Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Миҙалдарын тағып йөрөргә уңайһыҙланды
Миҙалдарын тағып йөрөргә уңайһыҙланды
Ваҡыт аяуһыҙ. Ветерандарыбыҙ йылдан-йыл аҙая, ләкин беҙ, иҫәндәр, уларҙың Ватан азатлығы өсөн аяуһыҙ көрәштәге ҡаһарманлығын, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүен онотмаҫҡа, уны фәһем алһындар өсөн бөгөнгө йәштәргә һәм киләсәк быуындарға еткерергә тейешбеҙ. Мин дә еңеү һалдаттарының береһе – бер туған өлкән ағайым Әшрәф Зиннәтулла улы Әбсәләмов – тураһында яҙырға булдым.

Бөрйән ырыуына ҡараған беҙҙең тоҡом борондан хәҙерге Баймаҡ районының Темәс ауылында көн иткән. Ағайым да 1916 йылда ошонда донъяға килгән. Әле малай, үҫмер сағынан уҡ үткән быуаттың 20–30-сы йылдарындағы бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған. Шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙәге икенсе баҫҡыс мәктәпте тамамлаған. Баҫалҡыраҡ холоҡло ағайыбыҙ йәштән үк бик намыҫсан, эшкә егәрле, киң күңелле, итәғәтле булып үҫкән һәм ғүмере буйы шул күркәм сифаттарын юғалтманы.
Уларҙың быуынына илебеҙ тарихына бәйле ауыр һынауҙар үтергә тура килде. Ағайым да үткән быуаттың 30-сы йылдары аҙаҡтарында ғәҙәттәге хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтырға йөрөгәндә, фин һуғышы башланып, шунда ебәрелә һәм, финдар баш һалғас ҡына, имен-һау ҡайтып төшә. Темәстә “Һәүәнәк” совхозы янындағы райпола эш башлай. Әммә тыныс тормош оҙаҡҡа бармай, йыл да өс ай тигәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланып, ағайым да башҡалар менән бергә фронтҡа китә.
Хәрби документтарына ҡарағанда, Әшрәф ағайым 1941 йылдың 1 авгусында 146-сы айырым уҡсылар полкы составында беренсе тапҡыр һуғышҡа инә. Артабан 1942 йылдың мартынан Волхов фронтындағы һуғыштарҙа ҡатнаша, ике тапҡыр яралана: пуля береһендә – уң, икенсеһендә һул ҡулын яурындан түбән тишеп үтә. Бәхетенә, һөйәгенә теймәй, шунлыҡтан яралары уңалыр-уңалмаҫтан тағы һуғышҡа инә. 1943 йылдың октябренән ағайым күренекле полководец К.К. Рокоссовский етәкселегендәге 2-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре алып барған ҡаты алыштарҙың уртаһында йөрөй. Шул осорҙа яҙған өскөл хаттарының береһендә ул “һөжүмгә барғанда эргәмдә генә снаряд ярылып, ер күмеп китте, күҙҙәремә тупраҡ тулды, иптәштәр күреп ҡалып, ҡаҙып алдылар; контужен булдым, бер ҡолағым ишетмәй” тигәйне. Шул хәлде мин, мәктәпкә яңы барған алты йәшлек малай, күҙ алдыма килтереп ултырҙым – әле лә хәтерҙә.
Миҙалдарын тағып йөрөргә уңайһыҙланды 1944 йылдың мартында ошо фронттағы алыштарҙың береһендә ағайым өсөнсө тапҡыр йәрәхәтләнә. Был юлы бик ҡаты була яраһы. Һуңынан үҙе беҙгә был турала: “Атакаға күтәрелгәндә иптәштәргә әйләнеп, “Әйҙәгеҙ!” тип әйтеп тә өлгөрмәнем, осаға шап итеп ҡалды”, – тип мәрәкәләп һөйләгәйне. Шартлағыс пуля тейеп, ултырышының бер яғын өҙгөләгән икән. Санчасҡа алып барғансы, итеге ҡан менән тула. Ялан госпиталендә операция яһап, санитар поезда тылға оҙаталар. Калуга ҡалаһындағы госпиталгә эләгә, шунда өс айға яҡын дауалана. “Операция эшләгәндә ауыртҡандыр инде?” – тип һорайбыҙ. Ағайымдың: “Был юлы яра ҙур, ауырыраҡ булды, түҙәһең инде. Табиптар тегерҙәй урынын тартып тегеп, өҙгөләнеп, иҙелеп бөткән урындарын киҫеп ташлап, ямау һала, үҙҙәре “крепкий парень, крепкий парень” тип мине дәртләндереп тора”, – тип әйткәндәре иҫтә ҡалған. Госпиталдән сыҡҡас, ул үҙ часына ҡайтып, тағы ла яуға инә.
1945 йылдың ғинуарынан уларҙың часы ҡараған 80-се ауыр гаубицалар артиллерия бригадаһы маршал Г.К. Жуков етәкселегендәге 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составында Берлин өсөн барған ҡаты һуғыштарҙың барыһында ла ҡатнаша. Хоҙай Тәғәлә һаҡлай ағайымды: шул иҫ киткес аяуһыҙ алыштарҙың уртаһында йөрөп, иҫән ҡалып, дошмандың баш һалыуын күреү, Еңеү шатлығын кисереп, Рейхстаг янындағы майҙанда автоматтарҙан салют биреү бәхете тейә. Рейхстаг колоннаһына ул да исем-фамилияһын яҙып ҡалдырған.
Әшрәф ағайымдың яу наградалары байтаҡ. Ләкин ул бик баҫалҡы булды, орден-миҙал тағып йөрөргә уңайһыҙлана торғайны. Тик Еңеү байрамы көндәрендә генә үҙе өсөн ҡәҙерле булған Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдарын тағып сыҡҡылай ине.
Һуғыш бөткәндән һуң ағайыбыҙ, Германияла тағы бер йыл хеҙмәт итеп, 1946 йылдың июнендә генә ҡайтып төштө һәм элекке эшен дауам итте. Ләкин уларҙың һәм йәшерәк быуындың иңенә төшкән ауырлыҡтар бөтмәгәйне шул әле. Ҡул бысҡыһы, балта менән төҙөлөш өсөн ағас ҡырҡып, бүрәнә ташыу, йәй буйына ҡырҙа ятып, бер ниндәй техникаһыҙ кәбән-кәбән бесән эшләү, һыу тирмәне төҙөү өсөн ат менән таш, ағас ташып, көрәк менән кәҫ ҡырҡып Һаҡмарҙы быуыу һәм башҡалар – барыһы ла уларға тейҙе. Бигерәк тә ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа үгеҙ егелгән ылау менән Ирәндек аша туранан етмеш саҡрымдағы Магнитогорск ҡалаһынан кәрәсин, бензин, он, шәкәр, тоҙ кеүек аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ тейәп, юлға ятҡан ҡалын ҡарҙы көрәй-көрәй, йөк артынан йәйәүләп, биттәрен туңдырып ҡайтып ингәндәре иҫкә төшһә, әле лә күңел тулыша. Шулай ҙа тормошҡа зарланманы улар, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, матур итеп донъя көттөләр, барына риза булып йәшәнеләр.
Ағайҙарыбыҙ хәҙер баҡыйлыҡта инде. Ләкин бөгөн дә уларҙың йәшәү дәртенә, эшсәнлегенә, рух ныҡлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Бына кемдәрҙән фәһем алһын ине бөгөнгө йәштәребеҙ!


Автор: Зыя ӘБСӘЛӘМОВ. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә