"Дан бульвары" туҡталышындағы эскәмйә мөйөшөндә бөршәйеп кенә бер бесәй ята. Хужаһыҙ, ташландыҡ икәне әллә ҡайҙан күренә. Оло ғына ҡатын автобустан төштө лә уға ҡарай йүнәлде. Иҫке генә сумкаһынан һөйәктәр, колбаса ҡалдыҡтары сығарып, бесәй алдына һалды. Уныһы ҡомһоҙланып ашарға тотондо.
Был күренеште берәүҙәр ҡыҙыҡһынып, сәйерһенеп, икенселәре йәлләп күҙәтә, ә ҡайһылары бөтөнләй битараф ҡиәфәттә үтеп китә. Сит кешегә түгел, үҙ туғанына ярҙам ҡулы һуҙмаған, "ыһ" та итмәй үлтергән, талаған, үҙ балаһын көсләгән, ата-әсәһенең ғүмерен аҡса тип ҡыйған вәхшиҙәр ишәйгән был аяуһыҙ заманда ташландыҡ бер бесәйгә мәрхәмәт күрһәткән ҡатын ғәжәп күренә ине.
Апай янына килеп ултырҙым. Ул миңә күтәрелеп ҡараны. Йә Хоҙай, бындай хәсрәт, моң, тәрән ҡайғы, һағыш тулы күҙҙәр ҙә була икән!
— Ике ай инде был бисараны үлемдән алып ҡалғанға. Ике малай артҡы аяҡтарынан велосипедҡа бәйләгән дә урам буйлап һөйрәтеп йөрөтә ине. Бахыр үҙәк өҙгөс итеп аҡыра, ярҙам һорай. Үтеп йөрөүселәрҙең береһе иғтибар итмәй, әйтерһең, барыһы ла һаңғырау. Мин түҙмәй барып, һалдырып алдым.
Апай һаҡлыҡ менән генә бесәйҙе әйләндерҙе. Уның аяҡтарындағы сей яра ҡурҡыныс булып тора.
— Үҙем дә ошо бисара көнөндәмен, һылыу, бына әле әхирәтемә ҡунырға китеп барам. Улы менән килене өйҙә юҡ, баҡсаға киткәндәр икән.
— Апай, ҡыйын булмаһа, үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле, мин дә шул яҡҡа барам, — тип өндәштем.
— Ярай, әләйһә, — тип бесәйен йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны, һәм беҙ троллейбусҡа йүнәлдек.
Апай үҙенең фажиғәле тормош юлын бәйән итте.
...Балалар йорто ҡарауылсыһы таң алдынан бала илаған тауышҡа йүгереп тышҡа сыға һәм ишек алдында ятҡан төргәккә юлыға. Ҡурҡа-ҡурҡа уны эскә алып инә. Тағатып ебәрһә, һап-һау, бөтөн ағзалары теүәл ҡыҙ бала ята...
Ана шул ташландыҡ бала мин булам инде. Таңһылыу тип исемләп, ҡарауылсы ҡарттың исеменән фамилия биргәндәр. Балалыҡтың, етемдәр йортоноң һирәк кенә татырға тура килгән шатлыҡлы минуттары менән ауыр, ғазаплы йылдары тиҙ үтте. ПТУ-ға уҡырға индем, дөйөм ятаҡта йәшәй башланым. Бында беренсе мөхәббәтем Володя менән осраштым, өйләнешергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Тик уҡыу аҙағында һөйгәнем ғәйеп булды. Ул ваҡытта ни, эҙләүсе кеше лә булмағандыр инде. Тормоштоң рәхимһеҙлегенә төндәр буйы илап сыҡһам да, көндөҙ тырышып уҡыным. Штукатур-маляр һөнәренең нескәлектәрен үҙләштереп, төҙөлөштә эш башланым. Хыялым фатирлы булып, тормошҡа сығып, балалар үҫтереү ине. Дүрт йыл эсендә трестың иң уңған, яҡшы төҙөүсеһе исеменә лайыҡ булдым. Егеттәр ҙә бар, ә мин һаман Володяның килеп табырына өмөтләнәм. Күпмелер ваҡыт үтте. Бригадалағы апайҙар мине беҙҙең төҙөлөштә шофер булып эшләгән Фәнзил исемле егеткә димләй башланы. Бер бүлмәле фатиры бар, әсәһе менән атаһы донъя ҡуйған. Өйләнмәгән. Минән 11 йәшкә өлкәнерәк. Ризалаштым, туй үткәрҙек. Фәнзил төҫкә матур, кәүҙәгә таҙа, ҡатын-ҡыҙға оҡшай торған ир ине. Һәйбәт кенә итеп йәшәп киттек. Минең өсөн тормош ожмахҡа әйләнде, атламай, йүгереп йөрөйөм, эш ҡоралдарының ауырлығын тоймайым. Йәм өҫтәп, көтөп алған улыбыҙ — Фәнилебеҙ – тыуҙы. Минән дә бәхетле кеше юҡ донъяла. Үҙем күрмәгән-тоймаған ата-әсә мөхәббәтен, наҙын балама бирҙем.
Фәнзил икенсе эшкә күсте. Төндәр буйы йоҡлаған балаға ҡарап туя алмайым, ул ҡыбырлаған һайын һикереп торам. Фәнзилдең кәңәштәренә ҡолаҡ һалмайым, үпкәләйем, бергә ятмайым. Эй, туғаным, ата-әсәм булып, уларҙың мөнәсәбәтен күреп үҫһәм, ир-атҡа ниндәй мөғәмәлә кәрәклеген әсәм кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәр аша белһәм икән... Мин — улым менән, ул айырым йоҡлай. Эштән һуң ҡайта башланы. Эсеп ҡайтһа ла өндәшмәнем. Йәнәһе, миңә генә ҡағылмаһын.
Шулай итеп, Фәнзил минән бөтөнләй һыуынды. Ике-өс көнлөк командировкаға йыш китә башланы. Малайыбыҙҙың йәше тулғанда ла "командировкала" булып ҡалды.
Йәш ярымлыҡ баланы күрше әбейгә ҡалдырып, эшкә сыҡтым. Ир менән кисен генә осрашабыҙ. Ул миңә, мин уға бер һүҙ өндәшмәйбеҙ. Эх, барыһын да олораҡ апайҙарға һөйләһәм икән, ауыҙыма һуғырҙар инеме ни! Йәнәһе, бер кемгә бер ни белдермәйем, бөтәһе лә яҡшы. Хатамды һуңлап аңланым. Яратмаған, бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ булмаған кешегә сығып, уны ла, үҙемде лә бәхетһеҙ иттем. Ул миңә атай ҙа, әсәй ҙә, ағай ҙа, ир ҙә, туған да булырға тейеш ине. Бәлки, уны ла ғәйепләп булмайҙыр. Элек беҙҙең мосолман ғаиләләрендә балаларҙы тормошҡа әҙерләү, туранан-тура һөйләшеү булмаған бит инде. Енси тормошҡа әҙерләү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ә бит бик күп ғаилә шул арҡала тарҡала... Улыбыҙға дүрт йәш тулғанда ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Фәнзилдең шатлығының сиге булманы, бер аҙна "йыуҙы" ла ҡуйҙы ҡыҙын. Был ваҡытҡа мине бригадир итеп ҡуйҙылар, ике бүлмәле фатир алдыҡ. Өҙөлөргә торған ғаилә ебе лә ялғанып киткәндәй булды. Фәнзил балаларын үлеп ярата. Миндә лә уға ҡарата йылы тойғолар артҡандай булды. Улыбыҙ IХ кластан һуң ПТУ-ға инде. Фәнзилдең атаһы атаҡлы балта оҫтаһы булған, уға оҡшаптыр инде, Фәнилдең ҡулы алтын ине. Уҡыуҙы яҡшы ғына тамамлап, мебель комбинатына эшкә урынлашты. Тик көтмәгән ерҙән килтереп һуҡты тормош – ирем эсә башланы.
Шул көҙҙө улыбыҙҙы армияға оҙаттыҡ. Тик... тәҡдир ҡушыуылыр инде, Володяны яңынан осраттым. Бер туғандармы ни, ҡосаҡлашып, илашып алдыҡ. Кафеға инеп ултырҙыҡ. Ул ике тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан. Өйләнгән булған, балаһы юҡ. Ҡатыны ташлап киткән. Ҡайтып, бер нисә көн дә тормаған, өләсәһе үлгән. Өйө, малы Володяға ҡалған.
— Әйҙә, Таня, сыҡ миңә, киттек Стәрлетамаҡҡа. Улың ҙур, ҡыҙыңды ситкә типмәм. Бер аҙна эсендә хәл ит, килеп алырмын, — тине Володя хушлашҡанда.
Көнө-төнө бер генә һорау мейемде быраулай: "Ни эшләргә?" Тәүҙә ҡыҙым менән һөйләштем, аңлаттым. Ул риза булды. Кисен Фәнзил менән бик ауыр аңлашыу булды. "Мин һине ғәйепләмәйем, үҙең ҡара, Таңһылыу", — тине ул тыныс ҡына.
"Ике айҙан кил" тип телеграмма бирҙем Володяға. Ҡыҙым аттестат алғас, Володя беҙҙе Стәрлетамаҡҡа алып ҡайтты. Үҙем төҙөлөшкә эшкә төштөм, ҡыҙым пединститутҡа уҡырға инде. Минең өсөн тормош яңынан башланды. Һөйөп-һөйөлөп туя алмайбыҙ. Бәхетле тормош ниңә шулай тиҙ үтә икән! Ике йыл күҙ асып йомған арала уҙҙы ла китте.
Бәлә көтмәгәндә килде. Володяның төрмәлә ултырған бер иптәше ҡайтты, беҙгә килеп йөрөй башланы. Иҫерек сағында наркотик биреп, иремде "энәгә ултыртты". Тәүҙә бер ни ҙә һиҙмәнем. Ул заманда наркотиктарҙы сит илдә генә бар тип уйлай инек бит инде. Бер йыл кешенән йәшереп килдек. Ҡыҙым йәйге каникулда Өфөгә атаһы янына киткәйне, Володя өйҙәге әйберҙәрҙе һата башланы. "Таня, ғәфү ит, ташланым", — тип ант итә лә тағы тыйыла алмай. Эштән дә ҡыуылды. Бер айға тип киткән ҡыҙым ике айҙан һуң ғына ҡайтып төштө, үҙен танырлыҡ түгел, ябыҡҡан, күҙҙәре ялтырай, минең менән һөйләшмәҫкә, күҙемә ҡарамаҫҡа тырыша. Һорауҙарымды яуапһыҙ ҡалдыра йә ҡысҡыра.
Тағы хәсрәттәрем менән бер үҙем ҡалдым. Ниндәй гонаһтарым өсөн яфалайһың, Хоҙай!? Бер генә яманлыҡ та эшләгәнем юҡ бит һуң! Мине ташлап киткән әсәйемдең, уны ташлап хур иткән атай тигән кешенең ҡылған эштәре өсөн яуап бирәмме? Изге китаптарҙа шулай тиелгән: кешегә яуызлыҡ эшләмә, гонаһы үҙеңә төшмәһә, балаңа төшөр, уға булмаһа, балаңдың балаһына. Тере көйө тамуҡта янып, бер йыл үтеп китте. Ҡыҙымды институттан ҡыуҙылар. Оҙаҡламай артыҡ дозанан Володя менән ҡыҙым икеһе бер юлы үлде.
— Апай, ә улығыҙ, ирегеҙ?.. — тип троллейбустан төшкәс тә уның артынан эйәрәм. Беләм, ҡайғыңды кеше менән уртаҡлашһаң, еңеләйеп ҡалғандай булаһың.
— Фәнил армиянан ҡайтты ла үҙе теләп тағы ике йылға хеҙмәткә китте. Алты йыл тигәндә Афғанстандан ҡайтып килде. Машина алды, бер балалы урыҫ ҡыҙына өйләнде. Фәнзил иһә, пенсияға сыҡҡас, бер ҡатынға өйләнгән. Әле иҫәнме, юҡмы – белмәйем.
— Апай, улығыҙ бар бит һуң, ни эшләп урамда тороп ҡалдығыҙ?
— Аҡса аҙҙыра әҙәмде, туғаным, ҡомһоҙлоҡ күҙен бәйләй. Улым да шул уҡ нәмә менән булашҡан икән. Мафия менән бәйләнештә булған. Тотолоп, ун йылға төрмәгә ултырҙы. Мәрйәһе дуҫ-иштәре менән эсә башлағас, балаһын үҙем ҡараным, ләкин мине ҡыуып сығарҙы. Хәҙер ейәнебеҙ — ҡоҙағыйҙарҙа. Улыма посылка һалып торор өсөн пенсиям етмәй, шуға дауаханала санитар булып эшләйем. Иҙән йыуыусыларҙың бүлмәһендә үҙемә урын яһап алғанмын, көндөҙ шунда йоҡлап алам. Ярай, туғаным, имен-аман ғына йөрө, килеп еттем инде.
Шулай тине лә апай китеп барҙы. Ә мин уйҙарға сумдым. Матурлыҡ, һөйөү, һөйөлөү өсөн яратылған был ҡатынға ниңә тормош шулай ҡаты бәғерле булған һуң? Бала сағы ла, ғүмеренең ахыры ла — етемлектә. Беҙҙең арала күпме ундайҙар?!