Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Европа төркиҙәре
Европа төркиҙәре Тел мәсьәләһенә ни өсөн диҡҡәт бүлдем, сөнки ғағауздарҙың үҙ яҙмалары булмай, кириллицала алфавиттары ни бары 1957 йылда ғына төҙөлә. Шуға ҡарамаҫтан, улар барыбер элекке ғәҙәт буйынса урыҫ телендә уҡый. Ә инде Молдова хөкүмәте талап иткәс, ике тиҫтә йыл элек латин графикаһына күсәләр. Бына шунда ғына туған телдә уҡыу-уҡытыу мәсьәләһе ныҡлап ҡалҡып сыға. Уҡыу әсбаптары төҙөүҙә төрөктәр ярҙам итә.
Иртәгәһен Донъя ғағауздары конгресы делегаттарын Башкан Михаил Формузал ҡабул итте.
Һүҙ Ғағаузияла төҙөләсәк яңы епархия тураһында башланып китте. 1200 кешегә иҫәпләнгән сиркәү һалынасаҡ. Һөйләшеү тик дини ҡәрҙәшлеккә генә йүнәлеш алғас, мин бер аҙ юғалып ҡалдым, бәғзеләр Рәсәйҙең дә күп конфессиялы булыуын онотоп та ебәрҙе шикелле был мәлдә. Шулай ҙа алыҫ аранан килеп, ҡан-ҡәрҙәштәргә башҡорт­­тарҙың сәләмен еткермәү яҙыҡ булыр ине. Мин Башҡортостан вәкиле икәнемде әйткәс, Башкан үҙе янына саҡырып алды һәм ғағауз телендә өндәште. Мин башҡортса яуап бирҙем, беҙҙең ошондай ҡыҫҡа ғына аралашыу Рәсәйҙән килгән ҡайһы берәүҙәргә Федерацияның улар күҙаллағандан киңерәк икәнен аңларға ярҙам иткәндер, тим. Ғағауз Ери Башканы Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булмауын әйтте. Әлеге мәлдә Ғағаузия ҡәрҙәш республикалар менән бәйләнеште йылдам үҫте­реү­се автономия булып һанала. Шуға ҡа­ра­маҫ­тан, төрки телле республика­лар етәкселеге үҙ-ара тығыҙ аралашмай, һаман да бер-береһен белеп бөтмәй түгелме? Уйландырырлыҡ.

Тарихты өйрәнәләр

Беҙ Ғағаузияның баш ҡалаһы Комратта шарап фестиваленә тура килдек. Был байрам йыл һайын йөҙөм йыйып алынғас, эсемлек ҡойолғандан һуң ойошторола икән. Бөтә ауыл-ҡалаларҙан шарап тейәгән оҫталар, хужалыҡтар Комраттағы ҙур майҙанға йыйыла. Йорт-макеттарын ҡороп, боронғо ҡорамалдарҙы ҡуялар, өҫтәлдәрҙә — милли аш-һыу. Әҙерлек, сауҙа, ҡороу-биҙәү, уйын саралары, концерт — бөтәһе бергә һабантуйҙы ла хәтерләтеп ҡуя. Ғағауздар ғына түгел, болгар һәм сиғандар ҙа үҙ йортон ҡора. Шуға ла фестиваль һәр милләттең үҙенсәлеген сағылдырған сағыу этнографик-фольклор байрамына әүерелә. Байрамға Болгария, Румыния һәм башҡа илдәрҙән дә ҡунаҡтар килә.
Этнография тигәндән, «Ғағаузия саҡыра» тигән туристик маршрутта конгресс делегаттары бер нисә районды ҡараны. Беҙҙең төркөм Авдарма ауылында Петр Петковичтың этнографик биләмәһендә булды. Музейҙың байлығы, йөкмәткеһе хайран итте. «Ауылдың энциклопедияһы» тип атарға мөмкин. Уны өс бер туған эшҡыуар үҙ иҫәбенә төҙөгән. Урамда Хәтер мемориалына ҙур урын бүленгән, мәрмәр таҡталарҙа — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар, репрессия ҡорбандарының исемлеге. Улай ғына ла түгел, тиф сиренән үлгәндәрҙең дә, аслыҡ ҡорбандарының да исемлеге айырым мәрмәр таҡтаға уйып яҙылған.
Ғағауздар тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыр өсөн бик күпте эшләй. Бының үҙ сәбәбе лә бар. Ике йөҙ йыл элек Болгариянан Бессарабияға батша тарафынан күсереп килтерелгән халыҡ күпмелер дәрәжәлә хәтерен дә юғалта. Ни генә тиһәк тә, халыҡтың тарихы ғүмер кисергән, көн иткән ер-һыуы менән бәйле, ә Ватанды юғалтыу хәтер өҙөклөгөнә лә килтерә. Был бушлыҡты тултырырға, төҙәтергә тырышалар. Улай ғына түгел, шул юғалтыу тип әйтәйекме, бөгөнгө быуын вәкилдәренә иртәгәһе көнгә етдиерәк ҡарап йәшәргә, киләсәк хаҡына ҡыйыу ғәмәлдәр атҡарырға ярҙам итә.

Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығыталар

Үткән быуаттың 95-се йылдарында Ғағаузияла булырға тура килгәйне. Автономия тигән исем саҡ яуланған, идеологик көрәштең ҡыҙған бер мәле ине. Халыҡ-ара ойошмалар судтарына Ғағаузия статусын нигеҙләгән мәғлүмәттәрҙе туплаусы, төрлө ойошмаларға мөрәжәғәт итеп, автономия юллаусы лидерҙарҙың береһе, тарих фәндәре докторы Мария Маруневич менән осрашып, бик оҙаҡ һөйләшеп ултырғайныҡ. Ғағауздарҙың милли мәнфәғәтен яҡлаған, артабанғы үҫешен хәстәрләүгә бәйле документтар әҙерләгән, 40-ҡа яҡын ғилми хеҙмәт авторы Мария Васильевна 1994 йылда Женевала БМО-ның аҫаба халыҡтарға арналған халыҡ-ара форумында ҡатнаша. Унда дәлилле сығыш яһай.
Был юлы килгәндә Мария Маруневичтың вафат булыуын ишеттем. Дан аллеяһында фиҙакәр сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәренең бюсы ҡуйылған. Комраттың Фәнни тикшеренеүҙәр үҙәгенә Мария Маруневичтың исеме бирелгән.
— Ғағаузия бар, ул үҙенең барлығын раҫланы. Күп нәмә үҙгәрә. Донъя үҙгәрә, беҙ ҙә камиллашабыҙ, тышҡы донъяла ғағауздарға теләктәшлек иткәндәр ҙә арта бара. Ләкин мине илебеҙ эсендәге хәлдәр нығыраҡ борсой. Үткән йылдар эсендә үҙәктән полномочиеларыбыҙҙы тартып алғандары булды, ләкин яңылары өҫтәлмәне. Ә Европала, Көнбайышта Евросоюз беҙҙең кеүек автономияларға өҫтәмә мөмкинлектәр бирә. Төркиә менән Молдова араһында визаһыҙ аралашыу тураһында документ ҡабул ителеүе – ҙур ваҡиға. Был тотош Молдовала инвестиция климаты яҡшырасаҡ тигән һүҙ. 150 меңлек Ғағаузия ҙур дәүләттәр менән эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Визаһыҙ аралашыу бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ өсөн киң мөмкинлектәр аса, — тине Башкан.
Ғағауз автономия­һы 18 илдә даими вәкиллектәрен асҡан. Улар иҡтисади, мәҙә­ни һәм сауҙа бәй­ләнештәрен үҫтереү буйынса эшләй. Конгреста ҡабул ителгән резолюцияла «ЮНЕСКО тарафынан ғағауз теленең донъяла юғала барған телдәр иҫәбенә индерелеүе сәбәпле, Европа Советының урындағы һәм төбәк Конгресы етәкселәренә был абруйлы органда ғағауз телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләре буйынса Ғағаузия Башканының махсус вәкилен булдырырға тәҡдим итәбеҙ» тигән юлдар бар.
III Конгресс алдынан ғына «Гагаузы в мире и мир гагаузов» тигән ҙур тарихи-энциклопедик китап сыҡты. Ике томлыҡ был хеҙмәт Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор М.Н. Губогло етәкселегендә бер нисә автор тарафынан яҙылған. Унда ғағауздарҙың тормошо төрлө яҡлап яҡтыртыла. Профессор Каракаш баһалауынса, «ғағауздарҙың үҙ яҙмаһы бынан 55 йыл элек кенә барлыҡҡа килде, ә хәҙер бына донъяға сығарырлыҡ академик хеҙмәт бар. Ҡайһы бер халыҡтар оҙайлы уҙған юлды был халыҡ бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үтте». Һис шикһеҙ, был оло хеҙмәт менән бүтән төрки телле халыҡ вәкилдәренең, айырып әйткәндә, ғалим­дарының, тарихсыларының танышыуы файҙалы буласаҡ. Төркиҙәрҙең дөйөм тарихы әлегәсә яҙылмаған. Фольклор, тел, археология, этнография һәм башҡа бик күп өлкәлә бергәләп атҡараһы эштәр ҙә етерлек. Һәр хәлдә, Ғағауз Еринең – Ғағаузстандың Башканы Михаил Формузал әйткәндәре менән күптәр килешер. Төркиҙәрҙең үҙ-ара бәйләнешен үҫтереүҙә эҙмә-эҙлекле эш алып барған етәкселәрҙең береһе булараҡ, уның һүҙҙәре киләсәккә төбәлгән: «Тыныслыҡ, азатлыҡ һәм хеҙмәт­тәшлекте раҫлау маҡсатында, бөгөн Ер йөҙөндәге халыҡтар бер-береһенә ҡул һуҙа, иңде иңгә терәй. Бындай берләшеү донъя кимәлендә интеграцияны көсәйтеп, төрки халыҡтары тормошона ла күп яңылыҡ алып килде. һәм ул халыҡтарыбыҙҙың мөнәсәбәтендә ҡайһы бер нәмәләрҙе ҡайтанан ҡарау мөмкинлеген бирә, икенсе һулыш өҫтәй, беҙҙең мәҙәни хеҙмәт­тәшлектең яңы офоҡтарын аса».


Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 2

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә