Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йылан”дары ыҫылдай, “эт”тәре уйнарға ярата
“Йылан”дары ыҫылдай, “эт”тәре уйнарға ярата
Көндәр йылына башлау менән велосипедта йәки мотоциклда елдергән үҫмерҙәрҙе һәр ҡайҙа осратырға мөмкин. Юл ҡағиҙәләрен һәм техника менән эш итә белеү-белмәүҙәренә ҡарамаҫтан, ҡала йәки ауыл урамдары буйлап елдерәләр генә. Йыш ҡына ауыр хәлгә лә тарыйҙар. Шуға Мәләүез ҡалаһындағы йәш техниктар станцияһында мотоциклда һәм картингта йөрөргә өйрәтеүҙәре һис тә юҡҡа түгел.


Үҫмерҙәрҙең иркен биләмәлә мотоциклда күнекмә үткәреүен ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Барыһының да иғтибары матайҙағы тиҫтерҙәрендә: йәнәһе, ҡайһылайыраҡ итеп боролор, нисек ҡуҙғалып китер, талаптарҙы үтәрме?
Велосипедта елдергән малайҙар ҙа байтаҡ ине. Улар ҙа үҙҙәрен ышаныслы тота, сөнки юлда машиналар ҙа ҡамасауламай, йәйәүлеләр ҙә юҡ.
— Мотоспорт малайҙарҙы ғына ҡыҙыҡһындыра тип уйлап яңылышмағыҙ, араларында ҡыҙҙар ҙа бар. Ана, күрәһегеҙме, сират еткәнен ашҡынып көтәләр, — тип иғтибарҙы төркөмдәге бер нисә ҡыҙға йүнәлтте Йәш техниктар станцияһы директоры Александр Губин.
— Мотоспорт түңәрәгендә 90-лап үҫмер шөғөлләнә. Шәмбе һәм йәкшәмбелә лә был майҙанда йәнлелек һүрелмәй, — тип йәш техниктар эргәһенә әйҙәне Александр Яковлевич.
“Йылан”дары ыҫылдай, “эт”тәре уйнарға яратаКилеп инеүебеҙҙе һиҙмәне лә малайҙар. Хәйер, күтәрелеп ҡарарлыҡ та түгел ине шул шөғөлдәре, мәж килеп робот йыйыу менән мәшғүлдәр. "Вәт, исмаһам, мауыҡтырғыс шөғөл был!" — тип ситтән бер аҙ күҙәтеп торҙоҡ. Ваҡ ҡына пластмасса киҫәктәренән әллә күпме төрлө робот йыйырға мөмкин икән дә баһа! Етмәһә, улары ҡуҙғалып йөрөй, бихисап хәрәкәт яһатып, хатта "эшкә ҡушып" та була. Һәр береһе үҙ хеҙмәт емеше менән таныштырып хайран итте.
Эйелеп, аяҡ кейемен таҙартыу ауырмы? Ә бына Игорь Кашариндың роботы быны һис ауырһынмай атҡара. 3-сө гимназияның Хl класс уҡыусыһын Мәләүездә генә түгел, республикала ла оҫта булараҡ яҡшы беләләр икән. Уның "Таҙартыусы" тип исемләнгән роботын яҡындан күргәс, былтыр республика конкурсында l урынды лайыҡлы яулауына ышандыҡ.
— Бында тәүге йыл ғына шөғөлләнәм, элек радиотехника түңәрәгенә йөрөнөм. Шуға тәжрибәм ярайһы ғына, белгәнемде башҡаларға ла өйрәтәм. Әле тағы бер робот яһай башланым, "Һунарсы" тип аталасаҡ, ул башҡаларын эҙәрлекләйәсәк. Быйыл мәктәпте тамамлайым, имтиханға әҙерләнгәс, ваҡыт аҙыраҡ. Шулай ҙа даими йөрөргә тырышам, сөнки был роботты яһап бөтөргә кәрәк. Артабан да ошо йүнәлештә белем алырға теләйем, уҡырға Өфө дәүләт авиация техник университетына барырға уйлайым, — тине егет.
Әйткәндәй, Игорь Кашарин өсөн 2013 йыл бик уңышлы булған — уҡыусылар һәм студенттар араһындағы ll асыҡ чемпионатта 2-се урынды яулаған. Быйыл да республикала үткән техник олимпиадала эшенә 2-се урын бирелгән.
Студия етәксеһе Руслан Бирҙеғолов әйтеүенсә, Игорь, ысынлап та, бик һәләтле, программалауҙы яҡшы үҙләштергән, фантазияға бай.
— Ғөмүмән, бындағы 90-ға яҡын үҫмерҙең һәр береһе ҙур теләк менән шөғөлләнә. Килергә атлығып тороусылар ифрат күп. Тәүҙә компьютерҙа программалайҙар, артабан робот йыйыла, — ти Руслан Рафаэль улы.
Азамат Исмәғилевтең “эте” менән танышыу үҙе бер мәрәкә булды. Ҡулды алдына ҡуйыу ғына кәрәк, “һә” тигәнсә йәнләнә һәм ҡәҙимге эткә хас ҡылыҡтар күрһәтә, йәғни тәпәйен һуҙа, артҡы аяҡтарында баҫып тора, күңелләнеп уйнай башлай.
IV класс уҡыусыһы Радмир Хәсәновтың йыланы ла бик теремек булып сыҡты: ыҫылдай, муйынын һуҙа, алға-артҡа шыуыша.
"Рэкс" роботын күрһәтеп тә аптыратты малайҙар. Ул да атлап йөрөй, тирә-яҡты байҡай, юлында ҡаршылыҡҡа осраһа, аптырап тормай, ситкә боролоп китә. Богдан Сорокин уны өс көн эсендә йыйыуы менән ғорурланып ҡуйҙы.
Бүлмәләр иркен, компьютерҙар етерлек. Элек был ярҙамсы хужалыҡ бинаһы булған, ремонтлағандан һуң өр-яңы төҫ алған, һәм студия асҡандар.
— Бина район хакимиәте башлығының хәстәрлеге арҡаһында үҙгәртеп ҡоролдо. Робот студияһы бүлмәһе яҡты һәм зауыҡлы килеп сыҡты. Үҫмерҙәр түләүһеҙ шөғөлләнә, буш ваҡытында урам ҡыҙырмай, ә файҙалы шөғөл менән мауыға, — ти Александр Губин.





Автор: М. ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Мәләүез ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә