Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Иң-иңдәре... * * *
Күк киттар бер-береһе менән һөйләшкән саҡта тауыш импульсы 188 децибелға етә, йәғни уларҙы 850 саҡрымдан ишетеп була.

Йәнлектәр араһында күк кит балаларынан да шәп үҫкәндәре юҡ. Миллиграмм да булмаған йомортҡанан 22 ай эсендә (10-ы — ҡорһаҡта, 12-һе – тыуғас) кит балаһы 26 тоннаға тиклем үҫә, йәғни 30 000 миллион тапҡырға ҙурая.

* * *
Өң ҡаҙыу буйынса Евразия һуҡыр сысҡаны береһенә лә алдынғылыҡты бирмәй. Элекке СССР-ҙың көньяғында табылған өңдөң оҙонлоғо 363 метрға етә.

* * *
Ғәҙәттә, эттәр 8–15 йыл йәшәй, шулай ҙа уларҙың 20 йылға тиклем йән аҫрағандары ла мәғлүм. Ә Британияла "Шотланд овчаркаһы" тоҡомло эт 27 йыл да 313 көн йәшәгән.

* * *
Иң һаҫыҡ йәнлек тип Африка зориллаһы иҫәпләнә. Уның морононан сыҡҡан шыйыҡлыҡтың еҫе 1,6 саҡрым радиусты "сорнап ала".

* * *
Альп тауҙарында йәшәгән ҡара саламандра 1400 метр бейеклектә 38 ай буйы балаламай йөрөй, ә түбәнерәк урында — 24–26 ай.

* * *
Иң һирәк осрай торған һыу йәнлеге — суҡышлы Лонгманов киты. Ул 1922 йылда — Австралия ярҙарында, 1955 йылда Көнсығыш Африка пляжында табылған баш һөйәктәре аша ғына билдәле.

* * *
Донъяла иң ҙур һөт имеүселәр – күк һәм һарғылт-йәшкелт киттар. Улар иң ауыр йәнлектәр исемлегенә лә ингән. Мәҫәлән, 1947 йылдың 20 мартында кит аулаусы "Слава" совет флотилияһы тарафынан тотолған киттың оҙонлоғо 27,6 метр булһа, ауырлығы – 187 тонна. Теленең ауырлығы 4,22 тонна тәшкил иткән, йөрәгенеке – 698,5 килограмм. Бындай киттар быуат башында яҡынса 220 000 тирәһе булһа, әле 12 000 генә тороп ҡалған. Уларҙы аулау — тәүҙә 1967 йылдағы, һуңынан 1985–1986 йылдарҙағы Бөтә донъя закондары тарафынан ҡәтғи тыйылған.

* * *
Ҡоро ерҙә йәшәүсе иң ауыр йәнлек — Африка филе. Уның уртаса ауырлығы 5,7 тонна тәшкил итә. Әммә 1974 йылда Көньяҡ Анголала атылғанының ауырлығы — 12,24 тоннаға, оҙонлоғо — 10,67, ә алғы аяғының әйләнәһе 1,80 метрға еткән. * * *
Донъялағы иң оҙон йәнлектең жираф икәнлегенә шик юҡ. Хәҙер улар Сахараның көньяғында ғына тороп ҡалып бара. Англия зоопаркына килтерелгән Джордж ҡушаматлы жираф туғыҙ йәшендә 6,09 метрға еткән. Фәнгә уларҙың 7 метрға саҡлы үҫкәндәре лә билдәле.

* * *
Һөт имеүселәрҙән иң бәләкәйе бамбли тип аталған ярғанаттар икән. Улар Таиландтың аҡбурлы мәмерйәләрендә йәшәй. Ярғанаттарҙың ҙурлығы ҡанатын йәйгәндә 160 миллиметрға етһә, ауырлыҡтары — 1,75 – 2 грамм. Бөйөк Британиялағы карлик ер ҡаҙыусы тип аталған йәнлектең дә дәүмәле иҫ киткес: оҙонлоғо 43–64 миллиметрға етһә, ауырлығы — 2,4 – 6,1 грамм.

* * *
Иң бәләкәй диңгеҙ йәнлеге — Коммерсон дельфины, ул Көньяҡ Африка ярҙарына яҡын йәшәй. Шундай алты дельфиндың ауырлығын тикшергәндән һуң ғалимдар "был йәнлек 23–35 килограмм тарта" тигән һығымтаға килгән.

* * *
Иң шәп йүгереүсе йәнлек булып Афғанстанда, Иранда, Төркмәнстанда йәшәгән леопард иҫәпләнә. Уның тиҙлеге сәғәтенә 90 – 110 километрға етә.

* * *
АҠШ-та йәшәүсе ер тейене йылдың туғыҙ айын йоҡлап үткәрә. Ҡалған өс ай эсендә балалай, ашай, тағы йоҡлар өсөн аҙыҡ туплай.

* * *
Иң шәп йөҙөүсе һыу йәнлеге — дельфин-касатка. 1958 йылда 7,62 метр оҙонлоҡтағы ата дельфиндың йөҙөүен күҙәткәндәр, уның тиҙлеге сәғәтенә 55,5 километрға еткән. Алыҫ булмаған араға диңгеҙ сусҡалары ла ошо тиҙлектә йөҙә ала икән.

* * *
Иң ҙур "бесәй" булып юлбарыҫ менән арыҫланды ҡушыу һөҙөмтәһендә тыуған лайтигон иҫәпләнә. "Кьюбанакен" ҡушаматлы йыртҡыстың ауырлығы 363 килограмм тартһа, оҙонлоғо — 2,5 метр.

* * *
Бесәйҙәр ғаиләһенән иң бәләкәйе — ерән-сыбар бесәй. Ул Шри-Ланкала һәм Көньяҡ Һиндостанда йәшәй. Ҙур ғына тигән атаһының да оҙонлоғо — 64–71 сантиметрҙан (шул иҫәпкә 23 – 25 сантиметрлыҡ ҡойроғо ла инә), ауырлығы 1,35 килограмдан артмай.

* * *
Һөт имеүсе йәнлектәр араһынан ярғанаттар ғына оса. Уларҙың 950 төрө билдәле. Төркөмдәренә Бисмаркала, Яңы Гвинеяла йәшәүсе бисмарка тип аталған осоусы төлкө лә инә. Ҡанаттарын йәйгәндә оҙонлоғо 165 – 183 сантиметрға етә.

* * *
Австралияны төйәк иткән энәле ҡырмыҫҡа ашаусының (муравьед) тән температураһы иң түбәне иҫәпләнә — 22,2–24,4 градус.

* * *
Филадельфияла йәшәүсе Г. Хейзенгер донъялағы иң ҙур юлбарыҫты үлтергән. Ауырлығы — 388,7 килограмға, оҙонлоғо 3,22 метрға еткән йыртҡыстың һыны хәҙер Вашингтон музейында һаҡлана.

* * *
Коммерция яғынан ҡарағанда, иң ҡиммәтле йәнлек тип таҙа ҡанлы сабыш аттары иҫәпләнә. 1983 йылдың авгусында Шәйех Мактум Әл Мактум үҙ атына 40 миллион доллар хаҡ ҡуйған. Ә Мадрид зоопаркында йәшәүсе панда тоҡомло гигант айыуҙың хаҡын 1 миллион фунтҡа баһалағандар.

* * *
Бер ниндәй һөт имеүсе йән эйәһе лә оҙаҡ йәшәү буйынса кеше менән ярыша алмай. Әммә Азия филенең 78 йәшкә етеүе тарихҡа билдәле. "Модок" ҡушаматлы фил 81-гә еткән. Уны АҠШ-ҡа Германиянан 1898 йылда алып килгән булғандар.

* * *
Йәнлектәр араһында иң бейектә йәшәүсеһе — як. Ул ҡартайған көнөндә Альп тауының 6100 метрлыҡ бейеклегенә лә күтәрелә икән.

* * *
Азия филе балаһын ҡорһаҡта иң оҙаҡ йөрөтөүсе булып тора, уның быуаҙ сағы 609 көнгә етә. Ә Көньяҡ Африкала йәшәүсе ҡырағай бесәйҙең 12–13, хатта һигеҙ көн һайын балалауы мөмкин.

* * *
Иң күп балалаусы йәнлек — Мадагаскар утрауында йәшәүсе терпе. Улар ғаиләһен бер юлы 31-гә тиклем арттыра ала икән.

* * *
Поляр айыуының ауырлығы 907 килограмға етә. Ә бына 1960 йылда Медфордтан (АҠШ) Артур Дабс атлы әҙәм 1002 килограмлыҡ айыуҙы атҡан, имеш.

* * *
Еләк-емеш ашаусы иң ҙур йәнлек — Бөйөк Британиялағы бурһыҡ. Ата бурһыҡтың оҙонлоғо — 90 сантиметрға (10-ы — ҡойроҡ), ауырлығы йәй аҙағына 14,5 килограмға етә.
Гиннесстың "Рекордтар китабы"нан.


Иң-иңдәре... Ябай ыласын ергә "ҡолаусы" иң шәп ҡош булып һанала. Германия ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: ҡош 30 градус мөйөш яһап төшкәндә сәғәтенә 270 километр тиҙлек ала, ә 45 градуста — 350.



Иң-иңдәре... Бесәй төркөмөнә ингәндәр араһында иң ҙуры — оҙон йөнлө Себер юлбарыҫы. 1950 йылда СССР-ҙың Приморье крайында был йыртҡыстың 384 килограмм ауырлыҡтағыһын атҡандар.




Иң-иңдәре... Тәбиғәттә иң күп ашаусы йән эйәһе булып Төньяҡ Африкалағы полифемус күбәләге иҫәпләнә. Ғүмеренең тәүге 48 сәғәтендә ул үҙенең тән ауырлығынан 86000 тапҡырға күберәк аҙыҡ йота. Әгәр ҙә уны кеше менән сағыштырһаҡ, 3,17 килограмлыҡ сабыйҙың 273 тонна аҙыҡ ашауына тиң булыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21