Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сураш ҡаны типкән "Һандуғас"лы төйәк
Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәк
Бәләкәй Төйәләҫ йылғаһының башында урынлашҡан хозур тәбиғәтле Иҫәнбәттең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Өс йыл элек уның халҡы данлыҡлы бабалары Сураш батырҙың тыуыуына — 300, Иҫәнбәт (Сураш) утарына нигеҙ һалыныуға 280 йыл тулыуҙы киң билдәләне.
Район үҙәгенән 78 саҡрым алыҫлыҡта Бикбау, Йоморсаҡ, Тәкәтау ҡуйынына һыйынып ятҡан ауыл берҙәм, татыу, эшсән, дәртле һәм сәмле халҡы менән дан тота. Унда 56 йортта 212 кеше йәшәй. Күрше Басайға йәйәүләп йөрөп ғүмерҙәре үткән иҫәнбәттәр ҡолаҡҡа ла, күҙгә лә әллә ни салынып бармай, һәүетемсә генә үҙ көнөн күрә.



Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәкИке Социалистик Хеҙмәт Геройын үҫтергән!

Ауыл тәүҙә Сураш тип аталған. Уның халҡының илдәге мөһим ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап йәшәгәне, араларында күренекле шәхестәрҙең байтаҡ булғаны билдәле. Мәҫәлән, Сураш Ҡалмырҙин өс башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан, тиҙәр. Батырҙың биш улы булған: Собханғол, Раҡай, Иҫәтулла, Истәкәй һәм Иҫәнбәт.
"Сураш утары" булараҡ барлыҡҡа килгән ауыл тора-бара Иҫәнбәт тип йөрөтөлә башлай. Шәжәрәләргә ҡарағанда, унда Байбулов, Илбулов, Исрафилов, Заманов, Йыһангиров, Туҡтамышевтарҙың нәҫелдәре күпселекте тәшкил итә.
Бөйөк Ватан һуғышында ауылдан 63 кеше ҡатнашҡан, уларҙың 36-һы яу яланында ятып ҡалған. Сураш батыр вариҫтары хеҙмәттә лә алдынғылыҡты бирмәй, ата-бабаһының рухына тап төшөрмәй. Бәләкәй генә Иҫәнбәттә райондың ғына түгел, ә республиканың ғорурлығы булырлыҡ күренекле кешеләр тыуып үҫкән. Араларында ике Социалистик Хеҙмәт Геройының — Мәсғүт Фәйзрахман улы Заманов менән Әшрәф Әхмәтшәриф улы Фәтхуллиндың — булыуы ғына ла ни тора! Уларҙың тәүгеһе — СССР, икенсеһе БАССР Юғары Советы депутаты булған. Шулай уҡ "Александр Невский" ордены кавалеры Рәшит Фазылов, Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Ҡорбанғәле Илбулов, иҡтисад фәндәре кандидаты Зәки Хамматов һәм башҡалар менән хаҡлы ғорурлана иҫәнбәттәр.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәкЭшкә һуңлағанын хәтерләмәйҙәр

