Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул....
[/right]Хеҙмәткә дан йырланыҡ  та ул....Элек колхоздың машина-тракторҙарын ҡуя торған урынға еткәс, автомобилде кинәт туҡтаттым – анау иң ситтәге трактор яғынан атай килә түгелме? Ҡулында майы тамып торған тимер ҙә бар, өҫ-башы ла майға ҡатҡан. Ә ниңә был томра селләлә башына ла кеймәне икән, эҫе ҡаба бит хәҙер... “Нишләп туҡтарға булдыҡ?” — ти эргәмдә ултырған ҡустым. “Атайым килә...” – тим шым ғына, үҙем дә аптырай төшөп. Ҡустым сәйерһенеп миңә ҡарай: “Һаташаһыңмы әллә, егерме йыл элек үлгән атай ни эшләп йөрөһөн бында...”
Мин машинанан сыҡтым. “Эйе, ҡайҙалыр йөрөргә мөмкин, бында килә алмай инде һинеңсә”. Ана бит — механизаторҙар, ҡайһыһы тубыҡ сәнсеп ултырып, ҡайһыныһы ҡырын ятып, ашарға әҙерләнә. Ашнаҡсы апай (кашауар) йүгереп йөрөп алюмин тәгәстәр менән аш ташый. Ә ниңә минең атайҙы көтмәйҙәр, ул да ашарға тейеш түгелме ни? Ҡабаландырайым тип, ул килгән яҡҡа ҡарайым. Тик атайым зым-зыя юҡ булды. Бәй, әле генә көлөшөп ултырған механизаторҙар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Күҙемде йомоп асам да башты һелкәм: бер нәмә лә юҡ — кешеләр ҙә, техника ла, ағас өйҙәр ҙә. Хатта колхоздың үҙе лә юҡ икәне иҫкә төштө.
Алдымда — ергә һеңә башлаған емерек ағас ҡаралты, үлән сырматҡан иҫке техника ҡалдыҡтары, ҡасандыр кеше һәм тракторҙар күп йөрөүҙән саң осоп ятҡан урындарҙы йәшел күрән баҫҡан... Ә бит заманында тормош бында гөрләп тора ине. Хәйер, гөрләүҙе лә төрлөсә ҡабул итергә була.
Колхоздарҙы күпләп (коммунистар әйткәнсә, “массовый”) ойоштора башлауға 80 йыл тулды. Тарих өсөн бик ҙур дәүер ҙә түгел, ләкин фани донъяға бәхет өсөн яралған күпме быуынды ауыр яҙмышҡа дусар итеп, көсөн һурып, хәйерселектә интектерә-интектерә баҡыйлыҡҡа оҙатып китте ул. Колхоздарҙың юҡҡа сыҡҡанына сикһеҙ һөйөнәм, хәҙер үҫеп еткән быуындарҙың ундай ҡоллоҡ системаһына эләкмәйәсәген уйлау ҙур кинәнес бирә. Колхозды һағынған (бар ундайҙар хәҙерге заманда ла!) кешене аңламайым – әле күмәк хужалыҡ ойошторорға кем ҡамасаулай? Хәҙер бит был йәһәттән бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Халыҡты эшләргә ризалата алһалар, әлбиттә.
Ә элегерәк нисек эшләнеләр әле. Мин үҙем колхозда бер көн дә бил бөккән кеше түгел. Уның ҡарауы, атайым был күмәк хужалыҡ өсөн түккән тир бер нисә быуынға етәлер, моғайын. Беҙ, бәләкәйҙәр, иртән торғанда, ул инде киткән була, беҙ йоҡларға ятҡанда атай һаман ҡайтмаған әле. Күрше бабайҙың әйткәне хәтерҙә: “Колхоз эшендә байып булһа, Шәрифулла күптән байыр ине инде”. Дөрөҫ, байыу тураһында ул заманда берәү ҙә хыялланманы. Кулак — хаҡлы рәүештә юҡ ителгән синыф, ә фермер “сереп барыусы” Америкала ғына йәшәй, тип уйлап үҫтек беҙ. “Минең атай 40 йыл тракторҙа эшләне, шуның утыҙ йылдан ашыуын — бөтөнләй эш хаҡы алмайынса”, тиһәң, хәҙерге йәштәр аптырай. “Ә нисек йәшәнегеҙ һуң?” — тиҙәр. Беҙҙе һарайҙа торған “партия” ҡотҡара ине – һөт-ҡаймағын йәлләмәй бирә, ахырҙа беҙгә ит ашатыу өсөн үҙен дә ҡорбан итә. Шулай уҡ Петр батшаға рәхмәт — бәрәңге үҫтерергә өйрәткән. Әммә яҙ еткәс ризыҡ наҡыҫая, сөнки һыйыр һыуалған, ит бөткән, яңы бәрәңгегә саҡлы йыраҡ әле. Шундай мәлдәрҙә атайым колхоздың баҫыу станында механизаторҙарға бешерелгән аштың итен, үҙе ашамайынса, беҙгә алып ҡайта ине. Трактор еҫе һеңә биргән был иттең тәме әле лә тел осонда.
Шулай ҙа ашарға ғына түгел, кейенергә лә кәрәк бит әле. Мәктәпкә барырға формаһы, итек, дәреслектәр ҙә булырға тейеш. Шуға колхозсыларға йыл аҙағында күпмелер аҡса бирергә рөхсәт итәләр ине. Хәҙерге күҙлектән ҡараһаң, тиндәр генә ул. Тик уныһы ла йылына төрлөсә була. Хәтерҙә шундай бер көн ҡалған: бер саҡ атайым бошонҡо ғына ҡайтып инде. Ә инәйем уның йыл буйы күҙ терәп торған аҡсаһын алып ҡайтырын көтөп ултыра, нимәләр алырға икәне әллә ҡасан уҡ һөйләшелгән. Тик атайым ҡыуаныслы хәбәр әйтә алманы: “Аҡса юҡ, трактор йыш ватылды бит, ә ремонт өсөн түләмәйҙәр, ҡалғанын игенләтә биреп бөткәнбеҙ, тинеләр”.
Үҙен бөйөк держава тип атаған СССР тигән дәүләттең серек ағастай үҙенән-үҙе ауып төшөүенең төп сәбәбен дә мин шунда күрәм — беҙҙең колхозсы атай-әсәйҙәр быуынының күҙ йәше төштө уға...
Пенсияға сығыу менән атайым ҡаты сирләп китте. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа асыҡ һауала техника ремонтлау, йәйге эҫелә көндө төнгә ялғап эшләү, ғүмер буйы тракторҙа һелкенеп йөрөү үҙенекен иткәндер инде. Кеше түгел, ана бит, тимер ҙә түҙмәй. Хәле мөшкөл икәнен белһәләр ҙә, колхоз уны берәй көслө медицина үҙәгенә дауаларға ебәрә алманы. Бәлки, теләмәгәндер ҙә — һәр ауырыған колхозсыны үлемдән ҡотҡарам тип ферма малын һатып булмай бит инде. Йәмәғәт малы иҫәпле, ә колхозсыларҙың нисәү булыуы мөһим түгел. Шулай ҙа уны ерләгәндә колхоздың бригадиры, йәй уртаһындағы ҡыҙыу эш мәле булһа ла, зыяратҡа килеп ҡыҫҡаса телмәр тоторға ваҡыт тапты. Ни тиһәң дә, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, әллә күпме миҙал һәм Маҡтау грамоталары алып эшләгән колхозсы булыуын онотоп ҡуйырға намыҫтары етмәгәндер.
“Ул заманда бөтәһе лә шулай эшләне һәм йәшәне”, тип әйтер ҡайһы берәүҙәр. Мин дә шулай уйлайым: әгәр ҙә Совет власы 70 йыл буйы йәшәй алған икән, тимәк, уның таяныр нигеҙе булған. Ә нигеҙе ике таштан ғибәрәт: халыҡтың бер ҡатлылығы һәм ҡурҡыу хисе. Бер ҡатлы булмаған ҡатлам “нэп” заманында күтәрелеп сыға башлағас, уны социаль ҡатлам булараҡ юҡ иттеләр: ҡала нэпмандарының кибеттәрен һәм оҫтаханаларын тартып алһалар, кулактарҙы хатта Себергә оҙаттылар. Матди яҡтан хәлле кешеләр менән идара итеүе ҡыйыныраҡтыр, ахырыһы. Ҡалғандарын яҡты киләсәк төҙөләсәгенә ышандырыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмағандыр, тип уйлайым. Ышанмай ҡара. Миҫалға Ғәлимов Сәләмдең “Шоңҡар” поэмаһын ғына алып ҡарайыҡ — заманында уны баҫып сығарыуҙы тыйған булғандар, сөнки поэма геройы колхозға бирмәҫ өсөн урманға алып ҡасҡан аты менән шулай тип һөйләшә: “Әйтсе, Бурыл, әйтсе, йәшәү өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?” Сталин үҙе күрһәтеп биргән һуҡмаҡ бар бит инде, ә поэманың геройы һаман шикләнә... Бүтәндәр бындай “сәйәси наҙанлыҡ” күрһәтергә ҡурҡа, әлбиттә. Етмәһә, поэманың аҙағында Бурылды хужаһы барыбер колхозға алып барып бирә. Урыҫ әйтмешләй, “а куда он денется”.
Нисек кенә эшләнеләр элегерәк... “Беҙҙең колхоз ҡырҙарында яңғырай хеҙмәт йырҙары” — йөк машинаһына тейәлгән колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар үтеп киткәндә урамда шундай йыр яңғырап ҡалыр ине. Ә яҙғы сәсеүҙе тамамлап ҡайтып килгән колхозсыларҙы ауыл халҡының күптәнге йола буйынса һыулы биҙрә менән ҡаршы алыуы иҫтә. Китә шунан һыу һибешеү – күберәк кеше сыланһа, ямғыр ҙа көслөрәк буласаҡ! Ә һабантуйҙар нисек гөрләп үтте, комсомол өмәләре, пионер усаҡтары... Энтузиазм көслө ине ул саҡта һәм державаның төп таянысы ла шул булғандыр.
Беҙҙең заманға килеп еткәс, Совет власы бөтөп, ҡурҡыу юҡҡа сыҡҡайны, колхоздарҙа “прихватизация” башланды. Баҙар иҡтисадына күсеүгә һылтанып, техникаһын һәм мал-тыуарын күҙ асып йомған арала бүлешеп алып та бөттөләр. Был юлы бер кем дә йәмәғәт малы иҫәпле тип торманы. Ябай тракторсыға нимәлер тәтенеме икән — уныһын әйтеүе ҡыйын, ләкин шәхси ҡулдарға эләккән был мөлкәттә минең атайым түккән тирҙең дә булыуы бәхәсһеҙ.
Хәҙерге заманда ауылдарҙың һаман да бөтәйеп ныҡлы аяҡҡа баҫып китә алмауында ла элекке колхоз ҡоролошо ғәйепле. Халыҡтағы бөтөн йүнселлекте бөтөрҙө ул, күмәк хужалыҡ елкәһен “кимереп”, әҙерҙе көтөп ятыу психологияһын милли сифатҡа әйләндерҙе. Ауылда эскелектең ғәйәт киң таралыуы ла – шул ҡоролоштоң эҙемтәһе. Ферма мөдире йә баҫыу ҡарауылсыһы күрмәгәндә нимәне булһа ла сәлдерергә тырышыу күптәрҙең төп ҡылығы ине ул заманда. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, көҙ ырҙын табағында эшләгәндә, кеҫәләргә һәм итек ҡунысына бойҙай тултырып йәһәт кенә өйгә ҡайтып әйләнә торғайныҡ — тауыҡтарҙы ашатырға ем ташыйбыҙ инде үҙебеҙсә. Ә колхоздың һәйбәтерәк тауарҙары складта һаҡлана, әлбиттә, унан урлап булмай, склад мөдире әйберҙе колхоз рәйесенең күрһәтмәһе буйынса ҡайһы бер кешеләргә генә биреп ебәрә.
Ә бит хосуси милеккә ынтылышты колхоз барыбер бөтөрә алманы! Шуны белеп, төрлө рәхимһеҙ сикләүҙәр менән ыҙалатты халыҡты. Атайымдың бер туған ҡустыһы баҡса үҫтерергә әүәҫ ине, ниндәй генә еләк-емеш, йәшелсә булманы был гөрләп торған урында. Тик бер заман район үҙәгенән килеп баҡса ерен үлсәп сыҡтылар һәм, яртыһын ҡырҡып, ҡалған ерен генә файҙаланырға рөхсәт итеп киттеләр. Баҡһаң, уның ер биләмәһе ҡәтғи билдәләнгән норманан ашып киткән һәм Совет власының йәшәйеше өсөн хәүеф тыуҙырған икән. Һуңынан сүп үләне баҫып ятҡан был “артыҡ” сутыйҙар, тәбиғи, Совет власын барыбер ҡотҡара алманы.
Шул ыңғайы күршеләге еңгәй иҫкә төшә: ире колхоз эшенән бушамағас, ул сабынлығына алдараҡ төшөп бесән башларға була. Уның бесәнгә киткәнен күреп, бер-бер артлы күрше-күлән дә сабынлыҡтарына йүнәлә. Ә бит колхоз идараһы әле рөхсәт бирмәгән! Ҡалған колхозсылар ҙа ҡасып-боҫоп булһа ла ғаиләләренә ярҙамға ашыға. Ахырҙа, колхоз рәйесе милиция саҡырта, башлап бесәнгә төшкән кеше тиҙ генә асыҡлана, һәм ошо еңгәйҙе 15 тәүлеккә ябып та ҡуялар. Күмәк хужалыҡта бесән әҙерләү тамамланғас ҡына бирәләр ине бындай рөхсәтте, сөнки беренсе сиратта – дәүләткә иген тапшырыу, ит һәм һөт әҙерләү планы! Көн аяҙҙа атай колхоз бесәнендә йөрөй, ә үҙебеҙҙекенә төшөүгә август ямғырҙары һибәләй башлай (беҙҙең таулы яҡта көҙ иртәрәк килә), шуныһы ныҡ теңкәгә тейгәне хәтерҙә уйылып ҡалған.
Һәр төрлө сикләү, мәжбүр итеүҙәр юҡҡа сығарҙы ла инде колхоз ҡоролошон. Мал һанын сикләү булһынмы, алмағастың һәр төбөнән һалым түләтеүме... Күмәк хужалыҡта эшләргә йәштәр ҡалмай башлағас, илебеҙҙә яңы лозунг уйлап таптылар: “Бөтә класс менән – колхоз фермаһына!” тип атала ине ул. Ферма янында бәхетле йылмайып төшкән класташтарҙың фотолары матбуғатта ла йыш күренә башланы. Беҙҙең ауылға ла килеп етте был мода. Тик был юлы мәктәп директоры сәйәси өлгөргәнлеккә һынау тота алманы — колхоздың партком секретарына: “Һинең үҙеңә ҡалала институт бөтөрөү бәхете тейгән, ә ниңә йәштәрҙең уҡырға дәртен һүндерәһегеҙ!?” — тип әйтеп һалған бит. Бер аҙҙан ул директор булып эшләмәй ине инде, партия сәйәсәтен яңылыш аңлауы сәбәпсе булғандыр... Дөрөҫ, беҙҙе лә бынан һуң фермаға барырға артыҡ өгөтләп торманылар. Заманы ла үҙгәрә төшкәйне шул.
Эйе, колхоздар ойошторолоуға 80 йыл тулды, ләкин матбуғатта был турала һис бер ниндәй хәбәр күренмәне. Йәшерәк быуын колхоз-совхоз ҡоролошон күрмәгән һәм уның нимә икәнен дә белмәй, ә олораҡтар... Улар бер нисек тә әйтергә ҡыймай, ахырыһы. Маҡтарҙар ине – ә ниңә, улай булғас, ауылдар ҡабат колхоз булып ойошмай, яманлар инең – йәшлек йылдарын һыҙып ташлау менән бер бит инде ул.
... Үҙебеҙҙең ауыл яғына ҡайтып барышлай, колхоз техникаһының паркы булған әлеге йәйләү эргәһенән тағы үттек. Сабынлыҡҡа барған-ҡайтҡан һайын шунда туҡтап китә торғайныҡ, һис бушамаған йәйге осорҙа хатта туған-тыумасаны ла ошонда ғына осратаһың... Әле миңә был урын ниңәлер йәл булып тойолдо. Һәм күңелгә нимәлер етмәгән һымаҡ ине. Атайым бында тороп ҡалған да ҡоллоҡ системаһында һаман да интегәлер кеүек....
(Мәҡәләгә ҡарата тыуған фекерҙәрегеҙҙе ошо адрес буйынса яҙып ебәрә алаһығыҙ: [email protected]).
[right]Рәшит Кәлимуллин




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872