Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ваҡыт менән бергә атлаусылар
Ваҡыт менән бергә атлаусылар
Яңауыл үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына өс тиҫтә йылдан ашыу Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһөйәр Проскурякова етәкселек итә. Һөнәри байрамдары уңайынан уның менән көндәлек эштәре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.



— “Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы” нимә һуң ул, Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы?
— Дөйөмләштереп әйткәндә, район буйынса 556 мең дананан күберәк китап һәм башҡа мәғлүмәт сығанағы йыйылған 29 үҙәк ул. Беҙгә килеүселәр шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең төрлө тарафтарында баҫылған йөҙ илленән ашыу төрлө гәзит һәм журнал менән таныша ала. Ағымдағы йылда ғына ла китапханаларға 13 меңгә яҡын яңы ғына донъя күргән әҙәби баҫма алынды. Был күрһәткес буйынса беҙ республикала алдынғылар рәтендә.
Шулай ҙа бөгөнгө китапхана уҡыусыларға әҙәбиәт һәм матбуғат баҫмалары таратыу урыны ғына түгел. Бурысыбыҙ — һөнәрҙәре һәм ҡыҙыҡһыныу даирәһе төрлө булған бер нисә быуын вәкилдәре иркен аралашһын, фекер алышһын, яңы мәғлүмәт туплаһын һәм шулай уҡ буш ваҡыттарын зауыҡлы үткәрһен өсөн тей ешле шарттар тыуҙырыу.
Ваҡыт менән бергә атлаусыларИке быуат осрашҡан йылдарҙа билдәле сәбәптәр арҡаһында, халыҡтың китап менән ҡыҙыҡһыныуы бер ни тиклем һүрелһә лә, һуңғы ваҡытта уҡыуҙың шөғөл генә түгел, тормош талабы ла икәнен төплө аңлаусыларҙың бермә-бер арта барыуы шатлыҡлы. Бөгөн беҙҙә 37 мең самаһы китап уҡыусы иҫәпләнә. Шуға ла эшебеҙҙең бар йүнәлештәрендә заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Районда биш моделле китапхана бар. Былтыр Яңауыл ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә асылған 1-се филиал йәштәр үҙәге сифатында эшмәкәрлеген йәйелдерһә, Киҫәкҡайын ауылындағыһы башҡорт халҡының йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уларҙы артабан үҫтереү һәм пропагандалау үҙәге булараҡ әүҙемлек күрһәтә.
Яңы мәғлүмәт технологияларын ҡулланылышҡа индереүҙә лә ҡалышмайбыҙ: ун ике китапханабыҙ интернет селтәренә тоташтырылған, дүртәүһенең үҙ сайты бар.
— Байрам айҡанлы, ғәҙәттә, уңыштарҙы барлайҙар...
— Бөтөн коллективтар ҙа район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурс һәм бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып килә. Һуңғы ҡаҙаныштарҙы ғына атап үтәм: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторған “2013 йылдың иң яҡшы китапханаһы” VII республика конкурсының “Китапхана — хыял майҙаны” номинацияһында — үҙәк район китапханаһы беренсе, “Китапхана — музей” номинацияһында балалар моделле китапханаһы икенсе урынды яуланы. Вояҙы һәм Ямаҙы китапханалары, ауыл биләмәләрендәге муниципаль мәҙәниәт учреждениелары араһындағы республика бәйгеһендә еңеп сығып, Мәҙәниәт министрлығының 100-әр мең һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Үҙәк китапхана — һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен һәм мәҙәниәтен күтәреү буйынса конкурста, Вояҙы китапханаһы сайттарҙың республика ярышында өсөнсө урынды алды.
— Балалар китапханаһында тупланған ҡурсаҡтарҙы һоҡланып ҡараным...
— Республикала берҙән-бер булған “Ҡурсаҡтар музейы” — ғорурлығыбыҙ. Яҡтыртмалы махсус витриналарға Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли костюмындағы йөҙҙән ашыу ҡурсаҡ ҡуйылған. Икеһендә Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре буйынса экспозициялар урын алған. Әйтергә кәрәк, ҡурсаҡтарҙың барыһын да хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙ ҡулы менән эшләгән. Был ижадсылар, тарихи сығанаҡтарға таянып, төрлө материалдан шундай матур ҡурсаҡтар яһай. Былтыр башҡорт милли кейемендәге һылыуыбыҙҙы Түбәнге Новгород ҡалаһы китапханаһына “кейәүгә” оҙаттыҡ, ә унан урыҫ кейемендәге “ҡыҙ“ беҙгә “килен булып төштө”.
— Халыҡты йәлеп иткән ниндәй саралар ойошторола?
— Улар күп инде, аҙна һайын нимәлер үткәрелә. Быйыл иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы ла әүҙемлек талап итә. Ай һайын иҫтәлекле даталарға, милли һәм һөнәри байрамдарға арналған саралар уҙа. Мәҫәлән, Ғашиҡтар көнөндә, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ЗАГС бүлеге менән берлектә ғаилә ҡороуҙарына илле һәм алтмыш йыл тулған парҙарҙы, шулай уҡ ошо көндә өйләнешкән йәштәрҙе тәбрикләү кисәһе булды. Мартта “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” эстафетаһын ҡабул итеү айҡанлы “Китапхана утын яндыра” исемле китап байрамы шаулап уҙҙы. Өс йыл рәттән “Китапханалар төнө” ойошторола. 25 апрелдә үткән быйылғыһы күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайым, сөнки ул бигерәк бай йөкмәткеле булды. Әкиәт геройҙарының сағыу костюмда ҡала урамдары буйлап йөрөүе, төрлө йәштәгеләрҙең велосипедта уҙышыуы, әүҙем китап уҡыусылар һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында районда йәшәүсе башҡорт, урыҫ, татар, мари һәм удмурт халыҡтары “майҙансыҡтары”нда ойошторолған төрлө акциялар, театрлаштырылған сығыштар, концерт номерҙары һәм уйын-бәйгеләр барыһына ла оҡшаны.
— Барлыҡ эштәр кемдеңдер хеҙмәт емешелер, Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы?
— Әлбиттә. Коллективта бер нисә тиҫтә йыл дауамында тотороҡлолоҡ һаҡлана. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә — үҙ һөнәренә мөкиббән кешеләр, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең үҙ ижади йөҙө бар. Әллә ни ҙур булмаған хеҙмәт хаҡына ла ризалашып, китап уҡыусылар мәнфәғәтен үҙенекенән алғараҡ ҡуйып, килеүселәрҙең ялын файҙалы һәм күңелле ойоштороу өсөн күп тырышлыҡ һала улар. Киске сәғәттәрҙә һәм ял көндәрендә эшләү — беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл. Етәксе булараҡ, мин оло ихтирам һәм хөрмәт менән тәү сиратта баш китапханасы Лилиә Чураеваны, бүлек мөдирҙәре Дания Хәкимова һәм Флүрә Вәлиеваны, директорҙың балалар менән эшләү буйынса урынбаҫары Гөлнара Вәлиеваны, ауылдарҙағы китапхана мөдирҙәрен — Йөгәмештән Гөлшат Сарманова, Һандуғастан Нелли Мөхәмәтшина, Гөтбөрҙән Рузилә Камалова һәм башҡаларҙы билдәләр инем. Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һәм барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, именлек һәм һаулыҡ теләйем.
— Изге теләктәрегеҙгә ҡушылып, гәзит уҡыусылар исеменән үҙегеҙгә лә тик уңыштар юллайбыҙ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872