Һәр кемдең таяныр таянысы, ауырлыҡтарҙа арҡа терәр кешеһе булһа, тормош ҡыйынлыҡтары кесерәйеп ҡалғандай тойола һәм ваҡыт үтеү менән бөтөнләйгә юйыла.
Яҡты донъяға килеп, биш туғаным араһында ҡайнап үҫкән бала сағым хәтирәләре һис онотолмай. Атай-әсәйемдең хәстәрлекле мөнәсәбәтендә, ҡайнар һөйөүендә, татыу ғаилә ҡосағында буй еткереүем, туғандарымдың күңел йылыһын, рухи һәм матди ярҙамдарын тойоп, татып йәшәүем менән бәхетлемен. Донъяла һине аңлаған, ауыр мәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған яҡындарың булыуы ҡайһылай һәйбәт икән. Ауыр заман тип тормай, ишле һәм татыу балалар үҫтергәндәре өсөн рәхмәт инде атай-әсәйебеҙгә!
Алты бала, алты төрлө яҙмыш… Барыбыҙҙы берләштергән, изгелек орлоҡтарын сәскән йылы оябыҙ – атай-әсәйебеҙ йорто. Ике ағайлы, апайлы, һеңлеле һәм ҡустылы булып үҫеү бәхете тейҙе миңә.
Бөгөн мин уларҙың тик берәүһе – өлкән ағайыбыҙ тураһында һөйләмәксемен.
Мин иҫ белә башлағанда, Мөҙәрис ағайым егет ҡорона етеп килгән үҫмер ине. Баш бала булғанғамы, әллә артынан үксәһенә баҫып үҫеп килгән эреле-ваҡлы биш туғанын тәрбиәләшеүгә шул тиклем яуаплы ҡарағанғамы, ағайым ҡыҙ бала кеүек ипле, хәстәрлекле, изге бер йән булды. Уның: ”Инәй, бына иркәләремә тип алдым әле”, – тип үлсәмен тап килтереп, кейем-һалым һатып алыуы ла, байрам етһә: ”Әйҙә, туғаным, тамашаға барайыҡ”, – тип етәкләп алып китеүҙәре лә хәҙер ҡыҙыҡ тойола.
Хәтеремдә, ағайыма — 15, ә миңә биш йәштәр самаһы булғандыр, бер ялға ҡайтҡанда мине етәкләп клубҡа алып китте. Ауыл ерендә мәҙәниәт йорто бар халыҡтың күңел асыу усағы бит инде. Ярты юлда ағайымдың класташ ҡыҙҙары осраны. Көлөшә-көлөшә оҙаҡ ҡына нимәлер хаҡында һөйләшкән булдылар. Мин арып киткәнмендер инде, көйһөҙләнә башланым. Ағайым һис тә асыуланманы: “Иркәм, хәҙер барып етәбеҙ, илама”, – тип йыуатҡаны иҫтә.
Шул саҡтарҙы иҫкә төшөрһәм, ҡайһы бер ҡылыҡтарым өсөн оялып китәм. Ун биш йәшлек ағайыңа тағылып йөрөсәле! Етмәһә, мыжып йәненә тей. Ялға ҡайтҡан мәлендә уның дуҫтары, ҡыҙҙар менән аралашҡыһы килмәгән тиһеңме ни? Беҙҙе өйҙә ҡарашҡаны етмәгән, артынан эйәреп сыҡҡанмын бит әле.
Фәрбизә һеңлем менән Фәнис ҡустым да, өлкән ағайым һымаҡ, тыныс холоҡло булды. Ә беҙ, Нурзидә апайым, Радис ағайым һәм мин, ултырып сыҙамайбыҙ, зыҡ ҡубабыҙ. Тауышланһаҡ, әсәйебеҙ: “Өсөгөҙ ун балаға торошло, Фәнис менән Фәрбизәнән үрнәк алығыҙ. Бәләкәй булһалар ҙа ниндәй татыуҙар, юҡҡа-барға соролдашмайҙар. Мөҙәрис ағайығыҙға ҡарағыҙ, ҡыҙ балаларға биргеһеҙ”, – тип беҙҙе шелтәләй торғайны.
Ысынлап та, ағайыбыҙ өлгө алырлыҡ ине шул. Бер кемде лә, хатта яңылыш ҡына булһа ла, ҡыйырһытманы…
Салауат районының йырҙарҙа йырланған данлы, боронғо Лағыр ауылында донъяға килгән ағайым. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуған быуын булараҡ, эшкә сос, түҙемле, уҡыу ҡәҙерен белгән бала булып үҫте ул. Үҙебеҙҙең ауылда урта мәктәп булмағанлыҡтан, аттестат алыу өсөн уҡыусылар 18-20 саҡрым ситтә ятҡан Нәсибаш ауылындағы мәктәптә уҡыуҙарын дауам итергә мәжбүр ине. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ағайым Йоматау техникумында бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерҙе.
Ир-егеттең мөҡәддәс бурысы — илде һаҡлау. Ағайыма һалдат бутҡаһын Венгрияла татырға тура килә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, йәш белгесте Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылына эшкә ебәрәләр. Күп тә үтмәй, уны ошо райондың партия комитетына инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙаҡ Мөҙәрис Рәсүл улы Кәримов Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе етәксеһе булып китә. Тынғыһыҙ эш менән бер рәттән, юғары белем алырға ла өлгөрә, ситтән тороп Мәскәүҙәге Ауыл хужалығы институтының финанс бүлеген тамамлай. Эшенә үтә яуаплы ҡараған ағайымды Ҡыйғы районының иң ҙур хужалыҡтарының береһенә — Ленин исемендәге колхозға — рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙ ғына ваҡыт арауығында колхозды алдынғылар рәтенә сығарғаны өсөн йәш белгес “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
Ағайыбыҙҙы һуңынан Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһындағы Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр, уны тамамлағас, партия Өлкә комитетында эшкә ҡалдыралар.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, фиҙакәр хеҙмәте менән Мөҙәрис Рәсүл улы бейеклек артынан бейеклек яулай: күп йылдар Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан буйынса етәксеһе, Милли банктың бүлек мөдире кеүек юғары вазифаларҙы ҙур яуаплылыҡ менән үтәп, Башҡортостандың иҡтисад өлкәһендә эҙмә-эҙлекле, мөһим эштәр башҡара. Ҡайҙа ғына булмаһын, халыҡ араһында йөҙө яҡты, күңеле шат, эше ырамлы уның. Хөкүмәтебеҙ тарафынан хеҙмәте юғары баһаланды. Ағайымдың күкрәген орден-миҙалдар ғына биҙәмәй, күптән түгел уға “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исем дә бирелде.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тигәндәй, Мөҙәрис ағайым бар яҡлап та һәләтле. Йөрәктәрҙе елкендереп, өҙә баҫып бейеһенме, арымай-талмай саңғыла йөрөһөнмө, волейбол йәки шахмат уйнаһынмы, үҙ ҡулдары менән йорт төҙөһөнмө — барыһына ла өлгөр ул. Ғаиләһе менән дә бәхетле ағайым: Рида еңгәбеҙ менән ике ҡыҙ үҫтереп, уларға юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөн ул – дүрт ейән-ейәнсәргә хөрмәтле олатай ҙа.
Барыбыҙ өсөн дә өлгө булып торған, ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡаршылаған хөрмәтле ағайыма артабан да ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә уңыштар юлдаш булһын.
Рүзидә ҮТӘШЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.