Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Кешеләргә хеҙмәт итеүҙән кинәнес алабыҙ"
"Кешеләргә хеҙмәт итеүҙән кинәнес алабыҙ"
Бер-береңде аңлап, ярҙам итешеп, тирә-йүнде матурлап йәшәргә ынтылыу элек-электән тормоштоң нигеҙен тәшкил иткән. Кешеләр күңелендәге ошо изге сифаттар быуындан быуынға тапшырыла килә, һәм уларҙың мөһимлеген көндән-көн нығыраҡ төшөнәбеҙ төҫлө.
Башҡаларҙың хәленә инеп, ярҙам күрһәтеүгә бәйле "мәрхәмәтлек" тигән һүҙҙе һуңғы йылдарҙа айырыуса күп ишетәбеҙ. Ул ҡеүәтле ойошма-предприятиеларҙың да эшмәкәрлегенә үтеп инде, һөҙөмтәлә халыҡтың именлеген тәьмин итеү, уға яҡшы тормош, үҫеш шарттары тыуҙырыу маҡсатында бик күп эш башҡарыла. Ошондай мәрхәмәтлек саралары күрһәткәндәр араһында "Башнефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәте мөһим урын алып тора. Компанияның ярҙамы менән һуңғы осорҙа сафҡа индерелгән объекттар ғына ла быны ныҡлы раҫлай. Уларҙың эшмәкәрлегенә байҡау яһау маҡсатында күптән түгел республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат туры ойошторолдо.


Сәфәр Шишмә районының Ар ауылынан башланды. Мәғлүм булыуынса, ундағы белем усағында мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө асылғайны.
— Әлегә ҡәҙәр бында балалар баҡсаһы булманы, — тине киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа Шишмә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рим Нәбиуллин. — Тыуым иһә йылдан-йыл арта, һөҙөмтәлә балалар баҡсаһына ихтыяж көсәйгәндән-көсәйә. Ошондай мәлдә "Башнефть" компанияһы ҙур ярҙам күрһәтте: "Система" мәрхәмәтлек фонды аша 1 миллион 200 мең һум бүленде. Шуға өҫтәп, район ҡаҙнаһынан бирелгән аҡсаға мәктәпкә төкәтмә булып ултырған элекке белем усағы бинаһы яңыртылып, кескәйҙәрҙе ҡабул итеү өсөн урын әҙерләнде. Ғөмүмән, халыҡ мәнфәғәтендә ифрат ҙур, изге эш башҡарылды.
Яңы учреждениела әле ике төркөмдә 40-тан ашыу сабый тәрбиәләнә. Араларында күрше Келәш, Черниговка, Боголюбовка ауылдары балалары ла бар.
"Кешеләргә хеҙмәт итеүҙән кинәнес алабыҙ"— Кескәйҙәр өсөн айырым бина асылыуҙы барлыҡ халыҡ көтөп алды, — тине Ар мәктәбе директоры Эльвира Хажиәхмәтова. — Ата-әсәләрҙең шатлығының сиге юҡ. "Башнефть" компанияһына, районыбыҙ хакимиәтенә ҙур рәхмәт!
Күрһәтелгән мәрхәмәтлек өсөн киләсәктә халыҡтың рәхмәте тағы ла күберәк яуасаҡ әле, сөнки тыуым йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, ауыл Советы үҙәге булған Арҙа ғына ла быйыл дүрт бала тыуған. Йәштәрҙең күбеһе тыуған төйәгендә төпләнергә тырыша, улар өсөн хакимиәт тарафынан ер, бюджет өлкәһендә эшләгәндәргә төҙөлөш өсөн субсидия бүленә. Һөҙөмтәлә Арҙың үр яғында өр-яңы урам барлыҡҡа килгән. Тимәк, ауылдың үҫешендә "Башнефть" йәмғиәтенең тос өлөшө бар.
Район үҙәгендә иһә быйыл мартта ошо уҡ компанияның финанс ярҙамы менән "Шишмә" спорт-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлаған. Дөйөм смета хаҡы 164 миллион 500 мең һумлыҡ проектты тормошҡа ашырыу барышын республика Президенты Рөстәм Хәмитов бер нисә тапҡыр килеп тикшереп киткән.
