Тирә-яҡтың йәшеллеге, йылғаларҙың ярҙарына һыймай ағыуы, ҡоштарҙың бер туҡтауһыҙ сутылдауы күңелдәрҙе елкендерә. Уң яҡтағы баҫыуҙа өс-дүрт трактор күҙгә салынды, алға барған һайын техника күбәйҙе генә, ҡыҫҡаһы, төбәктә сәсеүҙең ҡыҙыу барыуына инандыҡ. Әйткәндәй, хужалыҡтар ошо көндәрҙә ҡыр эштәрен тамамлаясаҡ, үҙебеҙ шул яҡтарҙа булып, баҫыу уңғандары менән яҡындан аралашҡас, быны ышаныслы әйтә алабыҙ.
"Мәхийәнов" крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Ирнес Мәхийәнов әйтеүенсә, халыҡҡа эш барҙа ауыл һүнмәйәсәк, көс-ғәйрәт ташып торғанда ниңә егелеп эшләмәҫкә?!
Танышым Тамъян-Таймаҫ ауылыныҡы. Егетте Дим йылғаһынан әллә ни йыраҡ түгел урында – Шарлығол буйында осраттыҡ: көнбағыш сәсә инеләр. Ул эшселәрҙең һәр береһен сәмләндерә, дәртләндерә. Техниканы көйләп ебәреүе тураһында айырым мәҡәлә яҙырға мөмкин. Моғайын да, етәксе кеше шулай булырға тейештер.
– Иген үҫтереү – төп маҡсатыбыҙ, – тип һөйләй Ирнес Мөҙәрис улы. – Төрлө хәл була, ҡайһы саҡта ямғыр һибәләп кенә үтә, әгәр инде яуым-төшөм күп булһа, кисергән шатлыҡты һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Әммә теләк барҙа барыһын да ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Беҙ ҙә алға оло ниәттәр ҡуйғанбыҙ, ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ.
Элек бында хужалыҡтың гөрләп тороуын әле һаман һағынып иҫкә алалар. Эх, булған бит заманалар! Әлбиттә, ул барыһын да күреп йөрөгән, уртаһында ҡайнаған, һынылышлы осорҙо йөрәге аша үткәргән. Упҡынға тәгәрәү сигенә еткән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған өсөн Ирнес Мәхийәновҡа күптәр рәхмәтле. Ҡолтай-Ҡаран, Ереклекүл һәм Тамъян-Таймаҫ халҡы был хужалыҡта эш табыуына шатланып бөтә алмай. Юғиһә бәғзеләр “оҙон” аҡса артынан ситкә сығып киткән, тормоштоң еңел яғын шешә төбөнән эҙләүселәр ҙә осраштырғылаған. Бер нисә кеше менән әңгәмәләшкәндә, улар хеҙмәткә ҡарата түләүҙең һуңлатмай бирелеүен телгә алды, тыуған ауылында ғаиләһе янында йәшәүен бәхеткә тиңләне.
"Илсеғол" ауыл хужалығы предприятиеһында ла эштәр көйләнгән. Хужалыҡ етәксеһе Роман Жнейкин әйтеүенсә, көрсөк йәки бүтән төрлө мәшәҡәттәр барлыҡҡа килә лә китеп тора, ә ауыл халҡына йәшәргә кәрәк. Шулай булғас, улар, бер нәмәгә ҡарамай, киләһе көндәргә изге маҡсаттар билдәләгән.