҙҙең юлдан бара. Беҙҙең династия 643 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған», – тип һөйләй XX быуат башында Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән Хәҙисә һәм Абдулла Әҙеһәмовтарҙың вариҫтары.
Педагогтар династияһына Майшөкөр Әҙеһәмова нигеҙ һала. Ул биш йыл ҡатын-ҡыҙҙар класында уҡыу һәм яҙыу дәрестәре алып бара (1931-1937 йылдар.) Һуңынан уның ҡыҙы Рәйсә Саммат ҡыҙы Әҙеһәмова эшкә төшә, ул 46 йыл ғүмерен педагогикаға арнай. Темәс педагогия училищеһын тамамлай, унан һуң Ғафури районының Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, Ишбирҙе мәктәбендә һәм Бүребай ҡасабаһының белем биреү учреждениеһында уҡытыусы булып эшләй.
«Беҙҙең нәҫелдең тарихына күҙ һалһаҡ, бик күп ата-бабалар педагог, уҡытыусы, остаз тигән ғорур исемде йөрөткән. Был тарих 20 быуат башында башлана, ул саҡта барыһына ла белем алыу мөмкинлеге булмай. Тәүгеләрен Хәҙисә һәм Абдулла Әҙеһәмовтар үҙ ғаиләһендә тәрбиәләй. Улар Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән олоҫо Юлыҡ ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы) йәшәй. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Майшөкөр, Маһинур, Мәзүнә һәм Ғөбәйҙулла. Ғөбәйҙулланан башҡалары ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай», – тип һөйләй Йыһангировтар ғаиләһе.

Бөгөн династияла фән кандидаттары Юнир Самат улы Әҙеһәмов һәм Юлиә Данияр ҡыҙы Мәмбәтова; Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Әҙеһәмов Юнир Самат улы һәм Мәзүнә Самат ҡыҙы; Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличниктары Юнир Самат улы һәм Гүзәл Рәүеф ҡыҙы Хәйруллиндар; почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре Гөлнара Марат ҡыҙы Йыһангирова; Башҡортостандың мәғариф отличниктары Гөлнара Йыһангирова һәм Динара Йәнтүрина; Рәсәйҙең мәғариф өлкәһендәге почетлы хеҙмәткәре Динара Йәнтүрина; Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлнәзирә Радмир ҡыҙы Ишьярова һәм йәш педагогтар өсөн Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған Дилә Данияр ҡыҙы Мәғәфүрова бар.

«Ирем бер ваҡыт балаларға: «Уҡытыусынан башҡа теләһә ниндәй һөнәрҙе һайлағыҙ!» — тигәйне. Ә мин бер ҡасан да балаларға күрһәтмәнем. Ләкин беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ – 13 һәм 11 йыл эш стажы булған педагогтар. Улыбыҙ юғары белем ала. Шулай уҡ ике ейәнсәрем бар, улар әле үк уҡытыусылыҡ эше яғына ҡарай», — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Гөлнара Йыһангирова, ул 37 йыл ғүмерен Сибайҙың балалар баҡсаларында балалар тәрбиәләүгә бағышлаған.
Әҙеһәмовтар династияһының төп ҡағиҙәһе — балаларҙы яратыу һәм белемгә ынтылыу.
Республика районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт
Республика районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...
Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында сикләү оҙайтылды 05.10.2026 // Йәмғиәт
Граждандарға юлдарҙа иғтибарлы булырға һәм юлға сығыр алдынан һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәңәш ......
ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты 03.10.2026 // Йәмғиәт
ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты...
Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды 02.10.2026 // Йәмғиәт
Байрам һәм тантаналы саралар йома көндө башлана....
Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде 02.10.2026 // Йәмғиәт
Республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы 86 йыл эшләй....
Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы 02.10.2026 // Йәмғиәт
Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы...
Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай 02.10.2026 // Йәмғиәт
Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай...
Башҡортостанда аҡһаҡалды Ололар көнө менән ҡотланылар 02.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда аҡһаҡалды Ололар көнө менән ҡотланылар...
Башҡортостанда ял көндәренә һауа торошо: ямғыр, епшек ҡар һәм ҡырау 02.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә: урыны менән ямғыр, епшек ҡар яуыуы ихтимал....
Өфөлә Башҡортостан телдәренең яһалма зиһен технологияларында үҫеше тикшерелде 01.10.2026 // Йәмғиәт
Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә «Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт ......
«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды 01.10.2026 // Йәмғиәт
Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм ......
Яҡташтарыбыҙ Абхазиянан ҡайта алмай 01.10.2026 // Йәмғиәт
Сухум – Өфө рейсы пассажирҙары өйҙәренә ҡайта алмай, уларҙың рейсы бер тәүлеккә тотҡарлана....