Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көн ҡаҙағында – матбуғат мәсьәләләре
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин менән осрашты. Сарала республикала телерадиотапшырыуҙарҙы һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мөмкинлектәре, почта элемтәһе эшмәкәрлеге мәсьәләләре тикшерелде.


Иң элек Башҡортостандағы республика һәм муниципаль телевидениены үҫтереү кәрәклеге телгә алынды. Республика башлығы урындағы, айырыуса милли телдәрҙә тапшырыуҙар әҙерләгән телеканалдарҙы һаҡлап ҡалыу зарурлығын билдәләне. Был йәһәттән министрлыҡ менән төбәк башлығы уртаҡ фекерҙә.
Республика етәксеһе ауыл ерендә почта эшен йәнләндереү кәрәклеген әйтте. Бөгөн ундағы кешеләрҙең күпселеге өсөн ысын мәғәнәһендә тормоштоң үҙәген тәшкил иткән почта бүлексәләре һанының кәмеүенә юл ҡуйырға ярамай. Төбәк башлығының фекере хупланды, Башҡортостанда бүлексәләр һаны ҡыҫҡармаясаҡ.
Әле “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын яҡынса 20-30 процентҡа арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәсьәләһе лә почтаның эшенә тығыҙ бәйләнгән. Рөстәм Хәмитов ошо өлкәләге хәл менән ҡыҙыҡһынды. Уның әйтеүенсә, республика бюджеты төбәк киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтәсәк, почта хеҙмәтенә, матбуғатты ташыуға тарифтар артҡан осраҡта ла, баҫмалар ғәҙәттәгесә сығыуын дауам итәсәк.
Бөгөн “Роспечать” субсидия буйынса бүлгән аҡсаның 65 проценты төбәктәрҙәге киң мәғлүмәт сараларына тапшырылған. Президенттың күрһәтмәһенән һуң уның күләме тағы ла артасаҡ.



Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте
Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай 18.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе 18.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе...

Тотош уҡырға 2

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 18.09.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 1

Хөкүмәт 2027 йылға байрам көндәрен билдәләне

Хөкүмәт 2027 йылға байрам көндәрен билдәләне 18.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе йылға байрамдарҙың тулы исемлеге....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда марсиандар тауыш бирҙе

Башҡортостанда марсиандар тауыш бирҙе 18.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда марсиандар тауыш бирҙе...

Тотош уҡырға 0

Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне

Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне 18.09.2026 // Йәмғиәт

Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә

Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә 17.09.2026 // Йәмғиәт

Аҙна аҙағында республика биләмәһе Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш райондарынан юғары баҫым йоғонтоһонда ......

Тотош уҡырға 2

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы 17.09.2026 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин 17.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе 17.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 4

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды 17.09.2026 // Йәмғиәт

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә