Халыҡты борсоған һорауҙарға Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы НӘБИУЛЛИН яуап бирә.
— Ғаиләм менән иҫке генә йортта йәшәйбеҙ. Бер тапҡыр ҙа ағас һорағаныбыҙ булманы. Былтыр ер участкаһы, төҙөлөшкә рөхсәт тә алғайныҡ. Йорт төҙөү өсөн ни бары 15 кубометр ылыҫлы ағас бүлделәр, ҡалғаны — утын. Был ғына ағастан нисек йорт төҙөмәк кәрәк? Киләһе йылға йәнә бирербеҙ, тигәс, тағы ла Учалы урмансылығына мөрәжәғәт иттек. Ә унда, һеҙҙең фамилияны Министрлыҡта һыҙып ташлағандар, тинеләр. Закон нигеҙендә йорт һалыу өсөн 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометр ағас бирелергә тейеш түгелме ни?
Ф. Сәлихова.
Учалы районы.
— Учалы урмансылығы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, район буйынса 1 073 кешегә йорт һалыу өсөн ылыҫлы ағас бүленергә тейеш. Был кешеләр мохтаждар исемлегенә индерелгән. Шул уҡ ваҡытта бүленгән диләнкә барыһын да тәьмин итеү өсөн етмәй. Әлегә бер кешегә 15 кубометр ағас тура килә. Былтыр Учалы урмансылығы 12 мең кубометр ылыҫлы ағас бүлгән. Һеҙҙең ғаилә 2013 йылда ағасҡа мохтажлыҡ кисергәндәр исемлегенә индерелгән, һеҙгә 150 кубометр, шул иҫәптән 15 кубометр ылыҫлы ағас бүленергә тейеш. 2007 йылдың 20 ноябрендә ғәмәлгә ингән “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 486-сы республика Законына ярашлы, исемлеккә индерелгән кешеләргә биреләсәк ағастың барыһы ла ылыҫлы булырға тейеш түгел.
— Дүрт бала тәрбиәләйем, өй бәләкәй. Төкәтмә эшләргә рөхсәт алғайным, Ишембай урман хужалығы 20 кубометр ғына ағас бүлде. 2012 йылда тағы ғариза яҙҙым һәм бер йыл буйы көттөм, әммә бер ниндәй ҙә яуап юҡ. Миңә 70 — 100 кубометр самаһы ағас бирһәләр, яңынан йорт һалыр инем.
Айрат Зәйнуллин.
Ишембай районы,
Яңы Һәйет ауылы.
— Маҡар урмансылығы тәҡдим иткән исемлектә Ишембай районы буйынса 224 кеше йорт һалыуға ылыҫлы ағас алырға теләй. Ә ошо маҡсат өсөн бүленгән ағас күләме бер кешегә 32 кубометрҙан артмай. Былтыр Маҡар урмансылығынан 3,38 мең кубометр ылыҫлы ағас сығарылған. Айрат Зиннур улы Зәйнуллин ағасҡа мохтаждар исемлегенә индерелгән, уға 150 мең кубометр, шул иҫәптән 20 кубометр ылыҫлы ағас бүленгән. Үрҙә телгә алынған законда ҡаралғанса, бүленгән ағастың барыһы ла ылыҫлы булмауы ла ихтимал.
— Мин шуны белергә теләйем: 150 кубометр ағастың күпмеһе ҡарағай, күпмеһе ҡайын булырға тейеш? Миңә, 60 кубометр ағас бар, тип әйттеләр. Араһында бер кубометр ҙа ҡарағай булмағас, алманым.
Мират Ваһапов.
Учалы районы,
Истамғол ауылы.
— Һеҙҙең осраҡтағы кеүек, ағас бүленгәндә ылыҫлы тоҡомдарҙың булмауы ла ихтимал. “Ылыҫлы хужалыҡ” тип аныҡ билдәләнгән документтар булһа, ағастың 50 — 80, хатта унан да күберәге ҡарағай йә шыршы булыуы мөмкин.
— Иглин районында төҙөлөш өсөн участкам бар. Урман араһында йәшәп тә, йорт һалырға ағас юллап алып булмай. 2012 йылдан бирле Белорет районының Әүжән урмансылығынан ағас бүлеүҙе һорап яҙған ғаризаларым яуапһыҙ ята. Урман хужалығы министрлығына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем. Һаман да ыңғай яуап юҡ. Өй һалыу өсөн ағасын алыу ҙа оло бәләгә әүерелә. Ә бит урманды сит яҡтарға ҙур-ҙур машиналарҙа оҙаталар.
Рөстәм Атанов.
— Шәхси ихтыяж өсөн ағас ҡуртымға бирелгәндән ҡалған күләмгә ҡарап бүленә. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына һеҙ мөрәжәғәт иткән мәлдә ылыҫлы ағас буйынса тейешле диләнкә тулыһынса бүленгән булған. Һеҙгә бүтән төрлө ағасты үҙегеҙ өсөн уңайлы урман хужалығынан алырға тәҡдим иткәндәр бит.
— Ишембай урмансылығына ағас һорап ғариза яҙғайныҡ, исемлеккә индерҙеләр. Әммә ауыл Советы беҙҙе Ишембай ҡалаһы хакимиәтенең йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән “Йорт комплекты” программаһына теркәгән. Шул сәбәпле “урмансылыҡтан ағас бирелмәй” тигән ҡарар сығарылды. Әммә беҙ ул программала ҡатнаша алманыҡ, һөҙөмтәлә ағасһыҙ тороп ҡалдыҡ. Беҙгә нимә эшләргә?
Вәлиә Шәмсетдинова.
Ишембай районы,
Йәнырыҫ ауылы.
— Әле һеҙ Башҡортостандың Торлаҡ төҙөү фондынан килгән хат нигеҙендә “Йорт комплекты” программаһынан сығарылып, быйыл Бөрйән районы биләмәһенән ағас алыусылар исемлегенә индерелгәнһегеҙ. Һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөү өсөн Бөрйән урмансылығына мөрәжәғәт итегеҙ.
— Ауылыбыҙҙа мәҙәниәт йорто, медпункт бар. Халыҡ үҙенсә матур йәшәргә тырыша. Әммә әлегә тиклем мәсетебеҙҙең булмауы эсте бошора. Халыҡ йәшәһен, тәүфиҡлы булһын тиһәк, ауылда иман йортоноң асылыуы шарт. Беҙгә мәсет төҙөү өсөн 100 — 150 кубометр ағас бүлһендәр ине.
Фатима Шәғәлина,
ауыл мәҙәниәт йорто директоры.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.
— “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 486-сы закондың 12-се статьяһындағы 7-се пунктҡа ярашлы, республикала торлаҡ йорт һалыу өсөн 150 кубометрға тиклем ағасты 25 йылға бер тапҡыр биреү билдәләнә. Законда мәсет төҙөү өсөн ағас бүлеү хаҡында һүҙ юҡ. Рәсәй Урман кодексының 29, 78 — 80-се статьяларына һәм 2007 йылдың 20 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 486-сы Башҡортостан Законының 11-се статьяһына ярашлы, Урман хужалығы министрлығы һеҙгә муниципалитет һәм дәүләт ихтыяждары өсөн ағас әҙерләү маҡсатында килешеү төҙөү хоҡуғын алыу буйынса аукционда ҡатнашырға тәҡдим итә. Ағас һатыу-һатып алыу аукциондарын үткәреү ваҡыты һәм шарттары тураһындағы мәғлүмәттәр менән Интернеттағы www.torgi.gov.ru сайтында йәки урмансылыҡтарҙа танышырға мөмкин.
— Ғаиләбеҙ ҙур, биш бала тәрбиәләйем. 2009 йылда өй күтәреп ҡуйҙыҡ, әммә уны төҙөп бөтөү, иҙән-түбәләре өсөн 50 кубометр ағас етмәне. Ярҙам итһәгеҙ ине.
Тәслимә Насирова.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.
— Бөрйән урмансылығы ылыҫлы ағастарҙың быйылғы лимитын тулыһынса бүлгән. Үтенесегеҙҙе киләһе йылда ғына ҡәнәғәтләндерергә мөмкин.
— Былтыр йәй Ишембайҙағы Смаҡай ҡасабаһы янында үткән быуаттың 50-се йылдарында ултыртылған ылыҫлы ағас урманын “санитар таҙартыу” тип киҫтеләр. Урындағы халыҡтың тикшереүҙәренә ҡарағанда, ҡырҡылған ағастар майҙаны рөхсәт ителгән шарттарға тап килмәй. Әлбиттә, урман таҙартылырға тейеш, тик ниңәлер ағастың тамға һалынғандары ҡалған, һомғол, таҙалары киҫелгән. Үҫеп ултырғандарына ла зыян килгән. Урындағы урмансылар, тәртип һаҡлау органдары, мөрәжәғәттәргә яуап итеп, эш тейешенсә башҡарылған, ти. Әбйәлилдә ҡәбер бурарға киҫелгән бер төп ҡарағас өсөн ғәйепленән һыйыр хаҡы түләттеләр. Ә ни эшләп Ишембайҙа урманды гектарлап вәхшиҙәрсә киҫеүгә юл ҡуялар? Был эш тәбиғәткә зыян килтереп кенә ҡалмай, халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Бында коррупция күренеше асыҡ сағыла. Рәжәп Байғондо улы, күтәрелгән мәсьәләгә ғәҙел баһа бирерһегеҙ тип ышанам.
Рәсүл Ғүмәров,
хеҙмәт ветераны.
Ишембай ҡалаһы.
— Былтыр Смаҡай ауылы эргәһендәге урман тәртипкә килтерелде. Был участка Маҡар урмансылығының Ишембай участка урмансылығындағы 63-сө кварталға инә. Эш Урман хужалығы министрлығы менән “Ишембай урманы” предприятиеһы араһында төҙөлгән дәүләт контрактына ярашлы тормошҡа ашырылды. Урманды тәртипкә килтереү, һирәгәйтеү эштәре “Рослесинфорг” предприятиеһының Башҡортостан филиалы 2012 йылда үткәргән таксация һөҙөмтәләре буйынса тормошҡа ашырылды. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатнашлығында ойошторолған тикшереүҙәр барышында урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтары асыҡланмаған.
— Ауылдарҙа эш юҡ. Райондың таулы, ағаслы төбәгендә йәшәгәс, халыҡ утын һатып булһа ла йәшәргә тырыша ине. Был мохтаж кешеләргә, өлкәндәргә генә түгел, ялан янында йәшәгәндәргә лә уңайлы, сөнки утынға диләнкә юллап әллә күпме йөрөргә кәрәк. Урманға йәйәү барырлыҡ түгел. Эшкә кеше яллау, ағасты сығарыу өсөн техника табыу мәшәҡәтле. Шул уҡ ваҡытта урманды ҡуртымға алыусыларҙан әллә күпме ағас, ботаҡ тороп ҡала. Улар сереп ятһа-ята, әммә алырға ярамай. Шуға күрә, минеңсә, утынды һатырға рөхсәт итергә кәрәк. Ошо йәһәттән яҡын арала берәй сара күрелмәҫме?
Әхмәт Моратов.
Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.
— Ҡуртымға алынған урман ерендәге ағас арендаторҙың милке булып тора. Был мәсьәләне ошо участканың милексеһе менән хәл итергә кәңәш бирәбеҙ. Рәсәй Урман кодексының 29-сы статьяһына ярашлы, тәү сиратта ҡарт, зыян күргән, һынған ағастар киҫелергә тейеш. Ошо уҡ Кодекстың 30-сы статьяһы нигеҙендә граждандар шәхси ихтыяждар өсөн ағасты килешеү төҙөп әҙерләргә тейеш.
— Ауылда уҡытыусы булып эшләйем. Тракторым бар. Күрше-күлән урмандан ағасын сығарып биреүҙе һорап килә. Әммә инспектор миңә урманға трактор менән инергә рөхсәт итмәй. Ни өсөн?
Иршат Әминев.
Әбйәлил районы.
— Урман ҡануниәте боҙолмай икән, дәүләт урман инспекторы граждандарға теге йәки был хужалыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙе тыя алмай. Әгәр рөхсәт итмәй икән, уның документ ярҙамында рәсмиләштерелеүе шарт. Әлбиттә, инспектор урлашыуға, мутлашыуға юл ҡуймаҫҡа тырышалыр. 2013 йылдың 28 декабрендә ғәмәлгә ингән “Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 415-се Федераль законға ярашлы, йорт һалыу өсөн бирелгән ағасты әҙерләү участкаһын алған граждандар диләнкәһен һата, алмаштыра йәки башҡа ысул менән бүтән кешегә тапшыра алмай.
— Миңә өй һалырға 150 кубометр ағас бирҙеләр, шуның 30-40 кубометры самаһы — ҡайын. Ул миңә кәрәкмәй. Ағасты башҡа кешегә утынға һата аламмы?
Әлфиә Саттарова.
Баймаҡ районы.
— Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһындағы 4.1-се өлөшкә ярашлы, граждандар тарафынан шәхси ихтыяждар өсөн әҙерләнгән ағас тартып алына йәки башҡа юл менән берәүҙән икенсегә күсә алмай.
— Һәр йортҡа йыл да 20 кубометр утын алырға рөхсәт итәләр. Ҡарттарҙың, яңғыҙ кешеләрҙең ағасын ышаныс ҡағыҙы буйынса ташып бирә аламмы? Инспектор “юҡ” ти.
Дамир Ғарипов.
Йылайыр районы.
— Инспектор, урман ҡануниәтенә ҡаршы килмәй икән, теге йәки был эшмәкәрлек төрөн тормошҡа ашырыуҙы тыя алмай. Ағас милексеһе менән бергә йөрөп йә иһә уның ышаныс ҡағыҙы буйынса сығарылырға тейеш. Был осраҡта урмандан файҙаланыусы, урман участкаларын һатып алыу-һатыу килешеүендә билдәләнгән шарттарға ярашлы, урмансылыҡҡа ағас сығарыу датаһын һәм күләмен әйтергә, был эште башҡарған шофер тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, транспорт сараһының дәүләт номерын һәм маркаһын күрһәтергә бурыслы. Был хаҡта республика мәғлүмәт системаһына хәбәр ебәрелә. Алдан мәғлүмәт тапшырылмай икән, урмандан файҙаланыусыға ҡарата административ сара күрелеүе, ә транспорттың хәл-шарттарҙы асыҡлағанға тиклем тартып алыныуы мөмкин.
— Мин икенсе кешенең диләнкәһен һатып алдым. Лимит буйынса ағас әҙерләп йөрөгәндә инспектор килеп сыҡты. Күп дәғүә белдерҙе, билдәләнгән сикте үтеүҙә ғәйепләне. Дөрөҫ эш иткәнемде беләм. Урман мәсьәләһе миңә яҡшы таныш. Әммә инспекторҙың дәғүәһе бөтөрлөк түгел. Ул хаҡлы булмаған осраҡта кемгә мөрәжәғәт итергә?
А. Байсурин.
Ейәнсура районы.
— 2014 йылдың 1 февраленән көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 415-се Федераль законға ярашлы, шәхси ихтыяж өсөн әҙерләнгән ағасты тартып алыу тыйыла. Тимәк, бүтән кешенән диләнкә һатып алыу ҙа ошо Федераль законға ҡаршы килә. Инспектор ағас ҡырҡыуҙы туҡтатырға тейеш, сөнки был ғәмәл тыйылған. Өҫтәүенә ул протокол төҙөп, һеҙҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырырға, зыян күләме 5 мең һумдан ашыу икән, материалдарҙы енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрергә бурыслы.
— Договор буйынса урманға ағас эшкәртергә йөрөйөм. Техник “юл документтары” тигән ҡағыҙға көн дә ҡул ҡуйырға тейеш. Ләкин ул һәр саҡ урынында тормай, шуға имзаһын ҡуйҙырып булмай. Инспектор иһә туҡтатып, һин урманда урлашып йөрөйһөң, тип ғауға ҡуптара, штраф менән янай, ағасты алып ҡала. Ошо мәсьәләне хәл итеү, законды халыҡҡа ҡулай итеп үҙгәртеү йәһәтенән нимә эшләнә?
Ә. Әлмөхәмәтов.
Хәйбулла районы.
— Ағас әҙерләү өлкәһендә енәйәтселек осраҡтары бик күп. Шуға күрә ағас, таҡта, шулай уҡ башҡа материалдар ташыусыларҙың рөхсәт документтары теүәл булырға тейеш. Әгәр шарттар үтәлмәй икән, транспорттың ҡулға алыныуы, ағас әҙерләүсегә административ штраф һалыныуы ихтимал.
— Атайым Әғзәм Яныбаев былтыр 26 сентябрҙә мәрхүм булды. Ошо хаҡта “Башҡортостан” гәзитендә яҙып сыҡҡас, һеҙ, Рәжәп Байғондо улы: “2013 йылдың 5 октябрендә законһыҙ ағас ҡырҡып кәсеп итеүселәрҙе тотоу һәм язаға тарттырыу маҡсатында республика күләмендә ойошторолған “Урман” операцияһы барышында “Әбйәлил урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһының Хәмит участка урмансылығында (88-се квартал) 0,961 кубометр ҡарағас ҡырҡылыуы асыҡланды. Операцияла Әбйәлил район прокуратураһы хеҙмәткәре һәм Әбйәлил урмансылығы буйынса мобиль төркөм ҡатнашты”, — тип яуап биргәйнегеҙ. Шуныһы ғәжәп: был ҡарар хаҡында беҙ генә түгел, бөтә республика халҡы белмәй ине. Бер ниндәй иҫкәртеү ҙә, белдереү ҙә булманы, гәзиттәрҙә лә яҙылманы. Шулай булғас, минең ҡустым ғәйеплеме һуң? Йыш ҡына барлыҡ матбуғат сараларында һуғыш һәм тыл ветерандарына оло хөрмәт күрһәтеү, ярҙам итеү, иҫкә алыу зарурлығы хаҡында һөйләйҙәр, яҙалар. Былар минең атайыма ла ҡағылалыр, моғайын. Суд ҡарары булмай тороп, бысҡы менән машинаны алып китеп бикләргә хоҡуҡтары бар инеме?
Гөлниса Яныбаева.
Әбйәлил районы,
Хәмит ауылы.
— Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының “Мобиль төркөм” секторы инспекторҙары Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәргән “Урман” операцияһы барышында ҡарағасты законһыҙ ҡырҡыу осрағы асыҡланды. Республикабыҙҙа был ағасты ҡырҡыу тыйыла. Зыян күләме 52 мең һум самаһы тәшкил итә. Ошоға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылғайны. Әле, зыянды ҡапланыу сәбәпле, эш ябылды.
— Шамонин ауылында йәшәйем, йортобоҙ бар. Ә бына йорт-ҡура, мунса өсөн йүкә йәки уҫаҡ алырға ине. Иглин, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондарындағы урман хужалыҡтарына мөрәжәғәт итергә булалыр бит?
Ә. Мәзитов.
Өфө районы.
— Эйе, ихата ҡаралтылары төҙөү өсөн 50 кубометрға тиклем ағас алыуға хоҡуғығыҙ бар. Был мәсьәлә буйынса үҙегеҙ өсөн уңайлы булған урмансылыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
— Өфөлә йәшәйем. Күп балалы ғаилә булараҡ ҡала эргә-һенән ер бирҙеләр. Әлегә тиклем ағас алғаным булманы. Һәр кешенең ғүмерендә бер тапҡыр 150 кубометр ағас алырға хоҡуғы бар, тип ишеткәйнем. Был хәбәр дөрөҫмө?
К. Ғиләжев.
Өфө районы.
— Граждандарға шәхси ихтыяждар өсөн, Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһына һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 486-сы Башҡортостан законына, шулай уҡ ағас үҫентеләрен һатып алыу-һатыу договорын төҙөү тәртибенә ярашлы, ағас бүленә. Ошо уҡ 486-сы Закондың 12-се статьяһындағы 7-се пунктында торлаҡ йорт һалыу өсөн 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометрға тиклем ағас бүлеү күләме билдәләнә. Гражданға бының өсөн Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына йәки урмансылыҡҡа ғариза яҙырға кәрәк. Ғаризала түбәндәге мәғлүмәттәрҙе күрһәтеү шарт:
а) граждандың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, уның адресы, шәхесте раҫлаған документ мәғлүмәттәре;
б) ағас һатып алыу күҙалланған урмансылыҡ атамаһы;
в) ағас күләме һәм уның сифат күрһәткестәре.
Р. ХӘСӘНОВ менән
И. ХАҠОВ әҙерләне.