Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уйҙар, уйҙар...
Республикала һабантуйҙар гөрләп үтте. Бына бер нисә йыл инде июнь аҙағы Башҡортостан райондары өсөн “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы менән иҫтәлекле. Бала сағымда уның беренсеһе нисек үткәрелгәненә шаһит булараҡ, әһәмиәтенә туҡталып китмәксемен.

Иң тәүҙә тарихи хатаны төҙәтеп ки­тергә кәрәк. Матбуғатта ул иң беренсе Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында үткәрелде тигән фекер йәшәп килә. Уға нигеҙҙе бил­дә­ле ғалим Ғәли Ишбулатов һалған тип иҫәп­ләйҙәр. Әммә Әбйәлил районы етәк­се- ле­­гендә күп йылдар эш­ләгән Таһир Ғаб­дул­лин – ул беҙҙең кол­хоздың рәйесе бул­ды – гел генә: “Һау­­мы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамы республикала беренсе булып беҙҙең Буранғол ауыл Советына ҡараған Һә­йет­ҡол ауылында үткәрелде”, — тип әйтеп килде. Был дөрөҫ тә. Ошо йыл­дарҙа беҙ­ҙең ауыл Советы үҙенең күп башлан­ғыстары менән бөтә республикала танылыу яуланы.
1978 йылда “Ҡарға бутҡаһы” байрамына арналған республика семинары үткәрелде. Быны бик яҡшы хә­­тер­­ләйем, сөнки ул мәлдә сығарылыш имтихандарын бирә инек. Ҡа­тын-ҡыҙҙар советы тарафынан һуңынан рес­публика кимәлендә таралған ниндәй генә байрамдар үткәрел­мәне: “Шәжәрә”, “Ҡәй­нәләр, килендәр”, “Ҡаҙ өмәһе”… “Комсомольская правда” гәзитен­дә данлыҡлы журналист Василий Песков­тың ҡаҙ өмә­һенә арналған ҙур мәҡәләһе баҫылып сыҡҡас, беҙҙең ауыл тураһында бөтә илгә мәғлүм булды: Советтар Союзы­ның төр­лө мөйөш­тәренән тоҡлап хаттар килә ине.
Яңыраҡ Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәгән Мөнир ағай Шәй­хет­динов менән әңгәмә ҡорорға насип бул­ғайны. Ул: “Кешелә насар яҡтар яҡшы­һы­­нан күберәк”, – тип һөйләп ул­тыр­ҙы. Донъя­­ның әсе-сөсөһөн татыған кеше бул­ғас, уның был һүҙҙәре күңелемдә уйылып ҡалды. Ысынлап та, донъя шарттары кеше­нең теге йәки был сифаттарын алға ҡуйырға мәжбүр итә. Шул уҡ баҙар иҡти­сады (капитализм) кешелә ятҡан насар һыҙаттарҙы аҡса һуғыу өсөн егергә этәрә – юҡҡа ғына “кеше кешегә дошман” принцибы йәшәү лозунгына әйләнмәне.
Был йәһәттән “Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!” бай­ра­мының нигеҙендә кешелә булған яҡшы сифаттарҙы күрһәтеү ята. Һәр йорт хужаһы, урам, ойош­ма был байрамға ал­дан әҙерләнә башлай: кемуҙарҙан иха­та­һын, йорт-кәртәһен йүнә­тә, буяй, ма­тур­лай. Һәр кем күршеһе­нән ҡалы­шырға теләмәй, хатта иң ялҡау тип һа­нал­ғандары ла ҡунаҡтар алдында оятҡа ­­ҡалмаҫ өсөн бар тырышлығын һала. Был йәһәттән байрамды һабантуй­ҙарҙан өҫ­төнөрәк күрәм. Ғөмүмән, һабан­туй­ҙар ҡалыпҡа һалынған – бер ра­йон­да- ғыһы икен­се­һенән бер ни менән дә айырылмай тиерлек. Һәр хужа­лыҡ үҙенең тирмәһен етәкселәр өсөн генә әҙерләй. Ауылдаштар байрамы иһә, һәр кемдең үҙ инициативаһын күрһәтеү мөм­кинлеге киңе­рәк булғас, ҡы­ҙыҡлыраҡ үтә.
Был байрам Әбйәлилдә күптән үткә­рел­гәс, ауылдарҙың тышҡы йөҙөн ныҡ үҙгәртте: Башҡортостандағы иң матур өйҙәр беҙҙә урынлашҡан – быны күп­тәрҙән ишетеп бе­ләм. Уның республика тормошо өсөн дә тәьҫи­ре ҙур булды. Юҡҡа ғына баҙар ре­фор­маһы йылдарында ауылда йәшәгән халыҡ дөйөм Рә­сәйҙә кәмеһә, беҙҙең республикала 1,1 тапҡырға артмағандыр. Әле халыҡтың 36 проценты ауылда йәшәй. Был процесс бөгөн дә дауам итә – үҙенең килә­сәген ауыл тормошо менән бәйләү­селәр арта бара.
Ауылдаштар осрашыуы ғәйәт ҙур әһә­миәткә эйә. Күп йылдар элек тыуған ауылын ташлап сығып, тырым-тырағай та­ра­лышып бөткән, күптәренең туған­дары ла ҡалмаған яҡташтарҙың тыуған төйәгенә ҡайта алыуы –– бөтә кеше өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур шатлыҡ. Быны тасуирлауы еңелдән түгел: күҙҙәренән йәш сыҡҡан “сит” кешеләрҙе күреү бер кемде лә битараф ҡалдырмай – ауылыңдың ниндәйҙер йәшерен көсөн һиҙәһең. Төп­көл тип иҫәпләнгән ауылдан сыҡҡан ҙур апай-ағайҙарҙы күргән бала-саға өсөн аңлашылмаған яңы офоҡтар асыла. Юҡҡа ғына Һәйетҡол ауылы “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен башлап ебәрмәне – сәсә­ниә Вәсилә Садиҡова ошо байрамдарҙы үткә­реп “сыныҡты” ла инде.
Ауылыбыҙҙың ағинәйе, уның тарихын яҡшы белгән Бәширә инәй Усманова: “Бай­рамға әҙерләнгәндә ата-бабабыҙға хас бер­ҙәмлек, татыулыҡ асыла. Һәр кем ярҙамға килергә әҙер тора, мәҫәлән, бер ташландыҡ өйҙөң башын тиҙ арала кү­мәк­ләшеп ябып ҡуйҙылар. Ауылды ғына түгел, уның тирә-яғын да тәртипкә кил­те­рәләр. Кеше алдын­да ауылдың тарихына ҙур өлөш индергән ветерандарҙы ололау иһә бик ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә”, – ти. Ысынлап та, бындай кешеләр һәр ауылда ла етерлек: Рәсимә Сәмиғуллина, әсәйем Мәүзиға Ғәбитова, Гөлнур Ишмырҙина, Сәғәҙей менән Сабир За­һитовтар, Сит­дыҡ Зарипов, Әсләм Искән­йәров, Нуриман һәм Ха­жиәхмәт Баязитовтар, Йәүҙәт, Ильяс һәм Мәсғүт Кил­де­­йә­- ровтар, Вәлит һәм Рәфәғәт Ғәбитовтар, Ғәлләм Фәсхет­динов, Вәлит Сәлмәнов, Әхмәт һәм Әкрәм Моратовтар, Ғәли һәм Ғәнит Хамматовтар, Ғиниәт һәм Әғзәп Вәлиевтәр, Рәфҡәт Ғүмәров, Сабитовтар – бөтәһен дә һанап бөтөрлөк түгел. Уларҙың һәр ҡайһыһы тыуған ауылын үҫтереү өсөн бар көсөн һалды.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байра­мы­ның 1970 — 1980 йылдарҙа барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Ул осорҙа ауыл тормошо гөрләп торҙо. Дәүләт аҙыҡ-түлек программаһын ҡабул итте, агросәнәғәт комп­лексы ҙур үҫеш алды. Тик һуңынан, Борис Ельцин командаһы тарафынан колхоз-совхоздар таратылып, ауыл бөл­гөн­лөккә төштө.
Ысынлап та, үҙегеҙ сағыштырып ҡа­ра­ғыҙ: республика буйынса хәлде аңлау өсөн үҙемдең тыуған ерем тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр (Бәширә инәй Усмановаға рәхмәт) менән таныштырып үтәм. Улар һәр ауылға ла хастыр. Урман эсендә йәшәп тә, ағас алырмын тимә. Оҙаҡ йылдар эшһеҙ ятҡан ир-егет бихисап. Күпләп мал көтөр инең, итен-һөтөн отош­ло һатып булмай. Советтар Союзы тар­ҡалыу менән мал көтөү проблемаға әй­лән­де: иркенләп йөрөгән мал-тыуар са­бын­лыҡтарҙы тапап, халыҡты бесәнһеҙ ҡалдыра. Йәш быуын ер-һыу атамаларын белмәй, тиҙ арала былары ла онотоласаҡ. Иң әсен­дергәне — балалар­ҙың, ауылда йәшәп тә, тәбиғәттән ситлә­шеүе: һыу буйында балыҡ тотҡан, ҡырҙа йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡуянтубыҡ, һарына йый­ған бала-сағаны күрмәҫһең. Ауылдағы ҡа­рау­­һыҙ эттәр ҙә йыш ҡына кешенең малын тамаҡлап китә, ә прокуратура, закондың хәрефенә генә таянып, уларҙы аттырмай. Эшҡыуарлыҡ башлыса сауҙа итеүҙән тора. Көмөшкә, ялған араҡы һатып байыуҙы кәсеп тип күргәндәр ҙә етерлек. Эскелектең ҡатын-ҡыҙ араһында таралыуы ла борсой, уларҙың күпселеге ауылға килен булып төшкән икән.
Ауылыбыҙҙа 24 буйҙаҡ ир бар, шулар­ҙың яртыһынан күбе бер тапҡыр ҙа ғаилә ҡороп ҡарамаған. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәп менән – ире үлгән, айы­рылған, ке­йәүгә сыҡ­маған – яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ ҙа етер­лек. Үлем дә күп: Бәширә инәй иҫәпләүенсә, бөтәһе 20 кеше (!) үҙенә ҡул һалған. Барлығы 24 өй буш тора, шулар­ҙың бер нисәһе емерек хәлдә...
Проблемалар күп. Был хәҙерге ауыл­дағы тор­моштоң дәүләт тарафынан яңы­лыш ойошторолоуына ғына бәйле­лер. Әммә “Эшһеҙлек хөкөм һөргән заманда был байрамды үткәреү­ҙең кәрәге юҡтыр” тигән тәҡдимемде хуплаған кеше осраманы. Был шатландыра, тимәк, ниндәй­ҙер өмөт бар. Ауыл хужалығын бө­төр­һә­ләр ҙә, ауылдар ҡалыр. Юҡҡа ғына боронғолар “Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор” тимәгәндер.


Һуңғы арала дәүләттең ауылға иғтибары ҡырҡа кәмене. Сит илдән кил­терелгән ризыҡ-ниғмәттәрҙең арзаныраҡҡа һәм анһатыраҡҡа төшөүе (ә уның сифаты тураһында уйланғандар һирәк) беҙҙең ауылдарға мох­таж­лыҡ­ты кәмет­те. “Эшләһәң – эшлә, эшләмәһәң – юҡ! Газ һатыуҙан килгән аҡ­саға беҙ те­ләһә ҡайҙан аҙыҡ-түлек килтереп, илде туйындыра алабыҙ” тигән ҡараш йәшәй һымаҡ. Ауыл хужалығына булған ярҙам күҙ буяу өсөн генә. “Ана бит, ярҙам итәбеҙ, тағы нимә кәрәк!” – тип әйтер өсөн. Ысын­барлыҡта ауыл үҙ ихтыярына ҡуйылған. Ә уға йүнәлтелгән бюджет аҡсалары ағымы мәктәптәрҙе, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, клуб, китап­хана кеүек социаль объект­тарҙы “яптымизациялау” аша ҡоротола.
Ошолай булыуына ҡарамаҫтан, ауыл үҙенең таҙалығы, эскерһеҙлеге менән һәр саҡ күңелдәрҙе тартып торасаҡ. Бәлки, сәйерерәк яңғырайҙыр: ауылдан кешеләр күберәк киткән һайын, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” байрамдары дәррәүерәк үтә. Ә һабантуйҙар, үкенескә ҡаршы, ауылдар араһында һирәк күренешкә әүерелә бара.

Ихтирам менән, тележурналист, “Ҡайтайым ауылыма!” телетапшырыуы
авторы һәм алып барыусыһы Шамил Кучуков.





Буранғол ауылы тураһындағы мәғлүмәт 1757 йылдан билдәле. Икенсе исеме – Ҡуянсыҡ. 1866 йылда 59 йортта 321 кеше йәшәгән, шунан бирле халыҡ һаны арта барған: 1909 йылда – 493, 1920 йылда – 601, 1939 йылда – 637, 1959 йылда – 548, 1989 йылда – 650, 2002 йылда – 742, 2010 йылда – 773 кеше.
Башҡортостанда ауылдар һаны ХХ быуат уртаһына тиклем арта, әммә 60-сы йылдарҙа үткәрелгән административ реформа арҡаһында улар эреләтелә башлай, “киләсәкһеҙ”ҙәре бөтөрөлә. 1972 йылда 5561 ауыл булһа, 1981 йылда – 5015, 2002 йылда – 4586, 2010 йылда 4532 иҫәпләнә. 1923 – 2010 йылдарҙа республикала ҡала халҡы 12,9 тапҡырға артһа, ауылдағыларҙың һаны 1,6 тапҡырға кәмегән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872