— Спорт комплексын шишмәләр көтөп алды, — ти уның директоры Гөлнара Яхина. — Ҙур спорт, тренажер залдарында, бассейнда барлыҡ район халҡы тиерлек шөғөлләнә. Спортҡа айырыуса уҡыусыларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ, улар бушлай хеҙмәтләндерелә. Һәр мәктәп өсөн айырым көндәр, сәғәттәр бүленгән, балаларҙы автобустарҙа алып киләләр. Шул уҡ "Башнефть" компанияһы ярҙамында 50 саңғы, коньки һатып алдыҡ, улар прокатҡа бирелә. Айырым категорияға ҡараған кешеләргә — инвалидтарға, социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаилә ағзаларына — тейешле шарттар тыуҙырылған, ташламалар ҡаралған. Ғөмүмән, төп маҡсатыбыҙ — кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа өндәү.
Спорт-һауыҡтырыу комплексы асылған көндө шишмәләр икеләтә шатлыҡ кисергән: Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан яҡташтары Азат Ҡарасуриндың алтын миҙал алғаны мәғлүм булған. Был, әлбиттә, һәр кемде, айырыуса йәштәрҙе, барлыҡ эштә ныҡышмаллыҡ менән алға ынтылыу мөһимлегенә тағы бер тапҡыр инандырған.
Комплекста дзю-до, каратэ, йөҙөү, өҫтәл теннисы, еңел атлетика, аэробика, фитнес һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнәләр. Тәүге икәүһен һайлағандар иҫәбендә хатта алыҫтағы Горный, Шөңгәккүл ауылдарынан да кешеләр бар. Күптән түгел асылыуына ҡарамаҫтан, спорт комплексында өлкәндәр араһында республика кимәлендә мини-футбол ярыштары, балалар ҡатнашлығында каратэ турниры, шулай уҡ Рәсәй буйынса конкурстар уҙған. Ғөмүмән, бында һәр төрлө ярышты шартына килтереп, кинәнеп үткәрергә мөмкин.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рим Нәбиуллин әйтеүенсә, "Башнефть" йәмғиәтенең Шишмәне ярҙамынан өҙгәне юҡ. Уҙған йылға байҡау яһағанда ғына ла, компания тарафынан төбәккә 30 миллиондан ашыу һум самаһы аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә социаль әһәмиәтле бихисап эш тормошҡа ашырылған: бер нисә ауылда һыу үткәргес төҙөлгән, айырым юл участкаларына асфальт түшәлгән, мәктәптәргә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ремонт яһалған, мәҙәниәт йорттары яңыртылған, күперҙәр һалынған... Күренеүенсә, барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп башҡарылған.
Комплекста шишмәләрҙең спорт буйынса ҡаҙаныштарын сағылдырған мөйөш эшләнеп, унда төрлө йылда алынған кубоктар, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары ҡуйылған. Хәҙер инде, яңы шарттар тыуҙырырылған заманса бина төҙөлгәс, наградалар ҙа, райондың даны ла күпкә артыр, тип ышана шишмәләр.
"Башнефть" компанияһының ҙур ярҙамын күргән Бүздәк районы халҡының да шатлығының сиге юҡ.
"Яратам мин илемде,
Матур башҡорт телемде!" —
тип йырлап ҡаршы алды беҙҙе ундағы яңыртылған кескәйҙәр учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре. Шиғырҙары аша балалар баҡсаларының матурлығын, унда килергә ашҡынып тороуҙарын белдерҙеләр, төҙөүселәргә рәхмәт әйттеләр.
— Учреждение авария хәлендә ине, — ти Бүздәктең 6-сы балалар баҡсаһы мөдире Розалиә Надежкина. — Ошоға бәйле былтыр "Башнефть" компанияһынан 26 миллиондан ашыу аҡса бүленеп, бинаға капиталь ремонт эшләнде, үҙәкләштерелгән автономлы ҡаҙанлыҡ булдырылды. Баҡса 130 балаға иҫәпләнгән: яңыртып ҡороу һөҙөмтәһендә өҫтәмә урындар барлыҡҡа килде.
Ғөмүмән, район үҙәге Бүздәктә дүрт мәктәпкәсә учреждение эшләй. Шулай ҙа был кескәйҙәрҙе урын менән тәьмин итеү мәсьәләһен тулыһынса хәл итмәй, мохтажлыҡ бар әле.
Артабан Туймазы районының Иманғол ауылына юлландыҡ. Уның тирә-яғы таҙартылған, шатлығынан йырлап аҡҡандай тойолған ифрат матур шишмәһе янында эҫе көндөң тынсыулығы шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Был төҙөкләндереү эше лә "Башнефть" йәмғиәтенең финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылған икән. Дөйөм алғанда, "Башҡортостан шишмәләре" тигән программаға ярашлы, компания республиканың 67 "йырлы хазина"һына йәшәү юлын асҡан.
Туймазы ҡалаһында иһә беҙҙе өр-яңы спорт аренаһы ҡаршы алды. "Башнефть" компанияһының 300 миллион һумдан ашыу аҡсаһына төҙөлгән был мөһабәт бина Өфөнөкөнән ҡайтыш түгел. "Беҙгә күрше ҡалаларҙан, райондарҙан ғына түгел, хатта баш ҡаланан да килеп шөғөлләнәләр", — тинеләр бында, фекерҙе ҡеүәтләгәндәй.
Татарстан, Һамар өлкәһе менән сиктәш ятҡан Туймазыла ошондай ҙур боҙ комплексы асыу мәсьәләһе күптән тыуған булған. Хәҙер инде киң даирәлә ярыштар уҙғарыу өсөн бөтә мөмкинлек тә бар, һәм быны файҙалана башлағандар ҙа инде. Мәҫәлән, республика кимәлендә балалар хоккей лигаһы үткәрелгән. Шулай уҡ Еңеүҙең 69 йыллығына арнап Бөтә Рәсәй турниры ойошторолған, унда Урал һәм Волга буйы төбәктәренән бәйгеселәр ҡатнашҡан.
Боҙ комплексында хоккей мәктәбе бар, унда төрлө йәштәге 300 тирәһе бала шөғөлләнә. Өлкәндәрҙең йыйылма командаһы ла бар. Халыҡ шулай уҡ фигуралы шыуыуға, кистәрен фитнесҡа, йогаға йөрөй. Тиҙҙән тренажер залы эшләй башлаясаҡ.
— Боҙ һарайыбыҙ бар, тимәк, хәҙер инде Өфөләге, Нефтекамалағы кеүек данлыҡлы командалар үҫтерергә, төбәгебеҙҙең данын күтәрергә тейешбеҙ, — тигән маҡсат менән йәшәй туймазылар.
Сәфәр һуңында Туймазы ҡалаһында "Башнефть" компанияһының Хөкүмәт менән бәйләнештәр буйынса департаменты директоры Константин Чистяков, "Система" мәрхәмәтлек фондының Башҡортостандағы филиалы директоры Алла Кузьмина ойошманың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Мәғлүм булыуынса, фонд "Система" корпорацияһы буйынса социаль әһәмиәтле проекттарҙы үтәү эшендә төп ҡорал булып тора. Уға төрлө ойошма-предприятие, шул иҫәптән "Башнефть" кеүек ҡеүәтле компания инә. Мәрхәмәтлеккә бәйле һәр мәсьәлә бергә фекер алышып, кәңәшләшеп хәл ителә. Төп иғтибар һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренә, экологияға бүленә. Шул уҡ ваҡытта финанс ярҙамы талап ителгән башланғыстың үҙенсәлекле, заманса йүнәлешле булыуы шарт. Фонд ныҡлы, ышаныслы партнерлыҡ мөнәсәбәтенә, асыҡлыҡҡа өҫтөнлөк бирә.
Етәкселек әйтеүенсә, Башҡортостанда эш башлағандан алып былтырға ҡәҙәр, йәғни 2009 — 2013 йылдарҙа, мәрхәмәтлеккә йүнәлтелгән дөйөм аҡсаның күләме 6 миллиард һумдан ашыу булған. "Башнефть" республиканың 47 районы һәм 13 ҡалаһының социаль һәм рухи үҫешенә булышлыҡ иткән. География йылдан-йыл киңәйә. Компания быйыл Башҡортостандың үҫеше өсөн бер миллиард һумдан ашыу финанс ярҙамы бүлергә планлаштыра — йылдан-йыл ҡабатланып килгән сумма кәмемәй.
— Халыҡҡа хеҙмәт итеү, уның ҡәнәғәт йөҙөн күреү күңелгә дәрт өҫтәй, — ти "Башнефть" йәмғиәте етәкселәре. — Яңы, заманса идеялар булған һайын эшләүе лә күңеллерәк.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә