Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ!
Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ!
Аш-һыуҙы төрләндереп әҙерләһәң, ҡунаҡтарҙың кәйефе күтәренке булыр, тантана яҡшы үтер. Бындай әҙерлек өҫтәл йәмен генә түгел, хужаларҙың саҡырылған кешеләргә мөнәсәбәтен дә күрһәтә.


Ултыр әле яндарыма, Ял булыр йәндәремә!

Иң тәүҙә төп ризыҡ һайлана. Ул бик туҡлыҡлы икән, десертҡа еңелерәк аш әҙерләнә йәки киреһенсә. Өҫтәлгә бер юлы ике балыҡ ризығы йә итле аш ҡуймағыҙ. Оҡшаш гарнир ҙа әҙерләмәгеҙ. Шул уҡ ваҡытта алға үтә күп ризыҡ ҡуйырға кәрәкмәй: кешеләр бит тамаҡ туйҙырырға түгел, ә бер-береһе менән күрешеү, аралашыу ниәтендә йыйыла. Табынды матур әңгәмә лә биҙәй.
Дуҫтар йыйылған икән, кемдең кем янына ултырыуы мөһим түгел. Быға рәсми тантаналарҙа ғына әһәмиәт бирелә. Ә башҡа осраҡтарҙа бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк:
* Ир менән ҡатын, әсә менән ул яҡын ултырмай, сөнки улар былай ҙа күп аралаша.
* Бер-береһен ихтирам итеп етеңкерәмәгән кешеләргә лә йәнәш урын тәҡдим ителмәй.
* Ике ҡатын-ҡыҙҙы бергә ултыртыу килешеп етмәй.
* Хужалар ҡунаҡтарын һыйлау өсөн уңайлы, һис кемгә ҡамасауламайынса аш бүлмәһенә сығып йөрөрлөк урынды биләй.

Ир ҙә тик ултырмаһын

Ҡунаҡты һыйлауҙа хужабикә генә түгел, хужа ла ҡатнашырға тейеш. Әйтәйек, ҡатын ит өләшә, ә ир салат тәҡдим итә.
Тәрилкәләргә алдан һалынғандарҙан һәм һурпанан тыш бөтөн аш-һыу — һул, ә эсемлектәр уң яҡтан бирелә. Бындай эштәрҙе хужабикә менән хужа бергә башҡара. Файҙаланылған һауыт-һабаны уң яҡтан йыйып алып, таҙаларын һулдан ҡуйырға кәрәк.
Ә бына эсемлек һайлау, ҡунаҡтарҙы улар менән һыйлау — фәҡәт ир-аттың эше. Графин, шешәләр алдан әҙерләнеп, айырым бәләкәй өҫтәлгә йәки буфетҡа ҡуйыла. Һыу менән һут ярты стакандан ашыуыраҡ итеп ҡойолорға тейеш.
Ниһайәт, ҡунаҡтар матур итеп әҙерләнгән өҫтәл янына ултырыша һәм хужабикәнең ашарға үрелгәнен көтә. Ул ауыҙ иткәс, башҡалар һыйлана башлай.

Өҫтәлгә йәм өҫтәй

Ниндәй генә аш булмаһын (иртәнге, көндөҙгө, киске), өҫтәлгә салфетка ҡуйылырға тейеш. Ул ауыҙ-ҡулды һөртөү өсөн ҡулланыла, өҫ кейемен бысраныуҙан һаҡлай. Салфетка менән сәнске-ҡалаҡты, тәрилкәне, бокалды һөртөү килешмәй.
Был әйбер ҡағыҙҙан йәки туҡыманан эшләнә. Ул ашъяулыҡҡа оҡшаш булырға тейеш. Байрам өҫтәленә ҡыштырлап торған салфеткалар ҡуйыу һәйбәтерәк. Улар өҫтәлгә йәм өҫтәй, табынды күркәм тантанаға әйләндерә.
Салфетка тәрилкәнең һул яғында йәки уның өҫтөндә ятырға тейеш. Бейек итеп тә ҡуялар. Матур, әлбиттә, әммә бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Бындай осраҡта салфетканы алып, тубыҡҡа йәйергә мөмкин.
Төрлө ҙурлыҡтағыһы була. 32х32 см күләмдәге һәм бәләкәйерәктәре — иртәнге аш өсөн, уларҙан ябай фигуралар яһап, бөкләп һалырға мөмкин. 40х40 — 60х60 сантиметрлыҡ салфеткалар иһә көндөҙгө, киске, байрам аштары өсөн файҙаланыла. Уларҙан да төрлө фигура яһайҙар. Ниндәйҙер форма бирер өсөн салфеткаларҙы крахмалларға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә