Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 27 июлендәге ҡарары менән раҫланған 2011—2015 йылдарҙа Көньяҡ Урал райондарында умартасылыҡты үҫтереү планына ярашлы, ошо төбәктең дөйөм белем биреү учреждениеларында ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе серҙәрен уҡытыу күҙалланған. Был төбәктә тәбиғәт үҙенсәлеге мөғжизәгә тиң. Биләмәләре иһә Йылайыр яҫы таулығы сиктәренә һыйынған. Үҫемлек донъяһы, биологик төрҙәре менән айырылып, урмандарында ҡайын, ҡарағай, йүкә күпләп үҫә. Көнбайышҡа табан — имән, көнсығышҡа ҡарай ҡайын, ҡарағай китә. Бал ҡорто аҙығына бай был ер умартасылыҡты үҫтереүгә бик уңай. Һутлы үҫемлектәрҙән ваҡ япраҡлы йүкә менән сағанды телгә алып булһа, еҙәй, ҡара суҡ муйыл, балан, бихисап тал-өйәңкене лә атарға кәрәктер.
Кеше умарталыҡ булдырыу өсөн ысын мәғәнәһендә тәбиғәт менән килешеү төҙөй, сөнки ул, бал ҡорттарын бағып, үҙенең һәм балаларының киләсәген хәстәрләй. Оҫта умартасылар районда күп. Тырыш ғаиләләрҙең береһе — Абдуллиндар. Шәжәрә тармағын дауам итеүсе Ғәле Мәхмүтйән улы Юлдыбай дөйөм белем биреү мәктәбендә "Умартасы" дәресен алып бара. Геройыбыҙ тураһында һөйләр алдынан уның атаһы Мәхмүтйән ағайҙың тормош юлына күҙ һалырға кәрәктер. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, балалары ла, уның һөнәренең асылын белеп, аңлап үҫкән.
Мәхмүтйән ағайға 82 йәш тулды. Ул фанилыҡҡа Исҡужа ауылында ауаз һала. Ни бары алты айлыҡ сағында ғына атаһы Мәхмүт ағай донъя ҡуя. Гөльямал апайҙың иңендә береһенән-береһе бәләкәй өс бала ҡала. Әсә кеше бар булмышын ошо сабыйҙарға бағышлай. Ул саҡтағы бала-сағаға, ҡатын-ҡыҙға Бөйөк Ватан һуғышының бар михнәтен татырға, ауырлыҡтарҙы күтәрергә тура килә. Тыл хеҙмәтен иңдәренә һалыу менән бергә, фронтты кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бурысы ла тора. Бәләкәй генә көйө — ун өс йәшендә — Мәхмүтйән дә "Ҡыҙыл Йылайыр" колхозында эшләй башлай. Бушыраҡ ваҡыттарында күрше-тирә Петровка, Крепостной Йылайыр, Талиха, Дмитриевка һымаҡ ауылдарға йөрөп, кемдә эш бар, шуларҙы тамаҡ хаҡына башҡара.
Халыҡ ас, яланғас булһа ла, йыр-моңдо ташламаған, ауыр саҡтарында күңелен бушатҡан. Гөльямал апай ҙа башҡорт йырҙарын аһәңле башҡарған. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ҡулдарына күҙ эйәрмәгән. Һәр береһен таһыллап, оҫта атҡарған. Эшһөйәрлек, халыҡ моңоноң нескәлектәрен балаларына еткерә алған.
Урта мәктәпте тамамлағас, Мәхмүтйән ағай колхозда ныҡлы эш башлай. Шул саҡта уны район хужалыҡ мәктәбенә (РХШ) бригадирлыҡҡа уҡырға ебәрәләр. Кесе звено етәксеһенең артабанғы хеҙмәт юлы "Һаҡмар" колхозында дауам итә. 1957 йылда 27 йәшлек егеткә колхоз идараһы Башҡортостан ауыл хужалығы институтына йүнәлтмә бирә. Малсылыҡ, үҫемлекселек тармағында тәжрибәһе булғас, уҡыу уға еңел бирелә. Шулай уҡ үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша.
Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас, йәш белгесте 37 ауылды берләштергән "Башҡорт" совхозына баш зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙағыраҡ совхоз менән идара итеүҙе еңеләйтеү маҡсатында, был хужалыҡты икегә – "Юлдыбай" һәм "Башҡорт" совхоздарына – бүләләр. Яңы ерҙә иһә, төп шөғөлө менән бер рәттән, директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡарырға тура килә. Мәхмүтйән ағайҙың тырышлығы менән совхозда умарталыҡ булдырылып, күстәр һаны 150-гә етә. Был өлкәлә үҙ эшенә мөкиббән умартасылар Сәғиҙә менән Яхъя Аллабирҙиндар юғары уңышҡа өлгәшә, республикала алдынғылар рәтенә баҫа.
Мәхмүтйән ағай менән буласаҡ хәләл ефете Ғәлиә апай тәү күреүҙән үк бер-береһенә ғашиҡ була. Ғаилә ҡороп, Юлдыбай ауылында төпләнәләр. Был ваҡытта инде Ғәлиә апай БДУ-ның химия-биология факультетын тамамлаған була. Урындағы мәктәптә мөғәллимлек эшенә алына. Тырыш хеҙмәте өсөн БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә, "РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы" билдәһе менән бүләкләнә.
Халҡыбыҙ борондан малсылыҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Балаларҙы көсөнә, һәләтенә ҡарап эшкә өйрәткәндәр. Абдуллиндарҙың ғаиләһе тураһында яҙғанда ошоға инанаһың: өс улдары атаһы юлын дауам итеп, ауыл хужалығына бәйле һөнәр һайлаған, берҙән-бер ҡыҙҙары – әсәһе һымаҡ уҡытыусы.
Хәҙер иһә һүҙ башында телгә алған Мәхмүтйән ағай менән Ғәлиә апайҙың төпсөк улдары Ғәле тураһында бер аҙ әйтеп үтәйек. 1977 йылда тыуған малай балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ ҡурайҙа уйнай белгән. Үҫә төшкәс, Йылайыр сәнғәт мәктәбенә уҡырға бирәләр. Уны уңышлы тамамлай. Район, республика күләмендә үткән байрамдарҙа ҡатнаша. Сибайҙа лауреат булһа, 1990 йылда Өфөлә уҙғарылған "Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәре"ндә, "Тальян гармун" байрамдарында сығыш яһай. Атаһы һымаҡ ауыл хужалығы институтында зоотехник һөнәре алып сыға. Һуңынан “Баймаҡ” тәжрибә хужалығында зоотехник-селекционер булып эш башлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилә Рәфҡәт ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Шатморат, Наҙгөл, Мораҙым исемле балалар үҫтерәләр. Атай нигеҙен һыуытмаҫ өсөн Юлдыбайҙа төпләнәләр. "Йәш умартасы" түңәрәген алып барған Таһир Юланов хаҡлы ялға сыҡҡас, Ғәле ең һыҙғанып эшкә тотона. Һуңыраҡ уны 80-се һөнәрселек лицейына умартасылыҡ буйынса мастер итеп саҡыралар. Республиканың башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының мастерҙары араһында үткәрелгән IV "Умартасы" олимпиадаһында икенсе урынды яулап, Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнә.
Минең геройым дәрестәрҙе заманса технологияларҙы оҫта ҡулланып, һөҙөмтәле алып бара, бал ҡорто күстәрен саф башҡорт тоҡомло итеп үрсетеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ситтән килтерелгән көньяҡтыҡылар беҙҙекеләрҙең ҡышҡы селләгә бирешмәүсәнлек һәләтен кәметә. Ошо һәм башҡа сәбәптәр умартасыларҙы борсоуға һала. "Бергәләп тотонһаҡ ҡына, урындағы ысын ҡорттарҙы һаҡлап ҡалырбыҙ", — ти оҫта умартасы.
Йәүҙәт ӘХТӘМОВ,
хеҙмәт ветераны.