Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Европа төркиҙәре
Европа төркиҙәре
Был халыҡ тураһында мәғлүмәт матбуғат сараларында, башлыса үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында, СССР тарҡалған осорҙа йыш күренә башланы, йәғни Союз тарҡалып, Молдавия эсендә Румынияға ҡушылырға теләгән унионистарҙың тауышы көсәйгәс. Тап шул саҡта ғағауз халҡы Кишиневҡа буйһоноуҙан баш тартты, хатта үҙен айырым дәүләт тип иғлан итте.

Ғағауздар үҙ хоҡуҡтары
өсөн көрәшә

Ваҡиғалар бер ни тиклем ҡатмарланып, молда­вандарҙың айырым көстәре (ирекмәндәр) Ком­ратҡа һөжүм итергә йыйынды, шулай ҙа ҙур бә­релешкә тиклем барып етмәне. Гәрсә, ғаға­уз­дарға ярҙамға Приднестровьенан да килеп еткәй­неләр. Молдавия парламенты сепаратистарҙы тынысландырыу маҡ­сатында Ғағаузияға айырым статус биреү тураһында ҡарар сығарҙы. Милли үҙидаралыҡ органдары булған «Ғағауз Ери» тип аталған автономиялы биләмә 1994 йылда бына шулай барлыҡҡа килде. Әлбиттә, автономия өсөн ғағауздар бик ныҡ көрәште, үҙ хоҡуҡтарын яҡлап донъя кимәлендәге ойошмаларға ҡат-ҡат мөрә­жәғәт итте. Уларҙың тауышын ишеттереүҙә Төр­киә­нең Сит ил эштәре министрлығы ныҡ яр­ҙам­лашты.
1995 йылда яңы төҙөлгән автономияға Төркиә­нең сәйәси, йәмәғәт, бизнес һәм мәҙәниәт эш­мәкәр­ҙә­ренән торған ҙур бер делегация килә. “Төрөк-ғағауз дуҫлығы йәмғиәте” ойошторола. Ғағаузияла төрөк һәм төрөк-молдаван лицейҙары эшләй, артабан уҡыусыларҙы Төркиә үҙ иҫәбенә уҡыта. Йыл һайын Төркиә юғары уҡыу йорттарына 60 студент килә.
Бөгөн ғағауздар тураһында Европала ла яҡшы беләләр. Бының өсөн улар ҙур ижтиһадлыҡ ҡыла. Донъя ғағауздарының Конгресы ике тапҡыр уҙға­рылды. Өсөнсөһөндә миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Европа төркиҙәреМине аэропортта Дмитрий исемле эшҡыуар ҡаршы алды. Уны ғағауздыр тип уйлаһам, болгар булып сыҡты. Өс халыҡ – румын, болгар һәм ғағауз­дар – тышҡы ҡиәфәттәре менән бер-бе­реһенән айырыламы, тип ҡыҙыҡһындым. “Әллә ни түгел”, – тине ул. Ғағаузияның үҙендә болгарҙар менән ғағауздар ҡатнаш йәшәгән бер нисә ауыл бар. Румындар юҡ тиерлек. Шуныһы ла мөһим: ғағауздар — борон-борондан тығыҙ урынлашып йәшәгән халыҡ, тап шуның арҡаһында уларҙы бер ҙур милләт тә йота алмаған. Хәйер, оҙайлы йылдар урыҫса уҡытыу һәм дин берлеге йоғонтоһо һиҙелә шулай ҙа. Тиҫтә йылдар элек күпселек урыҫ те­лендә һөйләшһә, хәҙер ғағауз телмәре урамда ла ишетелә. Шулай уҡ уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында тышҡы донъя менән бәйләнеш урынлаштырыу үҙ һөҙөм­тәһен биргән, төрки халыҡтары менән бик ҡыҙыҡ­һы­налар. Был йәһәттән Төркиә алдынғылыҡты ҡулдан ысҡындырмай тиерлек. Конгреста ла был илдән делегаттар һәм журналистар күп ине.
Был оло сарала төрлө илдәрҙән килгән 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Ул Иоанн Предтеча сиркәүендә литургия менән башланды. Дини йолаларҙы атҡарыу урыҫ телендә алып барыла икән. Артабан Дан аллеяһында ғағауз мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған ике шәхескә – Д. Танасогло менән Н. Бабоглоға бюст асыу тантанаһы булды. Аллеяла тиҫтәләгән бюсты күргәс, уларҙың барыһы ла үҙ милләтенең күренекле шәхестәренә ҡуйылғандыр тип уйлағайным. Яҡыныраҡ килгәс, Азербайжандың дәүләт эшмәкәре Гейдар Алиев­тың бюсын күреп аптырап киттем. Шунда уҡ бер делегат та ошо һорауҙы бирҙе. Хатта тауышында ризаһыҙлыҡ та сағылды шикелле. «Гейдар Алиев — Ғағаузияның үҙаллылығын яҡлап сыҡҡан иң тәүге лидерҙарҙың береһе», – тигән яуап ишетелде. Артабан Төркиәнең элекке президенты Сөләймән Демирелгә ҡуйылған бюсҡа иғтибар иттем. Үҙем өсөн бер нәмәне астым: ғағауздар – рәхмәтле була белгән халыҡ. Улар үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоған яҡлаған, автономиялы ойошманы булдырыуҙа ярҙам иткән шәхестәрҙе тарихтарында мәңгеләштерә. Гүйә, милләттәштәрен ошо кимәлдән, ошо үлсәмдән төшмәҫкә саҡыра.

Дәүләтселекте нығытҡандарҙы хөрмәт итәләр

Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев­тың да бюсы ҡуйылды. Ғағаузияның Башканы Михаил Формузал бер сығышында аңлатып, шулай бел­дергәйне:
– Был бюсты Дан аллеяһына урынлаш­тыры­уыбыҙ – үҙ халҡы өсөн күп нәмә эшләгән бөйөк дәүләт эшмәкәренә хөрмәт. Назарбаев дәүләт­селекте һаҡлап ҡына ҡалманы, ә уны артабан көсәйтте һәм абруйын донъя кимәлендә күтәрҙе. Ул халҡының тормош кимәлен яҡшыртты. Был – үҙ халҡыңа хеҙмәт итеүҙең миҫалы, беҙҙең автономияла йәшәгәндәр өсөн үрнәк. Артабан да төрки халыҡтарының мәшһүр улдарына һәйкәл ҡуйыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Быға нимәлер өҫтәп әйтеүе лә ҡыйын. Ләкин ошо хәл генә лә ҙур булмаған халыҡтың, автономия етәкселегенең ниндәй бурыстар һәм маҡсат­тар менән йәшәүен асыҡ төҫмөрләргә мөмкинлек бирә.
– Эйе, ғағауздар – Европала ғүмер иткән үҙен­сә­лекле халыҡ. Ғөмүмән, Европа халҡы төркиҙәр тураһында улар аша ла фекер йөрөтә. Ғағауз­дарҙың «Беҙ – европалылар, беҙ – төрки­ҙәр, беҙ – нас­ра­ниҙар», – тиеүендә тәрән мәғәнә бар.
Молдова граждандары булараҡ, улар Европа илдә­ренә ирекле сыға ала. Әйткәндәй, Молдовала йәшәүселәр бөтәһе лә тиерлек бер нисә граж­данлыҡҡа эйә. Румындар (молдо­вандар) – Румыния, Италия, Испания, болгарҙар – Болгария, ғағауздар – Рәсәй һәм Төркиә граждандары. Башлыса ошо илдәрҙә эш табалар. Минең танышым Дмитрий ҙа бер нисә йыл Болгарияла булған. Эшҡыуарлыҡ серенә өйрәнгәс, бында ҡайтып, автосервис асҡан.

Конгресты туған телдә
алып барҙылар

Ғағауз Ери Башканы Михаил Формузал Конгреста ике тапҡыр сығыш яһаны. Мине уның бер ниндәй яҙыуға күҙ һалмайынса, саф ғағауз телендә һөйләүе хайран итте. «Был – беҙҙең дәүләтебеҙ. Кәнде дәүләтебеҙ», – тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа май булып яғылды. Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡайһы ғына илдән килмәһендәр, делегаттар барыһы ла туған телдәрендә, йәғни ғағауз, телендә сығыш яһаны. Тәүге ике Конгресс элек Молдованың рәсми органдары тарафынан инҡар ителгән булған. Ләкин Ғағауз Еринең, ғағауз халҡының үҙен танытыуҙағы ныҡышмалылығы һөҙөмтәһен бирә. Мин, әлбиттә, бындай саралар ҡатнаш – урыҫ һәм туған – телдә яңғырар тип уйлағайным. Аҙаҡ тәржемәсе алмауыма үкендем дә. Төркиә делегаттары төрөк телендә сығыш яһаны. Ғағауздар менән улар ир­кен аралаша. Дөрөҫ, ҡайһы бер ғағауз кешеһенән, төрөктәрҙә ғәрәп һәм фарсынан ингән һүҙҙәр күп, шуға уларҙы аңлауы ауырыраҡ, тигәнде лә ишетергә тура килде. Минең аңлауымса, был ике халыҡтың аралашыу теле нығына, камиллаша бара. Сит телдән ингән һүҙҙәрҙе ғағауздар төрөк (инглиз) яңғырашында әйтә: «стратеджик, програм» һ.б. Урыҫтан ингән һүҙҙәр ҡыҫырыҡлана бара. Аллеяла тамашаны алып барыу­сы мәктәп балаларын шиғыр уҡырға саҡырғанда «школа өйрәнджеләре» тип иғлан иткәйне. Мин, «шко­ла»ның тәржемәһе юҡмы, тип һорағас, «укул» тип хәҙер төрөксә лә әйтеүселәр бар, тип яуап бирҙе. Ысынлап та, Башкандың «укул өйрәнджеләре» тип әйткәненә иғтибар иттем. Бына шулай, әҙәби тел формалашыу өҫтөндә. Конгреста М. Формузал йәнә бер күренешкә баҫым яһап әйтте: «Оҙаҡ йылдар изоляцияла йәшәһә лә, ғағауздар – сит телдәр йоғонтоһона бирелмәгән, төрки тел сафлығын һаҡлаған берҙән-бер халыҡ. Төркиҙәр араһында ғағауздарҙың барлығын беҙ донъяға ишеттерергә тейешбеҙ».


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21