Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлек эҙҙәре буйлап
Йәшлек эҙҙәре буйлап Уҙған быуаттың 70-се йылдары ине. Черниковка биҫтәһенең Репин урамында урынлашҡан йорт фатирының бәләкәй генә ике бүлмәһендә күршеләр менән йәшәйбеҙ. Ирем Мирас Хәмзә улы аспирантурала уҡып йөрөй, ике бәләкәй улыбыҙҙы әле бер, әле икенсе балалар баҡсаһына икешәр айлап йөрөтөп алабыҙ, сөнки уларҙың тәғәйен урындары юҡ. Мин “Пионер” (хәҙерге “Аманат”) журналында эшләйем. Балалар өсөн дүрт-биш йыйынтыҡ сығарған шағирәмен. Үҫә килә, туғандар ҙа бер-бер артлы Өфөгә күсеп килә башланы. Үҙҙәренә йәшәр урын тапҡансы, беҙҙә тороп алалар, күмәк тормош бер нисә айға һуҙылып китә. Аҡса еткереп булмай. Төндәрен радио-телевидение тапшырыуҙары әҙерләйем, гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙам. Йоҡо туймай. Иммунитет ҡаҡшағандыр инде, Черниковканың һауаһы тынды быуа башланы. Бигерәк тә төндәрен.


Йәшлек эҙҙәре буйлапҒҮМЕРЛЕК ҺӨНӘРЕ ИТЕП ТАБИПЛЫҠТЫ ҺАЙЛАЙ

Аҙаҡ белдем, шул ваҡытта был биҫтәлә урын­лашҡан нефть эшкәртеү заводтары газ бүлеп сы­ғарған икән. Йыш ҡына бөтөнләй быуыла башлаһам, “Ашы­ғыс ярҙам” саҡыртабыҙ. Медиктар ҡаба­лан ғына укол эшләп, хәлде еңеләйтеп китә. Бер саҡ улар ошо төбәктә урынлашҡан бер дауахананың полик­линика­һындағы аллергологка кү­ренеп ҡарарға тәҡ­дим итте. Уның нимәнән дауалағанын да белмәйем. Тәүҙәрәк кә­ңәшкә ҡолаҡ һалмаһам да, сир үҙенекен итте. Киттем аллерголог эҙләп. Аҡ халатлы, минән 10-15 йәшкә өлкәнерәк сибәр ханым шул тиклем үҙ итеп хәлемде һорашты, бөтә тормошомдо һөйләп сығырға тура килде. Тынысыраҡ булырға, ауыр­лыҡ­тарҙың ваҡытлыса икәнен аңлап, юмор ме­нәнерәк ҡабул итергә, ял иткеләп алырға, ғөмүмән, үҙ һау­лығыма етдиерәк ҡарарға өй­рәтеүе, был биҫтәнән тиҙерәк күсергә кәрәклегенә ышандырырға тырышыуы хәтерҙә ҡалған.
Аҙаҡ, йылдар үткәс, йәмәғәтселек эштәре менән янып йөрөгән саҡта тағы осраттым мин уны. Үҙгәрмәгән дә кеүек: шундай уҡ яғымлы ҡараш, йыуатҡыс, ярҙамсыл тауыш. Был ваҡытта мин хаҡлы ялға сыҡҡайным инде. Ул да мине танып тора. Һөйләшеп киттек.
– Һеҙгә ғүмер буйы рәхмәтлемен, апай, ә исем-фамилияғыҙҙы иҫләмәйем. Ул саҡта, моғайын, һорарға ла онотҡанмындыр инде.
– Һиҙиәтова Венера Фәрит ҡыҙы булам. Һеҙҙе сәләмәт күреүемә шатмын. Әйткәндәй, бер юбилей кисәһендә эргәләш ултырырға тура килгәйне. Һөйләшә алманыҡ шул.
– Ғәфү итегеҙ, хәтерләмәйем. Әйтегеҙ әле, Венера апай, һеҙ күренекле хирург, профессор Ишмырҙа Һиҙиәтов ағайҙың туғанымы әллә?
– Мин – уның ҡатыны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ишмырҙа ағайың вафат инде.
– Гәзиттән уҡып, бик ҡайғырғайныҡ...
Был мөләйем ханым менән данлыҡлы хирургтың тормошо миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уға был хаҡта әйткәс, Венера Фәрит ҡыҙы мине үҙҙәренә саҡырҙы. Ҡошсоҡтарына ҡанат ҡуйып, ил буйлап осор­ған инә ҡош шикелле, ул фатирында яңғыҙ йәшәй.
80-де аша атлаған апайыбыҙ менән яңынан уның йәш сағына сәйәхәт ҡылдыҡ. Былай ҙа ваҡыт, тормош һынауҙарына бирешмәгән әңгә­мәләшем тағы ла йәшәреберәк китте. Минең һорауҙарым күп, ул иҫтәлектәре менән ихлас уртаҡлаша. Оҙон бер кис һиҙелмәй үтеп китте. Етмәй ҙә ҡалды. Тағы ла осраштыҡ. Ҡыҙыҡлы китап уҡып сыҡҡандай булдым. Бер генә түгел, бер нисә китапҡа етер ине хәтирәләр. Ҡайһы берҙәре менән гәзит уҡыусыларҙы ла та­ныштырғым килде. “Бер мөхәббәт тарихы” тип атарға ла мөмкин булыр ине был яҙманы, “Халҡыбыҙҙың лайыҡлы шәхестәре” тип тә.
...Ил яҙмышын иңдәренә һалған үҙ заманының алтын бағаналары бит улар. Саф мөхәббәтте, на­мыҫлы хеҙмәтте, матурлыҡты, изгелекте йәшәү ҡото, тормош маяғы тип инанған көслө илһө­йәрҙәр, өлгөлө атай-әсәй һәм остаз-тәрбиәселәр. Үҙҙәре янып, башҡаларға йылылыҡ, яҡтылыҡ таратыусылар.
Эй ғүмер тигәне, күҙ менән ҡаш араһы ғына икән шул. Шулай булһа ла, һағынып хәтерләрлек күпме иҫтәлек ҡалдырған ул. Венера апай һөйөклө ире менән бергәләп төҙөгән, уның һуңғы йылдарында икәүләп дәртләнеп донъя көткән төбәккә – Ҡужан ауылына ҡайтып бара. Унда Ишмырҙаһы менән һөйләшә-серләшә йөрөгән ҡырҙар, юлдар көтә.
Ҡапҡа төбөнә сығып ҡаршы алып торор һымаҡ тойола. Былай ҙа һәр саҡ янында кеүек йәмәғәте. Күңеленән гел уның менән һөйләшеп ала, кәңәш­тәрен тыңлай. Шуға ла үҙен яңғыҙ итеп хис итмәй Венера Фәрит ҡыҙы. Әле лә рухи терәк тә, тоғро дуҫ та ире уға.
Уйҙар, уйҙар... Ярай әле улар йылғыр, “һә” тигәнсә үткәндәрҙең үҙең теләгән мәленә илтеп ҡуя ла яңынан бөгөнгөгә алып ҡайта.
Венера заманына күрә алдынғы ҡарашлы, юғары белемле ата-әсәнең мөхәббәтле татыу ғаиләһендә дүрт бала араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫә. Атаһы Фәрит Вәли улын, тәжрибәле прокурорҙы, ул саҡтағы тәртип буйынса, Башҡорт­остандың әле бер, әле икенсе төбәгенә эшкә ебәрәләр. Яңы урынға ылығып, яңы дуҫтар менән аралаша ғына баш­лайһың да, бөтәһен дә ташлап, икенсе яҡҡа китергә мәжбүрһең. Был хәл юристарға ғына түгел, ҡала-район етәкселәренә, мәктәп дирек­тор­ҙары һәм дауахананың баш та­биптарына ҡағылғас, шулай кәрәк, тип ҡабул ителә инде. Барыбер ғаилә өсөн ҡыйыныраҡ: әсә кеше – физика-математика уҡы­тыусыһы Гөлсөм Хизбулла ҡыҙына барған һәр ерҙә йәшәү шарттары тыуҙырырға, яңы эш башларға, ә балаларға әленән-әле яңы класс коллективына өйрәнергә кәрәк.
Раевка урта мәктәбендә уҡый башлаған Венераға ла урта белем алғансы Красноусол, Нуриман, Белорет, Мәләүез, Юлдыбай, Бәләбәй, Йәрмәкәй мәктәптәрендә белем алырға тура килә. Зирәк, тырыш ҡыҙ һәр ғилем усағында ла тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә.
Ағаһы ла табипҡа уҡығанғамы, Венера ла медицина институтына инергә ҡарар итә. Ата-әсә ҡаршы килмәй. Тәүҙә Сталин исемендәге Мәскәү медицина институтында белем ала, икенсе курстан уҡыуын Өфөлә дауам итә.
Күңелле лә, фәһемле лә баш ҡала тормошо бө­төнләйе менән һәр яҡлап белемле, алдынғы булырға ынтылған, тылсымлы хыялдарға бай йәш ҡыҙҙың күңелен ялмап ала. Яңы драма спектаклдәре, опера һәм балет тамашалары, кинофильмдар ҡарарға ла ваҡыт таба ул. Мәҙәниәт тә бит уның күңеленә бик яҡын. Әле Раевкала уҡыған сағында уҡ, акробатик номерҙар менән сығыш яһағанын күреп, Ленинград хореография училищеһынан һәләтле балалар эҙләп йөрөгән педагогтар уны уҡырға саҡырһа ла, “Берҙән-бер ҡыҙымды бәләкәй сағынан уҡ ситкә ебәрмәйем”, – тип атаһы ҡаршы төшә.
Күп яҡлап һәләтле булып үҫте Венера: мәктәптә үк шиғырҙар, пьесалар яҙҙы, матур йырҙары, бейеүҙәре менән мәктәп, район концерттарында ҡатнашты. Тасуири уҡыу буйынса алдынғылыҡты бирмәне, иншаларын өлгө итеп бөтә класс алдында уҡый ине уҡы­тыу­сылар. Шулай ҙа ғүмерлек һөнәре итеп табип булыуҙы һайланы, һәм һис кенә лә үкенмәне ул. Ә инде мәҙәниәткә булған мөхәббәте уның тормошон са­ғыуыраҡ, тулыраҡ итте.
Машина тәҙрә­һенән йәм-йәшел яп­раҡ ярырға өлгөргән ағастар сәләм­ләп ҡал­ғандай. Үләндәр ҡуйырып үҫеп киткән, тәүге сәскәләр ҡо­яшта иркә­ләнә. Тәби­ғәттең яңынан тыуған осоро.
Ә Ишмырҙа менән улар сәстәрен сәскә бәйләгәндә, сатнап торған һыуыҡ көндәр ине. Ерҙе ап-аҡ ҡалын ҡар ҡап­лаған, ағастарҙы ҡу­йы бәҫ һырыған, танау-биттәрҙе алһыулан­дырған саф һауалы аҡ ҡояшлы бик матур мәл ине. Ниңәлер ошо ҡышҡы селләнән бар бул­мышыңды йылытыр­лыҡ нурлы яҡтылыҡ һирпелеп торған кеүек.

ҺӨЙӨҮ УТЫ ЫЖҒЫР ҺЫУЫҠТА ҠАБЫНА

Мөхәббәт... Был изге хис Венераны ла урап үтмәй. Бөтә күңелен йәшәп ятҡан һәм киләсәк тормошон ҡапыл балҡытып килеп инә ул күктән, ерҙән, бар донъянан бары тик аҡ бәхеттәр көтөп йәшәгән йәш ҡыҙҙың йөрәгенә.
Йәшерәһе түгел: күҙе төшөп, нисек танышырға, ҡайһылай итеп күңелен яуларға белмәй йөрөгән егеттәр күп булды инде ул. Нәҙекәй билле, төҫкә-башҡа һылыу, донъяға етди ҡарашлы, һәйбәт белгес буласағы күренеп торған, бик күп сәнғәт төрҙәрен иш иткән ҡыҙҙар айырылып тора шул. Хатта һүҙ ҡуйышҡан егете лә бар ине. Ә яҙмыш үҙ юлынан алып китте.
Ишмырҙаны ла һәйбәт белә ине Венера. Инсти­тут­тың комсомол ойошмаһы секретары. Уҙға­рылған һәр сараны ойоштороп йөрөүсе, һәр эштә маһир егет-уҙаман. Төҫкә-башҡа, буй-һынға килмәгән ере юҡ: нур сәселеп торған ҡара күҙле, кешеләргә ихтирамлы, ниндәйҙер әйҙәүсе көскә эйә был башҡорт егете. Етмәһә, разрядлы саңғысы, көрәшсе, шахматсы ла бит әле.
Ул йыш ҡына ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәгә инеп йөрөй. Күпте белеүе, ярҙамсыл булыуы оҡшай. Уға ғашиҡ булмаған ҡыҙ булдымы икән мединститутта? Ә Венераның артыҡ иҫе китмәй, ләкин егеткә оло хөрмәт менән ҡарай. Тик уның ғына кемгә күҙе төшкәнен белеп булмай, бүлмәләге һәр ҡыҙ менән тигеҙ мөғәмәләлә кеүек. Эш, һөнәр тураһында ғына түгел, ҡайһы берҙә ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп көлдөрөп тә ала. Уның үҙенә төбәлгән утлы, мәғәнәле ҡара­шын тойоп, ҡыҙарып та ҡуя Венера. Тик ул уның ип­тәш ҡыҙы менән күберәк һөйләшә, серләшә һымаҡ. Ә үҙ төркөмдәренең комсомол секретары булған Венера менән бары тик йәмәғәтселек эше тураһында ғына фекер алыша.
Никах күктәрҙә теркәлә, ти халыҡ. Дөрөҫтөр ул. Бына бит Венераға ла бығаса хыял иткән тормошон үҙгәртеп, кейәүгә сығырға һөйләшеп-ки­лешелгән кешеһен ҡалдырып, ошо Әбйәлил егете Ишмырҙа Һиҙиәтовты икенсе яртыһы итергә яҙған икән. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, ни эшләйһең инде, өлө­шөмә төшкән көмөшөм шул булғас, тип үкенеп көн итмәне, 44 йыл буйы һөйөп-һөйөлөп йәшәне, ысын мөхәббәте тап Ишмырҙа булғанлығына көндән-көн нығыраҡ ышана барҙы.
Эй йүгәнһеҙ уйҙар... Йәшлек иҫкә төшкәндә күңелдәрҙе тетрәндереп, ул саҡтағы бер ҡатлы саф тойғоларҙы яңынан тоҡандырып ебәргәндәй улар. Бына Белоретҡа ла килеп етелгән. Алда ла, эргәлә лә машиналар ағымы: ул автобустар, ул эреле-ваҡлы еңел машиналар... Заман ауыр тиһә лә ҡайһы берәүҙәр, һис тә ауыр түгел ул хәҙер. Ҡатмарлыраҡ тип билдәләү дөрөҫтөр.



(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872