Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һүнмәҫ шәмдең яҡтыһы
Мостай ағайҙың бер һүҙен, олоғая килә, йыш ҡына хәтергә алам. “Бүтәндәргә әйтер фекере булмаһа, кеше бала сағына әйләнә лә ҡайта”, — тигәйне ул. Ысындыр, сөнки артта ҡалған йылдарымдың һәр мәле, үҙем дә аңламаҫ мөҙҙәт етеүгә, йә шәм булып балҡып китә, йә һалҡын елдәй йәнде өшөтә.


Һуғыштан аҙаҡҡы ямаулы тун кейеп тә әллә кем булып йөрөгән йылдар. Имен ҡайтҡан фронтовиктар тамам бөлгән донъяһын хәл ҡәҙәренсә һипләргә көсәнә. Беҙҙең ише атай­һыҙ­ҙар өлөшөнә бәхетлеләр ҡыуанысын сит­тән генә күреп йөрөү яҙмышы төштө. Шулай ҙа ғәм гел генә йәшкә ҡойоноп ғүмер итә алмай. Тормошта күреү-күрешеү, күңел тартһа, йә­рә­шеү, йәрәшкәс, сөкөр-сөкөр һөйләшеп йәшәү кеүек ябай ғына, әммә мәғәнә тулы нәмәләр бар. Тәбиғәттә дауыл йыҡҡан ағас, тамыры ерҙә ҡалһа, йәш үҫентеләр менән терелеп китә. Яҙғы сыйырсыҡ ҡушы эргәһендә булһа, ғаләм­гә сорғолоп осорҙай талпынып һайрай. Беҙ — әле башты таҡыр итеп ҡырҙы­рып, донъя­ның аңын-тоңон белергә өлгөрмәгән малайҙар. Һуғыштан алдараҡ тыуған ағайҙарыбыҙ иһә йәшәү матурлығын күреп, Ерҙе күсәрендә зыр әйләндерергә дәртләнеп йөрөй. Уларҙың йөрә­ген өтөп барған хистәрҙе үҙең татып ҡараһаң ине! Дәрте, хыялдары йәш сағында быуыл­маһа, әҙәм балаһы мәхрүмлек һәм яңғыҙлыҡ юлын үҙ итмәй ул!
Ошо юҫыҡтан, сәйәсәт юлына төшмәй, үҙемә бик яҡын бер ҡатындың яҙмышы тура­һында ҡыҫҡаса ғына булһа ла бәйән итәйем әле.
Һуғыш ваҡытында беҙҙең Ҡаҙмаш Әбйәлил районында «индустриальный» ауыл булып китте. Уйлап ҡарағыҙ: яҙғы ташҡында Оло Ҡыҙыл буйлап ағас ағыҙалар, тал төйә торған әллә ниндәй промартель асып ебәрҙеләр. Баҡтиһәң, йәш тал ҡабығынан бик шәп экстракт-һут сыға икән. Инәйҙәр тире иләй, әлеге экстракт шуға кәрәк. Элекке сепаратор пунктын киңәйтеп, май заводы яһанылар. Май, эремсек эшләйҙәр, айыртылған һөттө эретеп, казеин тигән нәмә сығаралар. Тәүгеләре ҡәҙимге ниғмәт булһа ла, һуңғыһы буяу, елем, пластмасса һәм баш­ҡа кәрәк-яраҡ етештереү өсөн кәрәк икән. Ә һеҙ төпкөл, ҡараңғы башҡорт ауылы, тиһегеҙ...
Апай-ағайҙарҙың әлифбаһына талашып хә­реф танып, өйҙә тәҙрә аҫтарына йәбеш­те­релгән гәзиттәрҙе шытырлатып уҡып йөрөгән саҡ. Нисәнсе йыл икәнлеген хәтер ышаныслы ғына нығыта алмаған, ауылыбыҙға ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һарғылт сәстәре ҡулбаш­тарын ҡаплап торған бер апай килеп төштө. Май заводына мастер итеп ебәргәндәр, исемен дә белдек — Маруся. Алыҫ ауыл булһаҡ та, беҙгә унан алда ла татар, рус милләтле бел­гестәр килеп-китеп торғас, тағы бер мәрйәнең пәйҙә булыуын һис кем әллә ни иғтибарға алманы.
Һуғыштан һуңғы йылдар. Имен әйләнеп ҡайт­­ҡан фронтовиктар ғаиләләре менән ҡабат­тан донъя көтөп алып китте. Күптәр тегендә ҡалған. Шул арала буй еткерә башлаған йәш-елкенсәктең танауына әле еҫ инмәгән. Ат аҫ­тын­да ҡалып, аяғын зәғифләп һуғышҡа бар­­ма­ған Ғилман ағайым шул мөхиттә ауыл ҡыҙҙары өсөн күҙ өҫтөндәге ҡаш булып йөрөй.
Ағайҙы кәмһетергә ниәтләүҙән әйтмәйем. Бер аяғы кибеп, ағасҡа терәлеп ҡалһа ла, әсәйемдең иң өлкән ҡустыһы Ғилман ағайым ифрат күркәм егет ине. Ете класс менән дә юғары белемлеләрҙән мәғлүмәтлерәк булды. Ауылда бит ул саҡ берәй ғариза-фәлән яҙыу ҙа, бүтән төрлө рәсми документ рәтләү ҙә оло мәшәҡәт ине. Ҡайҙа, ни арала шымарып алған­дыр, иллә Ғилман ағайым бөтә ауылға писарь булды ла китте. Өҫтәүенә балалар уҡыта. Русса ла һин дә мин һөйләшә, мәжлестәрҙә ай-һайлап йырлап ебәрә, ағас аяғы менән иҙәнде төйгөсләп бейергә төшөп китә. Шуға Марусяны беҙгә еңгә итеп алып ҡайтыуына һис аптыра­маныҡ. Аптыраһа, еңгәбеҙҙең Оло Тәләктә ҡалған туғандары аптыра­ғандыр.
Карпустәр ҙур ғаиләһе менән һуғыштан ҡасып, Белоруссиянан Башҡортостанға килеп һыйынған икән. Аҙағыраҡ улар Өфөгә күсенде. Маруся еңгәй Ҡаҙмашта төпләнгәс тә, ҡыҙыу­лыҡ­тары һүрелмәй, уны алып ҡайтабыҙ тип килеп йөрөнөләр. Мин Мария Алексеевна Карпусь беҙҙең ер-һыуға ғашиҡ булған да унан айырыла алмаған икән, тип раҫламайым.
Кеше холоҡ-фиғеле менән нисек кенә анталашлы булмаһын, сит-ят телле, белмәгән ғө­рөф-ғәҙәтле мөхиттә йәшәп алып китеүе уға ба­рыбер ҡыйындыр. Магнитогорск, Силәбе яҡтарында йә уҡып, йә эшләп йөрөгән ағайҙар ауылға Ғилман ағайымдан алда ла, һуңыраҡ та урыҫ, украин еңгәйҙәрҙе эйәртеп ҡайтҡылай торҙо. Ләкин уларҙың береһе лә ифрат мәшә­ҡәтле ауыл тормошона ерегеп китә алманы. Маруся еңгәйҙе әллә заводтағы аш-һыулы эше тотто (һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ ваҡытта был да мөһим булғандыр), әллә ағайым шул ҡәҙәре арбаны, әллә башҡа сәбәптәр аяғын тышаула­ны, мәгәр Ҡаҙмашҡа нисек килеп төшһә, шунда майҙай һеңде. Беҙҙең яҡта берәй нәмә урынына йәп килгәндә, шулай тиҙәр.
Еңгәбеҙҙең һылыулығына беҙ һоҡланып йө­рө­гәнсе, уларҙың сабыйҙары тыуҙы. Ирина тип яҙҙырһалар ҙа, был көләкәс, шаталаҡ ҡыҙҙы беҙ бала сағынан Ира тип кенә йөрөттөк. Тәүҙә йәш Ихсановтар Ғарифулла олатайым­дарҙың мыжғып торған ғаиләһендә бергә йәшәп алды. Ошо оло йортҡа, атай фронтҡа китеп ғәйеп булғас, әсәйем, ике апайым менән мин дә килеп һыйынғайныҡ. Олатайҙың үҙенең тағы ике малайы үҫеп килә. Етмәһә, Ғилман ағайҙан кесерәк Менәүәрә апай, Магнитогорск яғында ауыр эштә сырхаулап, ҡайтып йығылды. Ҡыҫҡаһы, иркен өйҙө тарайтып йәшәп ятабыҙ, һәр кем үҙ мәшғүлендә. Ғарифулла олатайым менән әсәйем колхоз эшенән бушамай, Ғилман ағай, мәғлүмәтлерәк кеше булғас, яҙыу-һыҙыу тирәһендә, Ғәйнихаят өләсәйем, ҙур ғаиләләге ҡотолғоһоҙ ҡытыршылыҡтарҙы шымартып, һәр мәсьәләлә бер ибен табып, өй ҡото булып йөрөй, Маруся еңгәйҙең елкәһендә — әлеге заводы.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист.


(Аҙағы бар.)




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә