2011 йылдан республикала Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүҙең комплекслы программалары тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 7,5 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылды. Эшһеҙлек ярайһы уҡ кәмене. Инвестиция күләме артты, байтаҡ яңы проекттарға башланғыс бирелде. Тағы ла ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелде, алдыбыҙҙа ниндәй бурыстар тора? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән “Башҡортостан” гәзите республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, программаларҙың координация советтары етәксеһе һәм рәйесе Илшат Тажетдиновҡа мөрәжәғәт итте.
— Илшат Азамат улы, Башҡортостанда тармаҡ һәм муниципалитет әһәмиәтендәге күп төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла. Бер нисә биләмә ҡатнашҡан субтөбәк программаларын эшләү һәм тормошҡа ашырыу идеяһы үҙен ниндәй дәрәжәлә аҡланы?
— Республиканың көньяҡ-көнсығыш, артабан төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программалары Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың башланғысы менән 2010 йылда эшләнде. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында был биләмәләргә оҙаҡ ваҡыт әллә ни иғтибар булманы, тиергә мөмкин. Күп кенә проблемалар хәл ителмәй ҡалды, улар совет осоронан алып йылдар буйы йыйылды. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә яңы ҡараштар кәрәк ине. Программалар уларҙы тормошҡа ашырыу алымына әүерелде. Улар эске төбәк сәйәсәтендәге яңы ҡараштарҙы нығытыу, ошо биләмәләрҙең ихтыяжына республика парламентының айырым иғтибарын йүнәлтеү мөмкинлеген бирҙе.
Программаларҙың нигеҙенә һалынған идея ярайһы уҡ ябай. Үҫеш кимәле буйынса оҡшаш, иҡтисади һәм территориаль йәһәттән үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, бер үк проблемаларға һәм ҡыйынлыҡтарға эйә булған муниципаль берәмектәр айырып алына. Ошо нигеҙҙә программаны тормошҡа ашырыу инструменттары һәм алымдары тәҡдим ителә. Төбәк практикаһындағы бындай ҡараш тап беҙҙең республикала тәүге тапҡыр ҡулланылды.
Өс йыл үткәс, субтөбәк программаларын тормошҡа ашырыу башланғысы үҙен аҡланы, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Төньяҡ-көнсығышта — 2,5 меңгә яҡын, көньяҡ-көнсығышта 5 меңдән ашыу эш урыны булдырылды. Эшһеҙлек кәмене. Уның кимәле республика буйынса уртаса күрһәткескә яҡынайҙы тиерлек. Эш хаҡы 1,5 тапҡырҙан ашыуға артты. Инвестиция әүҙемлеге йылдам үҫә. Былтыр республика буйынса инвестицияларҙың уртаса күләме 8 процентҡа артһа, төньяҡ-көнсығышта ул — 14, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 40 проценттан ашыу булды.
Дөйөм алғанда, финанслау күләме 50 миллиард һум самаһы тәшкил иткән 400-гә яҡын инвестиция проекты тәҡдим ителде. Был күләмдең төп өлөшө тау-мәғдән сәнәғәтенә тура килә. Мәҫәлән, “Юбилей” ятҡылығын асыу һәм эшкәртеү проекттары ғәмәлгә ашырылды, Хәйбулла байыҡтырыу фабрикаһын төҙөү тамамланды.
— 2012 йылда “Көньяҡ Урал” тәүге төбәк-ара инвестиция форумы үтте, унда бер нисә инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Әле ниндәй ҙә булһа һөҙөмтә бармы?
— Ысынлап та, форумда 7,5 миллиард һумлыҡ 11 килешеү төҙөлдө. Был инвестиция проекттарында ҡатнашҡан капитал географияһы ярайһы уҡ киң. Ундайҙарға Мәскәү, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре, яҡын сит илдәр инә.
Ике проектты тамамланыҡ. Баймаҡ ҡойоу-механика заводында марганецлы ҡорос цехын төҙөнөк, Әбйәлилдәге “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында тупраҡты эшкәртеү технологияһын ғәмәлгә индерҙек. Башҡа проекттар әле дауам итә. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре — Баймаҡ районында байыҡтырыу фабрикаһын (“Семенов руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башланғысы менән), Темәстә һөт заводын һәм Бетерә ауылында ағас эшкәртеү комплексын (“Башҡортостан аграр финанслауы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башланғысында) төҙөү, ҡырсынташ сығарыу һәм етештереү карьерын асыу (“Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Сибай элеваторында көнбағыш эшкәртеү заводын төҙөү, тирмәнде реконструкциялау (“Ситно” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).
Беҙ ошо проекттарҙы иғтибар үҙәгендә тотабыҙ. Инвесторҙарға даими булышлыҡ итәбеҙ, улар менән бәйләнешкә инәбеҙ. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу перспективаһы уңышлы булыр тигән ниәттәбеҙ.
— Форум — ул тауҙың иң бейек нөктәһе генә. Унда инвестиция килешеүҙәре төҙөлә. Әммә әҙерлек барышында айырыуса ҙур эш башҡарыла. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарына инвесторҙарҙы нисек йәлеп итәһегеҙ?
— Белеүегеҙсә, 2010 йылдан республикала инвестиция шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән күләмле эш башҡарыла. Беҙҙә инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырылған, илдә иң яҡшыларҙың береһелер, моғайын. Былтырға тиклем хаҡы 100 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән проекттар ғына өҫтөнлөккә дәғүә итә ала ине.
Практика күрһәтеүенсә, ҙур бизнес, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы тау-мәғдән сәнәғәте проекттарынан тыш, ике субтөбәкте үҫтереүгә әллә ни инвестиция һалырға теләмәй. Сәбәптәре билдәле. Ундайҙарға иҡтисади һәм административ үҙәктәрҙән алыҫ урынлашыу, үҫешмәгән транспорт логистикаһы, инженерлыҡ инфраструктураһында ҡытлыҡ һәм башҡалар инә. Шуға күрә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары башланғысындағы инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү мөһим тип танылды.
Һөҙөмтәлә ошондай субтөбәктәрҙә проекттарҙы тормошҡа ашырған инвесторҙар өсөн һалым ташламалары һәм башҡа дәүләт ярҙамы саралары 30 миллион һумға тиклем кәметелде. Бындай сара үҙен аҡланы. Әле беҙ өҫтөнлөктәр алыуға ғаризалар әҙерләү йәһәтенән эшҡыуарҙарға әүҙем консультация үткәрәбеҙ. Баһаларға ҡарағанда, көньяҡ-көнсығыштағы — 16 һәм төньяҡ-көнсығыштағы 14 проект өҫтөнлөклө статусына эйә булып, һалым ташламаларына дәғүә итә ала.
— Инвестициялар, тәү сиратта бюджеттан бүленгәндәре, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Программаларға ярашлы ошо йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылды?
— 2011—2013 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-көнкүреш һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән бюджет инвестициялары күләме 10 миллиард һум самаһы тәшкил итте.
Айырым маҡсатлы республика инвестиция программаһына ярашлы мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни объекттар, канализация, һыу һәм газ тәьминәте селтәрҙәрен төҙөүгә, реконструкциялауға 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Яңы автомобиль юлдары һалыуға, ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереүгә 5 миллиард һум самаһы йүнәлтелде. Был республика буйынса бөтә капитал һалыуҙың 13 процентын тиерлек тәшкил итә. Тәғәйен территориаль үҫеш сәйәсәте был өлөштө эҙмә-эҙлекле арттырыу һәм, һөҙөмтәлә, бюджет инвестицияһын 2010 йыл менән сағыштырғанда 1,3 тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
Урта сроклы программаларҙың өҫтөнлөклө йүнәлеше — 180-дән ашыу биләмәләге шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы һыу менән тәьмин итеү. Әле 14 ауылда һыу үткәргес һалынды һәм реконструкцияланды. Тағы ла 50 ауылда проект-тикшереү эше башҡарылды.
Былтыр үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Баймаҡ ҡалаһына айырым иғтибар бирелә. Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, был байрамға әҙерлек 2012 йылда башланғайны. Һөҙөмтәлә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар корпусы төҙөлдө. Археология музейы реставрацияланды. Автомобиль юлдары төҙөкләндерелде. Баймаҡтағы “Хеҙмәт” стадионы, ЗАГС бинаһы, үҙәк майҙан реконструкцияланды, яңы биҫтәләргә газ үткәрелде. Социаль, мәҙәниәт, көнкүреш объекттарына, дөйөм алғанда, ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Ошо эштең һөҙөмтәләрен баймаҡтар тойғандыр тип ышанам.
— Урта сроклы программаларҙа халыҡ, эшҡыуарҙар менән туранан-тура эш итеү ҡараламы?
— Программаларҙы төҙөгәндә ҡуйылған төп маҡсат — инвестиция йәлеп итеү менән бер рәттән, көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондар халҡын иҡтисади тормошҡа әүҙем йәлеп итеү, кешеләрҙә хужалыҡ башланғысын уятыу. Был йәһәттән аныҡ кешеләр, эшҡыуарҙар, урындағы берләшмәләр менән тәғәйен эш итеүгә айырым иғтибар бирелә. Бына бер миҫал. Бөтә донъя банкы ҡатнашлығында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү буйынса яңы проект бойомға ашырыла. Ул урындағы ҙур булмаған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика ҡаҙнаһы ресурстарын, муниципаль финансты һәм ошо биләмәләге берләшмәләрҙең аҡсаһын берләштереү мөмкинлеген бирә. Ҡайҙалыр күпер, балалар майҙансығын йәки эсәр һыу ҡоҙоғон төҙөкләндерергә, урамдарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. Граждандарҙың башланғысы буйынса тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тормошҡа ашырыла был проект. Әйтергә кәрәк: башланғыс көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы ауыл халҡында ҙур хуплау тапты. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Ҡыҫҡаһы, граждандар әүҙемерәк булған һайын, урындағы мәсьәләләр йылдамыраҡ һәм сифатлыраҡ хәл ителә. Балыҡ менән ҡармаҡ тураһында боронғо хикмәт бар бит әле. Унда: “Кешегә бер балыҡ бирһәң, көндәлек ашарға етер. Ә инде уға ҡармаҡ биреп, балыҡ тоторға өйрәтһәң, ғүмеренә етерлек ризығы булыр”, — тиелә. Программаларҙы тормошҡа ашырғанда кешеләргә ошондай “ҡармаҡ” тотторорға һәм тейешле оҫталыҡ туплауҙа ярҙам итергә тырышабыҙ. Уларҙың иҡтисади әүҙемлеген, булдыҡлылығын уятырға кәрәк.
— Һуңғы ваҡытта йүнселлекте, айырыуса бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында күп һүҙ алып барыла. Шул уҡ ваҡытта бизнесты үҫтереү өсөн шарттар ярайһы уҡ ҡәтғи булып ҡала. Кешеләр бындай эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнергә ашыҡмай. Көньяҡ-көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта хәлде үҙгәртеү өсөн нимәләр эшләнде?
— Республика Хөкүмәтендә программаларҙы эшләгән осорҙа уҡ ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырып, социаль инфраструктураға аҡса бүлеүҙе арттырып ҡына ауыл халҡының тулы мәшғүллеген тәьмин итә алмаясағыбыҙҙы аныҡ аңлай инек. Тап ауыл халҡының өҫтөнлөк итеүе — беҙҙәге субтөбәктәрҙең үҙенсәлеге. Шуға күрә үҙ-үҙеңдең мәшғүллегеңде ойоштороуға һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә.
Тәү сиратта беҙ фермерҙарҙың, йүнселдәрҙең һәм эшһеҙҙәрҙең иҡтисади белемен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Үҙ эшеңде башлау һәм үҫтереү алымдары, мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт бирергә тырыштыҡ. Программаларҙа белем биреүгә йүнәлтелгән байтаҡ семинар үткәреү ҡарала.
Субтөбәк программаларына ярашлы ауыл хужалығы, йүнселлекте үҫтереү өлкәһендәге дәүләт программаларында ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса семинарҙар уҙғарыла. Был эшкә Хөкүмәт Аппараты, республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды, Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге, Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты, “Рәсәй таянысы” йәмәғәт ойошмаһы һәм Ауыл хужалығы буйынса консультация биреү үҙәге йәлеп ителде. Һуңғы айҙа ғына Үрге Ҡыйғыла, Ҡариҙелдә, Асҡарҙа һәм Сибайҙа дүрт семинар ойошторолдо. Меңдән ашыу шәхси эшҡыуарға, фермерға, ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәренә һәм үҙ эшен асырға теләгән айырым кешеләргә консультация бирелде.
— Был эш консультациялар һәм мәғлүмәт биреү менән генә сикләнеп ҡалмайҙыр бит?
— Әлбиттә. Был — эштең тәүге, әммә бик мөһим этабы. Беҙ заманса финанс һәм кредит алымдарын файҙаланып, эшлекле башланғыстарҙы киңәйтеүгә төрлө яҡлап этәргес бирәбеҙ.
Көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш муниципалитеттар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль программаларын республика ҡаҙнаһынан берлектә финанслауҙың юғары коэффициентына эйә булған өҫтөнлөклө төркөмгә индерелде. Һөҙөмтәлә һуңғы өс йылда йүнселлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән урындағы бюджеттарҙың аҡса күләме көньяҡ-көнсығыш райондар буйынса — ете, төньяҡ-көнсығышта биш тапҡырға артты. Аҡсалата алғанда ошо маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу бүленде. Был республикала йүнселлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән бөтә ҡаҙна аҡсаһының яртыһын тәшкил итә.
Көньяҡ-көнсығышта — Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Ейәнсура райондарында — Башҡортостандағы Микрофинанслау үҙәгенең дүрт офисы ойошторолдо. Төньяҡ-көнсығышта — Дыуан һәм Нуриман райондарында — ошондай ике офис эшләй. Күптән түгел генә Баймаҡ районында тағы ла бер өҫтәмә офис асылды. 2011—2013 йылдарҙа микрозаемдар күләме өс тапҡырға артҡан. Ярҙамдың ошондай алымынан 500-гә яҡын эшҡыуар файҙаланған. Был — яҡшы һөҙөмтә.
— Фермерҙар, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм ауыл эшҡыуарҙары менән үҙ-ара бәйләнеш нисек ойошторолған? Был бәйләнештәр әүҙемләштеме?
— Йылдам мәғлүмәт-аңлатыу эше бында ла үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Кешеләр “Башҡортостан Республикаһының яңы эш башлаған фермерҙарына булышлыҡ итеү” һәм “Башҡортостан Республикаһының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендәге ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” ведомство программаларын тормошҡа ашырыуға йәлеп ителде. Мәҫәлән, көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы 50 һәм төньяҡ-көнсығыштағы 41 фермерға үҙ хужалыҡтарын ойоштороуға һәм үҫтереүгә грант бүленде. Был — республика буйынса программала ҡатнашыусыларҙың яртыһы тиерлек. Көньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан 74 фермер малсылыҡ һәм һарыҡсылыҡ фермаларын үҫтереүгә субсидия алды.
Йәш мал һәм ҡош-ҡорт менән тауарлата кредитлауҙы ойоштороу — халыҡтың мәшғүллеген үҫтереүҙең киң таралған алымдарының береһе. Мәҫәлән, бындай программаны беҙҙең ярҙам менән “Башҡорт ҡаҙы” предприятиеһы ғәмәлгә ашыра. Быйылдан башлап төньяҡ-көнсығышта ла тауарлата кредитлау алымы әүҙем үҫтерелә.
— Ауыл хужалығы күп йәһәттән көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисади йөҙөн билдәләй. Ошо тармаҡты үҫтереү, уға булышлыҡ итеү өсөн ниндәй саралар тормошҡа ашырылды?
— 2011—2013 йылдарҙа бындай субтөбәктәрҙәге ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы күләменең 2,3 миллиард һум самаһы тәшкил итеүен билдәләргә кәрәк. Быйыл ғына көньяҡ-көнсығыштағы ҡайһы бер райондарға республика Хөкүмәте орлоҡ һатып алыуға 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.
Көньяҡ-көнсығыштан биш һәм төньяҡ-көнсығыштан туғыҙ ауыл хужалығы предприятиеһы “500 ферма” айырым маҡсатлы программаһында ҡатнаша. Әле уларҙа һөтсөлөк фермаларын комплекслы яңыртыу әүҙем бара.
Субтөбәк программаларына ярашлы аграрийҙарҙың эшмәкәрлеген ғилми йәһәттән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелә. Һуңғы 1,5 йыл эсендә ғилми-тикшеренеү эштәре республика бюджетынан 8 миллион һумға финансланған. Был эштәр ауыл хужалығы етештереүен үҫтереүгә, төп культураларҙы эшкәртеү һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү өсөн машиналар, ҡорамалдар системаһын ойоштороуға бәйле.
— Ошо урындар өсөн хас булған умартасылыҡ, һарыҡ һәм кәзә үрсетеү кеүек ауыл хужалығы эшмәкәрлеге төрҙәре нисек үҫтерелә?
— Урта сроклы программаларға ярашлы, 2015 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү планы ғәмәлгә ашырыла. Ике йыл эсендә тиерлек көньяҡ-көнсығыштағы 39 һәм төньяҡ-көнсығыштағы 13 мәктәптә умартасылыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса курстар башланды. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 6 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Был башланғыс ата-әсәләр, шулай уҡ уҡыусылар тарафынан юғары баһаланды. Бынан тыш, умарталыҡтарҙы күс һәм инә ҡорттар, кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар менән тәьмин итеү ойошторола.
Һарыҡсылыҡты үҫтереү йәһәтенән Ейәнсура районы бик әүҙем эшләй. Бында ҙур һарыҡсылыҡ хужалығы ойошторола. Былтыр “Маяҡ” хужалығына 12 миллион һум бүленде. Ошо аҡсаға 1 800-ҙән ашыу Волгоград тоҡомло һарыҡ һатып алынды. Хоҙайбәндә ауылында малсылыҡ бинаһы төҙөкләндерелде. Әле бында мал һаны өс меңдән ашыу.
— Көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙың бер өлөшө урманға бай. Был ҡиммәтле ресурстың һәр ваҡытта ла дөрөҫ файҙаланылмауы сер түгел. Ағас эшкәртеүҙе үҫтереү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә?
— Урта сроклы программала билдәләнгән төп йүнәлеш — ағас эшкәртеү кластерын ойоштороу. Ул Сибай, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының урман сәнәғәтселәрен берләштерәсәк. Һөҙөмтәлә әҙерләүҙән алып эшкәртеүгә тиклемге ябыҡ технологик сылбырға эйә булырға тейешбеҙ.
Ошо маҡсатта быйыл февралдә Сибайҙа “Тәүге Көньяҡ Урал” шәхси индустриаль паркы төҙөлдө. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Сибай хакимиәте һәм идарасы компания араһында уның эшмәкәрлеген яйға һалыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө.
Һуңғы ике йылда Урман сәнәғәтселәре союзын ойоштороу башланғысын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырабыҙ. Бындай союздар Баймаҡ, Йылайыр райондарында төҙөлдө, улар 54 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектын берләштерә. Бындай ойоштороу алымы уларға ҙур компаниялар менән бер кимәлдә урман аукциондарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.
Ағасты тәрән эшкәртеүҙе ойоштороу өсөн төп инвесторҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. “СибайЛесПром” предприятиеһы “Clobal Edge” инжиниринг компанияһы менән берлектә профилле погонлы, ҡайындан эшләнгән әйберҙәр, бурса етештереү проектын башланы. Был эшкә әле 200 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелде. Федераль кимәлдә проектҡа урманды үҙләштереү өлкәһендәге өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын биреүгә иҫәп тотабыҙ.
— Донъя йылдам глобалләшә. Унда тырышлыҡты берләштереп кенә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Урта сроклы программаларҙы тормошҡа ашырыуға күршеләребеҙ — Силәбе өлкәһе, Пермь крайы һәм башҡа сиктәш төбәктәр — йәлеп ителәме?
— Программаларҙағы мөһим йүнәлештәрҙең береһе — төбәк-ара һәм муниципаль-ара бәйләнеште әүҙемләштереү. Ошо маҡсатта Салауат, Ҡыйғы һәм Һатҡы райондары, Әбйәлил районы менән Магнитогорск ҡалаһы, Учалы районы менән Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Свердловск һәм Ырымбур өлкәләренең, Пермь крайының муниципаль берәмектәре менән дә ошондай уҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
— Уларҙан файҙа бармы?
— Әлбиттә. Мәҫәлән, былтыр Ҡыйғы һәм Һатҡы райондары араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыуға ярашлы, Ҡыйғы тегеү фабрикаһы ойошторолдо. Ул махсус кейем-һалым һәм хәрби форма тегеү менән шөғөлләнә. Йөҙгә яҡын эш урыны булдырылды.
Күрше төбәктәрҙә “Башҡортостан продукты” проектында көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙан дипломанттар ҡатнашлығында сауҙа-һатып алыу конференциялары үткәрелә. Силәбелә “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты продукцияһын һатыу буйынса фирма магазины асылды. Быйыл ғинуарҙа Малаяҙ баҙары хакимиәте күсмә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойоштороу буйынса Силәбе өлкәһенең Әшә, Һатҡы райондары, Минйәр һәм Ҡатаутамаҡ ҡала округтары хакимиәте менән килешеүҙәр төҙөнө. Әле ошондай 10 йәрминкә үткәрелде лә инде. Быйыл июндә Магнитогорскиҙа, көҙ Златоуста көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашлығында “Башҡортостан продукцияһы көндәре” төбәк-ара күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. Бындай бәйләнештәрҙе яйға һалыуҙы, киңәйтеүҙе тормош үҙе талап итә.
— Көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү буйынса тағы ла ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора? Киләсәккә пландар ниндәй?
— Баштан уҡ әйтергә кәрәк: программалар — бик һығылмалы инструмент. Беҙ уларҙы даими төҙәтәбеҙ, үҙгәреүсән шарттарға яраҡлаштырабыҙ. Бынан тыш, йыл һайын программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы ҡабул ителә. Зарурлыҡ тыуһа, республика Президентының һәм Хөкүмәтенең, координация советтарының күрһәтмәләре бирелә.
Тәү сираттағы бурыс — “Көньяҡ Урал-2014” төбәк-ара инвестиция форумын үткәреү. Әле әүҙем әҙерлек бара. Беҙ элекке теманы һаҡлап ҡалдыҡ. Сарала Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин тәҡдим иткән 2020 йылға 25 миллион эш урыны булдырыуҙы һәм ғәмәлдәгеһен яңыртыуҙы күҙ уңында тотҡан “25-20” стратегияһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Әммә уның үҙенсәлектәре бер аҙ айырыла. Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡараштарҙы тикшереү күҙаллана.
Форумда төбәк һәм федераль, сит ил компаниялары вәкилдәренең күпләп ҡатнашыуы көтөлә. Өр-яңы проекттарға һәм төбәк-ара башланғыстарға нигеҙ һалынасаҡ, шул иҫәптән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында ла. Уңайҙан файҙаланып, ошо тема менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да йыйында ҡатнашырға саҡырам. Ул 27-28 июндә Сибайҙа һәм Баймаҡ районында үтәсәк.
Ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән пландар ҙур. Беҙ “500 ферма” кеүек дәүләт программаларында көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондар вәкилдәренең ҡатнашыуын киңәйтәсәкбеҙ. Ауыл хужалығы технологияларын һәм практикаһын камиллаштырыу, дәүләт ярҙамы алымдарын йәлеп итеп, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу күҙаллана. Муниципаль хакимиәттәрҙең, айырыуса ауыл хужалығы идаралыҡтарының кадрҙар тәьминәтен көсәйтеү мәсьәләләрен хәл итеүҙе планлаштырабыҙ. Шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарынан артып ҡалған аграр продукцияны һатып алыуҙы һәм эшкәртеүҙе ойоштороу буйынса пилот проектын башлау күҙаллана.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә әүәлгесә айырым иғтибар биреләсәк. Уға ярҙам күрһәтеү артасаҡ. Субтөбәктәрҙә йүнселлек проекттарын ғәмәлгә ашырыуға “Экспортҡа ярҙам үҙәге”, “Евро инфо консультация үҙәге”, “Республика консалтинг һәм эшҡыуарлыҡҡа мониторинг үҙәге” кеүек структураларҙы йәлеп итеү күҙҙә тотола. Бәләкәй компанияларҙың инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү фондының ойошторолоуы ихтимал. Эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән мәғлүмәт-аңлатыу эшен артабан да көсәйтәсәкбеҙ.
Социаль-көнкүреш һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөүҙе һәм төҙөкләндереүҙе ҡаҙнанан финанслау күләмен арттырырға йәки кәмендә һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Әле төньяҡ-көнсығышта индустриаль парк ойоштороу мөмкинлеген тикшерәбеҙ. Йәштәр өсөн инновациялы ижад үҙәген асасаҡбыҙ.
Пландарыбыҙ һәм ниәттәребеҙ был исемлек менән генә сикләнмәй. Урта сроклы программаларға ярашлы алған бөтә йүнәлештәрҙе үҫтерәсәкбеҙ.
Р. ХӘСӘНОВ
әңгәмәләште.