Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш алымдары үҙгәрә, маҡсат элеккесә ҡала
Эш алымдары үҙгәрә, маҡсат элеккесә ҡала
Һөнәри байрамдары алдынан“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов менән әңгәмәне уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.


– Ирек Миңлевәли улы, быйыл Рәсәй поч­таһы түңәрәк датаны билдәләй. Байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!
–Ысынлап та, Рәсәй почтаһы көнө ил Президенты Указы менән теүәл егерме йыл элек – 1994 йылда – булдырылды. Шул осорҙан алып почта хеҙмәткәрҙәре йыл һайын июлдең һәр икенсе йәкшәмбеһендә һөнәри байрамын билдәләй. Әйткәндәй, быйыл түңәрәк даталар беҙҙең өсөн бының менән генә сикләнмәй. Тиҫтә йыл элек Республика федераль почта элемтәһе идаралығы “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы составына инде.
– Үҙаллылыҡты юғалтыу ҡыйын булманымы?
– Үҙаллылыҡты тулыһынса юғалттыҡ, тип әйтә алмайым. Күп кенә йүнәлештәр буйынса урындағы власть органдары менән эшләүҙе дауам итәбеҙ, берлектәге проекттарҙа ҡатнашабыҙ. Әлбиттә, функцияларҙың бер өлөшө, иң элек иҫәп-хисап һәм бүлеү менән бәйле булғандары, үҙәккә тапшырылды.
– Рәсәй почтаһының Башҡортостандағы филиалының үҙенсәлеге нимәлә?
– Беҙҙең филиал ғәйәт ҙур селтәрҙе тәшкил итә. Республикабыҙҙа 1 277 элемтә бүлексәһе иҫәп­лә­нә. Рәсәйҙең башҡа бер генә төбәгендә лә бүлек­сәләр һаны беҙҙәге кеүек күп түгел. Икенсенән, техник йыһазландырыуҙың юғары кимәлдә булыуы. Һәр бүлексә тиерлек Интернет селтәренә юғары тиҙлектә тоташыу каналына эйә. Бөтә “операция тәҙрәләре”ндә хеҙмәттәр өсөн түләүҙе тулыһынса автоматлаштырыу мөмкинлеген биргән почта-касса терминалдары урынлаштырылған. Тимәк, һәр элемтә бүлексәһендә, почта хеҙмәте күрһәтеүҙән тыш, түләүҙәр ҡабул ителә, кредит алыу һәм түләү, аҡса күсереү мөмкинлеге бар.
– Бының өҫтөнлөктәре һиҙеләме?
– Бүлексәләребеҙҙең 80 проценттан ашыуы ауыл ерендә урынлашҡан. Йыш ҡына төпкөлдә почтанан башҡа учреждение юҡ. Ә бит урындағы халыҡ административ үҙәктә йәшәгәндәр алған тиклем күләмдәге мәғлүмәткә, хеҙмәтләндереүгә лайыҡ, башҡарма власть органдары эшендә ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Бөгөн граждандар менән дәүләттең аралашыуы электрон төргә күсә бара. Заманса почта тап ошондай мөмкинлектәр бирә. Элемтә бүлексәләрендә Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталына, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт порталына, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ҡабул итеү бүлмәһенең рәсми сайтына инергә була. Коллектив файҙаланыу пунктында һәр кеше үҙенә кәрәкле учреждение тураһында мәғлүмәт таба ала. Бынан тыш, элемтә бүлексәләрендә һалым, административ штраф, мәҫәлән, ЮХХДИ буйынса, түләү мөмкинлеге бар.
– Бөгөн почта алдында ниндәй бурыстар тора һәм уларҙы нисек тормошҡа ашыраһығыҙ?
– Ике төп бурыс бар: хат-хәбәрҙе, баҫмаларҙы ташыу тиҙлеген арттырыу һәм бүлексәләрҙә сиратты кәметеү. Әле предприятиела логистика системаһы тамырынан үҙгәртеп ҡорола, ойоштороу структураһы үҙгәртелә. Почта һәм финанс хеҙмәтен, посылкалар йөрөтөүҙе үҙ эсенә алған стратегик үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Тиҙҙән һәр йүнәлеш айырым бизнесҡа бүленәсәк. Һөҙөмтәлә эштең сифатын арттырыу, күрһәтелгән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
Посылкалар тураһында айырып әйтергә кәрәк. Интернет аша сауҙа итеүҙең йылдам үҫеше ситтән тауар ағымын ҡырҡа арттырҙы. Был хәл республикабыҙҙы ла урап үтмәне. Рәсәй почтаһы аша килгән халыҡ-ара посылкалар һәм бәләкәй төргәктәр һаны һуңғы йылда байтаҡҡа артты. Тауарҙы килтереп еткереү ваҡытын кәметеү өсөн, почтаны эшкәртеүҙең логистика үҙәктәре йылдам төҙөлә. Шуларҙың Мәскәүҙәге һәм Новоси­бирскиҙағы икәүһе эшләй башланы ла инде. Күрше Татарстанда тағы ла берәүһе төҙөлә.
Бөгөн халыҡ-ара почтаның төп өлөшө беҙгә Ҡытайҙан килә. Былтыр Рәсәй почтаһы илебеҙҙең ҡайһы бер ҡалаларына, шул иҫәптән беҙгә яҡын булған Екатеринбургка тауарҙы һауа юлынан ташыу тураһында килешеүгә өлгәште. Ошо уҡ килешеүҙәргә ярашлы, Ҡытайҙан Ырымбурға автомобиль маршруты асыласаҡ. Башҡортостанда йәшәгән кешегә ебәрелгән әйбер Мәскәү түгел, ә күрше төбәк аша тиҙерәк килеп етәсәк.
– Тиҙлеккә бәйле хәл аңлашыла, ә бына сират мәсьәләһе нисегерәк?
– Бөгөн республикалағы уртаса элемтә бүлексәһе 80 төрлө хеҙмәт күрһәтә. Алда әйтеүемсә, бүлексәләрҙең төп өлөшө ауылдарҙа урынлашҡан. Башҡортостан халҡының күпселеге ҡалала йәшәй. Был биләмәләрҙә бүлексәләр етмәй, һөҙөмтәлә сират тыуа. Өҫтәүенә сит илдәрҙәге Интернет-магазиндарҙан алынған әй­бер­ҙәр нигеҙҙә ҡалаларға тура килә. Пробле­маларҙың бер өлөшөн яңы почта объекттарын асыу, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау ярҙа­мында хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, 2013 йыл аҙағында Өфөнөң Дим һәм Сипайлово биҫтәләрендә ике элемтә бүлексәһе асылды. Ошо ике биҫтә беҙҙең өсөн иң ҡатмарлылары ине. Шулай уҡ Өфөләге туҡталыш павильондарында почта элемтәһе пункттарын асыу буйынса тәжрибә проекты тормошҡа ашырыла.
Бынан тыш, сират мәсьәләһен хәл итеү өсөн беҙ клиентҡа почта аша килгән тауарҙы алыуҙың бер нисә юлын тәҡдим итергә тейешбеҙ. Шундай алымдарҙың береһе – посылканы үҙең теркәлгән ерҙәге элемтә бүлексәһенән туранан-тура алыу, икенсеһе – әйберҙе клиенттың өйөнә йәки офисына алып барыу, өсөнсөһө – клиенттың тауарҙы һуңға тиклем эшләгән һәм посылкаларҙы биреү менән генә шөғөлләнгән үҙәктән барып алыуы. Тап ошолар иҫәбенә хеҙмәтләндереү тиҙлеген арттырабыҙ.
Тәүге алым күптән йәшәй, икенсеһен Өфөлә былтыр ғына ғәмәлгә индерҙек. Клиентҡа шылтыратыу йәки Интернет аша мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Бөгөн 500-гә яҡын кеше һәм ойошма ошо хеҙмәттән файҙаланған. Өсөнсө алым өҫтөндә әле әүҙем эш алып барабыҙ, яҡын киләсәктә клиенттарыбыҙ унан файҙалана башлар, тип уйлайым.
Өфөлә ике почтомат, йәғни автоматлаш­ты­рылған камералар эшләй. Кеше, пин-кодты йыйып, посылканы камеранан үҙе ала. Сиратты кәметеү маҡсатында хеҙмәттәрҙең бер өлөшөн, мәҫәлән, түләүҙәрҙе, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалдарына күсерәсәкбеҙ.
– Әле ниндәй ҙә булһа һөҙөмтәләр тура­һында һүҙ алып барырға мөмкинме?
– Әлбиттә. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе – Яңы йыл байрамына тиклемге осорҙа эштә өҙөклөктөң булмауы. Быйыл сит ил Интернет-магазиндарынан байрам бүләктәрен ташыуға бәйле ялыуҙар бик аҙ булды. Күләмдең артыуына ҡарамаҫтан, төбәккә халыҡ-ара посылкаларҙы ташыу ваҡыты, уртаса алғанда, ике айҙан ике аҙнаға тиклем ҡыҫҡарған.
– Бөгөн күп кенә киң мәғлүмәт саралары почта ҡануниәтендәге үҙгәрештәр, почтаны акционерлаштырыу хаҡында яҙа...
– Һүҙ федераль дәүләт унитар предприятиеһын акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеү һәм “Почта элемтәһе тураһында” яңы закон ҡабул итеү ту­раһында бара. Хоҡуҡи яҡтан ошондай үҙгә­рештәр булмаһа, әле һөйләгән яңылыҡтарҙы ғәмәлгә индереү мөмкин түгел, сөнки ваҡыт йәһәтенән ресурс сикле, был ике процесс бергә бара. Үткән айҙа ФДУП-тың статусын үҙгәртеү тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһына индерелде. Ә “Почта элемтәһе тураһында”ғы закон проекты быйыл көҙ Думала икенсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Акционерлаштырыу почтаға, дәүләт ярҙамынан файҙалан­майынса, үҫешкә инвестицияны үҙ аллы йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта предприятиены хосусилаштырыу көтөлмәй. “Почта элемтәһе тураһында”ғы яңы Закон һуңғы үҙгә­реш­тәрҙе иҫәпкә алып, почта хеҙмәте баҙарындағы “уйын” ҡағиҙәләренә асыҡлыҡ индерәсәк, ләкин әлегә уға ҡағылышлы һорауҙар ҡала килә.
– Үҙгәртеп ҡороуға бәйле, банктар кеүек, һеҙ ҙә элемтә бүлексәләре һанын кәметергә ниәтләйһегеҙме?
– Ҡыҫҡартыу булмаясаҡ, бөтә бүлексәләр ҙә эшен дауам итә. Улай ғына ла түгел, беҙ селтәрҙе, шул иҫәптән ауылда ла әүҙем яңыртабыҙ, ошо эшкә байтаҡ инвестиция һалабыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел генә Иглин районының Охлебинин һәм Ғафури районының Ҡарағай ауылдарында капиталь ремонттан һуң элемтә бүлексәләре асылды. Бынан тыш, быйыл ғына Өфөлә, Салауат, Октябрьский, Межгорье, Саҡмағош һәм Николо-Березовкала тиҫтәгә яҡын бүлексә тулыһынса реконструкцияланды. Хәҙер республика халҡына заманса почта һәм финанс хеҙмәте күрһәтелә.
– Тимәк, селтәр техник яҡтан йыһаз­ландырыла, сифат өсөн көрәш бара. Шулай ҙа почтаның эшенән ҡәнәғәт булмағандар ҙа бар бит. Республикала бөгөн почта яҡшы эшләй тип әйтеп буламы?
– “Яҡшы” йәки “насар” тигән төшөнсәләр субъектив мәғәнәгә эйә. Салонға яңы машина һайларға килгәндә, хаҡынан тыш, двигателдең ҡеүәте һәм күләме, яғыулыҡ сығымы, техник хеҙмәт­лән­де­реү­ҙең күпмегә төшәсәге хаҡында ла ҡыҙыҡһына­һығыҙ. Ниндәй ҙә булһа аныҡ мәғлүмәтте алғас ҡына һығымта яһайһығыҙ. Почтаға бәйле хәл дә тап шулай. Эшебеҙҙең сифатын сағылдырған күрһәткестәр бар. Уларға өлгәшелә икән, тимәк, почта үҙенең тәғәйенләнешен үтәй. Бөгөн эшебеҙҙә төп күрһәткес – ул яҙма корреспон­ден­цияның ваҡытында тапшырылыуы. Был йәһәттән һөҙөмтәлелек 95 процент тәшкил итә. “Роскомнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙең филиалда ул 98,2 процентҡа тиң. Кире күренештәргә килгәндә, клиенттарҙың һәр мөрәжәғәте буйынса аныҡ эш итәбеҙ, сөнки етешһеҙлектәр тамырынан юҡ ителергә тейеш.
– Һеҙ тармаҡта утыҙ йылдан ашыу эшләйһегеҙ. Ошо ваҡыт эсендә үҙегеҙ өсөн почта эшенең сифатына контролдең ниндәйҙер махсус алымын таптығыҙмы?
– Көн дә бер нисә элемтә бүлексәһендә булырға тырышам. Урынбаҫарҙарым, бүлек етәкселәре менән кәңәшмәләрҙе даими үткәрәм. Шунда көндәлек эш буйынса фекер алышабыҙ, тейешле күрһәтмәләр бирәм. Бүлексәләргә барғанда уларҙың үтәлешен тикшерәм. Ҡайһы саҡта кәңәшмәне клиенттар залында уҙғарабыҙ. Был халыҡтың ихтыяжын яҡшыраҡ аңлау мөмкинлеген бирә.
– Һеҙҙең өсөн почтаға барыу нимәнән башлана?
– Бүлексәгә инеү менән хеҙмәт күрһәтелгән кешенең күҙенә бағам. Иғтибарымды йәлеп иткән икенсе нәмә – ул хеҙмәткәрҙәрҙең эш урыны. Сифатты күтәреү хаҡында һүҙ алып барабыҙ икән, иң элек хеҙмәт шарттарын яҡшыртырға кәрәк. Кешеләр үҙҙәренә яҡшы мөнәсәбәтте асыҡ тоя. Хәстәрлекте күрһәләр, бурыстарына ла яуаплыраҡ ҡараясаҡтар. Ошо маҡсатҡа ла байтаҡ аҡса йүнәлтәбеҙ.
– Һөнәри байрамығыҙ алдынан почта хеҙмәткәрҙәренә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Иң элек барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә еңел булмаған, әммә кешеләргә бик кәрәкле хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмәт белдергем килә. Тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт. Уларҙың тырышлығы булмаһа, бөгөнгө бейеклеккә өлгәшә алмаҫ инек. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем.

Борис СЛУЦКИЙ
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873