Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайҙар советы бар беҙҙә
Атайҙар советы бар беҙҙә
Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы республикабыҙҙа яңы йәмәғәт ойошмаһын – Атайҙар советын — булдырыу башланғысын тәҡдим иткәйне. Бер нисә ҡала һәм районда, шулай уҡ ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә улар эшләй ҙә инде. Ҡайҙалыр быйыл ғына төҙөлһә, Ағиҙел ҡалаһында ул 2013 йылдың февралендә ойошторолған. Атайҙар советының төп бурыстары һәм башҡарған эштәре хаҡында уның рәйесе Руслан ШӨҒӘЙЕПОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Яңы йәмәғәт ойошмаһы менән ныҡла­быраҡ таныштырып китһәгеҙ ине, Руслан Нәсим улы...
– Атайҙар советы — раҫланған ҡағиҙәһенә ярашлы ҡала хакимиәте ҡарамағында кәңәш биреү йүнәлешендә эшләүсе йәмәғәт ойошмаһы. Дө­йөмләштереп әйткәндә, ғаиләне нығытыуҙа, уның ҡиммәттәрен үҫтереүҙә, балалар тәрбиәләүҙә атай­ҙарҙың әһәмиәтен күтәреү һәм бөтә был эшмәкәрлектә ир-егеттәрҙең әүҙемлеген арттырыу, көстәрҙе берләштереү – уның төп маҡсаты. Ғаилә мәсьәләләре менән шөғөлләнеүселәр бихисап булһа ла, әсәйҙәрҙән айырмалы, ғаилә башлыҡтары был юҫыҡта гел икенсе планда ҡалып килде, күп ерҙә әле лә шулай дауам итә. Ошонан сығып ойошторолдо ла инде Ағиҙел ҡалаһындағы Атайҙар советы.
– Республикала беренселәрҙән булып эш башлауығыҙҙың нигеҙе ошо оло проб­лемаларҙы тиҙерәк хәл итергә ынтылыуҙыр инде?
– Бер яҡтан, нәҡ шулай. Әммә беҙҙең киңерәк һәм мөһимерәк маҡсаттар бар. Улар ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле көнитмешенә бәйле. 1992 йылда ҡалала атом электр станцияһы төҙөлөшөн туҡтатыу халыҡты, башлыса дәрт-дарманы ташып торған ир-егетте, хеҙмәт урынын ситтән эҙләргә мәжбүр итте. Вахта ысулы менән эшләү ғаилә башлыҡтарын өйөнән һәм яҡындарынан айырҙы. Былай ҙа бала тәрбиәләүҙә әллә ни ҡатнашмаған ир-ат (әлбиттә, барыһы ла түгел) был бурыстан бөтөнләй тиерлек ситләште, сөнки уның бар ғәйрәте, ваҡыты аҡса табыуға йүнәлде. Ғаилә башлығының оҙаҡ ситтә йөрөүе күп ауырлыҡ тыуҙыра — йүнләп эшләмәгән көнкүреш техникаһынан, үтмәгән бысаҡтан һәм һыу тамған крандан алып, балалар тәрбиәләүгә тиклем.
– Атайҙар советы... бысаҡ үткерләйме ни?
– Юҡ, әлбиттә. Фекеремде әйтеп бөтөрмәнем. Вахтанан һуң өйөнә аҙна-ун көнгә ҡайтҡан атай кеше “тулышҡан шеш”те дауаларға тотона, уның тәрбиә ысулдары күберәк шелтәләүгә һәм тыйыуға ҡорола. Был, үҙ сиратында, атай һәм балалар, шулай уҡ ир һәм ҡатын-әсә араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына килтерә. Икенсе яҡтан, аталары янында булмаған үҫмер егеттәргә үрнәк алырлыҡ кеше юҡ, йәш ҡыҙҙарға ла әсәй менән генә аралашыу етмәй. Ваҡыт үтеү менән балалар үҙ-үҙенә йомола, тиҫтерҙәренән дә ситләшә. Был шарттарҙа кемдер компьютер аша виртуаль донъяға сума, бәғзеләр хатта насар юлға ла баҫа. Тағы ла бер проблеманы әйтмәү яҙыҡ булыр ине. Ул да булһа ирҙәрҙең ситкә йөрөп эшләүе – айырылышыуҙарҙың беренсе сәбәбе. Бынан тағы ла балалар ыҙалана.
– Ирҙәрҙең барыһы ла ситтә эшләмәй бит...
– Беҙҙең Ағиҙел өсөн был да бик шәптән түгел. Уларға яҡшы хеҙмәт хаҡы алырлыҡ эш урыны булмағас, ғаиләнең матди хәле насарая. Һөҙөмтәлә атай кеше үҙен төп аҡса табыусы һәм туйҙырыусы тип һанай алмай башлай, шунлыҡтан үҙенә ышанысы кәмей, һөҙөмтәлә абруйы төшә.
– Былар дәүләт кимәлендәге мәсьәләләр түгелме ни?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бөгөнгәсә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалып килә бит. Шуға ла көсөбөҙҙән килгәндәрен үҙебеҙ хәл итергә ынтылабыҙ.
– Кемдәрҙән тора һуң Атайҙар советы?
– Атайлыҡты китаптан уҡып ҡына белеүселәрҙән түгел инде. Советтың ете ағзаһы – үҙҙәре бер нисә бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаилә башлыҡтары, һөнәрҙәре лә, вазифалары менән дә үрҙә әйтелгән мәсьәләләрҙе аңлап эш итергә һәләтле ир-уҙамандар. Мин үҙем, мәҫәлән, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы етәксеһе булараҡ, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең буш ваҡытын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу өсөн яуаплымын. Йәштәр сәнғәте һәм спорт бүлегендә эшләгән Олег Зимин сәләмәт тормошҡа арналған сараларҙы ҡала кимәлендә үткәрә. Эшҡыуар, бер үк ваҡытта яҙыусы һәм сәйәхәтсе Александр Новиков ауыр шарттарҙа йәшәгән балаларҙы сәфәрҙәргә, китап уҡыуға йәлеп итә. Мәшғүллек үҙәге белгесе Владимир Хар­лановҡа йәштәргә дөрөҫ һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү бурысы йөкмәтелгән. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Илгиз Ғи­ләжев ауыр яҙмышлы үҫмерҙәрҙе күҙ уңынан төшөрмәй, уларҙы бар сараларҙа ҡатнаш­тырырға тырыша. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Албирт Ниғәмәтуллиндың төп маҡсаты – йәш быуынды спорт менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. Бер үк ваҡытта “Дөйөм эш” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының республикалағы координа­торҙарының береһе булған Илнур Шәүәлиев (үҙе өҫтәмә белем биреү педагогы) тулы ғаилә принциптарын, сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалауҙа хәрби-патриотик сараларҙы, үҙ ғаиләһе өлгөләрен ҡуллана.
– Тағы ла ниндәй эштәр атҡараһығыҙ һуң, Руслан Нәсим улы?
– Улар өс йүнәлештә бара: йәштәрҙе атай һәм әсәй булыуға әҙерләү; барлыҡ атайҙарҙы, тәү сиратта, әлбиттә, вахтасыларҙы йәмәғәт тормошона әүҙемерәк йәлеп итеү; ауыр ғаиләләр менән эшләү. Ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советы, социаль яҡлау һәм бәлиғ булмағандар эштәре бүлектәре, мәктәптәр һәм башҡа ойошмалар менән берлектә эшләйбеҙ.
Бер йыл арауығында ҡала кимәлендә ойош­торолған сараларҙы телгә алып үтер инем: “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” байрамы, ата-әсәләр һәм уҡыусылар командалары көс һынашҡан ҡышҡы мини-футбол турниры. Шулай уҡ беҙҙең башланғыс менән насар ҡылыҡтарҙы бөтөрөүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”, мәктәптәрҙә махсус дәрес үтте. Иҫтәлекле даталарға һәм төрлө байрамдарға арналған ҡала тантаналарында ҡатнаштыҡ, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар булды, мәктәпте тамамлаусыларға һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итеү буйынса саралар уҙғарылды. Яҡын киләсәктә атайҙар конференцияһы, ирҙәр араһында спорт фестивале, ата-әсә һәм балалар йыйылма командалары араһында баскетбол, волейбол һәм футбол буйынса ярыштар, сәйәхәттәр ойош­торорға ниәтләйбеҙ. Беҙ төҙөгән “Атайҙар клубы” ла үҙ эшен әүҙемләштерәсәк.
– Ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтә тураһында һөйләргә иртәрәктер әле?
– Бәлки. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙҙа ауыр тормош шарттарына дусар ғаиләләр кәмене, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия шөғөлләнгән ғаиләләр бер ярым тапҡырға аҙайҙы, ошо арала ете үҫмер иҫәптән төшөрөлдө. 2013 йылда Ағиҙел тыуым буйынса бәләкәй ҡалалар араһында тәүге тапҡыр беренсе урынға сыҡты. Был күрһәткестәрҙә Атайҙар советының да өлөшө бар, әлбиттә.
– Мәғлүмәттәрегеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә уңыштарығыҙ күберәк булһын.

Ансар НУРЕТДИНОВ
әңгәмәләште.


Район: Ағиҙел ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә