Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин менән осрашты. Сарала республикала телерадиотапшырыуҙарҙы һәм баҫма киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мөмкинлектәре, почта элемтәһе эшмәкәрлеге мәсьәләләре тикшерелде.
Иң элек Башҡортостандағы республика һәм муниципаль телевидениены үҫтереү кәрәклеге телгә алынды. Республика башлығы урындағы, айырыуса милли телдәрҙә тапшырыуҙар әҙерләгән телеканалдарҙы һаҡлап ҡалыу зарурлығын билдәләне. Был йәһәттән министрлыҡ менән төбәк башлығы уртаҡ фекерҙә.
Республика етәксеһе ауыл ерендә почта эшен йәнләндереү кәрәклеген әйтте. Бөгөн ундағы кешеләрҙең күпселеге өсөн ысын мәғәнәһендә тормоштоң үҙәген тәшкил иткән почта бүлексәләре һанының кәмеүенә юл ҡуйырға ярамай. Төбәк башлығының фекере хупланды, Башҡортостанда бүлексәләр һаны ҡыҫҡармаясаҡ.
Әле “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын яҡынса 20-30 процентҡа арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәсьәләһе лә почтаның эшенә тығыҙ бәйләнгән. Рөстәм Хәмитов ошо өлкәләге хәл менән ҡыҙыҡһынды. Уның әйтеүенсә, республика бюджеты төбәк киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтәсәк, почта хеҙмәтенә, матбуғатты ташыуға тарифтар артҡан осраҡта ла, баҫмалар ғәҙәттәгесә сығыуын дауам итәсәк.
Бөгөн “Роспечать” субсидия буйынса бүлгән аҡсаның 65 проценты төбәктәрҙәге киң мәғлүмәт сараларына тапшырылған. Президенттың күрһәтмәһенән һуң уның күләме тағы ла артасаҡ.