Мәғлүм булыуынса, бөгөн төпкөл ауылдарҙың күбеһендә фельдшер пункты юҡ. Иҫәнбәттәр иһә был йәһәттән зарлана алмай. Уларҙың сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа: өс тиҫтәгә яҡын йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә юғары категориялы фельдшер Илүзә Кәримованың халыҡты иғтибарынан айырғаны юҡ. Ғүмер буйы күрше Басай ауылынан йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, Илүзә Марат ҡыҙының эшкә һуңлағанын йәки бөтөнләй килмәгәнен хәтерләмәй иҫәнбәттәр. Бурыстарына ифрат яуаплы ҡараған, һәр кемгә иғтибарлы, йомшаҡ ҡуллы, йылы һүҙле "духтыр"ҙы барыһы ла ярата.
— Элегерәк Иҫәнбәткә ҡайһы саҡта төнөн дә килергә тура килә торғайны, — тип хәтерләй Илүзә Кәримова. — Былтыр ауылда мәктәпте һәм фельдшер пунктын үҙ эсенә алған социаль комплекс асылды. Заманса яңы бинаға күсеү эште күпкә еңеләйтте, шул уҡ ваҡытта талаптар ҙа артты.
Ғәҙәттә, төпкөл ауыл халҡының күпселеген өлкән йәштәгеләр тәшкил итә, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Иҫәнбәттә иһә йәш ғаиләләр байтаҡ, сабыйҙар йылдан-йыл арта. Һөҙөмтәлә бөгөн Илүзә Марат ҡыҙының 80-гә яҡын пациенты — балалар.
Уңған фельдшер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһындағы кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген тикшерергә лә, өлкән йәштәгеләрҙең хәлен белергә лә, сирлеләрҙе ҡабул итергә лә өлгөрә. Ошондай ҡурсалаусы "фәрештә"ләре барлыҡҡа сикһеҙ шат иҫәнбәттәр.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәкУрын эҙләп... Әбйәлилгә!

Басай мәктәбенең Иҫәнбәт филиалында дүрт класта 16 бала белем ала. Уларҙы педагогтар Рәзимә Сәйетова менән Әнисә Исрафилова уҡыта. Өлкәнерәк йәштәге 20-нән ашыу бала иһә күрше Басай мәктәбенә йөрөп белем ала. Был мәғариф учреждениеһында ҡайһы бер кластарҙың булмауы сәбәпле, бәғзеләре Баймаҡ, Сибай ҡалаларында уҡырға мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта уларҙағы интернаттарҙа ла урын етмәгәнлектән, байтаҡ ата-әсәгә балаларын тағы ла йыраҡҡараҡ ебәрергә тура килә. Мәҫәлән, өс уҡыусы күрше Әбйәлил районында туғандарында йәшәп белем алырға мәжбүр.
Иҫәнбәт уҡытыусыларының фекеренсә, ауыл мәктәптәрендә бер класта кәмендә ете бала булырға тейеш тигән талап дөрөҫлөккә тап килмәй. Төпкөлдәрҙәге белем усаҡтарына ҡарата талап икенсерәк ҡуйыла алалыр бит?
Шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, тырышып белем бирә ауыл уҡытыусылары. Һөҙөмтәлә балалар район кимәлендә уҙғарылған төрлө ярышта ҡатнаша, олимпиадаларҙа урын яулай. Уларҙың һәр яҡлап үҫешен тәьмин итеү маҡсатында мәктәптә спорт, фольклор түңәрәктәре ойошторолған. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ һәм һөйөнөслө: киләһе уҡыу йылында I класҡа һигеҙ бала киләсәк.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәк"Аҡбуҙат" — берҙәмлектең сағылышы

Мәҡәләнең башында ауыл халҡын "берҙәм һәм дәртле" тип баһалауым юҡҡа түгел. Былтыр Республика көнө алдынан мәктәп яңы бинаға күскәс, улар район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовтан элеккеһен балалар баҡсаһы итеп ҡалдырыуҙы үтенгән. Ыңғай яуап алғас, иҫке белем усағына күмәкләп ремонт яһап, тиҙ арала йыһазландырып та ҡуйғандар.
Беҙ барғанда кескәйҙәр тышта уйнап йөрөй ине. Малайҙар турникта булыша, ҡыҙҙар бер яҡ ситтәрәк ҡурсаҡ уйнай, бәүелсәктә эйеп кинәнә. Уларҙың ҡыуаныс балҡыған йөҙөнән, шат тауышынан, ихлас көлөүенән тирә-йүн тағы ла йәмләнеп киткәндәй тойолдо.
"Аҡбуҙат"ҡа әле 16 сабый йөрөй. Балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Илбулова әйтеүенсә, бында телмәр үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә, туған телгә һөйөү тәрбиәләнә. Йәш иҫәнбәттәр ифрат һәләтле, һәр төрлө байрамда теләп ҡатнаша.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәкИх, клуб та булһа...

Ауылда клуб уттары балҡымаһа ла, бер ниндәй мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай иҫәнбәттәр. Социаль комплекстағы спорт залын кәрәк сағында тамаша ҡуйыу урынына әйләндерә улар.
Ауылда моң һөймәгән, йырламаған, бейемәгән кеше юҡ — барыһы ла талантлы. Оло йәштәгеләрҙән тупланған "Һандуғас" фольклор һәм йәштәрҙең "Ҡарлуғас" вокаль ансамблдәре оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килә. Клуб мөдире Лилиә Илбулова әйтеүенсә, халыҡ шул ҡәҙәре дәртле, ойоштороп ебәреү генә шарт. Мәҫәлән, күптән түгел "Һандуғас"тар "Башҡорт аты" тигән район фестивалендә тәүге урындарҙың береһен яулаған, "Яратам һине, тормош!" конкурсында тамашасыларҙы һоҡландырған.
Ғөмүмән, бер ниндәй саранан да ситтә ҡалмай "Һандуғас"тар. Шулай ҙа етәкселәре Гөлзифа Исрафилованың тел төбөнән бер аҙ үкенестәре лә барлығын аңланыҡ: нисек кенә матур сығыш яһаһалар ҙа, райондан ситкә сыҡҡандары юҡ икән. "Күрше әбйәлилдәр Баймаҡҡа концерт менән килеп-китә, ә беҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәйбеҙ", — тип көрһөндө ансамбль етәксеһе. Был, әлбиттә, ауылда клуб булмауҙан, халыҡҡа тейешле иғтибар бирелмәүҙән киләлер. Сәхнә кейемен үҙ аҡсаһына тектергән, сығыш яһарға ла үҙҙәре транспорт табып йөрөй "Һандуғас"тар.
Шулай ҙа һәр төрлө ауырлыҡтан өҫтөн ҡала белә улар: бергәләшеп кис ултырыуға йөрөйҙәр, яңы йырҙар өйрәнәләр, таҡмаҡтар сығаралар, онотола барған моң хазиналарын тергеҙеп, халыҡтың рухын яҡтырталар, үҙ төбәгенә генә хас "Сонайым", "Йәнгүзәй", "Ҡараташ" кеүек шаян йырҙарҙы сәхнәләштерәләр... Ансамбль ағзалары араһында иң өлкәндәре Разифа Илбулова менән Яңылбикә Исрафилова булһа, уларҙың үксәһенә баҫып Ишһылыу Лотфуллина, Мәрзиә Исрафилова, Миңзифа Ыласынова, Зөлҡәғиҙә Илбулова килә. Ансамблгә шулай уҡ күптән түгел Разифа Дилмөхәмәтова, Зәйниза Тулыбаева һәм Гөлшат Ғайсина ҡушылған. Алыштырғыһыҙ баянсылары Мөҙәрис Ыласыновтың ситтә эшләүе сәбәпле, күп осраҡта унһыҙ ғына сығыш яһарға тура килә. Ошоға бәйле ауыл халҡы киләсәктә Иҫәнбәттә клуб төҙөлөп, ул тейешле музыка ҡорамалдары менән тәьмин ителһә, йәшәүе тағы ла күңеллерәк булыр ине, тип хыяллана.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәк"Өмәнән күңелгә ял алабыҙ!"

Бәләкәй ауылда һәр кемдең тормошо күҙ алдында: кемгә ҡунаҡ килгән йә берәйһе сирләп киткән, ҡайһыһының һарығы бәрәсләгән, һыйыры көтөүҙән ҡайтмаған — барыһын да белеп торалар. Эштәр ҙә бергәләп башҡарыла, йыл әйләнәһенә дауам иткән өмәләр гөрләп уҙа. Ҡаҙ йолҡоу, һуғым, өй йыуыу, һарыҡ ҡырҡыу, нигеҙ һалыу... Был йолаларҙың барыһын да теүәл үтәй иҫәнбәттәр. Беҙ барғанда ла ауылдың уңған ҡатындары бер-береһенә һарыҡ ҡырҡыша ине.
— Ошондай өмәләр — күңелгә ял ғына ул: аралашаһың, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итәһең, киләсәккә яңы ниәттәр ҡораһың, — тине гүзәл зат вәкилдәре.
Халҡыбыҙ йолаларының, матур сифаттарҙың төпкөл ауылдарҙа элеккеләй теүәл һаҡланыуы үҙе үк ҙур ҡыуаныс түгелме ни?!

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәкИман йортоноң буш торғаны юҡ

Мәсетле ауыл нурлы була, тиҙәр. Ысынлап та, иман йортонан тирә-йүнгә нур бөркөлә кеүек. Иҫәнбәт халҡының үҙ көсө менән төҙөгән мәсетенең яҡтыһынан тотош ауыл йылылыҡ, рухи аҙыҡ ала.
Иман йорто бер йыл элек асылған. Имам-хатип итеп ошо ауылда тыуып үҫкән Рәлиф Исрафилов тәғәйенләнгән.
— Аллаға шөкөр, иман йортоноң буш торғаны юҡ, — ти иҫәнбәттәр. — Унда йома намаҙҙары уҙғарыла, аяттар уҡыла, дини байрамдар ойошторола.
Әле мәсеткә күберәк ҡатын-ҡыҙ йөрөй икән. Ир-ат та әкренләп булһа ла дин юлына баҫа.
— Уҡыусы балалар ҙа килгеләй башланы, — тип ҡыуана Рәлиф Исрафилов. — Улар еңелсә дин һабаҡтары ала, төрлө аят-сүрәләр өйрәнә. Әл-хәмдү лил-ләһ, ауылыбыҙҙың матур киләсәгенә ышаныс ҙур.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәкВатанды һаҡлаусылар ситтә хәҙер...

