Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шарлығол буйы гөр килә
Шарлығол буйы гөр килә
Тирә-яҡтың йәшеллеге, йылғаларҙың ярҙарына һыймай ағыуы, ҡоштарҙың бер туҡтауһыҙ сутылдауы күңелдәрҙе елкендерә. Уң яҡтағы баҫыуҙа өс-дүрт трактор күҙгә салынды, алға барған һайын техника күбәйҙе генә, ҡыҫҡаһы, төбәктә сәсеүҙең ҡыҙыу барыуына инандыҡ. Әйткәндәй, хужалыҡтар ошо көндәрҙә ҡыр эштәрен тамамлаясаҡ, үҙебеҙ шул яҡтарҙа булып, баҫыу уңғандары менән яҡындан аралашҡас, быны ышаныслы әйтә алабыҙ.


Шарлығол буйы гөр килә "Мәхийәнов" крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Ирнес Мәхийәнов әйтеүенсә, халыҡҡа эш барҙа ауыл һүнмәйәсәк, көс-ғәйрәт ташып торғанда ниңә егелеп эшләмәҫкә?!
Танышым Тамъян-Таймаҫ ауылыныҡы. Егетте Дим йылғаһынан әллә ни йыраҡ түгел урында – Шарлығол буйында осраттыҡ: көнбағыш сәсә инеләр. Ул эшселәрҙең һәр береһен сәмләндерә, дәртләндерә. Техниканы көйләп ебәреүе тураһында айырым мәҡәлә яҙырға мөмкин. Моғайын да, етәксе кеше шулай булырға тейештер.
– Иген үҫтереү – төп маҡсатыбыҙ, – тип һөйләй Ирнес Мөҙәрис улы. – Төрлө хәл була, ҡайһы саҡта ямғыр һибәләп кенә үтә, әгәр инде яуым-төшөм күп булһа, кисергән шатлыҡты һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Әммә теләк барҙа барыһын да ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Беҙ ҙә алға оло ниәттәр ҡуйғанбыҙ, ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ.
Шарлығол буйы гөр киләЭлек бында хужалыҡтың гөрләп тороуын әле һаман һағынып иҫкә алалар. Эх, булған бит заманалар! Әлбиттә, ул барыһын да күреп йөрөгән, уртаһында ҡайнаған, һынылышлы осорҙо йөрәге аша үткәргән. Упҡынға тәгәрәү сигенә еткән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған өсөн Ирнес Мәхийәновҡа күптәр рәхмәтле. Ҡолтай-Ҡаран, Ереклекүл һәм Тамъян-Таймаҫ халҡы был хужалыҡта эш табыуына шатланып бөтә алмай. Юғиһә бәғзеләр “оҙон” аҡса артынан ситкә сығып киткән, тормоштоң еңел яғын шешә төбөнән эҙләүселәр ҙә осраштырғылаған. Бер нисә кеше менән әңгәмәләшкәндә, улар хеҙмәткә ҡарата түләүҙең һуңлатмай бирелеүен телгә алды, тыуған ауылында ғаиләһе янында йәшәүен бәхеткә тиңләне.
"Илсеғол" ауыл хужалығы предприятиеһында ла эштәр көйләнгән. Хужалыҡ етәксеһе Роман Жнейкин әйтеүенсә, көрсөк йәки бүтән төрлө мәшәҡәттәр барлыҡҡа килә лә китеп тора, ә ауыл халҡына йәшәргә кәрәк. Шулай булғас, улар, бер нәмәгә ҡарамай, киләһе көндәргә изге маҡсаттар билдәләгән.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Миәкә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә