Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәшмәк үҫтерергә лә өйрәтәләр
Бәшмәк үҫтерергә лә өйрәтәләр
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә берҙән-бер ауыл хужалығы техникумы уңышлы эшләй. Ул Дыуан ауылында урынлашҡан. Мәғариф өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр барғанда был уҡыу йортоноң көнитмеше нисек? Ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Төбәк халҡы өсөн белем усағының әһәмиәте бармы? Гәзит уҡыусыларҙы Дыуан аграр техникумы эшмәкәрлеге менән таныштырмаҡсыбыҙ.


Бәшмәк үҫтерергә лә өйрәтәләрТирә-яҡтағы заводтар өсөн слесарь, механик, столяр әҙерләүсе уҡыу йорто заманына күрә алдынғы үҙәктәрҙең береһе була. 1930 йылда ул ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләгән белем усағы итеп үҙгәртеп ҡорола һәм Башҡортостандың ошо йүнәлештәге тәүге һигеҙ уҡыу йорто иҫәбенә инә. Бөгөнгәсә ун меңдән ашыу һөнәр эйәһен уҡы­тып сығарған. Республикабыҙҙың төньяҡ-көн­сығыш төбәген агрономдар, зоотехниктар, ветфельд­шерҙар, зооветеринарҙар, техник-ме­ха­никтар, фермерҙар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә ул. Техникумды тамамлағандарҙың күбеһе республикабыҙҙың юғары наградаларына эйә, абруйлы белгестәр, етәкселәр булып танылды.
Әле техникумдың ныҡлы матди-техник базаһы бар. Уҡыу бинаһы, ашхана, китапхана, компьютер кластары, спорт залы, ял бүлмәләре, уҡыусылар өсөн ике ятаҡ – ғөмүмән, уңайлы социаль-көнкүреш шарттары булдырылған. Бөгөн Дыуан аграр техникумында бөтәһе 508 уҡыусы белем ала, шуның 270-е ситтән тороп уҡый. Дыуан, Балаҡатай, Ҡариҙел, Асҡын, Мишкә, Мәсетле, Ҡыйғы райондарынан, күрше Силәбе, Свердловск өлкәләренән дә килә ҡыҙҙар һәм егеттәр. Улар ветеринар, агроном, механик, йәшелсәсе һөнәр­ҙәрен үҙләштерә.
Киләсәктә һөнәр алыу даирәһен киңәйтеп, ауыл хужалығын электрлаштырыу, агросәнәғәт продук­цияһын эшкәртеү технологияһы буйынса факультеттар асыу күҙ уңында тотола.
Коллективта юғары квалификациялы белгес­тәр тупланған. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Адольф Ахунов, мәғариф отличниктары Вера Долгова, Андрей Пересадин, Лариса Филимазова һәм башҡалар уҡыу йортоноң абруйлы шәхестәре булып танылған. Улар һөнәр серҙәренә лә өйрәтә, йәштәргә рух ныҡлығы биреүгә, донъя ауырлыҡтарына ҡаршы тора алырҙай ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә лә күп көс һала. Уҡыуҙан тыш ваҡыт бушҡа сарыф ителмәй: саңғы, еңел атлетика, көрәш, волейбол, баскетбол, теннис, футбол секциялары менән бер рәттән, үҙешмәкәр сәнғәт, шахмат түңәрәктәре уҡыу­сыларҙың яратҡан урынына әүерелгән. Би­герәк тә гитара, йыр, драма түңәрәктәрен үҙ итәләр. Йыш ҡына район, республика кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә, спартакиадаларҙа әүҙемлек күрһәтеп, алдынғы урын яулайҙар, төрлө конкурста ҡатнашалар.
Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем студенттар. Мәғ­лүмәт үҙәге ойошторолғас, эштәре тағы ла йәнлә­нә төшкән. Ай һайын студент тормошо хаҡында “Минең быуыным” исемле гәзит сыға­ралар. “Йәш быуын” ирекмәндәр хәрәкәте ололарға ярҙам ҡулы һуҙып, изге эш атҡара.
Техникумда белем һәм рухи көс алған студенттар оло тормош юлына ныҡлы әҙерлек менән килә, үҙ урынын табыуға өлгәшә. Әлбиттә, һәр ерҙә уңыш һәм ҡаҙаныштар нигеҙен етәксе һала, уның ойоштороу һәләте, кешеләргә мөнәсәбәте коллективтың эшмәкәрлегенә хәл иткес йоғонто яһай. Был юҫыҡта Дыуан аграр техникумы директоры, республиканың мәғариф отличнигы Талип Алек улы Фазлыевтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында тыуып үҫкән егет яҙмышын Башҡортостан менән бәйләй. Уның тырышлығы менән һуңғы йылдарҙа ландшафт дизайны, сәскә, бәшмәк үҫтереүсе, баҡсасы һөнәрҙәрен дә үҙләштереүгә мөмкинлек алды йәштәр. Иң мөһиме – бындай белгестәргә бөгөн ихтыяж арта. Ни тиһәң дә, уҡыу йортонан фер­мерлыҡ менән шөғөлләнеүгә, шәхси эш асыуға ла тулы әҙерлек менән сыға улар.
Ә инде дыуандарҙың уңыштары һөйөнөрлөк. 2013 йылда урта һөнәри уҡыу йорттары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаларында күп һанлы дип­ломдарға эйә булыу кимәлдең юғарылығы хаҡын­да һөйләй. Мәҫәлән, “Малдарҙы яһалма ҡасырыу операторы” конкурсында – икенсе, ветеринария-агрономия буйынса – өсөнсө, ауыл хужа­лығын механизациялау буйынса республикала шулай уҡ икенсе урынды яулауҙары юҡҡа түгел. Төньяҡ-көнсығыш төбәкте эшселәр менән тәьмин иткән уҡыу йортоноң киләсәге яҡты булһын.




Автор: Г. ӘМИНЕВА. Район: Дыуан районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә