Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өнгә әүерелгән төш
2007 йылда йәйҙең тәүге көнөндә кинәт ел-дауыл, ғәрәсәт сығып, урмандарға, шәхси милеккә шаҡтай зыян килә. Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы Тәкәрлек ауыл Советы биләмә­һендә урынлаш­ҡан Бейектау, Әңгәсәк, Венеция ауылдары тирәһендәге йөҙ йыллыҡ өйәнке, шыршылар, көслө бомба шартлауын үткәргән тиерһең, биш-алты минут эсендә юҡҡа сыға — ҡайһыһы тамыры-ние менән йолҡоп ташлана, икенселәре сыраға ярғысланып, сүп-сар өйөмөнә әйләнә. Шуныһы күңелде тыныс­ландыра: тән йәрәхәте менән дауаханаларға мөрәжәғәт иткәндәр булмай. Ҡайһы ваҡыт тәбиғәт әҙәм балаһына ҡаршы көрәшкә ҡаршы сығып, уның ихтыяр көсөн, түҙемлеген, уйлау һәләтен һынап ҡарай, төрлө уңайһыҙлыҡтарға дусар итеп, сетерекле хәлдәргә юлыҡтыра шул.


Рамаҙан менән Әлмираның осрашыу-ҡа­уы­шыуҙарына ошо шомло көндәр сәбәпсе булды ла инде. Берәүҙәрҙең йорт-ере, ҡарал­тылары емерелеп әллә күпме мәшәҡәт тыуҙырһа, был икәүҙең иһә, бәхет сатҡылары ҡабынып, күптәрҙе һоҡландырып, мөхәббәт гөлдәре сәскә ата. Егет менән ҡыҙҙың йәш аралары егерме йылдан артыҡ булыуы ла ҡамасауламай. Бер-береһен яратып ҡауыш­ҡан йәрҙәргә барыһын да ныҡлап уйлап, һы­нап, ата-әсә, туған-ырыу, дуҫ-иш менән кә­ңәш­ләшеп, һығымта яһарға кәрәк булған­дыр, бәлки...
Ете йылдан һуң һөйөп-һөйөлөп, күгәрсен­дәр кеүек гөрләшеп йәшәгән пар кинәт тарҡала, күҙҙең яуын алып балҡыған ғаилә усағы һүнеп, көлө күккә оса. Дөрөҫөн әйткәндә, йәш ҡатын ирен ташлап сығып китә. Рамаҙан бар эшен ҡалдырып ҡатынын, балаларын эҙләй башлай. Кемгә генә мөрәжәғәт итмәй, ҡайҙа ғына барып һуғылмай! Ике тәүлек үткәс, күптән түгел генә мәрхүм булған әсәһенең иҫке, емерек йортона ҡаланан ҡайтып йығылған Лиана исемле ҡатын Рамаҙанды эҙләп килеп инә. Йәш ҡатын лаяҡыл иҫерек, сәсе туҙған, кейеме таушалған, аяғында көскә баҫып тора, ә теле-телгә йоҡмай: “Һин нимә, үҙегеҙгә һыймаған көсөктәрегеҙ миңә кәрәк тип уйлайһыңмы? Ҡасан килеп алаһың? Минән ашарға таптырып илап яталар ана... Уларҙы ҡарағаным өсөн аҡса давай!” Әлмира, балаларын ҡалдырып: “Ҡарап тор, хәҙер ҡайтам”, – тип ашығып ҡайҙалыр сығып киткән икән. Бүтән ишетеп-күреүсе булмаған үҙен. Туҡта, был бумала баш Әлмираның әхирәте булып сыға түгелме, бәлки, ул беләлер ҡатынының ҡайҙалығын? Юҡ икән шул, теле көрмәлгән Лиана бер ни ҙә әйтә алмай.
...Егет күп йылдар шәхси эшҡыуарҙарҙа “КамАЗ” машинаһында водитель булып Рәсәйҙе иңләп-буйлап йөк ташый. Ә ҡыҙ, республиканың төрлө төбәктәренән дауылдан һуңғы емерек­лектәрҙе бөтөрөүгә йыйылған ирекле ярҙамсылар төркөмөндә, беҙҙең районға ашнаҡсы булып килә.
Өфөлә тыуып үҫкән һылыу Әлмира күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Рамаҙан да юғалып ҡалған егеттәрҙән түгел, бер күреүҙән баш ҡала сибәренә ғашиҡ булып, һөйөклөһөнә үҙенең уй-тойғоларын еткереп, йөрәк серҙәрен асып һала. Күп тә үтмәй, ҡыҙҙың Өфөлә ғүмер иткән ата-әсәһенән фатиха алып, йәштәр никахлаша, унан ЗАГС-ҡа барып, законлы документҡа эйә була. Ә инде донъя көҙгө муллыҡҡа төрөнгәндә, туған-тыу­маса, дуҫ-иш йыйылышып, матур туй мәжле­сендә осраша.
Тәүге мәлдә йәш ғаилә Рамаҙандың әсәһенең бер бүлмәле фатирына һыйына. Аҙаҡ танышта­рының йортона күсенеп, үҙ көндәрен үҙҙәре күрә башлай. Бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәп, көтөп алған ҡыҙҙары донъяға килә.
Бер йылдан һуң ғаиләлә йәнә шатлыҡ — йәш ҡатын һөйөклө иренә тупылдап торған малай бүләк итә. Ғаилә ишәйгәс, үҙ йорттарын булды­рырға хыялланып йөрөгән йәштәр, әсәлек капиталына эшләп йыйған аҡсаларын да ҡушып, ҡаланан ун саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдан ере менән шәхси йорт һатып алыу бәхетенә ирешә.
Ә инде өсөнсө балалары донъяға ауаз һалғас, күп балалы ғаилә яңы биҫтәнән шәхси йорт төҙөү өсөн ер һорап ғариза яҙа. Әммә үҙ проекттары буйынса төҙөләсәк йорт хыялда ғына тороп ҡала...
Әйткәндәй, ир ҡатыны юғалыуын бер ни менән дә бәйләй алмай, уны әлеге вайымһыҙ аҙымға этәргән бер сәбәп тә юҡ төҫлө. Балаларҙы ташлап китеү — быныһы инде бер ниндәй ҡанундарға ла, башҡа ла һыймаҫлыҡ хәл.
Салт аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә Рамаҙанға ҡатынының ҡылығы. Ете йыл элек дауылдан һуң аҫты-өҫкә әйләнгән урмандағы тәүге осрашыуҙы, онотолмаҫлыҡ бәхетле миҙгелдәрен күҙ алдына килтерә. Күптән түгел генә күргән сәйер төшө лә тынғылыҡ бирмәй.
Ниндәйҙер бик тә таныш ҡатын-ҡыҙ тауыш-тынһыҙ ғына, башын аҫҡа эйеп урман эсенә инеп бара. Бәй, Әлмира түгелме һуң? Кинәт ел-дауыл сығып, уның өҫтөнә бейек ағастар ауа башлай. Ә ҡатын һәләкәттән һис тә ҡурҡмай, ҡайҙалыр ҡасырға ла теләмәй шикелле. Әкрен генә атлап, күтәрелгән ҡом-тупраҡ туҙанынан хасил булған ҡара пәрҙә артына инеп күҙ алдында юҡ була. Ни ғәләмәт, артынан өйөрө менән ас бүреләр эйәргән.
“Әлмира! Туҡта күрәләтә үҙеңде һәләкәткә дусар итәһең бит. “Аҙ ғына көт, мин һине хәҙер ҡотҡарам!”
Ир, үҙ тауышынан үҙе ҡурҡып, шыбыр тиргә батып уянып китә, күҙенә башҡаса йоҡо инмәй. Начальнигынан көн һорап, Өфөлә әсәләрендә ҡунаҡ булып ятҡан ҡатынын, балаларын барып ала. Тора-бара төш онотола, бер кемгә һөйләп тә тормай уны. Көн артынан көн үтә. Эше тығыҙ булғанлыҡтан, Рамаҙан төшкө ашҡа ла ҡайтып тормай. Ҡатыны балалар менән мәшғүл — ҙурҙарын баҡсаға илтә, алып ҡайта, төпсөгө менән өйҙә йорт эштәрен бөтөрә. Йорто янындағы баҡсала иҫ китмәле матур, хуш еҫле сәскәләр үҫтерә. Ир шатланып бөтә алмай үҙенең бәхетенә. Ни тиһәң дә, торор йорт-ере бар, нәҫеле дауам итә, мөхәббәт емештәре өлгөрөп килә, йән атып торған һөйөклөһө лә янында.
Хәҙер килеп теге сәйер төш, шаңдау булып әйләнеп, йәнә ирҙең бәғер итен кимереп, йән тыныслығын ала. Шулай ҙа була икән донъяла — төшөндә күргәнеңде өнөңдә татырға тура килә. Тура килгәнен әйт әле һин уның. Ел-дауыл аҫтын-өҫкә әйләндергән урманда осраштылар, ә төшөндә иһә киреһенсә — айырылыштылар...
Төрлө им-томға, Аллаһы Тәғәләнең барлығына ла ышанып бөтмәгән ир башын тотоп оҙаҡ уйланып ултыра. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Әллә инде уҫалдарҙың күҙе тейҙеме бәхетле парға? Күптәрҙең һоҡланыуы сер түгел ине бит.
Өс бала атаһы үҙ теләге менән эшенән китергә мәжбүр була, алыҫ рейстарға сыға алмай ул хәҙер. Өфөгә барып, Әлмираны туғандарынан һораша. Көн дә ҡыҙҙарын, улын иртә менән балалар баҡсаһына илтеп, кисен алып ҡайта. Эшһеҙ ҙә тороп булмай. Ашарға, балаларҙы кейендерергә, уйынсыҡтар алырға, электрға, һыуға, газға түләр өсөн аҡса кәрәк. Оҫта водителгә такси хеҙмәте күрһәтеү буйынса эш тәҡдим итәләр, ирҙең хәлен аңлап, теләгән саҡта эшләрһең, тип килешә ширҡәт хужаһы.
Рамаҙан халыҡты социаль яҡлау идаралығына, район хакимиәтенең бәлиғ булмаған балалар менән эшләү бүлегенә мөрәжәғәт итә, ҡатыны юғалыу сәбәпле полиция, прокуратура хеҙмәткәр­ҙәренә ғариза яҙа. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, Әлмираны эҙләп табалар. Полиция бүлегенән килгән яуапта ҡоро ғына: “Ғәзизова иҫән-имен, табылды. Үҙе теләп ғаиләһенән сығып киткән, берәү ҙә уны көсләп иркенән мәхрүм итеп ябып тотмай. Билдәле сәбәптәр һөҙөмтәһендә адресын әйтә алмайбыҙ”, — тигән һүҙҙәр яҙылған була.
Әлеге көндә Рамаҙан алты, биш һәм ике йәшлек балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. Балаларына дәүләт тарафынан билдәләнгән пособиены ла ала алмай, сөнки ҡатыны юғалһа ла, иҫән бит, рәсми рәүештә ЗАГС-ығыҙ бар, тиҙәр. “Бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ, ҡатынығыҙҙың документтарын килтерегеҙ”, — тип, чиновниктар ирҙе кабинеттан бороп сығарып торалар, атай кеше төрлө ишектәрҙе шаҡыуын дауам итә.
Бәлки, ҡатыны аҡылына килер, кире әйләнеп ҡайтыр тип, алимент юллап судҡа ғариза яҙа Рамаҙан. Аҙаҡ айырыуҙарын һорап йәнә ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Судҡа саҡырыу ҡағыҙы икенсе тапҡыр ебәрелеүенә ҡарамаҫтан, ҡатын килеп күренмәй. Рамаҙан яллаған шәхси детектив, ниһайәт, ҡатынды Өфөнән эҙләп таба. Шулай итеп, бер ни ҙә булмағандай, Әлмира суд залында пәйҙә була. Биҙәнгән-төҙәнгән, затлы кейемдәргә төрөнгән сибәр ҡатын дүртенсегә йөклө икән. “Икенсе ир менән торам, айырығыҙ, мин һис ҡаршы түгелмен”, — тип тәкәббер генә яуап бирә судьяның һорауына. Ә ташлап киткән балалары тураһында әсә һис тә ҡыҙыҡһынмай.
Бер көн алты йәшлек Азалия атаһынан; “Әсәйем ҡайҙа? Мин уны ныҡ һағындым!” — тип ҡәҙерле кешеһен таптырған. Әлегәсә “әсәйегеҙ алыҫта ҡунаҡта”, тип яуаплаған аталары үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ул һине ташлап китте”, — тигәс, аптырашта ҡалған бала; “Альбертты ла, Регинаны ламы? Ә һин беҙҙе ташламаҫһыңмы?” — тип һораған...
Суд приставтарынан да ҡәнәғәтләнерлек яуап юҡ. “Алимент юллау өсөн адресын яҙмағанһығыҙ. Эш туҡтатыла”, — тип кенә яҙыу ебәргәндәр.
Бөгөн бәлиғ булмаған өс сабыйын яңғыҙы тәрбиәләгән ир йәнә судҡа ғариза әҙерләй. Был юлы ҡатынын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында...
Шунса ваҡыт ҡайҙалыр кәйеф-сафа ҡороп йөрөп, сабыйҙары тураһында уйлап та ҡарамаған әсәнең эсендә йәне юҡтыр. Тиҙҙән тыуасаҡ дүртенсе балаһы ла туғандарының яҙмышын ҡабатламаҫ тимә?






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872