Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үрсем артҡан, күс яңырған мәл
Үрсем артҡан, күс яңырған мәл
Май айының тәүге яртыһында ҡышлап сыҡҡан бал ҡорттары үлеп, йәштәре менән алмашына. Яҙ иртә йәки һуңлап килһә, был осор бер аҙнаға иртәрәк йәки һуңыраҡ килеүе ихтимал. Йәш бал ҡорттарының, ҡышлағандары менән сағыштырғанда, һаны көндән-көн арта бара, күс ишәйә.


Күстең йәшәүе инә ҡорттарҙың йомортҡа һалыуына бәйле. Инә ҡорт йомортҡаны март айының беренсе ун көнлөгөндә үк һала башлай һәм, умарталарҙы ҡышҡы урындарынан сығарғансы, ояла үрсем һаны меңдән ашып китә.
Бал ҡорттарының тәүге таҙарыныу осошонан һуң, бал һуты биреүсе беренсе үҫемлектәр сәскәгә төрөнгәс, инә ҡорттарҙың йомортҡа һалыуы арта. Май айының тәүге яртыһында улар һәр тәүлектә уртаса меңәрҙе һалһа, ай аҙағында ике меңдән ашып китә. Был осорҙа ҡайһы бер көслө күстәрҙәге инәләр тәүлегенә өсәр мең йомортҡа һала. Ул тиклем йомортҡаны беренсе йыл йәшәгән сифатлы инәләр генә һалырға һәләтле.
Һәр ояла кәмендә 10 килограмм аҙыҡ, сифатлы буш кәрәҙ һәм болонда бал һуты биреүсе сәскә, үҫемлектәр булғанда, оя яҡшылап йылытылһа, үрсем тиҙ ишәйә. Яҙ һуңлап килгән һалҡын йылдарҙа йылытылған ике ҡатлы умартала күстең дәррәү үрсеүе күҙәтелә. Ояла аҙыҡ запасы мул булыуға ҡарамаҫтан, был айҙа ҡорттарға өҫтәмә аҙыҡ биреү файҙалы. Ошо маҡсатта умартасы һәр биш көн һайын ояның ситенә бүлгес таҡта аша шәкәр шәрбәте йәки бер аҙ балы булған рам ҡуя.
Умартала бал ҡорттарының һаны артыу менән ояны ваҡытында ҙурайтырға кәрәк. Һауа шарттарын, бал һуты биреүсе үҫемлектәрҙең сәскә атыуын иҫәпкә алып, умартасы ояны буш кәрәҙ (аҙыраҡ балы булһа, бигерәк тә яҡшы) һәм балауыҙлы рамдар менән киңәйтә. Тәүге балауыҙлы рамды биреү ваҡытын ояға ҡарап асыҡларға мөмкин. Балауыҙ биҙҙәре ныҡ үҫешкән йәш ҡорттар кәрәҙ күҙәнәктәренең өҫкө ҡырҙарын тигеҙләп төҙөп ҡуя. Шунлыҡтан кәрәҙҙең өҫкө яғы ағарып күренә. Умартасылар телендә был "ҡорттар кәрәҙҙе ағарта башланы" тип аңлатыла. Ундай осраҡта балауыҙлы рамды ояға һуңламай бирергә, ә ҡараған кәрәҙҙәрҙе алып, иретергә кәрәк.
Май айының һуңғы көндәрендә ояны кәрәҙ һәм балауыҙлы рам менән генә киңәйтеү ҡорттарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Уларҙың эшкә әүәҫлеген һаҡлау һәм инә ҡорттарҙың бала һалыуын арттырыу өсөн умартаға икенсе ҡат (корпуслы ялғанма) ҡуйыла.
Уларҙы ҡорттар умарталағы ун икенсе рамды биләй башлау менән урынлаштырырға кәрәк. Алдан әҙерлек эштәре башҡарыла: күстәр билдәләнә, баллы, кәрәҙле, балауыҙлы рамдар, йылытҡыс мендәрҙәр, таҙартып йыуылған һәм елләтелгән корпустар әҙерләнә. Икенселәрен ҡуйыуҙың бер нисә ысулы бар. Беренсе осраҡта, төп оялағы рамдарға һәм ҡорттарға теймәйенсә, умартаға алты рамлы икенсе корпус ҡуйыла. Төп ояның асыҡ өлөшө һәм икенсе корпустың алты рамы киндер япма менән ябылып, мендәр менән йылытыла. Алты рамдың икеһе баллы, икеһе балауыҙлы һәм икеһе кәрәҙле булыуы яҡшы.
Икенсе осраҡта, төп оянан ике үрсемле рамды алып, өҫкө корпусҡа урынлаштыралар. Алынған үрсемле рамдар урынына балауыҙлылар ҡуйыла. Был осраҡта өҫкө корпустағы алты рамдың икеһен – баллы, икеһен – үрсемле һәм икеһен балауыҙлы рамдар тәшкил итәсәк.
Күренеүенсә, һуңғы ысул мәшәҡәтлерәк, шулай ҙа уның өҫтөнлөгө бар. Был осраҡта инә ҡорт, икенсе корпусҡа тиҙерәк сығып, йомортҡа һала башлай, һәм ҡорттар ояны ихлас үҙләштерә. Икенсе корпусҡа ҡуйылған баллы рамдарҙа кәмендә икешәр килограмм ем булыу мотлаҡ. Әгәр баллы рамдар булмаһа, ҡуйылған кәрәҙҙәргә шәкәр шәрбәте ҡойоп бирергә мөмкин. Аҙыҡ ҡорттарҙың һәм инә ҡорттоң өҫтәге корпусҡа күсеүен, үрсем тәрбиәләү һәм яңы кәрәҙҙәр төҙөү эшен тиҙләтә.
Икенсе корпус ярҙамында ояны киңәйтеү ҡорттарҙың эшкә һәләтлеген арттыра, инә ҡорттоң бала һалыуын аҙна ярым ваҡытта тәьмин итә. Ояны былай ҙурайтыу ҡорттарҙы бер аҙ борсой, әммә ул умартасының хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттыра.
Күстең үрсеүен иҫәпкә алып, икенсе корпус балауыҙлы рамдар менән ике ҡарауҙа тултырыла. Аҫҡыһында был осорҙа буш кәрәҙҙәр булыуға ҡарамаҫтан, өҫкө ҡаттағыларын үҙләштергәндән һуң, инә ҡорт, буш күҙәнәктәр эҙләп, оя буйлап йөрөй һәм быға күп ваҡыт әрәм итә, йомортҡаларын юғалта.
Умартасының эш һөҙөмтәһен күтәреү һәм инә ҡорттоң бала һалыуын кәметмәү өсөн, өҫтәге корпустағы ете рам үрсем менән тулғас та, июндең тәүге яртыһында корпустарҙың урындарын алмаштыралар: өҫкөһө – умартаның төбөнә, ә түбәнгеһе өҫкә ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта унан ҡарайған буш кәрәҙҙәрҙең бер өлөшөн алып, улар урынына балауыҙлы рамдар һәм ем өҫтәлә. Инә ҡорт яңынан өҫкә күсә һәм яңы төҙөлгән буш кәрәҙҙәрҙә ҡыҙыу эшләүен дауам итә. Бал йыйыу осоро тамамланғас, өҫкө корпусты урынына, төпкә, төшөрәләр, ә түбәнгеһе алына. Умарталыҡта был ысул менән бал ҡортон тәрбиәләү өсөн алынмалы төплө стандарт умарталар булыу мөһим.
Был айҙа көсһөҙ күстәргә көслөләренән 10 көн һайын берәр рам көпләнгән үрсем алып биреү файҙалы. Варроатоз талпаны һәм балауыҙ көйәһенә ҡаршы көрәш сараларын ваҡытында үтәү ҙә күстең ишәйеүен тиҙләтә.


Быны белергә кәрәк

* Буялмаған умартала бал ҡорто һәйбәтерәк үрсей. Бындай умарта йәй көнө ҡояшта ныҡ йылынып бармай һәм унда һауа яҡшыраҡ алмашына.
* Күреккә һалып яндырыр өсөн сөрөктө алдан әҙерләргә кәрәк. Ул ҡоро булырға тейеш. Уны ҡарама, тал, уҫаҡ, имән, өйәңке, ерек һәм башҡа ағастан әҙерләргә мөмкин. Имән ағасында һәм башҡа ағастарҙа үҫкән бәшмәктәрҙе файҙаланһаң, улар оҙағыраҡ яна.
* Бал ҡорто ғаиләләрен ҡарағанда аҡ халат йәки кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейемдә эшләргә кәрәк. Йөн туҡыманан тегелгән кейем, ҡара халат ҡорттарҙы борсой.
* Умартасы ҡулдарына, битенә мелисса үләне (инә ҡорт үләне) һутын һөртһә, бал ҡорттары уны тыныс ҡаршы ала һәм саҡмай. Был үләнде бал ҡорттары күс айырғанда файҙаланһаң, күсте теләгән урынға ҡундырырға мөмкин.

И. Шафиҡовтың "Бал ҡортоноң наҙы бар" китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20