Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә берҙән-бер ауыл хужалығы техникумы уңышлы эшләй. Ул Дыуан ауылында урынлашҡан. Мәғариф өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр барғанда был уҡыу йортоноң көнитмеше нисек? Ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Төбәк халҡы өсөн белем усағының әһәмиәте бармы? Гәзит уҡыусыларҙы Дыуан аграр техникумы эшмәкәрлеге менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Тирә-яҡтағы заводтар өсөн слесарь, механик, столяр әҙерләүсе уҡыу йорто заманына күрә алдынғы үҙәктәрҙең береһе була. 1930 йылда ул ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләгән белем усағы итеп үҙгәртеп ҡорола һәм Башҡортостандың ошо йүнәлештәге тәүге һигеҙ уҡыу йорто иҫәбенә инә. Бөгөнгәсә ун меңдән ашыу һөнәр эйәһен уҡытып сығарған. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәген агрономдар, зоотехниктар, ветфельдшерҙар, зооветеринарҙар, техник-механиктар, фермерҙар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә ул. Техникумды тамамлағандарҙың күбеһе республикабыҙҙың юғары наградаларына эйә, абруйлы белгестәр, етәкселәр булып танылды.
Әле техникумдың ныҡлы матди-техник базаһы бар. Уҡыу бинаһы, ашхана, китапхана, компьютер кластары, спорт залы, ял бүлмәләре, уҡыусылар өсөн ике ятаҡ – ғөмүмән, уңайлы социаль-көнкүреш шарттары булдырылған. Бөгөн Дыуан аграр техникумында бөтәһе 508 уҡыусы белем ала, шуның 270-е ситтән тороп уҡый. Дыуан, Балаҡатай, Ҡариҙел, Асҡын, Мишкә, Мәсетле, Ҡыйғы райондарынан, күрше Силәбе, Свердловск өлкәләренән дә килә ҡыҙҙар һәм егеттәр. Улар ветеринар, агроном, механик, йәшелсәсе һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Киләсәктә һөнәр алыу даирәһен киңәйтеп, ауыл хужалығын электрлаштырыу, агросәнәғәт продукцияһын эшкәртеү технологияһы буйынса факультеттар асыу күҙ уңында тотола.
Коллективта юғары квалификациялы белгестәр тупланған. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Адольф Ахунов, мәғариф отличниктары Вера Долгова, Андрей Пересадин, Лариса Филимазова һәм башҡалар уҡыу йортоноң абруйлы шәхестәре булып танылған. Улар һөнәр серҙәренә лә өйрәтә, йәштәргә рух ныҡлығы биреүгә, донъя ауырлыҡтарына ҡаршы тора алырҙай ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә лә күп көс һала. Уҡыуҙан тыш ваҡыт бушҡа сарыф ителмәй: саңғы, еңел атлетика, көрәш, волейбол, баскетбол, теннис, футбол секциялары менән бер рәттән, үҙешмәкәр сәнғәт, шахмат түңәрәктәре уҡыусыларҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бигерәк тә гитара, йыр, драма түңәрәктәрен үҙ итәләр. Йыш ҡына район, республика кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә, спартакиадаларҙа әүҙемлек күрһәтеп, алдынғы урын яулайҙар, төрлө конкурста ҡатнашалар.
Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем студенттар. Мәғлүмәт үҙәге ойошторолғас, эштәре тағы ла йәнләнә төшкән. Ай һайын студент тормошо хаҡында “Минең быуыным” исемле гәзит сығаралар. “Йәш быуын” ирекмәндәр хәрәкәте ололарға ярҙам ҡулы һуҙып, изге эш атҡара.
Техникумда белем һәм рухи көс алған студенттар оло тормош юлына ныҡлы әҙерлек менән килә, үҙ урынын табыуға өлгәшә. Әлбиттә, һәр ерҙә уңыш һәм ҡаҙаныштар нигеҙен етәксе һала, уның ойоштороу һәләте, кешеләргә мөнәсәбәте коллективтың эшмәкәрлегенә хәл иткес йоғонто яһай. Был юҫыҡта Дыуан аграр техникумы директоры, республиканың мәғариф отличнигы Талип Алек улы Фазлыевтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында тыуып үҫкән егет яҙмышын Башҡортостан менән бәйләй. Уның тырышлығы менән һуңғы йылдарҙа ландшафт дизайны, сәскә, бәшмәк үҫтереүсе, баҡсасы һөнәрҙәрен дә үҙләштереүгә мөмкинлек алды йәштәр. Иң мөһиме – бындай белгестәргә бөгөн ихтыяж арта. Ни тиһәң дә, уҡыу йортонан фермерлыҡ менән шөғөлләнеүгә, шәхси эш асыуға ла тулы әҙерлек менән сыға улар.
Ә инде дыуандарҙың уңыштары һөйөнөрлөк. 2013 йылда урта һөнәри уҡыу йорттары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаларында күп һанлы дипломдарға эйә булыу кимәлдең юғарылығы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, “Малдарҙы яһалма ҡасырыу операторы” конкурсында – икенсе, ветеринария-агрономия буйынса – өсөнсө, ауыл хужалығын механизациялау буйынса республикала шулай уҡ икенсе урынды яулауҙары юҡҡа түгел. Төньяҡ-көнсығыш төбәкте эшселәр менән тәьмин иткән уҡыу йортоноң киләсәге яҡты булһын.