Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөркөт осҡанда һынала
Бөркөт осҡанда һынала
Илеш районының данын йыраҡ­тарға таратҡан ҡаһарман яҡташыбыҙ, летчик, Башҡорт­остандан сыҡҡан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 92 йыл тулды. Эйе, һуғыш тамамланыуға инде ете тиҫтә йыл ваҡыт үтеп бара, әммә батырҙа­рыбыҙ онотолорға тейеш түгел.


Муса Ғайса улы Иләкшиҙе ауылында донъяға килгән. Уның ата-әсәһе ер эшенә мөкиббән киткән крәҫтиәндәр булған. Ғөмү­мән, елдәт башҡорттарына ҡараған иләкши­ҙеләр элек-электән игенселек менән шө­ғөл­ләнгән.
«Крәҫтиән хеҙмәтен бик иртә татыным. Атайым мине баҫыуға бәлә­кәй генә сағымдан үҙе менән алды. Таң атыр-атмаҫ уҡ тора ла оҙон яллы Сулпанды егә һәм минең уянғанды көтә... Ата-әсәйем эшләр­гә яратты. Ба­ҫыуҙа улар һөйләшмәй ҙә, ял да итмәй ине», – тип яҙа Муса ағай үҙе­нең «Штурмовиктар һөжүмгә бара» тигән иҫтәлектәр китабында.
1929 йылда Гәрәевтәр ғаиләһе Таш­шишмә ауылына күсенгән. Кеше ҡулы теймәгән урман-һыуҙар, яландар, ер ҡуйы­нына һыйын­ған таштар араһы­нан урғылған шишмә... «Шишмә бер соҡор­ҙоң таштары араһынан урғыла, ә һыуы көҙгө һауа шикелле саф һәм һалҡын. Бында ер еләге ашағандан һуң шишмә ситенә ятып оҙаҡ-оҙаҡ уның һыуын эсәбеҙ, тик тештәр сатнаған­дай булып тойолғас ҡына ­туҡ­­тай­­­быҙ», – ти Муса Ғайса улы, уны һағы­нып. Ташшишмәнең тирә-яғы әле лә матурлығын ташламаған, ожмахҡа тиң.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт халҡының ҡаһарман улы, 250-гә яҡын осош яһап, дошманды тар-мар итеүҙә батырлыҡ күрһәткән. Яҡташы­быҙ хеҙмәт иткән 76-сы авиаполктың ул етәкселек иткән хәрби осоусылар төркө­мө немецтарҙың 138 самолетын, 133 автомашинаһын, 76 танкын, 21 бронетранспортерын һәм үҙйөрөшлө ору­дие­һын, 30 батареяһын юҡҡа сығарған. Һуғыштан һуң Муса Ғайса улының тормош юлы хәрби-транспорт авиация хеҙмәтендә үткән, ул унға яҡын яңы самолет үҙләштергән, иң ауыр маршрут­тарға юл һалған.
1965 йылдың октябренән ДОСААФ-тың Башҡортостан республика өлкә комитеты рәйесе вази­фаһын башҡарған. Шулай уҡ депу­татлыҡ эшен дә алып барған. Ябай кешеләр уға дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек эҙләп килер булған.
Бөркөт осҡанда һынала– Муса хәрбиҙәрсә тура һүҙле, етди кеше ине. Һуғышта уға күпкә еңелерәк булды. Һуғыш – ул хеҙмәт. Ауыр хеҙ­мәт. Тыныс тормошта иһә дипломат бу­лыу, ялағайлана белеү кәрәк. Муса кеүек тура һүҙлеләрҙе ­яратып бөтөр­мәйҙәр, ундайҙарға йәшәү бик ҡыйынға тура килә. Мин ғүмеремде яратҡан ирем – Мусаға ғына бағыш­ланым. Осоштарҙан ҡайтып, ишекте яба ла: “Йортоң­да яратып, көтөп ҡаршы алған кешең булыу – үҙе ҙур бәхет”, — тип күҙемә ҡарап йылмая ине, – ти тормош иптәше Галина Александровна. Муса Ғайса улын дуҫтары, туғандары, яҡындары, ауылдаштары йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.
Тәбиғәт ҡануны шулай: кеше ғүмере сәскәнеке шикелле, яҙын тирә-яҡҡа йәм биргәндәй тойола ла, күп тә үтмәй, орлоҡ ҡойоп, ергә һыйына. Үҙеңдән һуң һинең ғүмереңде дауам иттерерлек кеше ҡалһа, тимәк, бушҡа йәшәлмәгән.
Муса Гәрәевтең тиңһеҙ батырлығы тура­һында үҙенең иҫтәлектәре китабынан башҡа ла бик күп яҙылды. Әммә бер генә китап та, айырым очерк та ҡаһарман­дың шәхси әйберҙәре һаҡлан­ған музейҙы алмаштыра алмайҙыр. Илештә улар икәү: район үҙәге Үрге Йәркәйҙә һәм тыуған яғы Ташшишмәлә. Музейҙар хәрби-патриотик тәрбиә биреү бурысын намыҫ менән үтәп килә.
Үрге Йәркәйҙәге музей фондында бөгөн 3800-ҙән ашыу экспонат иҫәп­ләнә. Бинаның беренсе ҡатында герой­ҙың Ташшишмәләге һәм һуғыш­тан һуң Өфөләге тормошо сағылыш тапҡан. Икенсе ҡатты «Аэродром» тип атаған­дар. Залдың түшәме күк йөҙөн хәтер­ләтә, унда геройҙың «Ил-2» самолеты “осоп” бара. Бында заманса техник саралар ярҙамында Муса Гәрәевтең «Штурмовиктар һөжүмгә бара» китабы буйынса төшөрөлгән фильм күрһәтелә. Залда осоусы-штур­мовиктың һу­ғыш, һуғыштан һуңғы йылдарын тасуир­лаған фотоһүрәттәр, до­кумент­тар, уның шәх­си кейемдәре, кәрәк-яраҡтарынан төҙөлгән экспозициялар урын алған. Уларҙы ҡарап, документтар менән танышҡас, легендар осоусы тураһында бик күп яңы мәғлүмәт беләһең. Музей хеҙмәт­кәрҙәренең даими эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә ул тулылана бара. Фидан Мәрүәров, Муса Ғайса улының яҡында­ры менән аралашып, архивтарҙа эҙләнеп, Герой­ҙың атаһы менән әсәһе яғынан шәжәрәһен төҙөй, һәм ул бөгөн лайыҡлы урын алып тора. Музей ихата­һындағы «Ан-2» самолетына ла экскурсиялар ойошторола. Хәйер, бы­ны үҙегеҙ ҙә килеп ҡарай алаһығыҙ. Айырыуса балалар һәм үҫмерҙәрҙе алып барыу кәрәк унда.
Оҙон һуғыш юлын үткән яҡташыбыҙ тураһында яҡты хәтирәләр күңелдә мәңге һаҡланырға, иҫтәлектәр быуын­дан быуынға тапшырылырға тейеш. Яҡташыбыҙ Муса Гәрәев кеүек шәхес­тәр быуатҡа берәү тыуа. Киләсәк быуын­ға Бөйөк Ватан һуғышы вете­ранының тормош юлын еткереү — беҙҙең бурыс. Бары тик үткәнен белгән халыҡтың ғына киләсәге бар.


Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә