Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәлең нисек, һуғыш балаһы?
Хәлең нисек, һуғыш балаһы?
Әсәһе йәки атаһы булмаған бала һыңар ҡанатлы ҡошто хәтерләтә. Ҡәҙерлеләренең наҙынан мәхрүм кескәйҙәр һауаға, бейеккә, талпынып осор өсөн ныҡлы терәк-таяныс, этәргес көс эҙләй, әммә таба алмай. Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында ғәзиз кешеләрен, бала сағын юғалтҡан ҡыҙҙар менән малайҙар ҙа ошо ҡошсоҡто хәтерләтә кеүек. Бәләкәй саҡтарында әсәй менән атай ҡосағында иркәләнеп үҫәһе урынға яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһын кисереү, өлкәндәр менән бер рәттән төрлө ауыр эшкә егелеү, тамаҡ туйҙырыу өсөн серек картуф булһа ла эҙләү, ялан-ҡырҙарҙағы балтырған, ҡаҡы, йыуа кеүек үҫемлектәр менән туҡланыу, төрлө сир менән яфаланыу... Һуғыш осоро балалары үҙ иңендә татыған ҡайғы-хәсрәтте теҙеп яҙһаң, гәзит бите етмәҫ ине, моғайын. Өҫтәүенә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илде, завод-фабрикаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, сәнәғәтте, ауыл хужалығын һәм башҡа тармаҡтарҙы тергеҙеү кеүек ауыр бурыстарҙы ла тап ошо быуын вәкилдәре атҡарып сыҡты. Бөгөн улар ниндәй хәлдә? Нисек ғүмер кисерәләр? Дәүләт уларҙы ярҙамдан мәхрүм итмәйме? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән «Һуғыш балалары» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Александр ПАЛТУСОВҡа мөрәжәғәт иттек.


– Александр Михайлович, тиҙҙән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Был – бик ҡыуаныслы ваҡиға, әлбиттә. Әммә ошо байрам алдынан тотош бер быуын вәкилдәренең, Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларының, яҙмышы беҙҙе борсой.
– Мин үҙем – Бөйөк Еңеү өсөн бөтә көсөн һалған, сәләмәтлеген йәлләмәгән кешеләрҙең балаһымын. Атайым Михаил Иванович 1942 йылда Сталинград өсөн яуҙа аяҡтарын туңдырған. Һөҙөмтәлә уның бөтә бармаҡтарын киҫкәндәр. 1946 йылда ғына ғаиләһенә әйләнеп ҡайтҡан ул. Әсәйем Нина Васильевна Түбәнге Тагилдағы заводта снарядтар эшләгән. Үҙем Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуған булһам да, мине ошо осор ҡыҙҙарының һәм малайҙарының яҙмышы күптән ҡыҙыҡһындыра ине. 2001 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, 1928 йылдан 1945 йылға тиклем тыуғандар хаҡында мәғлүмәтте ентекләп йыя башланым.
– Әле һеҙ етәкләгән «Һуғыш балалары» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе ҡасан барлыҡҡа килде?
– 2012 йылдың 26 февралендә «Һуғыш балалары» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының ойоштороу съезы булды. Әйткәндәй, үҙем 1979 йылдан алып Коммунистар партияһы ағзаһымын. Ошо уҡ йылдың 24 ноябрендә Рәсәй Коммунистар партияһы Башҡортостан бүлексәһенең конференцияһында был хәрәкәтте булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Унда респуб­ликалағы бөтә райондарҙың һәм ҡалаларҙың вәкилдәре ҡатнашҡайны.
– Был ойошманың маҡсаты ниндәй?
– Ошо осорҙа тыуған балалар ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашһын, республиканың дәүләт органдары вәкилдәре, депутаттар уларға иғтибар итһен өсөн атҡарыла барлыҡ эштәр. Иң мөһиме – уларға төрлө ташламалар булдырырға кәрәк. Илдең ундан ашыу төбәгендә был эшләнелгән дә инде. Күптән түгел ошондай ҡарар Пермь крайында, Һамар өлкәһендә ҡабул ителде.
– Һеҙҙеңсә, һуғыш осоро балаларына ниндәй ташламалар ҡаралырға тейеш?
– Һуғыш балаларының күбеһенең аталары Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерен йәлләмәгән һәм, үҙҙәре һәләк булған осраҡта, Тыуған ил ҡыҙҙары һәм улдары тураһында хәстәрлек күрер, тип ышанған. Хәҙер һуғыш балалары – хаҡлы ялдағылар, иң кеселәренә – 69 йәш. Күбеһе 6 – 10 мең һум пенсия ала, ә был суммаға ғына йәшәүе бик ауыр. Коммуналь хеҙмәттәр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек өсөн генә әллә күпме аҡса китә. Шуға ял итәһе урынға тағы тир түгергә мәжбүрҙәр. Сәләмәтлектәре ҡаҡшау сәбәпле, эшләй алмағандарына хатта дарыу һатып алыу өсөн аҡса еткереүе бик ауыр. Ошонан сығып, шуны әйтке килә: уларға бер тапҡыр аҡса бирелһә лә, бик ҡыуанырҙар ине. Хатта 500 һум да ҙур бүләк бит ул. Иң мөһиме – ваҡытында күрһәтелгән иғтибар һәм ярҙам.
Бәлки, киләсәктә һуғыш балаларына транспортта бушлай йөрөү, илдең герой ҡалаларына сәйәхәт ойоштороу кеүек саралар күрелер. Иң ҡыҙғанысы шул: был быуын вәкилдәре хаҡлы ялға киткән осор уҙған быуаттың төрлө иҡтисади үҙгәртеүҙәргә бай 90-сы йылдарына тура килде. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татығандарға тағы һынауҙар өҫтәлде.
– Үҙегеҙҙе борсоған был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
– Һуғыш балаларының исемлеген төҙөйбөҙ. Өфө, Күмертау, Бәләбәй, Салауат ҡалаларында, Ғафури һәм Мишкә райондарында йәшәүселәрҙән генә – 25 мең, тотош республика буйынса 45 мең ҡултамға йыйылды. Апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан һуғыш балаларына ярҙам күрһәтеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйнек. 7 майҙа Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы үткәрелгән тантанала Рөстәм Зәки улы: «Финанс йәһәтенән беренсе мөмкинлек килеп сыҡҡанда уҡ был мәсьәләне хәл итергә тырышырбыҙ», – тине.
– Александр Михайлович, гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ бармы?
– Һуғыш балаларына үҙҙәре иҫән саҡта уҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡалырға кәрәк. Уларҙың ата-әсәләре беҙҙең тыныс тормош өсөн ғүмерен бирҙе. Ә был быуын вәкилдәре завод-фабрикаларҙа, өлкәндәр менән бер рәттән, хәрби техника әҙерләне, ялан-баҫыуҙарҙа алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Бала сағы урланғандарға, ваҡытынан алда олоғайғандарға, сәләмәтлеген иртә юғалтҡандарға иғтибарҙы йәлләмәһәк ине. Форсаттан файҙаланып, эшемдә терәк-кәңәшсе булған Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Муллағәлләмовҡа, уның беренсе урынбаҫары Сергей Габриэловҡа, Өфөнөң Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Анатолий Анчуновҡа, уның урынбаҫары Андрей Ширяевҡа, советтың секретары Светлана Исламоваға, Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе сәйәси советы секретары Рифҡәт Гардановҡа рәхмәт әйткем килә.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә