Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә
Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә
Аяҡ аҫты шығырҙап торған салт аяҙ һалҡын көндә юлландыҡ Зилә менән Илдар Хәзиевтәрҙең йортона. Хужаларҙың йүнселлеге ихаталарына яҡынлашыу менән үк төҫмөрләнде. Мөһабәт йортто, ҡапҡа төбөндәге еңел автомобилде, мал ҡураһы эргәһендәге башҡа төр техниканы күргәс, халыҡтың “Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә” тигән әйтеме ҡылт итеп иҫкә төштө.

Кәртә-ҡураны күҙҙән үткәргәс, заманса йортҡа аяҡ баҫтыҡ. Ә унда беҙҙе ҡыҙыҡһынып, береһенән-береһе шуғыраҡ ике малайы, сәскә кеүек ҡыҙы менән хужабикә йылмайып ҡаршы алды. Өләсәләрен, йәғни Илдарҙың әсәһе Нурия апайҙы, күрә алманыҡ, ҡунаҡҡа киткән сағына тура килдек.
Һүҙҙәр тиҙ беректе асыҡ йөҙлө, ихлас хужалар менән. Балалы йортта һыу уртлағандай шым ғына ултырып буламы ни — әле береһе иғтибарҙы йәлеп итте, әле икенсеһе үҙенә ҡаратты. Уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһынғас, Алһыу ағаларын күҙ алдарында “һатты” ла ҡуйҙы. Тегеләре лә бирешеп торманы — аталарының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булыуҙары менән маһайып та ҡуйҙылар. Айгөл эргәһенә күрше ҡыҙы инде, әммә йортта балаларҙың күмәгәйеп китеүе һис тә һиҙелмәне. Иркен, яҡты һәм зауыҡ менән йыһазландырылған был өйҙә һәр кемгә урын етерлек.
Илдар Фазләхмәт улы ата-бабаһы нигеҙендә төпләнеп ҡалған. Әҙер донъя тип түгел, әлбиттә. Йоланы ла һаҡлаған, кинйә ул булараҡ, ата-әсәһенә ҡартлыҡ көндәрендә тәрбиә күрһәтеү өсөн яуаплылыҡ алыуҙан да ҡурҡмаған. Тырыш, йүнсел кешегә ауылда ла бынамын итеп йәшәргә мөмкин икәнлекте Илдар менән Зилә миҫалында һис икеләнмәй раҫларға була.
Йортто үҙ көстәре менән ҙурайтҡандар, әлбиттә, туғандары ла ситтә ҡалмаған. Һөҙөмтәлә балалары иркенлектә уйнап-тәгәрәп үҫә, әсәһенең дә урыны түрҙә.
— Ауылда йәшәгән кешегә мал-тыуар үрсетеү ғәҙәти эш инде ул. Бала саҡтан күреп, көстән килгән тиклем ярҙамлашып үҫтек бит. Колхозда ла эшем малсылыҡ менән бәйле ине, мал табибы, зоотехник вазифаларын атҡарҙым, комплексҡа етәкселек иттем. Хәҙер мал-тыуарҙы шәхси ихатабыҙҙа аҫрайбыҙ, ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Бынан тыш, ауыл халҡынан һөт йыйып, Баҡалы һөт заводына тапшырабыҙ. Барса эшкә өлгөрөү өсөн таң һарыһынан торорға тура килә, сәғәткә ҡарап эшләү юҡ, ҡасан теүәлләйһең — ял шунда. Районда һөт йыйыу буйынса өсөнсө урындабыҙ. Йәйге осорҙа көнөнә 800 литр самаһы тапшыралар, иҫәп-хисапты 15 көн һайын яһап барабыҙ. Ауыл халҡы күп аҫрай мал-тыуарҙы, һөт тапшырып, ит һатып аҡса туплай, донъя көтә, — тип үҙҙәре, хәстәрҙәре менән таныштырҙы ғаилә башлығы.
Йүнселлектәре һәр нәмәлә күренә Хәзиевтәрҙең. Ҡуртымға өс гектар ер алғандар, элегерәк унда иген үҫтергәндәр, хәҙер ишле мал аҫрағас, үлән сәсәләр. Заман талаптарын белеп, киләсәкте уйлап эш итеүҙәре, баҙар шарттарында йәшәргә өйрәнеүҙәре лә һәйбәт.
“Ғаилә фермаһы” программаһы икеһен дә ҡыҙыҡһындырған, үҙҙәрен һынап ҡарарға уйҙары. Ауыл халҡын хәстәрләгән программаларҙың артыуы күптәрҙе дәртләндерә, тиҙәр.
Зилә күрше ауылдан килен булып төшкән. Ҡәйнәһен ғаиләнең таянысы тип иҫәпләй ул. “Өйҙән сығып киткәндә балалар өсөн күңел тыныс, сөнки эргәләрендә өләсәләре ҡала бит. Йорт-ҡаралтыға ла күҙ-ҡолаҡ, кәңәштәре менән дә ярҙам итә”, — тип ҡәйнә менән бергә йәшәүҙең ыңғай яҡтарын ғына асты Зилә.
“Йүнселлектәренән беҙгә лә файҙа, ауылдың социаль проблемаларын хәл итеүҙә ярҙамдары ҙур. Илдарға ауыл хакимиәтенән дә, мәктәптән дә үтенестәр булып тора”, — тигәйнеләр Хәзиевтәр тураһында.
— Бер мөхиттә йәшәгәс, ярҙам итәһең инде, баш тартҡаныбыҙ юҡ, — ти эшҡыуар.
Улар хаҡында әйтелгән маҡтау һүҙҙәренә үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Бына шундай бәхетте үҙ ерендә тапҡан, ата нигеҙендә төпләнеп, матур итеп донъя көткән күркәм ғаиләләрҙең береһе менән осрашырға насип булды беҙгә Мостафа ауылында.


Автор: М. ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Баҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә