Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халыҡ менән власть айырым йәшәргә тейеш түгел”
“Халыҡ менән власть айырым йәшәргә тейеш түгел”
Дүшәмбе көнө кис “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының ҙур залында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы ХӘМИТОВ ике сәғәттән ашыу журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар бик күп ине – Ҡырымға ярҙамдан алып Өфө урамдарындағы асфальттың сифатына тиклем. Түбәндә Президент биргән яуаптарҙың бер нисәүһен баҫабыҙ.


Ҡырымға ярҙам

Үткән аҙнала республика делегацияһы менән Ҡырымда булып, хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк. Унда нимәләр минең иғтибарҙы йәлеп итте һуң? Беренсенән, халыҡ шундай ҡатмарлы шарттарҙа ла үҙен ҡулда тоторға тырыша. Икенсенән, ундағы тормош бик етеш түгел икәне күҙгә ташлана. Һаулыҡ һаҡлауҙа һәм мәктәптә уртаса эш хаҡы беҙҙең аҡса менән 6-7 мең һум ғына. Тимәк, Украина властары Ҡырымда йәшәгән халыҡҡа иғтибар бирмәгән.
Ҡырымдың диңгеҙ ярына алыҫ төбәктәре элек-электән ауыл хужалығы культуралары үҫтереү менән шөғөлләнгән. Иген, ит, һөт күп етештерелгән. Роза, йылан тамыры, ала миләүшә үҫтергән хужалыҡтарҙың Европала тиңе булмаған. Бөгөн был төр үҫемлектәр, йөҙөм һәм алма баҡсалары ла юҡ. Совет заманында файҙаланылған ер майҙанының 30 проценты ғына эшкәртелә.
Хәҙер Ҡырым ойошмаларына һәм халҡына украин закондарынан Рәсәйҙең хоҡуҡи майҙанына күсергә кәрәк. Уларға документтар менән эш итергә, федераль һәм республика программаларына инергә кәрәк. Беҙ ошо йүнәлештә ярҙам күрһәтергә йыйынабыҙ ҙа инде. Һүҙ бында Ҡырымдың йәки Башҡортостанға беркетелгән Белогорск районы иҡтисадын тулыһынса аяҡҡа баҫтырырға тейешлеге тураһында бармай. Ләкин беҙ ярҙам итәсәкбеҙ. Ярты йылдан ҡыш етә, ә мәктәптәр әҙер түгел. Бик күп йорттарға йылылыҡ селтәре үткәрелмәгән, халыҡ “буржуйка” яға. Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының көслө субъекты, беҙҙең Ҡырымдағы бер Белогорск районына ярҙам итерлек кенә хәлебеҙ бар.

Санкциялар

Улар – ике яҡлы ҡорал. Санкциялар беҙҙең илгә генә түгел, ә уларҙы ҡулланыусыларға ла зыян килтерәсәк, сөнки Рәсәй донъя иҡтисадына тығыҙ бәйләнгән. Был санкцияларҙың АҠШ-ҡа ла, Европа илдәренә лә кире эҙемтәһе мотлаҡ буласаҡ. Европанан тыш Көнсығыш та бар бит әле, ул яҡта беҙҙең тауарҙарҙы һатып алыусы табыласаҡ. Республикабыҙ сәнәғәтендә нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть химияһы тармаҡтары сит илдәргә бәйле түгел, сөнки Рәсәй реагенттарын һәм ҡорамалдарын файҙаланабыҙ. Ә бына машиналар эшләү тармағында хәл башҡасараҡ, улар импорт ҡорамалдарға мохтаж. Ләкин беҙҙең станоктар эшләү сәнәғәте лә хәҙер һәйбәт продукция сығара башланы. Бәлки, улар юғары кимәлдә түгелдер, ләкин сит ил ҡорамалдарын алмаштыра алырлыҡ.
Санкциялар ҡулланыу – аҡылһыҙ ысул. Һөйләшеп килешергә, бер-береңде тыңлай белергә кәрәк. Бынан тыш, санкция – урындағы сәнәғәтте тиҙерәк үҫергә мәжбүр итеүсе сәбәп тә ул. Моғайын, был юлы ла шулай булыр.

Урындағы власть

Беҙҙең илдә власть айырым шәхестәргә бәйле. Шуға күрә лә халыҡ бер үк кешенән барыһын да талап итергә ғәҙәтләнгән. Әгәр ҙә халыҡ туп-тура республика етәксеһенә мөрәжәғәт итә икән, тимәк, урындағы власҡа ышанмай, уның менән бәйләнеше лә юҡ. Ни өсөн шулай килеп сыға? Оҙаҡ ваҡыт власть кешеләр менән эшләмәне. Мин йылдар буйы шәхси ҡабул итеү үткәрмәгән, халыҡ менән аралашмаған муниципалитет етәкселәрен беләм. Хәҙер улар вазифаларында эшләмәй инде. Уларҙан бер генә нәмә талап ителгән – һайлау һөҙөмтәләрен тәьмин итергә. Артабан – нисек теләйһең, шулай йәшә. Ни өсөн республика башлығы ғына ҡалаларҙа тәртип булдырып йөрөргә тейеш? Тормошто уңайлы итеү миңә генә кәрәкме ни? Күрәһең, беҙҙең етәкселәрҙә сәйәси мәҙәнилек етешмәй. Барыһы ла элеккесә насар тип әйтмәҫ, заманға ярашлы эшләй башлаған муниципалитеттар ҙа бар. Ләкин власть — айырым, халыҡ айырым йәшәргә тейеш икән тигән фекер күптәрҙең ҡанына һеңгән, ахыры. Беҙгә яңы кешеләр, яңы эш алымдары, яңы кадрҙар сәйәсәте кәрәк.

Ҡала мөхите

Йәшәгән мөхитебеҙҙе барыһы өсөн дә – йәйәүлеләргә, автомобиль йөрөтөүселәргә, коляскалы йәш әсәләргә, инвалидтарға уңайлы итергә тырышырға кәрәк. Беҙҙең ҡалаларҙа уңайлылыҡ ныҡ етешмәй. Йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу ҡулайлы булмағас, күптәр автомобилдә йөрөргә тырыша, һөҙөмтәлә бөтә урында тығындар барлыҡҡа килә. Парктарҙа һәм скверҙарҙа йәйәү йөрөрлөк урындар юҡ. Ә бит Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ла уңайлы ҡала мөхите тыуҙырырға тырышҡан муниципалитеттар бар. Мин былтыр көҙ Учалыла булғайным, унда велосипед юлдары ла булған парк төҙөлә, бик күркәм булмаҡсы. Салауат ҡалаһындағы паркты өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Кешеләр хәҙер заманса урындарға ынтыла. Мин район хакимиәте башлыҡтарына гел әйтәм: һеҙҙә ҡалалағы кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәре һәм шарттар булырға тейеш – салондар, кафетерийҙар, ял итеү майҙансыҡтары. Мәҙәни сараны яланға йәки урманға сығып үткәреү заманы артта ҡалды.

Ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереү

Был тема күптәрҙе ялҡытты инде, ләкин ҡаҙнанан аҡсаны күпләп даими урлау тураһындағы хәбәр ысынға тура килеп бөтмәй. Бөгөн бер кем дә үҙ икмәген бушҡа ашамай. Хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары ла эшен еренә еткереп башҡара. Беҙ нисек һәм күпме аҡсаға төҙөргә кәрәк икәнен яҡшы беләбеҙ. Бер генә миҫал. Дүрт йыл элек балалар баҡсаһында бер урын булдырыу бер миллион һумға төшә ине. Бөгөн ул — 500, уҙа барһа 600 мең һумға тура килә. Беҙ проектлаусыларҙан арзаныраҡ проекттар булдырыуҙы талап итәбеҙ. Ҡала властарына ла осһоҙораҡ балалар баҡсаһы йәки мәктәп төҙөү талабын ҡуйҙыҡ.

“Кроношпан” заводын төҙөү

Уны төҙөү тураһындағы ҡарарҙы мин ҡабул итмәйем. Бының өсөн айырым процедура бар. Ул Өфө районы кимәлендә хәл ителде. Төҙөлөшкә ҡаршы хәрәкәт әле лә туҡтамай, ләкин проект экспертиза үтте. Һығымта яһауҙа дәүләт ойошмалары ла, хосуси фирмалар ҙа ҡатнашты. Экспертиза ла, экологик тикшереү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирҙе.
Был предприятиеның хәүефле булыу-булмауы тураһында. Мин Өфөлә йәшәйем, тимәк, барлыҡ өфөләр кеүек үк, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерелмәүе, экологик яҡтан таҙа предприятиелар ғына төҙөлөүе яҡлымын. Ҡалала туған-тыумасам, дуҫтарым йәшәй. Мин уларҙы алдай алмайым. Тағы бер тапҡыр әйтәм: “Кроношпан” юғары экологик талаптарҙы күҙәтеп төҙөләсәк һәм эшләйәсәк. Әгәр ҙә тәбиғәтте һаҡлау структуралары, халыҡ экологик талаптарҙың үтәлмәй башлауын күрә икән, завод шунда уҡ туҡтатыласаҡ һәм ҙур зыян күрергә мәжбүр ителәсәк.
Һөнәре буйынса ошо төҙөлөшкә ҡағылышлы кешеләр, экологтар өсөн барыһы ла асыҡ. Шуға күрә хистәрҙе ҡабартыу берәүгә лә кәрәк түгел. Әле завод урынында әҙерлек эштәре бара, төҙөлөш ай-ай ярымдан башланыр тип көтәбеҙ.

Президент һайлау

Был — бик ҡатмарлы тема, һәм һуңғы сиктә минән генә тормай. Ул, минең ҡарашҡа, өс өлөштән ғибәрәт. Беренсеһе – халыҡтың яҡлауы. Республиканың киләсәк етәксеһе халыҡ хуплай алырлыҡ булһын. Уны йә элекке эше буйынса белергә тейештәр, йә ниндәйҙер өлкәләге уңышы буйынса.
Икенсе шарт – ил Президентының яҡлауы. Ни өсөн тиһәң, республика етәксеһе ниндәй генә шәхес булмаһын, Рәсәй етәкселеге менән хеҙмәттәшлектән башҡа эшләй алмаясаҡ. Бындай бәйләнештең ил етәксеһе менән дә, федераль власть органдары менән дә тейешле дәрәжәлә булыуы мотлаҡ.
Өсөнсөһө – кешенең үҙ ихтыяры. Ул мөмкинлектәрен, шәхси сифаттарын, ойоштороу һәм аралашыу һәләтен барлап сығырға тейеш. Әгәр ҙә республика етәксеһе вазифаһына кеҫәһен ҡалынайтыу мөмкинлегенән түгел, ә халыҡҡа файҙа килтереү хыялы менән ҡарай икән, ул быға лайыҡ. Ошо өс шарт бергә тура килһә, был кеше үҙен республика башлығы вазифаһына тәҡдим итә ала, тип уйлайым.
Һайлауға барырға ҡарар иткәндә мин ошо ҡағиҙәләрҙән сығып эш иттем дә инде. Халыҡтың яҡлауы бар – быны социологик һорау алыуҙар ҙа, кешеләр менән осрашыуҙар ҙа күрһәтә. Ил Президенты менән мөнәсәбәтебеҙ эшлекле, ул беҙҙә бер нисә тапҡыр булды, Владимир Владимирович мине үҙендә лә күп тапҡыр ҡабул итте. Бынан тыш, ошо вазифала байтаҡ тәжрибә тупланым, республика тормошоноң “ауыртҡан” урындарын беләм, күп мәсьәләләрҙе нисек хәл итергә кәрәклеген аңланым. Беренсе һәм икенсе йыл эшләгәндә тыуған ҡайһы бер тәьҫораттарымдан ҡотолдом. Ул саҡта ниндәйҙер мәсьәләләрҙе бик тиҙ хәл итеп була тип уйлай торғайным, баҡтиһәң, улай түгел икән. Бынан тыш, беҙ байтаҡ эре проектты тормошҡа ашыра башланыҡ, уларҙы дауам итергә һәм тамамларға кәрәк. Шул фекерҙәр нигеҙендә мин Президент һайлауында ҡатнашырға булдым.

Путин менән аралашыу

Ил Президенты Хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Бигерәк тә уның етәксеһе Сергей Борисович Иванов менән йыш аралашырға тура килә. Һуңғы бер-ике йылда халыҡ-ара эштәр менән шөғөлләнгәнгә күрә, күп мөрәжәғәт итәбеҙ, сөнки киләһе йыл Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттары уҙғарыласаҡ. Был тәңгәлдә мәғлүмәт алмашыу тулы көсөнә бара. Владимир Путин менән осрашыуҙарҙа, ғәҙәттә, республиканың иҡтисади хәле, эш хаҡын арттырыу буйынса Президент указдарының үтәлеше тикшерелә. Был юҫыҡта беҙгә ҡыҙарырға тура килмәй, бөтәһе лә тейешенсә үтәлә. Аҙна һайын беҙҙә нимәләр эшләнеүе, ниндәй мәсьәләләр хәл ителеүе тураһында Интернет аша ҡалын отчеттар ебәрәбеҙ. Президенттың йәмәғәтселекте ҡабул итеү урындары ла әүҙем эшләй.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз
    Рияз от 30.04.2014, 05:26
    "Халыҡ менән власть айырым йәшәргә тейеш түгел”, - тиһегеҙме. Ләкин йәшәй бит!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872