Иҫәнбәт халҡы хәләл көсө менән донъя көтә, күп итеп мал аҫрай. Бер-ике кешенең шәхси магазин тотҡанын иҫәпкә алмағанда, ауылда эшҡыуарҙар юҡ. Шулай ҙа һәр йортта тиерлек еңел машина, трактор бар, бындай мөлкәт мал һатҡан аҡсаға алынған.
Шәхси хужалыҡтарҙа унар һәм унан да күберәк һыйыр тотола, ваҡ малдың, ҡош-ҡорттоң иһә иҫәбе-һаны юҡ. Байтаҡ кеше йылҡы аҫрай, ҡайһы берәүҙәрҙеке хатта 50-нән дә ашып китә. Һарыҡтарҙы халыҡ алмашлап көтһә, һыйырҙар Ирәндек буйҙарында иркенләп утлай. Уңған хужабикәләр "аҡ"тан төрлө ризыҡ әҙерләп, һатыуға алып сыға. Йәй емеш-еләк, көҙ бәшмәк йыйып, иш янына ҡуш булырлыҡ килем алына. Балаларҙы уҡытырға, донъя көтөргә кәрәк бит. Ир-аттың күбеһе ситкә китеп эшләй, шуға күрә ауылда ҡайһы саҡта ҡаҙаҡ ҡағырлыҡ көслө затты көндөҙ шәм яндырып та табып булмай.
— Ватанды һаҡлаусылар көнөнә атайҙарҙы саҡырырға булғайныҡ. Исмаһам, береһе өйҙә булһасы! Барыһы ла ситтә эштә, — тип әсенеүен белдерҙе уҡытыусы Рәзимә Сәйетова.
Ҡатын-ҡыҙ иһә, бер-береһенән уҙҙырып, сәмләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауылдың иң өлкән кешеләре, аҡһаҡал йәшенә еткән Ҡорбанғәле Илбулов менән староста Хәкимйән Йыһангиров иһә — Иҫәнбәттең күҙе лә, ҡолағы ла. Улар барлыҡ хәл-ваҡиғаны аныҡ баһалап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала яйға һала, мохтаждарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ғөмүмән, ауылдаштары араһында ҙур ихтирам, хөрмәт ҡаҙанғандар. Шулай булмаһа, әйтәйек, Хәкимйән Сәлимйән улын 24 тапҡыр ауыл Советы депутаты, ете йыл рәттән староста итеп һайлап ҡуйырҙар инеме ни?!
Зыяратты кәртәләү, тәртиптә тотоу, ҡыйлыҡты таҙалап, сүп-сарҙы тик бер урынға түгеүҙе ойоштороу, көтөү мәсьәләһен хәл итеү кеүек бихисап мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа өлкәндәрҙең һүҙе баһалап бөткөһөҙ көскә эйә. Тап Иҫәнбәттәге кеүек абруйлы аҡһаҡалдарҙың аҡыллы кәңәштәрен тотоп, фекерҙәрен тыңлап, бер һүҙле һәм маҡсатлы булғанда ғына ауыл артабан йәшәйәсәк.
Бында төпләнеп ҡалған йәш ғаиләләр байтаҡ, тигәйнем. Шундайҙарҙың береһе Нәсимә һәм Айнур Илбуловтар менән яҡындан танышырға тура килде.
— Ауылдан китке килмәй, яҙмышыбыҙҙы изге төйәгебеҙгә бәйләгәнгә һис тә үкенмәйбеҙ, — тине улар.
Өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләгән йәш ғаилә бынамын тигән күркәм йорт һалған, унда эске эштәрҙе генә башҡараһы ҡалған. Киләһе ҡышты Илбуловтар яңы өйҙә ҡаршыларға йыйына.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәкГерой-әсәнән һалынған оҫталыҡ

Оҫтаның даны ун ауылға таралыр тигәндәй, алтын ҡуллы Иршат Исрафилов тураһында күптән ишеткәйнем, тик ошоғаса уның менән осрашырға тура килмәгәйне. Тыныс, ябай, шул уҡ ваҡытта һүҙгә һаран Иршат Өммәт улы ағастан юнып төрлө әйбер яһай, тыуған яғының гүзәллеген һүрәттәрендә сағылдыра. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәргә тәҙрә рамдары, ишектәр, бирнә өсөн һандыҡтар, өҫтәлдәр, ултырғыстар тиһеңме — барыһын да күҙҙең яуын алырлыҡ итеп яһай ул.
Уңған егет йорт һалған, ихатаһында оҫтахана булдырған. Яратҡан шөғөлө күңеленә ял бирә, бер ни тиклем аҡса ла килтерә. Тимерсе тимергә йәлсемәй тигәндәй, ҡул эштәре үҙ хужаларын тиҙ тапҡанға күрә, Иршат Өммәт улы беҙгә бер нисә генә әйберен күрһәтә алды.
Әсәһе Яңылбикә инәй иһә районда күптән түгел уҙған "Күңелем биҙәктәре" тигән конкурста өсөнсө урынды алған. Ун балаға ғүмер биргән Герой-әсә ҡул эштәренә йәш саҡтан уҡ әүәҫ икән.
— Балаларым күп булғанға күрә, уларға кейемде тегеп тә, бәйләп тә кейҙерергә тура килде, — тип хәтер йомғағын систе ул. — Төн йоҡоларымды ҡалдырып, күҙ нурҙарымды түгеп эшләгән әйберҙәремдең һәр береһе матур, сағыу килеп сыға, уларға күңел йылымды һалам.
Ысынлап та, йәйғор төҫтәрендәй нур һипкән аллы-гөллө ҡорамалар тиһеңме, ултырғыс, диван ябыуҙары булһынмы, балалар өсөн бәйләнгән кейемме — Яңылбикә инәйҙең барлыҡ эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ ғәжәп матур килеп сыға.

Сураш ҡаны типкән   "Һандуғас"лы төйәк"Башҡортостан"ға алты һумлыҡ сағынан яҙылам!"

Күкрәген Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь революцияһы һәм Ленин ордендары, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалы, 9-сы, 10-сы, 11-се, 12-се биш йыллыҡтарҙың хеҙмәт алдынғыһы билдәһе биҙәгән, ғүмер буйы "Ирәндек" совхозында тир түккән, эштә алдынғылыҡты бирмәгән Ҡорбанғәле Илбулов — "Башҡортостан" гәзитенең тоғро дуҫтарының береһе. Баҫмаға ул, үҙе әйтмешләй, алты һумлыҡ сағынан алып даими яҙыла.
— "Башҡортостан"дың һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам, күҙлекһеҙ уҡыйым, оҡшаған урындарын ҡайтанан ҡарап сығам, — ти өлкән дуҫыбыҙ. — Ғүмер буйы ауыл хужалығында хеҙмәт иткән кеше булараҡ, шул тармаҡҡа бәйле мәҡәләләр нығыраҡ оҡшай, эшҡыуарҙар тураһында ла яратып уҡыйым.
Тынғыһыҙ аҡһаҡал өйҙә тик ултырырға яратмай, һорағандарға әле булһа ла ат сбруйы, сана, арба яһай. Ҡайыш эшләүе айырыуса ғәжәпкә ҡалдырҙы. Үгеҙ тиреһен яҡшылап ирәкләгәндән һуң, тоҙға һалып бер аҙ йомшартаһың да күнен айырып алаһың. Унан ҡараңғы урынға ҡуйып киптерәһең. Әҙер булғас, кәрәгенсә ҡырҡып, йүгән, ҡайыш эшләргә мөмкин.
80-гә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәрсә дәрт менән тормош көткән, "тимер ат"ты йүгәнләгән, төрлө шөғөлдө үҙ иткән гәзитебеҙ дуҫына — Ҡорбанғәле Ниғәмәт улына — ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Йәйәү йөрөп ғүмер үтерме?

Төпкөл халҡын борсоған мәсьәләләр ҙә бихисап. Беренсенән, юл булмауы бәкәлгә һуға. Һөҙөмтәлә хәҙер инде нисә быуын Күсей — Сибай маршрутына сығыу өсөн генә лә күрше Басай ауылына йәйәүләп барырға мәжбүр. Шул өс саҡрымдан саҡ ҡына ашыу араны яҡшыртырға булалыр бит, асфальт йәймәгән хәлдә лә. Түрәләр килеп-китеп тора, ә юл шул көйөнсә ҡала.
Икенсенән, күрше Басай һәм Күсей ауылдарына газ индерелде, ә Иҫәнбәт тағы бер яҡ ситтә үгәйһеп ҡалды. Бында шулай уҡ эсәр һыу мәсьәләһе бик киҫкен. Күптәр скважина быраулап, хәлде яйға һалырға тырыша, әммә был барыһының да хәленән килмәй. Ҡасандыр ауыл урамдарында колонкалар булған, хәҙер инде улар иҫкергән, ремонт көтә. Бәлки, яңы һыу торбаһы һалырға кәрәктер. Ләкин әлегә ауыл халҡының был теләген ишетергә теләгәндәр табылмаған.
Нисек кенә булмаһын, бирешмәй иҫәнбәттәр! Араларҙың алыҫлығын еңел машиналар, кеҫә телефондары яҡынайтһа, яңы йорттар, балаларҙың шат тауыштары урамдарға йәм һәм йән өрә. Иң мөһиме шул: тыуған ерен ихлас яратҡан, уға йәне-тәне менән береккән кешеләр йәшәй Иҫәнбәттә. Төпкөлдәрҙең төп матурлығы, көс-ҡеүәте тап шунда түгелме ни?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872