Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙең халыҡ ниңә үҙен яҡлай белмәй?
VIII төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла яңғыраған һандар һәм фекерҙәр хаҡында уйланып, ҡулыма ҡәләм алдым. Әлеге сараны Күмертау ҡалаһында үтә тигәс, алыҫ юлды иҫәпкә алып, иртән иртүк юлға сыҡтыҡ. Юлдаштар араһында башҡа милләт вәкилдәре лә бар ине. Оҙон юлда шул юлдаштар тарафынан яңғыраған уй-фекерҙәр башҡорттоң үтә лә ябайлығына тағы бер ҡабат инандырҙы буғай. Бер генә тамсы көнләшеү ҙә, нәфрәт тә юҡ, әлбиттә. Ябай һөнәргә эйә юлдашымдың үҙ хоҡуғын һәм мөмкинлектәрен яҡшы ҡулланыуы, киреһенсә, һоҡландырҙы. Их, ниңә башҡорт та шулай үҙ мәнфәғәтен яҡлағанда ҡыйыуыраҡ түгел (күҫәк күтәреп йүгереүҙе әйтмәйем) икән, тип әсенеп ҡуйҙым шул саҡ. Баҡтиһәң, күрәһеләрем алда булған икән – конференцияла ишеткән фекерҙәр һәм һандар тамам һеңдерә һуҡты.

Республиканың төрлө министрлыҡтары, фәнни-ғәмәли учреждениелар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған был конференция “Ҡала башҡорттары: этномәҙәни һәм социаль-демографик үҫеш мәсьәләләре” тип аталды. Шулай ҙа мәсьәлә бер ҡала тирәләй генә уралманы һымаҡ. Мәҫәлән, сығыш яһаусыларҙың фекеренә таянғанда, ауылда йәшәгән башҡорттарҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара. Бында мәғәнәһеҙ үлем генә сәбәпсе түгел, халыҡ ҡалаға ҡаса. Бигерәк тә йәштәр фатирға түләп тороу сифатында сит ерҙә олтан булып йәшәргә лә әҙер, тик “ауыл” тигән һүҙҙе генә ишетмәһен. Бер кемде лә ғәйепләргә ашыҡмайым. Ҡала мөхите башҡаса, эш хаҡы ла бүтән. Әммә, ауылда үҫәһе балалар ҡала баҡсаларына сиратта торғанда, нисек итеп кендек ҡаны аҡҡан ерҙе һаҡлап ҡалырға һуң?
Был йәһәттән ике икең – дүрт һымаҡ билдәле: эш урыны кәрәк! Тик ҡайҙан табырға һуң уны? Йүнселлеккә тотонорға һәр кем дә әҙер түгел, мал үҫтерер ине, йә һаулыҡ самалы, йә ялҡаулыҡ көслө, ә бюджет эш урындары былай ҙа ҡыҫҡартыла. Шулай итеп, осһоҙ-ҡырыйһыҙ түңәрәктән сығырмын тимә. Беҙҙең яуап булмаһа ла, тормош яуабы күптән әҙер инде: 2002 йылда ҡалала (21 муниципаль берәмек буйынса) 42 процент башҡорт йәшәһә, 2010 йылда был күрһәткес 46 процентҡа еткән. Тағы 20-30 йылдан нимә буласағын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Әммә шул уҡ конференцияла ишеткән тағы бер фекер-һан, киреһенсә, “Башҡорт ауылда ҡалһа, ни булыр?” тигән һорау ҙа ҡуйҙы. Баҡтиһәң, республикала көн күргән башҡорттарҙың 28,1 проценты йәшәү минимумынан да әҙерәк килем ала. Шул уҡ ваҡытта республикала татарҙарҙың – 20,8 проценты, урыҫтарҙың 19,2 проценты айына 5-6 мең һумдан кәмерәк килемгә эйә. Башҡорттарҙың яртыһынан күберәгенең ауылда йәшәгәнен иҫәпкә алып, ҡалаға ҡасыуҙары әллә отошломо, тигән һығымтаға ла киләһең ирекһеҙҙән. Фәҡирлек сиген үтеп киткән башҡорттар һаны иһә бөтөнләй ҡайғыға һала – 47,8 процент! Ә беҙ, гәзитселәр, халыҡ милли матбуғатты уҡымай, тип яр һалабыҙ. Һуң, 400 һумлыҡ гәзиткә лә яҙыла алмағас, нисек уҡыһын инде ул?!
Фәҡир генә түгел, белемһеҙ ҙә икән беҙ. Башҡорттар араһында урта белемлеләр статистикаһы юғары булһа ла, вуз тамамлаусылар һаны “бармаҡ менән генә һанарлыҡ”. Бигерәк тә юғары белемле техник белгестәр аҙ. Әлбиттә, сит илдәргә уҡырға киткән йәштәребеҙ бар, тик улар эш урындарын да артабан уҡыған ерендә табырға тырыша шул. Сәбәптәре – өҫтәрәк. Иң мөһиме – туған халҡын, республикаһын күтәрәһе йәштәр башҡа илдең иҡтисадын хәстәрләй.
Конференцияла ҡатнашҡандарҙың фекеренсә, башҡорт телен уҡытыуҙа ла проблемалар етерлек. Мәғариф өлкәһендәге закондарҙың милли белем биреүгә аяҡ салыуы, шул уҡ законда яҙылған мөмкинлектәрҙе ҡуллана белмәүебеҙ быға асыҡ дәлил.
Шулай ҙа, фекер алышыусылар әйткәнсә, килеп тыуған хәлдән сығыу юлдары бар. Тыныс ҡына үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы ҡулланырға өйрәнеүҙән алып, балаларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, Интернетты үҙ яғыбыҙға “бороуға” тиклем. Ысынлап та, илап ултырыуҙан ғына кеҫә лә бөтәймәй, аҡыл да артмай шул.
…Конференция хаҡында һүҙ алып барғанда ыңғай яҡтарҙы ла әйтеп китергә булыр ине. Мәҫәлән, Күмертау ҡалаһының хакимиәт башлығы Борис Беляевтың саф башҡортса һөйләп тороуы ҡыуандырмай ҡалманы. Тик иң иҫтә ҡалғаны әлеге шул ҡот осҡос һандар ғына бит, сараны нисек кенә матур итеп яҙырға тырышһаң да…
Конференция көндө бер башҡорт эшҡыуары менән дә осраштым. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, әңгәмәсемдең аттары ғына 500-ҙән ашыу. Иң һоҡландырғаны: һәр тине тир түгеп табылған уның. Шул ағайҙың башҡорт ауылдарында юл төҙөкләндереүе, матди ярҙамы, гәзиткә яҙҙырыу, бушлай концерт ойоштороу хаҡында әйтеп тә тораһы түгел, сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Тик 500 аты булған, 500 хеҙмәткәрҙе етәкләгән ағайҙар гел генә балыҡ ашата алмай шул: ҡармағын бирер ине – алыусыһы юҡ һымаҡ…




Автор: М. ТУРАЕВ. Район: Күмертау ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә