Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ильяс түгел, Иван буласаҡ!
Ильяс түгел, Иван буласаҡ!
Ҡатнаш никах – бөгөнгө йәмғиәттә ғә­ҙәти хәл. Статистика мәғлүмәттә­ре­нән күреүебеҙсә, һәр өсөнсө ғаилә төрлө милләтле. Улар хаҡында радионан, теле­визорҙан күп һөйләйҙәр, гәзит-журнал биттәрендә лә йыш яҙып торалар. Донъяла нисә кеше, шунса ҡараш, ти­гәндәй, һәр кем был турала үҙенсә уйлай. Берәү­ҙәр хуплаһа, икенселәре – кире фекерҙә. Кемдәрҙер ҡатнаш никах­та бәхетле йәшә­һә, бәғзеләр ғүмер бу­йы был аҙымға барыуына үкенеп көн итә.


Күптән түгел генә Өфө урамдарының береһендә таныш апайҙы осраттым. Хәл-әхүәл һорашҡас, урамда һөйләшеп то­роуҙы үҙһенмәй, сәйгә инергә тәҡдим ит­те. Фатиры эргәлә генә икән. Өйҙәренә ингәс тә, беренсе сиратта стенала­ғы Иисус Христос һәм тәре төшөрөлгән календарь иғти­барымды йәлеп итте. Аптырап ҡалдым. Минең һүрәткә текәлеп тороуымды күргәс, апай бер ни өндәш­мәй, йылмайып ҡына ҡуйҙы. Өҫтәл артында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ.
– Һин, моғайын да, ниңә бындай һүрәт элде икән тип баш ватаһыңдыр, – тип һораны ул кинәт кенә, уйҙарымды белгән кеүек. Яуапты ла көтмәй дауам итте. – Ирем икенсе милләт кешеһе, диндәре лә, күреп тораһың, башҡаса.
Әңгәмәсем, асылып китеп, үҙенең тормош юлын бәйән итте.
...Гөлсинә ауылда тыуып үҫә. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, баш ҡалаға уҡырға инә. Шул йылдарҙа Сергей исемле егетте осратып, уға тормошҡа сыға. Башта, буласаҡ кейәүҙәренең сит милләт кешеһе икәнен белгәс, ҡыҙҙың ата-әсәһе уларҙың бергә йәшәүенә ҡырҡа ҡар­шы төшә. Сер­гейға ҡарата булған мөхәб­бәте көслө булғанғамы, Гөл­синә ата-әсәһенең өгөт-нәси­хәттәренә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай.
Тик ғаи­лә­ләр ара­­­­­­һын­дағы аңла­­шыл­мау­санлыҡ туйға әҙер­ләнгән ваҡытта уҡ ки­леп сыға. Егет­тең ата-әсәһе, никахты ғы­на түгел, хатта туйҙы ла баш­ҡорт йо­ла­һына яраш­лы итеп үткә­реү­гә ҡар­шы булып, берәй кафела ғы­­на ул­тырырға тәҡдим итә. Гөл­синәнең атаһы:
– Берҙән-бер ҡыҙымды үҙебеҙҙең йолаға ярашлы кейәүгә оҙатам! – тип ҡарыш­ҡас, ҡоҙалар ҡул ғы­на һел­тәп ҡуя. Туй­ҙы ҡыҙ яғын­­да ғына үт­кә­рә­ләр ҙә шу­ның менән вә­с­сә­ләм. Шулай итеп, Гөлсинәнең ап-аҡ мендәр­ҙәргә төшөп килен булырмын тигән хыялы селпәрәмә килеп, тормошҡа ашмай ҡала...
