Аш-һыуҙы төрләндереп әҙерләһәң, ҡунаҡтарҙың кәйефе күтәренке булыр, тантана яҡшы үтер. Бындай әҙерлек өҫтәл йәмен генә түгел, хужаларҙың саҡырылған кешеләргә мөнәсәбәтен дә күрһәтә.
Ултыр әле яндарыма, Ял булыр йәндәремә! Иң тәүҙә төп ризыҡ һайлана. Ул бик туҡлыҡлы икән, десертҡа еңелерәк аш әҙерләнә йәки киреһенсә. Өҫтәлгә бер юлы ике балыҡ ризығы йә итле аш ҡуймағыҙ. Оҡшаш гарнир ҙа әҙерләмәгеҙ. Шул уҡ ваҡытта алға үтә күп ризыҡ ҡуйырға кәрәкмәй: кешеләр бит тамаҡ туйҙырырға түгел, ә бер-береһе менән күрешеү, аралашыу ниәтендә йыйыла. Табынды матур әңгәмә лә биҙәй.
Дуҫтар йыйылған икән, кемдең кем янына ултырыуы мөһим түгел. Быға рәсми тантаналарҙа ғына әһәмиәт бирелә. Ә башҡа осраҡтарҙа бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк:
* Ир менән ҡатын, әсә менән ул яҡын ултырмай, сөнки улар былай ҙа күп аралаша.
* Бер-береһен ихтирам итеп етеңкерәмәгән кешеләргә лә йәнәш урын тәҡдим ителмәй.
* Ике ҡатын-ҡыҙҙы бергә ултыртыу килешеп етмәй.
* Хужалар ҡунаҡтарын һыйлау өсөн уңайлы, һис кемгә ҡамасауламайынса аш бүлмәһенә сығып йөрөрлөк урынды биләй.
Ир ҙә тик ултырмаһын Ҡунаҡты һыйлауҙа хужабикә генә түгел, хужа ла ҡатнашырға тейеш. Әйтәйек, ҡатын ит өләшә, ә ир салат тәҡдим итә.
Тәрилкәләргә алдан һалынғандарҙан һәм һурпанан тыш бөтөн аш-һыу — һул, ә эсемлектәр уң яҡтан бирелә. Бындай эштәрҙе хужабикә менән хужа бергә башҡара. Файҙаланылған һауыт-һабаны уң яҡтан йыйып алып, таҙаларын һулдан ҡуйырға кәрәк.
Ә бына эсемлек һайлау, ҡунаҡтарҙы улар менән һыйлау — фәҡәт ир-аттың эше. Графин, шешәләр алдан әҙерләнеп, айырым бәләкәй өҫтәлгә йәки буфетҡа ҡуйыла. Һыу менән һут ярты стакандан ашыуыраҡ итеп ҡойолорға тейеш.
Ниһайәт, ҡунаҡтар матур итеп әҙерләнгән өҫтәл янына ултырыша һәм хужабикәнең ашарға үрелгәнен көтә. Ул ауыҙ иткәс, башҡалар һыйлана башлай.
Өҫтәлгә йәм өҫтәй Ниндәй генә аш булмаһын (иртәнге, көндөҙгө, киске), өҫтәлгә салфетка ҡуйылырға тейеш. Ул ауыҙ-ҡулды һөртөү өсөн ҡулланыла, өҫ кейемен бысраныуҙан һаҡлай. Салфетка менән сәнске-ҡалаҡты, тәрилкәне, бокалды һөртөү килешмәй.
Был әйбер ҡағыҙҙан йәки туҡыманан эшләнә. Ул ашъяулыҡҡа оҡшаш булырға тейеш. Байрам өҫтәленә ҡыштырлап торған салфеткалар ҡуйыу һәйбәтерәк. Улар өҫтәлгә йәм өҫтәй, табынды күркәм тантанаға әйләндерә.
Салфетка тәрилкәнең һул яғында йәки уның өҫтөндә ятырға тейеш. Бейек итеп тә ҡуялар. Матур, әлбиттә, әммә бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Бындай осраҡта салфетканы алып, тубыҡҡа йәйергә мөмкин.
Төрлө ҙурлыҡтағыһы була. 32х32 см күләмдәге һәм бәләкәйерәктәре — иртәнге аш өсөн, уларҙан ябай фигуралар яһап, бөкләп һалырға мөмкин. 40х40 — 60х60 сантиметрлыҡ салфеткалар иһә көндөҙгө, киске, байрам аштары өсөн файҙаланыла. Уларҙан да төрлө фигура яһайҙар. Ниндәйҙер форма бирер өсөн салфеткаларҙы крахмалларға кәрәк.