Мәғлүмәти йәһәттән бик тулы, бай осорҙа йәшәйбеҙ: телевидение, радио, Интернет, китап, ваҡытлы матбуғат аша йәнең теләгән мәғлүмәтте табырға мөмкин; хәбәр, яңылыҡтар йәшен тиҙлегендәй бөтә донъяға тарала, һорауҙарҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмай тиерлек. Юҡҡа ғына үҫеп килгән быуын хаҡында, университет бөтөп тыуған, тип мәрәкәләмәйҙәр — балалар шул тиклем дә зирәк, отҡор, күп нәмәне белә. Әммә шул уҡ ваҡытта улар араһында үҙенең олатаһының исемен белмәгәндәре лә йыш осрай.
Был тәү сиратта — атай-әсәйҙәрҙең тәрбиә етешһеҙлеге. Хәйер, өлкәндәрҙең барыһы ла үҙенең ҡан-ҡәрҙәштәрен белә, тип әйтеп булмай. Хатта, нимәгә ул туғандар, хәҙер ҡул ҡулды йыуа тип, сит-яттар менән аралашыуҙы күпкә өҫтөн күргәндәр ҙә байтаҡ.
— Сәбәптәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, был — халҡыбыҙ өсөн ят, бик насар күренеш, — ти Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәркизә Алтыншина-Шәңгәрәева. — Ата-бабаларыбыҙ беҙгә, һәр башҡорт кәмендә үҙенең ете быуынын белергә тейеш, тигән васыят ҡалдырған. Шәжәрә төҙөп, уның менән халыҡты таныштырыу быуындар бәйләнешен тергеҙергә булышлыҡ итә, сөнки төрлө сәбәптәр менән фамилиялары үҙгәреп, бер-береһен белмәгән яҡын туғандар бар, йәиһә кемдер нисек, кем яғынан ҡәрҙәш икәнен тәғәйен белеп еткермәй. Шәжәрәнең тағы ла бер мөһим тәғәйенләнеше бар: ул да булһа — йәштәргә нәҫел-нәсәбен өйрәтеп, ырыуҙаштарына, туғандарына, ата-әсәһенә ихтирам тәрбиәләүҙә, уларҙа намыҫлылыҡ, үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ үҫтереүҙә.
Минең яҡташым, Баймаҡ районында йәшәгән Нәркизә апай ире Илдар ағай менән ихласлап шәжәрә төҙөү менән мауыға. Нәҫелдәренә ҡағылышлы һәр мәғлүмәт уларға алтындай ҡәҙерле һәм мөһим. Нисек, ҡасан шәжәрәһен тергеҙеүгә тотоноуы хаҡында Нәркизә Сәғиҙулла ҡыҙы уҡытыусыларға хас ентеклелек, ябайлыҡ менән бәйән итә:
— Ҡорама ауылында бынан бер нисә йыл элек уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ауылдың аҡһаҡалы Фәтих бабай Нафиҡов, халыҡ алдына сығып: “Ҡорама ауылына нигеҙ һалған Ҡорама кантондың нәҫелен ауылда бөгөн дауам иткән берҙән-бер ғаилә — Сәғиҙулла Шәңгәрәевтең ғаиләһе, — тигәйне. Ошо көндән башлап ауылдың тарихын өйрәнеү һәм шәжәрәбеҙҙе төҙөү теләге тыуҙы. “Үҙеңдең кантон нәҫеленән икәнеңде белә инеңме?” тигән һорауыбыҙға атайыбыҙ, бер аҙға уйға ҡалып: “Ауыл ҡарттары Әхмәтвәли менән Фәтих Нафиҡовтар һөйләй торғайны ла бит. Әммә совет йылдарында кантондар, батша офицерҙары тураһында һөйләү түгел, һорашырға ла ҡурҡа инек, төпсөнөргә ҡыйманыҡ”, — тип яуапланы. Бына нисек итеп беҙҙең тамырҙарыбыҙҙы онотторорға теләнеләр.
Әхмәтвәли Нафиҡов заманында Учалы районы Ҡорама ауылының иң абруйлы, уҡымышлы кешеһе, ауылдың муллаһы булған. Халыҡтың һөйләүе буйынса, ауылдың тарихын да ул күп йылдар даими рәүештә яҙып барған. Атай-олатайҙарҙан ҡалып, нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән, борондан яҙып барылған ауыл шәжәрәһе лә унда һаҡланған. Тик үткән быуаттың 70-се йылдарында был ҡомартҡыны кемдер, ваҡытлыса тип алып тороп, кире ҡайтармаған. Кемдеңдер шәхси архивында ятҡан ул яҙмалар хәҙер бик кәрәк тә бит...
Нәркизә апай, юғалғанды ҡайтарып булмаҫын аңлап, ололарҙың, атай-олатайҙарының әйткәндәренә таянып, ире менән бергәләп шәжәрә төҙөй башлай. Аҙаҡ, Өфө архивындағы 1816, 1834, 1859 йылдарҙағы рәүиз китаптарын ентекле өйрәнгәндән һуң, ошоларҙы асыҡлайҙар: Айшандан Ҡәйеп тыуа, Ҡәйептең улдары — Муйнаҡ, Ҡунаҡбай, Зөлҡәрнәй, Ҡолһары, Байһары. Муйнаҡтан 14-се класлы чиновник, дворян, кантон системаһы барлыҡҡа килгәндән бирле 1819 йылға тиклем 21 йыл буйы 4-се кантон башлығы булған Ҡорама (кантон Ҡорама Муйнаҡов) һәм Алама тыуа.
Танылған ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Яңы Ҡорама ауылы Туңғатар ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта барлыҡҡа килә. Уға 4-се кантон башлығы, Муйнаҡ ауылынан сыҡҡан Ҡорама Муйнаҡов (1760–1828 й.й.) нигеҙ һала. Ауыл ҡарттарының һүҙе буйынса, Ҡорама кантондың йорто Мулла тауында торған. Ваҡыт бар нәмәне юйһа ла, әле ул өйҙөң нигеҙ урынын күрергә мөмкин. Эргәһендә Ҡораманың туғандары, указлы муллалар – Ҡунаҡбаевтарҙың йорттары, боронғо мәсет тә урынлашҡан булған. Ул заманда ауылдар унда йәшәгән иң юғары чинлы кантон чиновнигы йә булмаһа дин әһеле исеме менән йөрөтөлгән, шуға ла ауылға 14-се класлы чиновник Ҡорама кантондың исеме ҡушылған. Был чинды сенат йәки батша юғары белеме булғандарға йә гимназияны бөткәндә аттестатында грек теле күрһәтелгәндәргә генә биргән. Ә башҡаларға ике йылдан алып 12 йылға хәтлем канцеляр булып эшләгәндән һуң ғына бирелгән. 1826 йылда кантондар буйынса бөтәһе 76 кеше генә класлы чиновник булып иҫәпләнгән. Зауряд чиндар урта звено һаналған. Класлы чиновниктарға һәм армия офицерҙарына дворян дәрәжәһе биргәндәр. Улар кантондар менән идара итә һәм дәрәжәләрен нәҫел буйынса тапшыра алған.
Был хаҡта Нәркизә апай архив документтарына һылтанмалар биреп һөйләй: Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарих архивы фондтарындағы материалдар буйынса, уның ярҙамсыһы ҡанһыҙ Төхвәт Үтәев, ялған ялыуҙар яҙып, Ҡораманы алмаштырған. Аҙаҡ үҙе егерме тапҡыр суд тикшереүенә эләгеп, гел генә губерна чиновниктарына ришүәт биреү арҡаһында ҡотолоп ҡалған. Губернатор Сухтерин, Төхвәттең боҙоҡлоҡтарын иҫбат итеүе мөмкин түгел, тип тә ҡуя. Шулай булһа ла, халыҡ асыуынан ҡурҡып, һәр ваҡыт яҡлап ҡалып булмай тип, 1832 йылда Сенат ҡарары менән Үтәевтән шәхси дворян титулын һәм званиеларын тартып алып, үҙен ғүмерлеккә Себергә ебәрәләр.
Ҡорама кантондың балалары тураһында ла мәғлүмәт ҡайһы берәүҙәргә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. 1785 йылда тыуған, һуңынан 14-се класлы чиновник дәрәжәһенә күтәрелгән Ураҙ Ҡорама улы Ҡәйеповтың исемен Учалы районындағы Ураҙ ауылы йөрөтә (уның улы — Ирғәле (1813 й.). 1798 йылғы Ишнияз — есаул. Уның ҡатындары Нәзифә, Наза, Ҡотлобикәнән тыуған балалар — Шәрияз (1813 й.), Юныс (1820 й.), Шаһиәхмәт (1828 й.), Зәғифә (1830 й.). 1828 йылғы Шаһингәрәй Ҡорама улы Ҡәйепов та 14-се класлы чиновник була. Ҡатыны Айһылыу, уларҙың улдары — Сәфәрғәле (1847 й.), Ҡыҙырғәле (1849 й.), ҡыҙҙары — Дәүләтбикә (1854 й.), Ҡөрғәмбикә (1857 й.).
Тырышҡан — тапҡан, тигәндәй, бөртөкләп булһа ла, мәғлүмәт йыйыла. Мәҫәлән, Әнүәр Әсфәндиәровтың “Навеки с Россией” тигән китабын уҡып ултырғанда, 265-се биттә Шәңгәрәевтәр үҙҙәре өсөн бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә юлыға. Ырымбур хәрби губернаторы Перовскийҙың 1838 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Неплюев хәрби училищеһы начальнигы подполковник Марковҡа яҙған хаты буйынса, башҡорттарҙың 20 юғары чинлы офицерының һәм чиновнигының балалары ошо уҡыу йортона уҡырға ҡабул ителә. Шулар араһында Нәркизәләрҙең олатаһы — 10 йәшлек Шаһингәрәй Ҡорама улы Ҡәйепов та булған.
1834 йылғы документтарҙы ҡараһаҡ, ауыл халҡы аймаҡ-аймаҡ булып ултырған. Мин шул аймаҡтарҙың береһенә генә — соҡораҡ араһына (үҙемдең туғандарыма) туҡталып китмәксемен. Был арала Ҡәйептең тоҡомо йәшәгән һәм бөгөн дә йәшәй: Муйнаҡ нәҫеле Аламиндар, Ҡәйеповтар, Шәңгәрәевтәр, Ҡунаҡбай нәҫеле Мостафиндар, Зөлҡәрнәевтәр нәҫеле Фәтҡуллиндар, Ҡолһариндар, Байһары нәҫеле Исхаҡовтар. Ҡорама ауылы кантон үҙәге булғанғалыр инде, унда бик юғары чинлы чиновниктар һәм офицерҙар йәшәгән, шуларҙың күбеһе — Ҡәйеп тоҡомонан.
Ауылдың тәүге мәсетен төҙөүселәр ҙә, өс быуын указлы муллалар ҙа – беҙҙең ара кешеләре, йәғни тәүгеһе Ҡотлоҡәҙим Ҡунаҡбаев (1764 йылғы), икенсеһе уның улы Мортаза Ҡотлоҡәҙимов (1816 йылғы), өсөнсөһө — Мостафа Ҡотлоҡәҙимовтың ейәне Солтан Динмөхәмәт улы Мостафин. 1881 йылғы Солтан Динмөхәмәт улы 1960 йылдарҙа Ахун ауылы мәсетенең муллаһы булған, 1919—1920 йылдарҙа Ҡорама мәктәбендә уҡытыусы ла булып эшләгән.
Совет власы осоронда ла беҙҙең ара кешеләре юғалып ҡалмаған: “Трактор” исемле колхоздың беренсе рәйесе Ғабдрахман Минһажетдин улы Ҡәйепов; комсомолдың өлкә комитеты ағзаһы, “Ленинсы” гәзите (хәҙерге “Йәшлек”) мөхәррире Вәзир Хашим улы Мостафин; хеҙмәт ветераны, алдынғы уҡытыусы Фәрхәнә Ғабдрахман ҡыҙы Ҡәйепова; Мәғариф министрлығында эшләгән Рәмилә Хашим ҡыҙы Мостафина һәм башҡалар.
Раүиз китаптарына һүҙ барып тоташҡас, Нәркизә Сәғиҙулла ҡыҙы, кантон системаһы булдырылғанға тиклем, башҡорт халҡының юғары ҡатлам вәкилдәренең халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәртмәҫкә тырышыуы хаҡында ла әйтеп китә. Кантон системаһы индерелгәндән алып быға бер нисек тә ҡаршы тора алмағандар. Ырымбурҙан юғары чинлы офицерҙар килеп, ауылдың начальнигы, йорт старшинаһы, муллаһы менән бергә иҫәп алыуҙы үткәргән. Шунан һуң ауыл сходында өс тапҡыр исемдәре, тыуған йылдары, йәше, туғанлыҡ ептәре тикшерелгән. Аҙаҡ ҡына ауылдың начальнигы, йорт старшинаһы, кантон начальнигының ҡултамғаһы ҡуйылып, материалдар губернаның ҡаҙна палатаһына ебәрелгән. 1834 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыуҙарҙың барыһында ла Ҡорама ауылының иҫәбен алыу Ҡорама кантондың ғаиләһенән башланған. Ә. Әсфәндиәров, үҙенең китаптарында Ҡорама кантонды Ҡара-Табын өйәҙе старшинаһы, Пугачев ихтилалының әүҙем етәксеһе, тархан Рәсүл Этиммәсов исеменә бәйләп ҡуя.
Тарих төпкөлөндә һаҡланған серҙәр бер Нәркизә Шәңгәрәеваны ғына уйланырға мәжбүр итмәй. Тик тамырҙарын тергеҙергә тырышҡан кешеләр тағы ла күберәк булһа, бәлки, һорауҙар төйөнө тиҙерәк сиселер ҙә, туғандар бер-береһе менән яңынан танышыр, ҡәрҙәшлек ептәрен айырыуса нығытыр ине. Ҡәҙим Аралбайҙың шиғри теле менән әйткәндә: “Ал бер үрнәк — бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ, һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!”