Ғаиләләр араһындағы ҡы­тыр­шы­лыҡ­тар бының менән генә бөтмәй әле. Тәүге балаһы тыуғас, уны мәсеткә алып ба­рып исем ҡуш­тырырмын тип уйлаһа, һөйгәне лә, ҡәйнә­һе лә ҡаршы була. Үҙҙәренең йола­һына ярашлы, баланы сир­кәүҙә су­ҡын­ды­ралар. Урыҫ исе­ме ҡуш­­­­ты­ралар. Ни хәтлем ҡыйын булһа ла, түҙә Гөл­си­нә. Икенсе балама, һис шикһеҙ, бала ­саҡтан оҡша­тып йө­рөгән Ильяс исе­мен ҡу­шырмын, тип, үҙ-үҙен йыу­ата. Тик икенсе тап­ҡыр ҙа уға бәхет тә­те­мәй. Ҡай­наға­һы хеҙмәт­тәш дуҫы хөр­мә­тенә, Иван тип ҡу­шайыҡ, ти­гәс, уның үте­не­сен кире ҡаға алмай йәш ки­лен. Ни эш­ләйһең инде, үҙе лә хәҙер Гуля­ға әйләнгән. Ҡәй­нәһе, асыҡтан-асыҡ әйтмәһә лә, килененең башҡа мил­­ләт­тән булыуын үҙ итмәй. Йыш ҡына быға төрттөрөп тора.
Ваҡыт уҙа. Малай­ҙары буй еткереп килә. Тик ваҡыт үткән һайын баш­ҡорт йолалары, туған тел һа­ғындыра икән шул... Улдары ла баш­ҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәй. Бәләкәй саҡтарында өйрә­теп ҡа­раған әсәләре, тик, әлеге лә баяғы, ҡәйнәһе: “Бала­ларҙың башын ҡатырма. Башҡорт теле нимәгә? Балалар баҡса­һына, мәктәпкә барғас, нисек аралаш­һындар?” – ти. Ире лә уның һүҙен йөпләп торғас, Гөлсинә ҡул ғына һелтәй. Бына әле килеп эргәһендә рәхәтләнеп үҙ телендә һөй­ләшеп улты­рырлыҡ кеше­һе лә юҡ...
– Барына шөкөр итә белергә кәрәк. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, эргәмдә ми­нең өсөн өҙөлөп торған ирем бар, донъям бөтөн, балаларым иҫән-һау. Шулай ҙа, әгәр үҙебеҙҙең милләт кеше­һенә кейәүгә сығып, балаларҙы милли рухта тәрбиә­ләһәк, күңелем тынысыраҡ булыр ине, – тип һүҙен тамамланы Гөлсинә апай.
Ысынлап та, кешегә йәшәү өсөн рухи аҙыҡ бик мөһим, ә быны туған тел, бәләкәйҙән күңелеңә һеңдерелгән бишек йыры, ата-бабанан тапшырылған йолалар, мәҙәниәт, дин генә бирә ала.
Төрлө ярманы бергә һалып, ҙур ҡа­ҙанда бешереп ашап ҡарағанығыҙ бар­мы? Күпме бутаһам да, сейле-бешле, тәм­һеҙ булды, тиерһегеҙ. Һалған ма­йығыҙ ҙа был аҙыҡҡа тәм өҫтәмәҫ. Ҡат­наш никахты, минеңсә, ошо бутҡа менән сағыштырып була. Тыштан матур күренһә лә, бындай ғаиләләрҙә тел, дин, ғөрөф-ғәҙәт һәм башҡаһы буйынса йыш ҡына ҡаршылыҡтар сығып тороуы билдәле. Ундай шарттарҙа мөхәббәткә урын ҡала­мы ла бала үҙен бәхетле тоя аламы? Шуға күрә йәштәр ҡатнаш ғаилә ҡорор алдынан барыһын да ныҡлап уйлаһын ине.
Ҡатнаш никахтан тыуған балалар туған теле тип күпселек осраҡта урыҫ телен һанай. Һөҙөмтәлә телебеҙ онотола. Бала­ларға ла күпселек урыҫ исемен ҡушалар. Киләсәктә бындай Ивандарҙан Ильястар тыуыуы икеле... Халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев былай тип яҙған бит:
“Башҡорттан да, татарҙан да
Урыҫ тыуа – үәт бәлә!”


Автор: Гөлназ ХӘСӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә